Миңә үткән көҙ биш йәш тулды. Ҙурайып барам инде. Өр-яңы йылдың иң беренсе көнөндә йылы кейенеп тышҡа сыҡтым. Урам ғәҙәти булмағанса шау-гөр килә ине. Көтмәгәндә кемдер һөрән һалды:
- Һебә килә! Һебә-ә! Китегеҙ юлдан!
Юлға яҡын торғандар барыһы бер булып ситкә һибелде. Мин шунда ғына үрге остан беҙгә ҡарай йән аямай сабышып килгән ылауҙарҙы шәйләнем. Ахыр сиккә етеп ярһыған арғымаҡтарҙың тояҡтары ергә теймәй кеүек, арттарынан өйөрмә күтәрелә, өлпәрәм ҡар саң-томан ише борхоп ҡала. Шаңҡытҡыс тамашанан мине ҡурҡыу солғап алды: берәйһе сананан яңылыш йығылып ҡалмағайы. Туй үткәрәм тип имгәнеп-фәлән ҡуйыуы бар. Әммә бер кем дә йығылманы ла, имгәнмәне лә. Тәртә менән дуғаларында сәскәле тауарҙар елберләгән ылауҙар шарран асыҡ ҡапҡалы ихатаға инеп юғалғас ҡына иркен тын алдым. Башымдан: "Их, шулар ише арғымаҡтарҙа бер сабып уҙаһы ине!" - тигән уй үтте. Әлеге уй теләк кеүек ҡабул ителде, ахыры...
Өләсәйемдең ишек алдында уйнап йөрөгәнемдә сана табандарын күңелле йырлата-йырлата ҡапҡабыҙ алдына егеүле ат килеп туҡтаны. Мин таҡта ярығынан йәһәт кенә урамға ҡарай һалдым. Берәй нәмә үтеп барһамы, йәиһә тауыш ишетелеп ҡалһамы, гелән шулай итәм. Ярай әле олатайымдан ҡалған иҫке ҡапҡабыҙҙың ярыҡтары күп.
Ығып бөткән терәкле, ябай эш санаһына күпертеп һалынған мул ғына бесән өҫтөндә икәү күренә. Аттың башы ҡапҡаға килеп терәлгәс:
- Тр-р, Ҡара ҡашҡа! - тине лә уларҙың береһе, еңел генә ҡуҙғалып, ергә төштө, толобон сисеп санаға ырғытты. Ҡыҙыҡ, инде туҡталған атҡа ни өсөн "тр-р" тиҙер? Ә-ә, төшөндөм, үҙҙәренең килгәнен белдерер өсөн шулай итә ул. Үҙем дә бит берәйһенә йомошҡа барһам, ихатаға инмәҫ элек йә ҡысҡырып ебәргән булам, йә ниндәйҙер көй һыҙғырам. Шунда уҡ тәҙрәнән хужаның башы күренә. Эте бар икән - ҡаршы сыға, булмаһа - көтөп кенә ултыра. Алдан йәүкә һалып килеүең - яҡшыға ғына. Тауыш-тынһыҙ барып инеп, кешене уңайһыҙ хәлгә ҡалдырыуың бар, юғиһә.
Еңелсә кейемдә ҡалған йәш ағай, йәһәтләп, ҡапҡаны асып ебәреүгә ылау, шағыр-шоғор һыҙланып, ихатаға үтте. Сананан ниҙер һөйләнә-һөйләнә, көр тауышлы ир төштө. Быныһы ауыр тунын сисеп тә тормаҫтан, туйтанлап, миңә ҡаршы атланы.
- Һаумы, улым! Шәп йөрөшмө, фулиган? - тип ҡоласын йәйеп ебәрҙе. Иҫемде йыйып өлгөргәнсе, ике ҡуллап күтәреп үк алды. Бәй, Ишҡол ауылында йәшәгән Ғәле апам икән дә! Танымай ҙа торамсы.
Фулиган, тип ул мине насарлап әйтмәй. Бының үҙ сәбәбе бар. Ул сәбәп былайыраҡ: йәй көндәре апам - Зәбирә инәйемдең ире - беҙгә мотоциклда килә. Ул көндө лә бытырҙап килеп туҡтаны ла, тимер атын тәҙрә алдына һөйәп, өйгә үтте. Мин, әлеге шул тик тормағанлыҡ инде, йомшаҡ ултырғысты самалап ҡарайым, тип матайҙы өҫтөмә ҡолаттым. Ҡыҫылған көйө күпме ятҡанмындыр, күҙ алдарым ҡараңғылана башлағанда төн эсенән Ғәле апамдың һиҫкәндергес тауышынан һушыма килдем:
- Ну, фулиган малай! Кем ҡушты һиңә мотоциклға тейергә, ә? - Яңынан көн тыуып, ҡояш нурҙарына күҙҙәрем сағылып китте. Әлеге хәлдән һуң өс көн аяҡтарыма баҫа алмайынса быуынһыҙ яттым. Ошо арала карауат эргәһенән китешмәгән өләсәйем "Ҡыуығына зарар килмәһә ярар ине", тип хафаланһа, "Нимә бар ине, йә, шул бысраҡ матай эргәһендә?" тип әсәйем орошто. Ярай әле атайым - ир кеше - ҡаты һуғылманы. Ул ғына аңланы мине. Аңланы һәм хәлемә керҙе:
- Шулай абына-һөрөнә, бәрелә-һуғыла, яңылыша-хаталана өйрәнәһең инде, улым, йәшәргә, - тип башымдан һыйпауы булды күҙ йәштәремде көскә тотоп торған быуа йырылды ла китте. Бер талай илағандан һуң нисектер еңел булып ҡалды. Кәрәк сағында күҙ йәштәренә ирек биреү, уларҙы көсләп тыйып тотмауҙың да шифаһы бар икән. Башымдан үткәс үҙем беләм. Өлкәндәр ҙә белмәй түгелдер. Ни өсөн тигәндә, мин илаған саҡта тыйыусы ла, әүрәткән дә кеше булманы.
Ана шул көндән мин "әфисәр" Ғәле апам өсөн "фулиган малай".
- Йә, "фулиган" улым, хәлдәр нисек? Кем бар өйҙә? Ништәп күренмәйҙәр? Өләсәң ҡайҙа? - Апам һорауҙарының береһенә лә яуап ҡайтарырға ирек бирмәйенсә, күңелле шаулап, болдор яғына ыңғайланы. Шөйлә тәрәнәйгән ҡарҙа янбашынан зәғиф уң аяғын ул һөйрәберәк, һылтыҡлап, ауырлыҡ менән атлай. Һуғышта әфисәр булған - капитан. Ауыр яра һөҙөмтәһендә бер аяғы икенсеһенән ҡыҫҡараҡ та булып ҡалған, етмәһә.
- Бөтәһе лә өйҙә, - тинем мин албырғап, - юҡ, өләсәйем өйҙә бер үҙе. Һеҙҙең килгәнде белмәй ултыралыр.
- Белә ул, белә. - Апам быны ышаныслы әйтте. - Мәхмүт, атты туғарып, түбәлек аҫтына бәйҙә. Ҡара уны, мин әйтмәйенсә һуғарма, - тип бойорҙо ла ишеккә инеп юғалды. Мин теге егеттең исеме Мәхмүт икәнлеген белә алдым, уның янына килдем. Ул тәртәләрҙе күтәреп бәйләп маташа ине. Аяҡ аҫтында ҡамасаулап ятмаһындар өсөндөр инде.
- Мәхмүт ағай, ә һин беҙгә кем булаң? - Уның һоро күҙҙәренә текәлдем. Мәхмүт күҙен ҡыҫып йылмайғандай итте:
- Көймәһәң, үҙеңә еҙнәй булмаҡсымын.
Минең "еҙнәй" тигән һүҙҙе ошоғаса ишеткәнем юҡ, уның нисегерәк туған икәнлеген дә әйтә алмайым. Ә йылмайып торған Мәхмүт быны шунда уҡ һиҙеп алды (зирәк икән):
- Фәриҙә апайыңды кәләш итеп алырға килгәйнем, - тип тураһын әйтте. - Өйҙәме апайың?
- Юҡ, ҡасан ҡайтырын да белмәйем... Алыҫта ул.
- Һин белмәһәң, мин беләм, ҡәйнеш, кискә ҡайта ул. - Мәхмүт йәнә серле итеп көлөмһөрәне. Был юлы хатта күҙҙәренән нур сәселеп китте. Бына һиңә: ошоғаса белмәгән-күрмәгән берәү оҡшай ҙа башланы түгелме?
Эңер ҡуйырғанда ҡыш башынан ҡайтып күренмәгән Фәриҙә апайым, ысынлап та, килеп инде. Ҡайҙан белде икән был? Мин һоҡланып Мәхмүткә ҡарап алдым. Ул да миңә күҙ һирпеп ҡуйҙы. Шуның менән беҙ бер-беребеҙҙе аңлап та алабыҙ. Рәхәт икән еҙнәйле булыуы. Шәп икән еҙнәй тигәндәре. Ә ул миңә, ҡәйнешенә, нисегерәк ҡарай икән? Әллә апайымды ҡулға төшөргәнсе генә шулай йылмандарғамы иҫәбе? Юҡтыр, һис ундайға оҡшамаған Мәхмүт - минең буласаҡ еҙнәйем.
Йылҡылдағансы йышылған еҙ самауыр артында эсен "йылыта" һалып алған Ғәле апамдың теле асыла төштө. Хәҙер уның күк күкрәгәндәй тауышынан бәләкәй өйөбөҙ һелкенеп тора.
- Шулай, ҡәйнәм, - ти ул урындыҡ ситендә сәй яһап ултырған өләсәйемә, - бына бажа әпкилдем. Үҙемә оҡшағанын һайлап. Көйһәң - көй, көлә икәнең - миңә ҡарап көл. Үҙем димдәнем, үҙем яусылайым. Ҡалғаны, ҡәйнәм, һеҙҙән тора, биғәйбә.
- Ярай инде, кейәү, хәйерлегә булһын, - тип ҡуя өләсәйем, яулыҡ мөйөшө менән ауыҙын баҫа биреп, бер аҙ фекер туплағандай ултырғас. - Ҡыҙ кешенең ни, уаҡытында эйәле-башлы булып ҡалғаны һәйбәт инде уның.
Миңә ҡалһа, был һүҙҙәр апайым менән еҙнәмә фатиха булып яңғырай. Хәйер, бер миңә генә түгел икән, ана, ишек төбөнә инеп баҫҡан Мәхмүттең йөҙө уғата балҡый башланы, ә апам шашынып уҡ китте:
- Һай, хаҡты һөйләйһең! Тураһын әйттең! - тип уның эсенә һыймаған шатлығы тышҡа бәреп сыҡты. Әллә ихлас күңелдән, әллә ярамһаҡланып, ҡәйнәһенең арҡаһынан һөйөп ала. - Алтын бит ул минең ҡәйнәм!
- Ниндәйерәк заттан һуң ул... егет? - Өләсәйем ҡыҙыҡһына ҡуя.
- Алтын-көмөштән тип әйтә алмайым затын, шулай ҙа, хур булмаҫ балдыҙ Мәхмүткә барһа. Шәп егет ул.
Мәхмүт инде был һөйләшеүҙе ишетмәй. Ул тышта эш бөтмәгән һылтауы менән сыға һалып китте. Тәрбиәле лә икән. Бер аҙҙан уны ла мул ғына табынлы сәйгә саҡырҙылар.
Ҡараңғы төшөп, инде күҙ бәйләнә башлағанда, Ғәле апам төпкө өйгә инеп боҫҡан Фәриҙә апайым менән Мәхмүтте, ай-вайҙарына ҡарамай, этә-төртә тигәндәй, сығарып ебәрҙе.
- Һәйбәттәп һөйҙәшһендәр, - тине, тегеләр артынан ишек ябылғас, - һөйҙәшеп-килешеп йәшәүгә ни етә! Дөрөҫ әйттемме, ҡәйнәм?
- Раҫ әйтәһең, кейәү, шыпа томана килеш йәрәшкәнсе, былай аҙ-маҙ булһа ла берен-бере белерҙәр, - Өләсәйем кейәүен ҡәнәғәт йөпләп ҡуйҙы.
Тыштағылар минең өсөн дә ҡыҙыҡһыныу уята: нимә тип һөйләшәләр икән? Шуны һәләк белгем килә. Тик улар янына сығырға һылтауы кәрәк. Түрбашта ҡашығаяҡ шалтыратып, аш-һыу менән булашҡан өләсәйем тирәһендә бутала башланым. Юрый ғына. Үҙе әйтмәксе - оронсоҡ яһайым. Хәйләмде һиҙмәй буламы инде өләсәйем, әлбиттә, һиҙҙе. Эйелә биреп ҡолағыма ғына:
- Бар, ана, апайыңдар ни серләшә икән, ипләп кенә тыңдап тор, - тип шыбырланы. Нәҡ ошоно көткән мин, көпөмдө кейеп тә тормаҫтан, арҡама ғына ябып, тышҡа, тегеләр янына атылдым. Байтаҡ тороп, күҙ ҡараңғыға күнеккәс кенә шәйләнем: апайым лапаҫҡа күтәрелә торған баҫҡыс баҫмаһына менеп ҡунаҡлаған, Мәхмүт уның йәнәшәһенә, ҡоймаға һөйәлгән. Өйҙә саҡта әллә кем булып батырайһам да, әле килеп баҙап ҡалдым, яҡын барырға тартынып, ситтән генә тауыштарға ҡолаҡ һалып тора башланым. Ситтәрҙең серләшкәнен йәшерен тыңлап тороуы ярамаған эш икәнлеген беләм, әммә былар ситме? Миңә теге икәүҙең айырым һүҙҙәре, апайымдың сырҡ-сырҡ көлгәне генә ишетелеп ҡала, һөйләшеүҙәренең мәғәнәһенә төшөнөрлөк түгел, тимәк, яҙығы ла юҡ. Үҙемде үҙем шулай тынысландырып маташам.
Байтаҡ сөкөрләшкәндән һуң, мин инде өшөй башлағанда, Мәхмүт менән апайым инеү яғына ыңғайланылар. Күҙе үткер икән Мәхмүттең, өй мөйөшөндә боҫоп торһам да шәйләп алды.
- Әһә, ҡәйнеш разведкаға сыҡҡан, - тине ул ҡыуанып киткәндәй.
- Булмайыраҡ торһон әле ҡәйнеш. - Апайым ҡаршылашҡан булды. Юрый ғына инде, һиҙеп торам. Юрый икәнлеген белһәм дә күңелемә шик инеп оялай һалды: кире ҡағып ҡуймағайы.
Самаһыҙ эҫеп киткән өйҙә, усаҡ янында, ҡыҙара-бүрткән өләсәйем тәмле еҫтәр бөркөп, боҫорап торған эре-эре ит киҫәктәрен ҡаҙандан оло ҡоштабаҡҡа бушата. Ҡунаҡ саҡырғанда, йәиһә ҙур мәжлескә була ғына шулай мул итеп һала ул итте. Тимәк, беҙҙе алда йә мәжлес, йә мин әлегә белмәгән башҡа байрам көтә. Ошо уйымдан нимәлер эсемде ҡытыҡлай ҙа башланы.
Фәриҙә апайым өләсәйемдең ҡолағына ниҙер шыбыр-шыбыр итте лә сығып китте. Ә еҙнәм (әллә нишләп шул һүҙҙе әйткем килеп тик торасы) баҙнатһыҙ ғына төпкө бүлмәгә үтмәксе ине, шунда уҡ Ғәле апамдың ҡыжылдаҡ-ҡырыҫ тауышы ишетелде:
- Бажа, һин был яҡҡа үтмәйерәк тор, ситке бүлмәлә генә ултыр.
Кешеләр ҙә ҡыҙыҡ инде: әллә ниндәй мәҙәк ғөрөф-ғәҙәттәр уйлап сығарғандар ҙа үҙҙәре шуларға ышаналар. Ана, апамды ғына ал, уҡытыусы кеше, үҙе бажа ла бажа, тип өҙөлөп тора, үҙе еҙнәмде түргә үткәрмәй. Йәнәһе уға, йәш кейәүгә, беренсе өрлөктән уҙырға ярамай.
Еҙнәм, оло гонаһ ҡылғанмы ни, йәһәт кенә ситке өйгә сыға һалды ла, йомошҡа ингән малай һымаҡ, урындыҡ ситенә терәлде. Ярай әле ошо мәл Сәкинә апайым ҡайтып инде. Ул урындыҡтың төп яғына шаршау тартып, ҡорған ҡорҙо. Еҙнәмде шунда индереп ултырттылар. Миңә үтә ҡыҙыҡ күренде был эш. Башымды тығып шаршау эсенә ҡарағым килә - батырсылығым етмәй. Шул тирәлә ураңғыланып йөрөнөм дә, түҙмәнем, шаршау ситен ҡалҡытып, эскә күҙ ташланым. Мәхмүт, минең буласаҡ еҙнәм, шәм яҡтыһында ниҙер уҡып маташа. Күҙ ҡыры менән мине күрҙе, буғай, бармағы ишара яһаны: кил бында, йәнәһе. Миңә ни, шул ғына кәрәк: йылп итеп шаршау эсенә сумдым.
Мәхмүт, ҡытыҡлап, ҡабырғама төрткән була. Шаярта инде. Аулаҡта оҙаҡ ҡына сер һөйләшеп ултырҙыҡ. Ул мине оҡшатты шикелле, усымды тултырып, зыңлап торған көмөш тәңкәләр йомдорҙо. Ысынлап та шәп икән еҙнәйле булыуы! Әллә нисә киноға етерлек бит миңә был байлыҡ! Хатта дуҫыма ла биреп торорға була. Үтескә.
(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №36, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА