Илдәге бөгөнгө хәлдәр, өлөшләтә мобилизация булып ятҡан был көндәрҙә башҡа бөтөн мәсьәләләр кесерәйеп, мәғәнәһен юғалта төҫлө тойолһа ла, тәүге хафаланыу билдәләре бер аҙ ғына баҫыла төшкәндәй. Сөнки мобилизацияланған йәш ир-егеттәрҙең берҙәм һәм әүҙем сафтарын күреп, күңелдә һыҙланыу ҡатыш ғорурлыҡ тойғоһо ла уяна.
Ҡайһы берәүҙәрҙең, айырыуса ғәзиз улдарын армия сафына оҙатыусы әсәләрҙең хәүеф һәм боролоу белдереүҙәре, илаулауҙары бик аңлашылған хәлдә лә, бәхеткә, был иһә уландарыбыҙ йөҙөндә бер ҙә һиҙелмәй: улар яҡындарынан айырылып, әлегә ирекле сафҡа теҙелеп китеп баралар һәм үҙ-ара тыныс ҡына һөйләшеп, ҡайһылары йырлашып, бәғзеләре мәрәкәләшеп, шым ғына көлөшә-көлөшә атлайҙар. Ә инде Сибай, Баймаҡ егеттәренең (һүрәттә) баянда уйнап, "Шайморатов генерал"ды йырлап барған видеокадр бөтөн интернетты яңғыратты, афарин, яҡташтар! Яуҙа ла шулай батыр, сапсан, үткер булығыҙ! Мобилизация үткән егеттәребеҙҙең әле дары ла еҫкәмәгән, башланғыс хәрби әҙерлек тә үтмәгән "йәшел" түгеллектәре, уларҙың үҙ ғүмерҙәрендә ниндәйҙер хәрби әҙерлек тәжрибәһенә эйә булыуҙары шуғалыр ҙа үҙҙәрен ышаныслы тотоштарынан да күренә. Ни хәл итәһең, ил хәүефһеҙлеген ҡурсып, ир-егеттәребеҙҙең ҡалҡандай ҡалҡыуы бер бөгөн түгел, борондан килгән изге бурыс, ата-баба йолаһы.
Ҡыҙғанысҡа, ҡайһы бер төбәктәрҙә күҙәтелеүенсә, хәрби әҙерлеге булмаған йәки йәше буйынса әлегә саҡырылыу положениеһына тап килмәгән граждандарға ла повесткалар килеү осраҡтары бар икән. Быныһы инде урындарҙағы төбәк чиновниктары, хәрби комитеттарҙың хатаһы. Урындағылар, һәр ваҡыттағыса, план тултырырға, йәһәтерәк рапорт бирергә ашыҡҡандыр, күрәһең. РФ Оборона министрлығы белдереүенсә, өлөшләтә мобилизацияға алға ҡуйылған маҡсатты үтәүҙә кәрәкле булған хәрби бурыслылар: танкистар, артиллеристар, стрелоктар, водителдәр сифатында армия әҙерлеге үткән рядовойҙар, сержант һәм офицерҙар саҡырыла. Бында төп шарт - хәрби тәжрибәнең булыуында.
Хәрби әҙерлек, тигәндәй, һуңғы йылдарҙа илдә армия сафында хеҙмәт итеү ваҡытының бер йылға торғоҙоп ҡалдырылыуы бына хәҙер килеп "бәкәлгә һуғыуы" ихтимал. Хәйер, ундай ҡарар сыҡҡан осорҙарҙа уҡ был күңелдә хәүеф булмағанда ла, аңлашылмаусылыҡ тыуҙырғайны ул, ләкин күпселектең өнһөҙ ризалығы менән бер йылда, һалдатта булғандар үҙҙәре әйтмешләй, "иҙән драить" итеп ҡайтыуҙан уларҙың хәрби тәжрибәһе әллә ни артып китмәгәндер, тигән уй гел борсоно. Исмаһам, тәжрибәле юғары чин әһелдәре, хәрби ветерандар шул саҡ үҙ һүҙҙәрен әйтһәсе...
Ә бит заманында мотлаҡ хеҙмәт срогын контрактниктар хеҙмәте менән алыштырырға теләүсе күрәғаралар ҙа булды. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа хеҙмәткә саҡырыуҙа ниндәйҙер һүлпәнлек тимәгәндә лә, рыялыҡҡа тартым мөнәсәбәт башланыуы бер кемгә лә сер түгел ине бит, шунлыҡтан, интернетты армиянан "ҡотолдороп" ҡалырға ярҙам тәҡдим итеүсе әтрәгәләмдәр иғландары баҫып алды. Үҫеп килеүсе йәш быуын вәкилдәрендә лә әрме хеҙмәтенән нисек тә ялтаныу теләге менән яныусылар күбәйҙе. Дөрөҫөрәге, бында улдары өсөн ата-әсәләре тырышты. Ә бит уларҙы ла аңларға була ине: юғары начальство тарафынан тәртиптең нығыныуы хаҡындағы рапорттарына ҡарамаҫтан, армияла "йола"ға әүерелгән "бабайлыҡ" ғәҙәтенең дауам итеүе, хеҙмәттәштәрен атып, часынан ҡорал менән ҡасыусыларҙың күбәйеүе, һалдат туҡланыуы сифаты һәм башҡа шундай мәсьәләләр һис тә генә армия файҙаһына һөйләмәй ине...
Әлеге лә баяғы йәш быуынға илһөйәрлек тәрбиәһе биреүҙең һүрелеп ҡалыуы ла үҙ эшен эшләгәндер, күрәһең. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ил оранын күтәрмәләп, ҡалҡандай ҡалҡып сығырҙай һәм уны һаҡларға һәр саҡ әҙер торор тоғро һәм ышаныслы көстәр барлығын да күрһәтте мобилизация һәм ундайҙар, бәхеткә, күпселекте тәшкил итә. Көслө армиябыҙ нигеҙе - тап шулар. Уларға бағышланған меңәрләгән әсәләр доғалары бойомға ашып, илдә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын һәм тәү саҡырылыштан уҡ ил хәүефһеҙлеген һаҡларға киткән ир-егеттәребеҙ имен-аман еңеү менән әйләнеп ҡайтһындар ине....
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА