Буласаҡ пенсионерҙарға юристар нисек ярҙам итә ала? Беҙҙә, ғәҙәттә, пенсия хаҡында уйланмауың хәйерлерәк: был үтә күңелһеҙ тема һәм был хаҡта һүҙ алып барыу ҙа файҙаһыҙ тип иҫәпләнә. Беҙгә пенсияға тиклем әле бик алыҫ, ул ҡайҙалыр "тауҙар артында" булып тойола, шуға ла, уға тиклем әллә йәшәйем, әллә юҡ, тип ҡул ғына һелтәй йәштәр. Ләкин ул килә лә етә. Бына шул саҡта башлана ла инде көтөлмәгән проблемалар. Шундайыраҡ һорауҙарҙың ҡайһы берҙәренә адвокат Александра ЛУКИНА яуап бирә.
Буласаҡ пенсионерҙар күберәк ниндәй мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итә?
- Пенсия тураһында закон ғәйәт ҡатмарлы, ул 1996 йылғы законға нигеҙләнә һәм даими үҙгәреп тора. Әйткәндәй, 2023 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй Пенсия фонды менән Социаль страховка фондын РФ Социаль фондына берләштереү кеүек ҙур яңылыҡ көтөлә. Закондар ҡатмарлы, тигәйнем инде, шуға ла кешеләр йыш ҡына аңлашылмаған һорауҙар менән мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, нимә ул индивидуаль пенсия коэффициенты (ИПК) һәм ул нисек иҫәпләнә тип һорайҙар. Бындай мәсьәләләр консультация сиктәрендә хәл ителһә, судҡа инде күберәк эш буйынса документтар юғалған һәм юллаған осраҡтарҙа хеҙмәт стажын тергеҙеү маҡсатында киләләр. Минең эш тәжрибәмдә шундай бер осраҡ та булғайны: эш биреүсе Пенсия фондына взностарҙы күсереп бармағанлыҡтан, был осорҙо буласаҡ пенсионерҙың эш стажына индереүҙән баш тартҡандар.
Ә бына пенсия күләме буйынса бәхәстәр буламы?
- Ғөмүмән, пенсия күләме буйынса көтөлмәгән осраҡтар булырға тейеш түгел, сөнки Пенсия фонды граждандарға өс йылға бер: ирҙәргә - 40, ҡатындарға 45 йәштән алып мәғлүмәт биреп килә. Был мәғлүмәттәр менән Дәүләт хеҙмәте порталында йәки йәшәгән урын буйынса Пенсия фонды бүлексәһендә лә танышырға мөмкин. Белешмәлә һеҙҙең стаж, пенсия коэффициенты, шул осорға ҡарата страховкалы пенсия күләме хаҡында мәғлүмәттәр була. Кем социаль пенсия аласаҡ, уның күләме алдан билдәле. Буласаҡ пенсия күләменә ниндәйҙер йоғонтоһо булған хәлдәр хаҡында кеше хәбәрҙар булырға тейеш, тип уйлайым. Мәҫәлән, хәрби хеҙмәттә булған осор стажға индерелә. Шулай уҡ 80 йәштән оло туғандарын ҡараған йылдар ҙа стажға иҫәпләнә. Ләкин пенсия күләмен кәметеүгә илтеүсе осраҡтар ҙа бар. Был иһә кешенең енәйәт закондарын боҙоуына бәйле. Шулай уҡ буласаҡ пенсионерҙың эшләмәгән һәм шунлыҡтан пенсия взносы күсерелмәгән осор ҙа, сит илдә эшләп, Рәсәй Пенсия фондына аҡса күсерелмәгән йә булмаһа эшкә рәсми рәүештә урынлашмағанлыҡтан, эш хаҡын конвертта алып, пенсия взносы әҙ күренгән осраҡтар ҙа пенсияны кәметә. Эшкә рәсми рәүештә урынлашмағас, стаж да артмаясаҡ, взнос та тупланмай, шуға күрә ундай кешеләр ҡартлығын матди тәьмин итеүҙең башҡа төр варианттары хаҡында уйланырға тейештер.
Бала ҡарап ултырған йылдар стажға инәме?
- Тәүге 1,5 йылы инә. Әгәр ҙә рөхсәт ителгән өс йыл тулы килеш файҙаланылһа, уның икенсе яртыһы стажға иҫәпләнмәй. Һәм, ғөмүмән, бала ҡараған осорҙарҙың хеҙмәт стажына 6 йылдан да күберәге индерелмәй.
Йәғни, мәҫәлән, дүрт бала менән декретта ултырыуҙан эш стажына тап әлеге 6 йыл өҫтәлә икән, бишенсе баланы ҡараған йылдар стажға иҫәпләнмәй, тимәк?
- Бында шуныһы ла бар: стаж әсәгә генә түгел, атай кешегә лә яҙыла ала. Тик улар бер үк балаға һәм икеһе бер юлы декрет алырға тейеш түгелдәр.
Ә эшләп йөрөүсе пенсионерҙар менән хәлдәр нисек тора?
- Уларға социаль пенсия күләмендә (республикала, мәҫәлән, эшләп йөрөүсе пенсионерҙар өсөн минималь социаль пенсия 5 мең самаһы) төбәк өҫтәмә коэффициенты менән аҡса түләнә. Эшләүсе пенсионер взнос түләүен дауам итә. Уның стажы арта бара, ләкин пенсияһы индексацияланмай.
Тимәк, эшләүсе пенсионерҙарға түләү пенсионер өсөн минималь эш хаҡы күләменән дә кәмерәк килеп сыға?
- Улар бит эш хаҡы ала. Ғөмүмән, үҙеңдең буласаҡ пенсияң менән әүҙем ҡыҙыҡһыныу кәрәк, үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындарған һорауҙар биреүҙән тартынырға ярамай. Ғүмерҙең был осоро хаҡында алдан уйлау хәйерле. Бөтөн булған мәсьәләләр менән Рәсәй Пенсия фондына, кәрәк икән, юристарға кәңәш һорап мөрәжәғәт итергә мөмкин.
"БАШИНФОРМ".
"Киске Өфө" гәзите, №33, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА