Йәйге каникулдарҙа балаларҙы мотлаҡ баш ҡалаға алып килергә тырышабыҙ. Быйыл да Өфөгә килеп, баш ҡаланы ҡарап, парктарында йөрөп, күңел булып ҡайттыҡ. Нимә генә тимә, Өфө йылдан-йыл үҫә, матурая. Бөгөнгө яҙмамда күҙгә эләккән үҙгәрештәр тураһында бәйән иткем килә.
Өфөләге иң яратҡан урыныбыҙ - Якутов исемендәге парк. Йөҙйәшәр ағастары, матур күле, балалар өсөн күп төрлө уйнау нөктәләре булыуы менән һәр кемдең күңелен арбай был парк. Был килгәндә күлде ылымыҡтарҙан таҙартыу эшен башлауҙарын күреп ҡыуандым, элек тонйорап, бысраҡ булып ятҡан күл дә таҙарып ҡалған берүк. Шулай уҡ парктағы канализация люктарын төрлө һүрәт менән биҙәүҙәре лә урынлы һәм матур, сөнки бында балалар күп йөрөй һәм һоро төҫтәге ҡапҡастар урынына сағыу түңәрәктәр ятыуы күңелдәрҙе күтәрә.
Паркка килеүен килһәк, Өфө балалар тимер юлына һуғылмайынса ҡайтмайбыҙ. Унда йәйге практика үтеп йөрөүсе егет һәм ҡыҙҙар әйтеүенсә, быйыл балалар тимер юлы үҙенең 69-сы миҙгелен билдәләй икән. Ошо йылдар эсендә күпме бала һәм шулай уҡ ололар ҙа бәләкәй магистралдең пассажирҙары булған. Таҙа вагондар, мөләйем вагон ҡараусылары, поезд тәҙрәһенән асылған парк күренештәре - барыһы ла ялдың матур булыуына үҙ өлөшөн индерә.
Быйыл, ниһайәт, Ағиҙел буйлап пароходта сәйәхәт итергә форсат сыҡты. Әллә нисә йыл өфөләр һәм ҡала ҡунаҡтары йылғанан ҡалаға ҡарап һоҡланыу мөмкинлегенән мәхрүм ине, пароходсылыҡты аяҡҡа баҫтырып, иллә шәп эшләгәндәр. Әйтеүе генә анһат "пароходтар йөрөй башлаған", тип, ә уның артында күпме көс түгелгәнен, бихисап кешенең эше ятҡанын уйлап та бирмәйбеҙ.
Күҙәтеү тәгәрмәстәренә (колесо обозрения) ултырып, Өфөгә юғарынан ҡарап, уның гүзәллегенә һоҡландыҡ. Әйтергә кәрәк, бында хаҡтар ҙа тешләшмәй, ә күпме тәьҫораттар бүләк итә.
Яңы асылған Ҡашҡаҙан паркын да барып күрҙек, ләкин күлендә һыу инергә ҡыйманыҡ, ҡомонда ғына ҡыҙынып яттыҡ. Ҡомо ифрат шәп, әлбиттә, сит ил курорттарындағы кеүек: таҙа, аяҡҡа шул тиклем йомшаҡ, балаларға уйнарға ҡулайлы. Ә парк үҙе бөтә яҡлап та үҙгәргән, рәхәтләнеп ғаилә менән ял итергә бөтә уңайлыҡтар булдырылған.
Һуңғы йылдарҙа Өфөлә генә түгел, республиканың башҡа ҡалаларында ла парктарҙы төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүленгәнен һәр кем күреп-белеп тора. Бик яҡшы күренеш был, сөнки ҡала кешеһе тәбиғәттән алыҫ һәм уның өсөн тәбиғәтте нәҡ ошондай парктар кәүҙәләндерә лә инде. Мәҫәлән, Өфөләге Урмансылар паркы ни тиклем ҙур һәм матур, балалар майҙансығы ла бар, спорт яратыусылар өсөн дә махсус урындар булдырылған, тәбиғәттә шешлек ҡыҙҙырырға әүәҫтәргә иһә ҙур аҡлан бирелгән. Әллә күпме төрлө ағастары үҫкән, хайуандары ла булған был парк Өфөнөң ғорурлығы ул. Уны мотлаҡ һаҡларға, ағастарын ҡырмаҫҡа һәм туҙҙырмаҫҡа кәрәк.
Өфөлә матур һәм иғтибарға лайыҡ урындар бик күп. Шул аҡ тотош кварталды алып торған "Арт-квадрат" майҙансығын ғына алайыҡ, бөтә йәштәгеләр өсөн дә ял итерлек матур ер.
Беҙ, ғәҙәттә, ауылдан электричка менән киләбеҙ һәм шуның менән үк ҡайтабыҙ, шуға күрә ҡаланың "тимер ҡапҡаһы" - тимер юл вокзалы тураһында бер-ике һүҙ әйткем килә. Мин студент саҡтағы вокзал менән сағыштырып та булмай. Элекке тынсыу, ҡараңғы, уңайлыҡтары булмаған тимер юлы вокзалы урынында хәҙер заманса, таҙа, яҡты, бөтә уңайлыҡтары булған, балалар өсөн махсус уйнау урыны ҡаралған, хатта бизнес-залы булған бина тора. Вокзал алды ла күркәмләнгән, уңайлы эскәмйәләр ҡуйылған, сәскәләр хуш еҫ таратып ултыра, вокзалдан сыҡҡан һәр кем юл аша урынлаштырылған скульптуралар ансамблен күрә, ғөмүмән алғанда, үҙгәрештәр тик яҡшы яҡҡа ғына.
Дөйөмләп әйткәндә, Өфөбөҙ дан ҡала! Баш ҡалабыҙ артабан да үҫһен һәм матурайһын.
Әлфирә СЫНБУЛАТОВА.
Белорет районы.
"Киске Өфө" гәзите, №31, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА