Күптән түгел ҡалала уҙған ҙур сараларҙың береһендә танышымдың 5 йәшлек малайы юғалды. Халыҡ күп, метр һайын тиерлек ҙур музыка колонкаларынан көслө тауыш ағыла, яныңда торған кешенең нимә һөйләгәнен ишетерлек түгел. Күҙ асып йомғансы юғалған малайҙы эҙләп, тегеләй йүгерҙек, былай ташландыҡ, бер аҙҙан полиция хеҙмәткәрҙәре ҡушылды. Өс сәғәт тигәндә илап хәле бөткән баланы таптыҡ. Байрам ҡайғыһы китте, өйҙәргә таралыштыҡ. Был хәлдән һуң, бындай ваҡиға ҡабатланмаһын өсөн ниндәй саралар күрергә кәрәк һуң, тигән һорау тыуҙы. Уға яуапты Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре бирҙе.
- Кеше күп йыйылған урындарға, сараларға барғанда үҙең менән баланың фотоһүрәтен алыу мотлаҡ (күптәрҙең телефонында бындай фотолар була, ғәҙәттә). Шулай уҡ нәҡ кеше араһына инер алдынан баланың ниндәй кейемдә килгәнлеген күрһәткән фотоһүрәтте эшләү ҙә кәрәк. Әгәр ҙә бала юғала ҡалһа, уны эҙләүҙә һәр бер бәләкәй генә деталь дә мөһим, ә уның нәҡ ошо мәлдә ниндәй ҡиәфәттә булыуын күрһәткән фотоһүрәт эҙләү процесын бермә-бер еңеләйтәсәк.
- Төрлө сараларға барғанда балаға сағыу кейем кейҙерегеҙ, был осраҡта ул күп кеше араһында айырылып күренеп торасаҡ. Шулай уҡ уның кеҫәһенә бәләкәй ҡағыҙ киҫәгенә баланың исем-шәрифе, бәйләнеш өсөн телефон номеры һәм ниндәй дарыуҙарға аллергия барлығын күрһәткән мәғлүмәт һалып ҡуйыу ҙа артыҡ булмаҫ. Бер үҙе илап йөрөгән балаға күптәр иғтибар итә, ләкин күп осраҡта бала ҡаушауҙан, ҡурҡыуҙан үҙе белгән мәғлүмәтте лә оноторға һәм ололарға яуап бирә алмаҫҡа мөмкин. Ә кеҫәһендәге мәғлүмәти ҡағыҙ уның ата-әсәһен табыуҙа ныҡ ярҙам итәсәк.
- Ҙур сараларға сыҡҡанда балаға ҡиммәтле әйберҙәр (кәрәҙле телефон, алтын биҙәүестәр һ.б.) бирмәү хәйерле. Был криминал менән булышҡандарҙан араларға ярҙам итер.
- Кеше күп йыйылған ергә барыр алдынан бала менән тейешле инструктаж үткәрегеҙ - исемен, адресын, ата-әсәһенең исемен ятлатығыҙ. Шулай уҡ, әгәр ҙә бала аңлай алырлыҡ йәштә булһа, юғалған осраҡта ҡайһы ергә килергә кәрәклеген һөйләшегеҙ. Мәҫәлән, ҙур сауҙа үҙәгендә бындай урынды ингән ишек алдында йәки яҙыулы ҙур магазин алдында билдәләргә була. Урамда барған саралар ваҡытында иһә алыҫтан күренеп торған алтаҡталы урынды билдәләргә мөмкин. Шулай уҡ балаға кемгә мөрәжәғәт итергә мөмкин булыуын да иҫкәртергә онотмағыҙ - полиция хеҙмәткәре, туңдырма һатыусы, кафе эшсеһе һәм башҡалар.
- Ә килешелгән урынды эҙләп таба алмаҫтай бәләкәй бала иһә мотлаҡ бер ҡағиҙәне - әгәр ҙә юғала ҡалһа, бер урында тик торорға кәрәклеген - ятлап алырға тейеш. Ата-әсәләргә иһә, бала күҙҙән юғалған осраҡта, үҙҙәре килгән маршрут буйынса кире барырға кәрәк. Шулай уҡ үҙаллы эҙләүгә ваҡыт сарыф итмәҫкә, ә тиҙ арала полиция хеҙмәткәренә, сауҙа үҙәге һаҡсыларына мөрәжәғәт итеү мөһим. Күп кеше араһында баланы күреп ҡалған саҡта уны ҡысҡырып саҡырырға тырышмағыҙ, ә күҙ уңынан ысҡындырмайынса, артынан барығыҙ һәм һеҙҙе күрерлек булғас ҡына өндәшегеҙ.
- Баланы тапҡас, уны әрләргә ташланмағыҙ. Бер аҙ тынысланғас, уның яғынан да, һеҙҙең тарафтан да ебәрелгән хаталарҙы тикшереп сығығыҙ: бала һеҙҙе юғалтҡас, бер урында ҡалғанмы, ҙурыраҡ йәштәгеләре килешелгән ергә барғанмы, һәм башҡалар.
- Балаға мотлаҡ рәүештә ят кешеләргә эйәреп китмәҫкә кәрәклеген, улар менән машинаға ултырырға ярамағанлығын аңлатырға кәрәк. Әгәр ҙә кемдер уны көсләп алып китергә тырышһа, ҡысҡырып, тирә-яҡтағыларҙың иғтибарын йәлеп итергә һәм ярҙам һорарға кәрәклеген ныҡлап төшөндөрөү мотлаҡ.
- Бер кемдең дә урамда йәки башҡа урындарҙа уға тейергә, ҡосаҡларға һәм үбергә ынтылырға, алдына ултыртырға, енси ағзаларына ҡағылырға хаҡы юҡ икәнлеген яҡшылап аңлатығыҙ. Бындай осраҡта йүгереп ҡасырға, яҡындағы магазинға инеп йәки үтеп барыусыларға мөрәжәғәт итеп, ярҙам һорарға кәрәклеген бала үҙләштерергә тейеш. Әгәр ҙә ошондай ҡағиҙәләрҙе яҡшы белһә, ул юғалып ҡалмаясаҡ һәм төрлө күңелһеҙ хәлдәргә тарымаясаҡ. Даими рәүештә ошо ҡағиҙәләрҙе уйын формаһында ҡабатлағыҙ, был баланың хәтерендә яҡшы һаҡланасаҡ.
- Бер үҙе йәки дуҫтары менән ташландыҡ, буш торған, төҙөлөп ятҡан биналарға барырға, кеше булмаған парк, урманлыҡта йөрөргә ярамағанлығын шулай уҡ бәләкәй саҡтан күңеленә һеңдерегеҙ. Ҡайҙалыр киткәнендә кем менән, күпме ваҡытҡа һәм ҡайҙа юлланғандарын ололар белергә тейешлекте һыҙыҡ өҫтөнә алығыҙ һәм был уның шәхси арауығына ҡыҫылырға тырышыуҙан түгел, ә уның өсөн борсолоуҙан эшләнгән аҙым булыуын аңлатығыҙ.
Баланың хәүефһеҙлеге өлкәндәр ҡулында икәнлеген онотмағыҙ. "Аңғартылған, тимәк ҡоралланған", тигән хәҡиҡәтте күҙ уңында тотоп, балалар күңелһеҙ хәлдәргә тарымаһын өсөн тейешле ҡағиҙәләрҙе, яраған-ярамағанды бәләкәй саҡтан аңлатып үҫтереү мөһим.
Гөлназ МАНАПОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №32, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА