Балиғ булмағандар исемендә булған фатирҙы һатып алыуҙың бер нисә үҙенсәлеге бар. Был осраҡта һатыу-һатып алыу килешеүенә ҡул ҡуйыу оҙағыраҡ ваҡыт талап итеүен иҫтә тотоғоҙ.
РФ Граждандар кодексына ярашлы, балиғ булмағандар рәтенә 14 йәшкә тиклем һәм 14 йәштән алып 18-гә тиклемгеләр ҡарай. Тәүгеләре исеменән килешеү төҙөү уның ата-әсәһе йәки башҡа законлы вәкиле тарафынан башҡарыла. Икенсе төркөмгә ингәндәр иһә гражданлыҡ-хоҡуҡи килешеүҙәр төҙөү барышында күберәк хоҡуҡҡа эйә, йәғни үҙаллы килешеү төҙөргә, документтарға ҡул ҡуйырға һәм башҡа процестарҙа ҡатнаша ала. Ләкин быларҙың барыһы ла тик ата-әсәһенең йәки башҡа законлы вәкилдәренең яҙма рөхсәте менән генә башҡарыла.
Фатир бала милке булып иҫәпләнгән осраҡта, һатып алыусы өсөн ниндәйҙер кимәлдә хәүефле булһа, һатыусы иңенә иһә өҫтәмә йөкләмәләр һалына. Шуға күрә бындай килешеү төҙөр алдынан бөтә тейешле документтарҙы ентекле тикшереү мотлаҡ.
Һатып алыусы, алынасаҡ фатирға балиғ булмағандарҙың ниндәй ҙә булһа мөнәсәбәте бармы-юҡмы икәнлеген асыҡлау өсөн Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт теркәүенән күптән түгел генә алынған выпискаһын, объектты алыу хоҡуғын күрһәткән документтарҙы (һатыу-һатып алыу, бүләк итеү килешеүҙәре, һ.б.) тикшерергә тейеш. Выписканы Күп функциялы үҙәктә йәки Росреестрҙа заказ биреп алырға мөмкин. Балиғ булмағандар ҡатнашлығындағы килешеүҙе теркәр өсөн ғариза һәм башҡа мотлаҡ ҡағыҙҙар менән бер рәттән, түбәндәге документтар кәрәк буласаҡ:
- баланың законлы вәкилдәренең вәкәлләттәрен иҫбатлаусы документ;
- 14 йәштән 18-гә тиклемге балиғ булмағандың милкен, законлы вәкилдәренең ризалығынан тыш, үҙаллы һата алыуы тураһындағы документ (балиғ булмағандың тулыһынса хоҡуҡҡа һәләтлелеген (дееспособный) раҫлаусы суд йәки опека һәм попечителлек буйынса идаралыҡ ҡарары (эмансипированный);
- балиғ булмаған менән никахҡа инеү танытмаһы;
- законлы вәкилдәренең килешеү төҙөүгә яҙма ризалығы;
- 14 йәше тулмағандар өсөн опека һәм попечителлек идаралығының балиғ булмаусының законлы вәкилдәренә милекте һатыуға рөхсәте;
- ошо уҡ идаралыҡтың 14 йәштән 18-гә тиклемге балаға законлы вәкилдәренең уға (балаға) милек менән үҙенә идара итергә рөхсәт итеүе.
Шулай уҡ фатирҙы һатып алғанда Әсәлек капиталы ҡулланылғанлығын дә белешергә кәрәк, сөнки был осраҡта фатирҙа мотлаҡ ғаиләнең һәр ағзаһына өлөш бүленергә тейеш. Ҡайһы саҡта фатир хужалары ошо хаҡта онотоп (йәки маҡсатлы рәүештә), өлөш бүлмәйенсә фатирҙы һатыуға ҡуя. Бындай килешеү суд ҡарарына ярашлы ғәмәлдән сығарыла. Фатир һатыусынан мотлаҡ рәүештә Әсәлек капиталының ҡулланылмауын дәлилләүсе документтарҙы - уның ипотекаһы булған банктан йәки Пенсия фондынан белешмә - талап итергә кәрәк.
Милек хужаһы фатирҙа балиғ булмаған баланың өлөшө булған осраҡта бер килешеүҙе лә опека һәм попечителлек идаралығы менән нотариус ҡатнашыуынан тыш эшләй алмай. Фатирҙы һатырға ҡуйыр алдынан баланың вәкилдәре идаралыҡҡа мөрәжәғәт итеп, килешеү төҙөүгә рөхсәт алырға бурыслы. Әлеге документта ике ай эсендә балаға икенсе күсемһеҙ милектә өлөш бүленәсәге тураһында теркәлә. Балиғ булмаған баланың икенсе милектә хужа итеп теркәлеүе йәки уға өлөш бүленеүе тураһындағы выписка идаралыҡҡа килтерелә. Выпискала мотлаҡ яңы фатирҙың адресы күрһәтелергә тейеш. Әгәр ҙә ике ай эсендә ошо эш атҡарылмаһа, идаралыҡ булып үткән килешеүҙе тарҡатыу тураһында процесс башлай.
Яңы фатир алған саҡта һатыусының ситтә балалары йәки башҡа вариҫтары булыу мөмкинлеген күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Әйтергә кәрәк, һатыусы хатта үҙе лә был хаҡта белмәҫкә мөмкин. Шуға күрә фатир һатып алыусының мәнфәғәтен һаҡлау маҡсатында уның менән һатыусы араһында, әгәр ҙә киләсәктә ошондай кешеләр барлыҡҡа килһә, һатыусы улар менән бөтә финанс мәсьәләләрен үҙе хәл итәсәген күҙаллаған документ төҙөлә.
"Киске Өфө" гәзите, №34, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|