* * *
Туй шау-шыуы баҫылды. Шунда ғына Камила һөйгәне Ғәзинур тураһында дөрөҫлөктө ишетте. Шаңҡытты уны был хәбәр. Ғәзинурҙың ҡаты ауырыған ҡатыны бер ай самаһы элек гүр эйәһе булып ҡалған. Быға тиклем ҡайта алмауы ла шул хәл менән бәйләнгән икән. Юҡ, йәрен тартып алғанға Камила бер ҡасан да Гүзәлгә үлем теләгәне булманы. Тыуым-үлем тәҡдирҙән. Ул, хатта ки, йән һөйгәнен һалдырып ала алған әҙәмде әрһеҙ генә түгел, үтә лә сәләмәт тип уйлай ине. Хәҙер килеп Ғәзинурҙың буйҙаҡ ҡалыуы ла уға яҡтылыҡ, бәхет килтермәне. Был турала ни өсөн бер кем дә бер нәмә лә әйтмәне? Ни өсөн йәшергәндәр? Ғәзинур бит фәҡәт уның өсөн генә ҡайтҡан булған! Камиланың әсәһе тыйған, күҙ йәштәре аша ялбарған, талап иткән... Эх, уҡталғайны ла баһа Ғәзинур әйтергә... Камила үҙе туҡтатты. Кәрәк саҡта ниңә уның күңеле һуҡыр ҡала икән? Һиҙенмәне бит, исмаһам, саҡ ҡына ла!.. Хәҙер уның йән һөйгәне япа-яңғыҙ. Янында йыуатыусыһы ла, йылы һүҙ әйтеүсеһе лә юҡ. Нимәгә өмөт тотоп йәшәй икән әлеге мәлдә? Ғәзинурҙы йәлләүҙән Камиланың йөрәге һыҙҙы. Ҡайғыға тарығанда яңғыҙ ҡалыуҙың нимә икәнен Камила яҡшы белә. Ғәзинурҙы тыңлап бөтмәйенсә, сығарып ебәргән икән, уның да ғәйебе ҙур, сөнки үҙ хәстәрен өҫтөн ҡуйҙы.
- Ни өсөн дөрөҫөн әйтмәнегеҙ! - тип ярһыны Камила.
- Бөтәһен дә мин тыйҙым, - тине әсәһе һәр һүҙенә баҫым яһап.
- Ни хаҡың бар ине Ғәзинурҙы тыйырға? Ул бит тик минең өсөн ҡайтҡан булған! Инде бер ниндәй ҙә кәртәләр ҡалмаған саҡта!..
- Хаҡым бар, балам. Бәхетле итер өсөн һуңғы көнгә ҡәҙәр һуҙмайҙар, һуңғы һаламға ла йәбешмәйҙәр, һин ышанған Ғәзинур мәктәп йылдарында тороп ҡалды. Ә бөгөнгөһө һине тик яңғыҙлыҡҡа ғына этәрә. Арағыҙҙа вуздан һуң да ете йыл ваҡыт ята. Уны һеҙ айырым үттегеҙ. Әле тап иткән кешең - һинең өлөшөң. Ҡайҙа төшкәнһең, шунда бат!
* * *
Тормош әкрен генә үҙ яйы менән дауам итте. Дөрөҫ, Камиланың иңенә хужалыҡ хәстәрлеге өҫтәлде. Исхаҡтың дәртләнеп донъя көтөүе ҡыуаныс. Шулай ҙа ғаиләлә иң бәхетлеһе Зөлфирәлер. Хәҙер уның һәр шатлығы - Камиланыҡы. Ғаиләһенән ҡәнәғәт ул: иң егәрле ир-егеттә кейәүҙә, бер-береһен ярты һүҙҙән үк аңлап торалар. Тормош көтөү өсөн шулар кәрәк. Тик күңелен юҡ-юҡта бер үк һорауҙар өйкәй башлай. Ғәзинур менән яҡшылап һөйләшә алмайынса айырылыштылар... Башҡалар ҡыҫылмаған булһа, бәлки... Бәлки... Шулай ти ҙә Камила уйға ҡала. Ә уйҙың осо ла, ҡырыйы ла юҡ. Нимә эшләй әлеге мәлдә Ғәзинур? Кем уның хәлен аңлай, йыуата? Ниндәй ут йота? Аҙ ғына көтмәне, тип уны ҡәһәрләмәйме? Һағынамы икән уны? Онотманымы? "Мин һине ғүмерем буйы көтәсәкмен", тигәйне Камила йән һөйгәненә. Юҡ, һүҙҙәр менән уйнағаны булманы, мәгәр ауыҙҙы үлсәп асырға кәрәк икән. Күҙ алдына башын аҫҡа эйгән килеш унан алыҫлаша барған Ғәзинур килеп баҫты. Үкендергән, йөрәкте һыҙлатҡан хушлашыу. Түҙмәне Камила, Яңы йыл алдынан байрам менән ҡотлап открытка ебәрҙе.
* * *
Камила мәктәптән һуң ғына сыҡты, шул саҡ ҡаршыһында Ғәзинур баҫып торғанын күреп, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы. Бер аҙ текләшеп торғандан һуң, беренсе булып Ғәзинур телгә килде.
- Камила, асыуланмайһыңмы?
Ҡатын күҙҙәрен селт-селт йомдо, ауыҙын бер асты, бер япты, ахырҙа йылмайҙы. "Юҡ" тигәнде белдереп, баш сайҡаны. Текләшкән килеш йәнә лә һүҙһеҙ ҡалдылар.
- Камила, әйҙә, йөрөп киләйек.
Бер аҙ бара биргәс, Ғәзинур ялт итеп ҡатындың ҡаршыһына баҫты.
- Камила, - тине ул өҙөп. - Әйҙә, ситкә сығып китәйек.
Камила был һүҙҙәрҙән тертләне.
- Ситкә? Хәҙер?..
- Бөгөн үк.
- Ғәзинур, минең өҫтә яуаплылыҡ. Башҡа кешеләрҙең яҙмышы! Ә бит күпме көттөм ошо һүҙеңде!.. Хәҙер ҡул һелтәп сығып китер замандар үтте.
- Мөхәббәт ҡалды.
- Мөхәббәтем... - Камила һағыш, үкенес тулы күҙен Ғәзинурға төбәне. - Минең мөхәббәтем хәҙер килеп бүтәндәргә ҡайғы, күҙ йәше булып төшөргә тейешме ни?
- Тағы ла үҙеңде ҡорбан итергә әҙерһең...
Был һүҙҙәр һиҫкәндерҙе Камиланы. Ул уйсан ҡарашын ҡайҙалыр алыҫҡа төбәне.
- Мин яуап бирермен һиңә... Тик әле түгел.
- Иртәгә лә киләм!..
Камила өйөнөң ишеген тартты. Ишек еңел генә асылды. Ҡара-ҡара, Исхаҡ йүнәтеп ҡуйған бит! Асыуы ауыр тип, бер генә әйткәйне. Бына шулай, донъя көтәбеҙ, тип, мәж киләләр инде... Үҙ йорто, үҙ донъяһы бар хәҙер Камиланың. Өйө йылы, яҡты. Уны һағынып көткән Исхаҡтың күҙҙәре бөтәһенән дә яҡтыраҡ. Осҡонланып йылылыҡ бөркөүсе күҙҙәр... Камила килеп ингәндә Исхаҡ өҫтәл артында ниҙер яҙып ултыра ине. Ире ҡапыл башын күтәрҙе, Исхаҡтың ҡарашы яҡшы таныш Камилаға, тимәк, кем менән осрашҡанын белә. Был ҡараш ҡатынды көйҙөрөп алғандай итте. Камила, тыныс күренергә тырышып, ашыҡмай ғына әйтте:
- Ул килде. Беҙ һөйләшеп йөрөнөк.
- Аңлайым. Тик ни өсөн ул минең ҡатын менән ситтә осраша?
Камиланың йөрәге урынынан ҡупты:
- Теге ваҡытта ла килгәйне бит. Һин ҡаршы булманың.
- Ул саҡта әле һин минең ҡатыным түгел инең. Яҡшы кеше минең өйөмә килһен. Ҡунаҡ булыр.
- Ләкин беҙҙең арала бер нәмә лә булманы!
Исхаҡ яуап ҡайтарманы, ә бына күҙҙәре эстә ниндәй ут ҡайнағанын асыҡ һөйләй ине. Ул эйелде лә ашығып нимәлер яҙырға кереште.
- Исхаҡ, - тине Камила шул саҡ. - Әгәр ҙә китергә теләйем икән, мине берәү ҙә тота алмай.
Ни өсөн өндәшмәй һуң ул?
- Мин китәм, - тине Камила.
- Кит, - тине шул саҡ Исхаҡ башын ҡалҡытып, үҙе ҡалтыраған тауышын баҫырға тырышты. - Һөйөүҙе көслөк менән яулап булмай икән, йәлләгән өсөн генә тормошҡа сыҡмайҙар, Камила. "Йәлләгәндәрҙе" нығыраҡ ғазапҡа дусар итеүең ихтимал.
Камила торҙо ла әйберҙәрен барлай башланы. Шул саҡ икенсе бүлмәнән Зөлфирә йүгереп килеп сыҡты.
- Әсәй, һин китәһеңме ни?
- Юҡ, китмәйем, - ул баланы һөйҙө лә йәнә әйберҙәренә тотондо.
- Әсәй, һин дә үләһеңме инде?
Ҡыҙыҡай килеп Камиланың муйынына аҫылынды. Йөрәге өҙөлгәндәй булды. Зөлфирәне күтәреп үк алды.
- Китмәйем мин бер ҡайҙа ла, ҡыҙым, - унан Исхаҡҡа табан боролдо. - Китә алмайым!
Зөлфирә үҙенең битен Камиланыҡына терәне:
- Мин һине ныҡ итеп ҡосаҡлайым!
Камила йәшле күҙен ҡыҙға төбәп шыбырланы.
- Мин дә һине ныҡ-ныҡ итеп ҡосаҡлайым...
Исхаҡ ҡулындағы ручкаһын атып бәрҙе, һүнгән күҙҙәре ҡапыл тоҡанды.
- Мин һеҙҙең икегеҙҙе лә үлтергәнсе ҡыҫып ҡосаҡлайым!..
Ул ҡатынын да, ҡыҙын да бергә күтәреп алды.
- Ай-ай!.. Ҡосағың ҡалай киң!..
- Мин хәҙер бөтә Ер шарын ҡосағыма һыйҙырам!
Ҡара-ҡара, ҡалай яҡын, ҡәҙерле икән дә баһа был тауыш! Әйтерһең, Камиланың күңеленән ауыр бер таш төшөп китте...
Ғәзинур менән хушлашырға Камила Исхаҡ менән барҙы. Дөрөҫ, ире улар һөйләшкәнде ишетмәне, ситтә торҙо. Ҡамасауларға теләмәне.
- Ғаилә ҡормаҫ борон мин үҙем дә аңлап бөтмәгәнмен. Төҙөгәнде емереү еңел түгел икән. Хәҙер минең үҙемдең дә мөйөшөм бар. Маҡсатым бар. Балаларым хаҡына... Эйе, Ғәзинур, Исхаҡтан минең балам буласаҡ. Бына бит, өмөтһөҙлөктө, икеләнеү һәм бушлыҡты еңеп, үҙ донъямды ҡора алдым, һин дә өр-яңы тормош башларһың, сөнки бөтә ғүмерең алда. Нимә ул ир-егет өсөн утыҙ йыл ғүмер? Фәндә яһаған уңыштарың да юҡ түгел, ул йәһәттән һин иҫ киткес ынтылышлы кеше. Ҡасандыр һине осратҡаным өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен. Йылдарымды ғына түгел, көндәремде лә байытҡаның өсөн... Юҡ, Ғәзинур, өндәшмә!.. Был һүҙҙәрҙе мин ҡасан да булһа әйтергә тейеш инем. Ғәзинур, ҡал минең мәңгелек яҙым - йәшлек мөхәббәтем булып, һәм бәхетле бул!
(Дауамы. Башы 27-32-сы һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №33, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА