Мәҡәләне шулай тип атағас, ирекһеҙҙән, йылмайып ҡуйҙым, сөнки күҙ алдына тал сыбыҡҡа атланып, бер ғәмһеҙ уйнап йөрөгән малай килеп баҫа. Бәлки, бөгөнгө геройымдың бала сағы ла, башҡа тиҫтерҙәренеке кеүек, шулай үткәндер, әммә оло тормош уға ҙур һынауҙарын әҙерләп торған.
Бынан ярты быуат элек Әбйәлил районының Мәхмүт ауылында механизатор булып эшләгән Батыр менән фермала һыйыр һауған Фәрзәнә Насырйәновтар ғаиләһендә дүртенсе бала (унан һуң тағы өс туғаны тыуа) булып донъяға килә Бикбай. Мәктәптә белем алыу менән бер рәттән, ауыл балаһының елкәһенә төшкән көндәлек мәшәҡәттәрҙе һанап тормағанда, биографияһын ҡыҫҡаса бер нисә юлға һыйҙырырға була: ауылда башланғыс мәктәптә уҡый, артабан Әбделмәмбәт һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә, СПТУ-ла белем ала һәм, әлбиттә, Ватан алдындағы изге бурысын үтәп, хәрби хеҙмәттә була. Армия сафынан ҡайтып, Киров исемендәге колхозда механизатор булып эшләй башлай. Һөйгәне менән сәстәрен-сәскә бәйләп, ғаилә ҡороп ебәрә. Тиҙҙән инде улы менән ҡыҙы тыуа. Һөйгәнең менән ҡыуышта ла ожмах, тип, киләсәккә яңынан-яңы пландар ҡороп йәшәргә лә йәшәргә лә бит, әммә аяуһыҙ яҙмыш йәш ғаиләнең пландарын селпәрәмә килтерә - 29 йәшендә ул янған йөрәгенә ике балаһын баҫып, тол ҡала. Яңғыҙ бала үҫтереүҙең ауырлыҡтары яңғыҙ әсәләргә яҡшы таныштыр, әммә тол ирҙәр өсөн был икеләтә һынау, икеләтә ауыр. Әлбиттә, туғандар, яҡындар ярҙамынан ташламай, тик улар балаларға әсәйҙе бер ваҡытта ла алмаштыра алмай. Үҙе атай ҙа, әсәй ҙә булырға тура килә Бикбай Батыр улына. Ул ғына ла түгел, йәмәғәт эшмәкәрлегенә әүҙем ҡушылып китә: 1992-1995 йылдарҙа Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып Әбйәлил районында "Аҡ тирәк" исемле Йәштәр ойошмаһы ойоштора. Колхоз-совхоз тарҡалғас, Себерҙә лә аҡса эшләп ҡайта. Вахта ысулы менән 9 йыл йөрөгәс, 2015 йылда Магнитогорск ҡалаһына иретеп йәбештереүсе булып урынлаша һәм бөгөнгәсә шунда эшләй.
Замандан артта ҡалмаҫҡа тырышып, заманса технологиялар менән дә ҡыҙыҡһына башлай һәм улы социаль селтәрҙәрҙә аккаунтын булдырып, нисек эшләргә өйрәткәс, тыуған ауылының төркөмөн һәм сайтын булдырып, ауылы менән таныштыра башлай. Үҙе сик буйы ғәскәрҙәренең диңгеҙ часында хеҙмәт иткәс һәм баҫҡынсыларҙы ил сигендә иң беренсе пограничниктар ҡаршы алыуы, әммә Бөйөк Еңеүгә арналған район парадында сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәрҙең ҡатнашмауы тынғы бирмәй борсоғас, фекерҙәштәр табып, районда сик буйы ғәскәрҙәре ветерандарының ойошмаһын ойоштороп, уны республика ойошмаһына теркәтеп, "Сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр", "Диңгеҙселәр" төркөмдәрен аса.
Әйткәндәй, тыуған ауылының төркөмөн булдырып, ауыл өйҙәрен, кешеләрен барлап сыға һәм 207 өйҙөң ни бары 93-өндә генә парлы ғаиләләр йәшәүен, 83-өндә - яңғыҙаҡтар булыуын, башҡа йорттарҙың бөтөнләй буш тороуын асыҡлағас, "Танышайыҡ, ҡауышайыҡ, ғаилә ҡорайыҡ" төркөмөн булдырырға ҡарар итә. Һуңынан "Йылы усаҡ" димселек институтын асып ебәрә. Яңғыҙлыҡтың әсе һурпаһын үҙ иңендә татығанға ул яңғыҙҙарҙы таныштырып-ҡауыштырыуға ҙур көс һала. Башта ауылдаштарынан башлаһа, һуңынан ҡоласын киңерәк йәйеп, район, республика буйынса эш башлай: Әбйәлил, Күгәрсен, Баймаҡ, Бөрйән райондарында үҙенә теләктәштәр табып, бик ҙур таныштырыу саралары ойошторалар. 2019 йылда Өфөлә республика димселәренең беренсе конференцияһын үткәрә. Унда төрлө район-ҡалаларҙан 50 вәкил ҡатнаша. Башҡортостандың һәр районында, ауылында димсе кеүек бер вәкил булдырып, улар менән берҙәм эшләргә һәм мөмкин булғанса күберәк кешене ишле итергә тигән хыял менән яна ул. Ошо һәм башҡа идеялары менән былтыр республикала беренсе тапҡыр уҙған Ирҙәр ҡоронда ла бүлешә. "Ярҙам итербеҙ", тигән өмөтлө һүҙҙәр ишетеп ҡыуанып ҡайта, әммә вәғәҙәләрҙең күп осраҡта буш булыуын ваҡыт уҙғас ҡына аңлай: күпме тупһа тапамаһын, ысын күңелдән ярҙам ҡулы һуҙыусы булмай. Ләкин кешегә яҡшылыҡ ҡылыуы күңел талабына әйләнгән Бикбай, кемгәлер файҙа килтереүенә, шуның өсөн ихлас рәхмәт һүҙе ишетеүенә ҡыуанып, эшмәкәрлеген артабан дауам итә.
Бикбай Батыр улын бөгөн Бөтә Рәсәй "Үлемһеҙ полк"ының республика филиалын булдырып, ул ойошманың ирекмәне һәм эҙәрмәне булараҡ та беләләр. Был эшмәкәрлегенә Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған олатаһын эҙләүе сәбәпсе була. Һөҙөмтәлә уның ҡасан һәм ниндәй шарттарҙа вафат булыуы тураһында мәғлүмәт, ерләнгән урынынан фото ебәрәләр. Был хаҡта ишеткән таныштары үҙҙәренең дә һуғышта юғалған туғандарын табышып биреүҙе үтенә башлай. "Үлемһеҙ полк" ойошмаһына мөрәжәғәт итеп эҙләргә өйрәтә ундайҙарҙы Бикбай, улар өсөн ликбез үткәрә, компьютеры, интернеты булмаусылар йәки заман техникаһын бөтөнләй белмәүселәрҙең туғандарын үҙе эҙләй. Һөйрәгән атҡа өйәләр, тигәндәй, уның әүҙемлеген күреп, райондың Йәмәғәт палатаһына рәйес итеп һайлап ҡуялар.
...Изгелек ҡыл да һыуға һал - балыҡ күрер, балыҡ күрмәһә, халык күрер, тип юҡҡа әйтмәгән халҡыбыҙ. Бөгөн күптәр интернет селтәрен ялтырауыҡлы үҙпиар өсөн ҡулланһа, төрлө социаль селтәрҙәрҙә "сторис"тарҙы көнөнә әллә нисәүҙе һалып, лайыҡтар йыйһа, шым ғына үҙ эшен күңел биреп, яратып һәм бушлай эшләүселәр ҙә юҡ түгел. Уларҙың күңелдәрендә ауыл ҡиммәттәре, ауыл тәрбиәһе йәшәй. Бөгөнгө геройыбыҙ кеүек ябай ауыл малайҙары, ябай ауыл ҡыҙҙары булып ҡала улар. Ә ябайлыҡта - бөйөклөк.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
"Киске Өфө" гәзите, №31, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА