«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТИН ҺУМДЫ ҺАҠЛАЙ. Ә ҺИН БЫЛ ҠАҒИҘӘНЕ БЕЛӘҺЕҢМЕ?
+  - 

Нисек аҡсаны тәләфләмәй тотонорға өйрәнергә? Шәхси йәки ғаилә бюджетын нисек планлаштырырға? Ошо өлкәләге файҙалы кәңәштәр менән Башҡортостан Милли банкының финанс грамоталылыҡ буйынса белгесе Анна КАМЕНЕВА бүлешә.

Шәхси бюджетты формалаштырыуҙың төп ҡағиҙәләре ниндәй?

Беренсенән, һәр кеше йәки һәр ғаилә, эш хаҡының кимәленә ҡарамайынса, аҡсаһын әҙ генә булһа ла һаҡлауға ҡалдырып барырға тейеш. Башта уның күләме эш хаҡының 1 проценты ғына булһын, ти, ә иң яҡшыһы - килемдең 10 процентын туплап барыу. Эш хаҡы йәки башҡа берәй килем алдығыҙ икән, тупланмағыҙҙы шунда уҡ тулылындырып ҡуйыу мөһим, унан һуң ғына башҡа сығымдарға тотона башларға була. Тормошта төрлө мәлдәр килеп тыуыуы мөмкин. Мәҫәлән, эштә ҡыҫҡартырға мөмкиндәр йәки оҙайлы ауырып китеү ихтималлығы бар һәм башҡалар. Ошондай ауыр мәлдәрҙе кредиттарға батмайынса ғына үткәреп ебәреү өсөн финанс мендәр кәрәк тә инде. Һәм уның күләме ғаиләгеҙ 3 - 6 ай йәшәрлек булырға тейеш. Икенсеһе - мотлаҡ түләүҙәр. Эш хаҡы алдығыҙмы - коммуналь түләүҙәрҙе, кредит, балалар баҡсаһы һәм мәктәп, интернет һәм мобиль бәйләнеште түләргә кәрәк. Шулай уҡ бензинға ла аҡса бүлеү тураһында оноторға ярамай. Ҡалған сумманы ай дауамында тотонорға була. Бюджетты формалаштырыуҙың төп ҡағиҙәләре ошоларға ҡайтып ҡала.

Бөтә сығымдарҙы ла күҙҙаларға һәм аҡсаны экономиялы тотонорға өйрәнергә мөмкинме?

Ғөмүмән, финанс план алып барыу мөһим. Уны дәфтәрҙә йәки компьютерҙа Excel таблицаһында һәм башҡа төрлө ысул менән эшләргә була. Бөтә сығымдарҙы ла анализлай башлағанда артыҡ сығымдар күҙгә тиҙ ташлана. Кәрәкмәгән сығымдарҙы һәр кем эшләй, ләкин финанс план алып барғанда уны күрергә һәм артыҡ сығымдарҙан ҡотолорға була. Мәҫәлән, магазинға барған һайын пакет һатып алыу йәки башҡа төрлө кәрәкмәгән әйберҙәргә аҡса түгеү кәрәкмәй. Аҙыҡ-түлекте алдан яҙылған исемлеккә ярашлы һатып алыу кәрәкмәгән күп сығымдарҙан ҡотолорға ярҙам итә.
Артабан - ҙур әйберҙәр һатып алыуҙы һәм даими сығымдарҙы планлаштырыу. Мәҫәлән, йыл һайын автомобилгә страховка эшләтергә кәрәк. Ваҡыты килеп еткәс, тейешле сумманы ҡайҙан алырға белмәй аптыранғансы, алдан нәҡ шуның өсөн махсус аҡса йыйып барыуҙы юлға һалыу. Эш хаҡы алған һайын уны тулыландыраһың һәм кәрәкле ваҡытта алып тотонаһың. Ошо уҡ схеманы балаларҙы мәктәпкә йыйғанда ла ҡулланырға була. Әлбиттә, аҡсаны был рәүешле тотоноу өсөн кеше үҙендә дисциплина тәрбиәләргә тейеш. Һәм шулай уҡ балаларҙы ла аҡсаны дөрөҫ ҡуллана белергә өйрәтеү мөһим. Мәҫәлән, бер айға тәғәйенләнгән аҡсаны бер юлы бирергә лә, уны нисек тотоноуын ҡарарға. Әгәр ҙә айлыҡ сығымдарын өс көн эсендә тотоноп бөтһә, икенсе айға тиклем башҡаса аҡса бирмәҫкә. Был баланы аҡса менән дөрөҫ эш итергә өйрәтәсәк.

Күпселек кеше, айырыуса ҡатын-ҡыҙҙар өсөн, магазиндар буйлап йөрөү ныҡ оҡшай. Кәрәкһә лә, кәрәкмәһә лә, тағы ла бер күлдәк йәки башҡа әйбер алыу ғәҙәте менән нисек көрәшергә?

Ысынлап та, магазиндарҙа ҡайһы берәүҙәр күп аҡса ҡалдыра, ә һөҙөмтәлә күпселек әйберҙәр кейелмәйенсә, шкафтарҙа тора. Әгәр ҙә магазиндар буйлап йөрөгәндә ниндәйҙер әйбер оҡшай икән, шунда уҡ һатып алмағыҙ. Бер аҙ йөрөп килегеҙ, ул ысынлап та һеҙгә мотлаҡ кәрәкме-юҡмы икәнлеген уйлағыҙ. Бәлки ошо уҡ әйбер ике бүлек аша урынлашҡан магазинда осһоҙораҡтыр, ә, бәлки, интернет-магазиндарҙа сағыштырып ҡарау урынлы булыр.

Хәҙер ҡулаҡса менән ҡулланыусылар бик һирәк. Картанан аҡса юғалмаһын өсөн ниндәй хәүефһеҙлек сараларын ҡулланырға була?

Сығымдарҙы контролдә тотоп та, картанан бөтә аҡсаны алып киткән мутлашыусылар ҡулына эләгергә мөмкин. Был хаҡта күп яҙалар һәм һөйләйҙәр, ләкин мутлашыусылар ҡорбандары кәмемәй. Тәү сиратта, телефонығыҙға шылтыратҡан билдәһеҙ номерҙарға яуап бирмәгеҙ, смс аша килгән ссылкаларға күсмәгеҙ. Шулай ҙа мутлашыусылар ҡулына эләгеп, бөтөнләй аҡсаһыҙ ҡалмау юлы - ул бөтә аҡсаны ла бер картала тотмау. Һәм ул карталар төрлө банктыҡы булыуы яҡшыраҡ.

"Киске Өфө" гәзите, №32, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.08.22 | Ҡаралған: 410

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru