Ошо көндәрҙә Ставрополь крайында уҙғарылған "Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы-2022" Бөтә Рәсәй конкурсын тотош ил ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Тәүге тапҡыр үткәрелгән был ярышта Рәсәйҙең 68 субъектынан утыҙҙан ашыу төр телде йәш быуынға туған тел булараҡ өйрәтеүсе 69 уҡытыусы ҡатнашты. Башҡортостан данын яҡлаған Өфө ҡалаһының 107-се лицейы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мирас Ишдәүләтов "Тамашасы һөйөүе" номинацияһында еңеү яуланы һәм конкурста маҡтаулы бишенсе урынды алды. Конкурс барышы һәм һөҙөмтәләре тураһында педагогтың үҙенән һораштыҡ.
- Рәсәй халыҡтары телдәрен, уларҙың мәҙәниәттәрен иғтибар үҙәгенә алған бик үҙенсәлекле һәм сағыу конкурс үтте. Унда 68 төбәктән йыйылған һәр туған тел уҡытыусыһы үҙенең милли кейемендә килгәйне һәм шундай күҙҙең яуын алырлыҡ күренеш булды был. Тағы ла ҡатнашыусыларҙың ярыш сәме менән яныуына ҡарамаҫтан, бер-береһенә илтифатлы мөнәсәбәттә булыуы күңелгә ятты. Коллегалар менән ихлас аралаштыҡ, бер-беребеҙ өсөн янып-көйөп торҙоҡ, дәртләндереү һүҙҙәре йәлләмәнек. Ә бит башта килгән 69 конкурсант араһынан "Методик оҫтахана" һәм "Асыҡ дәрес" һынауҙарынан һуң ни бары ун етебеҙ генә киләһе турҙа ҡатнашыу хоҡуғын алды. Ә инде "Класс сәғәте"н күрһәткәндән һуң, финалға 6 кеше үттек һәм "Оҫталыҡ дәресе" бирҙек. Баһалама ағзалары тарафынан һөнәри оҫталығым юғары баһаланыуына сикһеҙ шатмын һәм мине конкурс дауамында күтәрмәләп торған коллегаларыма, айырыуса "Тамашасы һөйөүе" номинацияһында еңеү яуларға ярҙам иткән Башҡортостан халҡына рәхмәтлемен. Берҙәм һәм дәррәү булыуыбыҙ менән алдырҙыҡ, быны күреү ҡыуаныслы.
Ә инде конкурсҡа килгәндә, ул педагогтарҙың башҡа төрлө һөнәри бәйгеләренән артыҡ айырылманы. Шулай ҙа, мәҫәлән, республика кимәлендәге "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" менән сағыштырһаҡ, ул класс сәғәте үткәреү талап ителеүе һәм дәресте рус телендә алып барыу кәрәклеге менән үҙенсәлекле булды. Бында балалар уҡытыусыны ла, телде лә белмәй. Улар өсөн бөтөнләй ят мөхит, ят мәҙәниәт, ят тел тураһында бер генә дәрес эсендә ҡыҙыҡтырып һөйләү, мауыҡтырыу һәм яҡшы тәьҫорат ҡалдырыу тик эске тулҡынланыуҙы еңгән осраҡта ғына мөмкин. Ставрополь крайының ҡайһылыр мәктәбенән килгән бишенсе синыф уҡыусылары хәҙер башҡорт теле, халҡыбыҙ тураһында белә һәм өн-хәрефтәрҙе таный, сәләм бирә, үҙ-ара танышырға өйрәнде. Әйткәндәй, ошо уҡ балалар менән класс сәғәтендә лә осрашырға насип булды. Унда инде "Тылсымлы сәнғәт иле" темаһына ярашлы, рухи яҡтан байытырға йүнәлтелгән 20 минутлыҡ дәрестә театрҙар һәм музейҙар тураһында әңгәмәләшеп, Башҡортостандың Милли музейына виртуаль сәйәхәт ҡылып, башҡорт милли кейемдәре, ҡомартҡыларыбыҙ менән таныштырҙым.
Мин йәрәбә буйынса һуңғыларҙан булып ярышҡас, башҡа педагогтарҙың сығыштарын ҡарарға форсат бик булманы. Әммә коллегалар менән бик күп аралаштыҡ һәм үҙебеҙҙе борсоған, ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса фекерләштек, тәжрибә уртаҡлаштыҡ, кәңәш бирештек. Конкурс ике тиҫтә йылдан ашыу балаларға белем биргән һәм яңы ғына хеҙмәт юлын башлап торған йәштәрҙе берләштерҙе. Мәҫәлән, "Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы - 2022" конкурсында беренсе урын алған Төньяҡ Осетия - Алания республикаһынан Яна Бекоева бишенсе йыл ғына балаларға белем бирә. Уның асыҡ дәресен ҡарау насип булғайны, ипле генә итеп, бер тынала үткәреп ебәреүе, һис тә тулҡынланмауы, балалар менән уртаҡ тел таба алыуы хайран итте.
Шулай уҡ түңәрәк ҡорға йыйылып, борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү мөмкинлеге лә булды. Унда ата-әсәләр менән дөрөҫ мөнәсәбәт ҡороу, уҡыусыларҙы олимпиадаларға әҙерләү, заманса технологияларҙы ҡулланып эшләү кеүек темалар күтәрелде. Рәсәйҙең ҡайһы төбәгендә генә йәшәһәк тә, ниндәй телде уҡытһаҡ та, йәш ата-әсәләрҙең балалары менән өйҙә башҡортса аралашмауы һәм туған телдәрен өйрәнеүгә ҡайһы саҡта өҫтөнлөк бирмәүҙәре, телде онота барыуҙары уртаҡ бәләбеҙ булып сыҡты. Туған телгә ҡарата һөйөү ғаиләнән башланыуына Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов менән осрашҡанда ла баҫым яһалды, ә инде Рәсәй халыҡтары телдәрен уҡытыу проблемаларын хәл итеүҙең тәүге аҙымы - был йүнәлештәге уҡытыусыларҙың абруйын күтәреү булырға тейеш, тип билдәләнде. Был маҡсаттан "Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы" Бөтә Рәсәй конкурсы йыл да үткәреләсәк.
Бына шулай, туған тел уҡытыусыларын үҙ ҡаҙанында ҡайнауҙан арындырып, юғарыраҡ маҡсаттарға ынтылырға, һөнәри үҫешкә әйҙәргә, тәжрибә тупларға һәм бөтә Рәсәй кимәлендә фекерҙәштәр табырға ярҙам иткән конкурс булды был. Әҙерләнеүе, һынауҙарҙы үтеүе еңел булмаһа ла, ҡатнашыусыларҙың һәм жюри ағзаларының үҙеңә ҡарата йылы мөнәсәбәттәрен тойоп, әйткән һүҙҙәренән һәм биргән баһаларынан күңел үҫеп, дәрт-дарман туплап ҡайттым.
ШУЛАЙ ИТЕП...
"Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы - 2022" Бөтә Рәсәй конкурсында I урынды Төньяҡ Осетиянан осетин теле уҡытыусыһы Яна Бекоева, II урынды Рязань өлкәһенән рус теле уҡытыусыһы Екатерина Агеева, III урынды Дағстандан авар теле уҡытыусыһы Рамаҙан Газимагомедов яуланы. Санкт-Петербург ҡалаһынан рус теле уҡытыусыһы Павел Саянковтан саҡ ҡына ҡалышып, Мирас Рәшит улы Ишдәүләтев бишенсе урынға сыҡты. "Лайыҡлы, намыҫлы, яуаплы, киң белемле уҡытыусыны уңышы менән ысын күңелдән ҡотлайым", - тип юғары баһаланы уның тырышлығын Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин. Туған телдәр уҡытыуға ҙур иғтибар бүленгән республикабыҙ өсөн был "сирҡаныс алыу"ға тиң генә булып, киләсәктә тағы ла оло еңеүҙәргә өлгәшергә насип булһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Сәриә ҒАРИПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №38, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА