«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН ТЫНЛЫҠТЫ ТЫҢЛАЙЫМ… (8-се бүлек. Аҙағы)
+  - 


Камила боролдо ла ире яғына атланы. Улар күҙҙән юғалғансы, Ғәзинур урынынан ҡуҙғалманы.
Байтаҡ ваҡыт шым ғына барҙылар. Исхаҡ ҡапыл тамаҡ ҡырып ҡуйҙы. Камила һағайҙы, ире нимә тураһындалыр һүҙ башларға итә.
- Мин уны, нисек тип әйтергә... "Уңыш үҙеңдең ҡулыңда, үҙеңә ышан!" - тигәне өсөн барыбер хөрмәт итәм...
Камила шып туҡтаны. Ул ниндәй һөйләшеү? Һис булыуы мөмкин түгел.
- Нимә тинең, ҡабатла әле! Ҡасан булды бындай һөйләшеү? Улай шаяртмайҙар!..
- Шаяртмайым, Камила. Ул элекке, бала саҡтағы...
- Ғәзинурҙың Үрнәккә килгәне булдымы ни? Барыбер был хаҡта белгән булыр инем.
- Уның Үрнәккә килгәне юҡ. Килмәҫ тә тип уйлайым...
- Һорауға яуап бир, йәнекәй...
Исхаҡ ҡатынына тултырып ҡарап торҙо. Берсә йылмайырға итте, берсә уйсан төҫ алды.
- Алтынсыла уҡығанда Юлбирҙе ауылына спорт ярышына барғайныҡ...
- Хәтерләйем-хәтерләйем, бер мәртәбә беҙҙең ауылда ла уҙғарылғайны шул, - Камила йылмайҙы. - Ә мин унынсыла уҡый инем. Өлкән синыф. Бына бит ҡалай була...
Исхаҡ кәләшенә йәнә мут ҡына ҡарап алды.
- Өлкән синыф тип, әллә кем булып йөрөмәһәгеҙ, мин, бәлки, ул саҡта һинән әрләнмәгән дә булыр инем.
- Туҡта-туҡта, һис аңламайым, нимә тураһында һөйләйһең һин?
- Беҙ, Үрнәк балалары, мәктәп эргәһендәге шишмә буйына төшкәйнек, бер өлкән синыф апайы килде лә, тәбиғәтте бысратаһығыҙ, тип шелтәләне. Мин уның үҙен Үрнәккә ҡунаҡҡа саҡырҙым...
- Ул малай һин инеңме? - Ни көлөргә, ни аптырарға белмәгән кәләше күҙҙәрен селт-селт йомдо. - Бына һиңә мә...
- Һуңынан йүгереү буйынса тиҫтерҙәрем араһында беренселекте алғас, Ғәзинур ағай... Ғәзинур менән килеп ҡотлап киттегеҙ...
- Ул ғына түгел, Илфат, Айгөл бар ине... Тағы ла кемдәрҙер инде, хәтерҙән сыҡҡан.
- Теге ҡупшы егет, - Исхаҡ ҡатынына күҙ ҡырыйы менән генә ҡарап алды, нишләптер был юлы Ғәзинурҙың исемен әйтмәне. - Ҡулымды ҡыҫты һәм мәңге минең хәтерҙә ҡалыр теләген әйтте. Янындағы сибәркәйҙең дә ҡулымды ҡыҫыуын теләгәйнем, тик, ни өсөндөр, быны эшләмәне. Уның ҡарауы, матур итеп йылмайҙы... Беҙҙең ауылға эшкә ебәрелгән мәктәп директорын тәү күргәс үк, шул ҡыҙҙы таныным. Донъяла мөғжизә юҡ, тиҙәр...
- Һуң, нишләп... Нишләп был турала бер ҡасан да һөйләгәнең булманы һуң, Исхаҡ?.. Нишләп үҙеңде башта уҡ шулай тип танытманың? - Камила күҙҙәрен ҙур асып хәләленә төбәлде. - Һин инең шул! Ап-асыҡ бөтәһе лә күҙ алдына килеп баҫты. Таныным... Ул ҡысҡырып көлөргә кереште.
- Танырыңды, ошо һүҙҙе ҡасан да булһа әйтереңде көттөм. Мин бөгөн иң бәхетле ир!
Ҡатыны көлөүҙән туҡтаны, Исхаҡтың битенән һыпырҙы.
- Күптән танырға тейеш инем бит инде...
- Асылып китеп, әле шул турала нисек һөйләп ташлағанымды үҙем дә һиҙмәй ҡалдым, - тип уға ире шуҡ ҡына ҡарап алды.
- Исхаҡ, - тине шул саҡ Камила. - Минең һиңә хыянат иткәнем булманы. Алдағаным булманы.
- Мин быны беләм, Камила, - ире уны ҡосаҡлап алды. - Камила, Камилам, Камилаҡайым...

* * *

Исхаҡ менән Камила ял көндәрендә саңғыла йөрөйҙәр. Дөрөҫөрәге, Камиланы саф һауаға ире алып сыға. Хәҙер ҡатынына күберәк хәрәкәтләнергә кәрәк. Бөгөн дә улар, ғәҙәттәренсә, урманға сығып киттеләр. Ҡайтыу яғына боролған саҡта ғына ҡапыл Камила бөгөлөп төштө. Исхаҡ йәһәт кенә уның ҡаршыһына сыҡты.
- Нимә булды?
- Эсем... Эсем ауырта, - кәләше бер-ике аҙым яһаны ла йәнә сүкәйҙе. - Был ни булды миңә? Әҙерәк ултырып торайыммы әллә?
- Юҡ-юҡ, аҫылын яурыныма, - Исхаҡ ҡатынын ҡосаҡлап бер аҙ бара бирҙе, ләкин яйһыҙ ине. Ахыр, саңғыларын систе лә Камиланы күтәреп алды. Көрткә бата-сума барыуын белде. Ҡатыны ауыртыныуҙан тешен ҡыҫып ыңғырашты.
- Түҙ, аҙ ғына сабыр ит...
Ауыртыу тағы ҡабатланды, Камила түҙмәйенсә ҡысҡырып ебәрҙе.
- Эй, Хоҙайым!..
Исхаҡ күҙен шар асып уға төбәлде:
- Һин үлмә... Һин үлмә...
- Исхаҡ, нимә һөйләйһең тағы?
Ире ул әйткәнде ишетмәне, буғай, һаман бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатланы:
- Мин һиңә үҙ ғүмеремде бирәм... Йәнемде бирәм... Ишетәһеңме, мин үҙ йәнемде бирәм.
Лысма тир булған Исхаҡ ҡатынын оло юлға алып сыҡты. Бәхеттәренә күрә, ҡаршыла машина күренде. Хәле бөткән ир ҡарға сүгәләне. Шофер машинаға менергә ярҙамлашты. Исхаҡ йәнә ҡатынына эйелде.
- Йәнем фиҙа, бәғерем! Ишетәһеңме?
Иренең күҙҙәре ҡыҙарғайны.
- Исхаҡ, һин әллә?.. Ни өсөн?
- Камила, мин ҡасандыр бер ғәзиз кешемде юғалттым... Былай тип әйткәнде ишетеү ауыр түгелме?
Камила "юҡ" тигәнде белдереп, баш сайҡаны.
- Ул бала тапҡанда... баланы тыуҙыра алмайынса икеһе лә...
- Ҡәҙерлем, беҙҙең балаға әле йән дә инмәгән!.. Исхаҡ, ышан миңә, беҙгә бер нәмә лә булмаясаҡ. Ҡурҡыттым бит һине, - Камила, ауыртыныуҙы ла онотоп, иренә йылмайҙы. - Ҡай саҡ һин үҙең дә бала һымаҡһың, әллә шуға һине оҡшаттыммы икән? Һуҡыр эсәккә операция яһанылар. Бөтәһе лә һәйбәт үтте. Бына Камила эргәһендә бер-береһенә ҡарап йылмайышҡан ҡәҙерлеләре ултыра. Шатлыҡ тулы күҙҙәрен унан ала алмайҙар. Ҡайһылай рәхәт икән яныңда үҙ йәнен бирергә әҙер кешең булғанда! Был һүҙҙәрҙе ғүмер буйы көткән кешеһе әйтмәне... Я, Рабби, үҙеңдең ысынлап та бәхетле икәнеңде аңлар өсөн әллә нимәләр кисерергә кәрәкмәй ҙә баһа! Ҡаршылағы мөлдөрәмә тулы күҙҙәр уның асыҡ сағылышы! Ошо һүҙҙәрҙе, ошо күҙҙәрҙе Камила шулай оҙаҡ эҙләнеме? Был турала Исхаҡҡа әйтергә теләне. Кәрәкле һүҙ табылманы. Бары күҙҙәрен генә селт-селт йомдо. Ә ул аңланы.

* * *

Буран көсәйгәндән-көсәйҙе. Йөрәген усына тоторҙай булған Камила бер бүлмәнән икенсеһенә өҙлөкһөҙ йөрөнө. Район үҙәгенән шылтыратҡан сағында Исхаҡ: "Аҙыраҡ һепертеп торған һымаҡ, һуңғараҡ юлға сығырға тура килер", - тигәйне лә һуң, Камила үҙе бит: "Бында тып-тыныс, өлгөрөрһөң, етмәһә, малды ҡарарға кәрәк", - тине. Шунан һуң ун-ун биш минут үттеме-юҡмы, тышта буран күтәрелде лә китте. Эй, ниндәй мал ҡайғыһы булһын ошондай саҡта, баш ҡайғыһы ла баһа! Ҡайтанан шылтыратып ҡарағайны ла бит, юлға сығып китте, тинеләр. Инде күптән өйҙә булырға тейеш ине лә һуң...
Ике, өс, дүрт... ете сәғәт үтте. Әкренләп төн етте. Камиланың мейеһен тик бер уй өҙлөкһөҙ сүкене: "Ул ҡайтманы, аҙашты..." Бер нисә мәртәбә тышҡа ла сығып әйләнде, хатта ихата эсендә аҙым яһарлыҡ түгел. Нишләп был ҡәҙәре яман итеп олой бураны?! Ҡараңғылыҡ эстәге хәүефте көсәйтә генә төштө: "Именгә түгел был, Исхаҡ аҙашһа, уны ҡасан табасаҡтар? Уға тиклем туңып үләсәк бит!" Яуап урынына тышта буран үкерҙе. Әгәр ҙә ул ике бала менән яңғыҙ тороп ҡалһа, әле икенсеһе тыумаған килеш?.. Бәхетле буласаҡ, имеш... Бына ул тормош ҡайһылай! Камиланың маңлайынан һалҡын тир бәреп сыҡты, ул ҡалтырана башланы. "Ул үлде, ул үлде..." Нишләп ошо һүҙ тел осонан китмәй ҙә ҡуя? Камила торҙо ла йәһәтләп кейенә башланы. Былай ярамай, эҙләргә сығырға!
Ҡапыл ишек асылып китте. Унда танымаҫлыҡ булып ап-аҡ ҡарға батҡан ире баҫып тора ине. Камила шатлығынан ҡысҡырып ебәрҙе лә ғәзиз кешеһенә табан ташланды. Көс-хәл менән аяғында баҫып торған ире йылмайҙы:
- Ҡара-ҡара, әллә иларға итә инде? Мин бит бағаналарҙы һанап ҡайттым, ял итә-итә...
- Ниңә мине тыңланың, ниңә генә кире боролманың? Минең арҡала бит, Алла һаҡлаһын... Ул ниндәй ҡөҙрәт менән ҡайтып етә алдың?
- Ул ҡөҙрәтте һин беләһең, Камила. Әлеге мәлдә мине еңерҙәй, туҡтатып, йығып һалырҙай көс юҡ, - Исхаҡ ҙур усын ҡатынының ҡорһағына ҡуйҙы. - Бына ул серҙең асылы!
- Исхаҡ, ә беҙҙең сабыйға йән ингән. Бөгөн көнө буйы туланы, тибеште. Атаһын юғалтыуҙан ҡурҡты ул...
- Миңә оҡшап алабарман, үҙ һүҙле булмаҡсы бит.
- Һинең кеүек тәүәккәл дә, ҡыйыу ҙа!
Камилаға нимәлер тип яуап бирергә тырышһа ла, Исхаҡтың хәленән килмәне. Ул диванға ултырған килеш йоҡлай ине инде. Камила йәре янына барып теҙләнде.

* * *

Тышта шундай тыныс. Иҫ киткес һиллек. Әйтерһең, ҡотороҡ дауылдан арыған бөтә ғәм ял итә. Камила ҡоймаға һөйәлгән дә, был һиллеккә ышанырға теләмәгәндәй, ҡатып ҡалған. Исхаҡ ҡатынына табан атланы.
- Камила, һин нимәнелер бик бирелеп тыңлайһың.
- Тынлыҡ...
- Ул һиңә нимә ти?
- Мин тынлыҡты тыңланым, Ул миңә аҡыл бирҙе...
- Мин тынлыҡты тыңланым, Ул миңә серен систе...
- Ниндәй серҙе?
- Камила һине ярата, тине.
Камила, тәү күргәндәй, иренә күтәрелеп ҡараны. Тынлыҡта серле бышылдау ишетелде:
- Яраттырҙың шул. Яратам шул!..

(Аҙағы. Башы 27-33-сө һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №34, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.08.22 | Ҡаралған: 694

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru