«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР КЕМДЕ БОРСОЙ...
+  - 


Был көндәрҙә ығы-зығы, ваҡ мәшәҡәт икенсе планға күсте, һәр кемдең уйында һәм тормошонда бары тик бер мәсьәлә тәүге урында тора: ил Президенты иғлан иткән өлөшләтә мобилизацияға кемдәр эләгер, ниндәй ташламалар булыр һ.б. Барлыҡ һорауҙарға теүәл һәм аныҡ яуап алыу маҡсатында 26 сентябрҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары Михаил Блажевич һәм башҡа министрлыҡтар, финанс учреждениелары, етәкселәр ҡатнашлығында тура эфирҙа брифинг үтте. Тамашасылар унда тура эфирҙа ла һорауҙар бирә алды. Бөгөн гәзит уҡыусыларға иң әһәмиәтле һәм кәрәкле һорауҙарға бирелгән яуаптарҙы тәҡдим итәбеҙ.

Кемдәр саҡырыла?

Тәү сиратта, 35 йәшкә тиклемге, әрме хеҙмәтен үткән, бигерәк тә хәрби тәжрибәһе булған, хәрби-иҫәп специальностарына (уҡсы, танкист, артиллерист, водитель, механик-водитель) эйә граждандар (рядовой һәм сержанттар) саҡырыла. Шулай уҡ 45 йәшкә тиклемге һирәк һөнәргә эйә булыусылар йәки ирекмәндәр саҡырылыуы мөмкин. 50 йәшкә тиклем кесе офицерҙар, 55 йәшкә тиклем өлкән офицерҙар алына. Барлыҡ мобилизацияланған күләмдең 30 процентын ирекмәндәр тәшкил итә. Шулай уҡ өлөшләтә мобилизация ваҡытында табиптар ҙа саҡырылырға мөмкин, сөнки уларҙың һөнәре хәрби-иҫәп исемлегенә инә.
Әйткәндәй, ҡатын-ҡыҙ мобилизация буйынса саҡырылмай. Әммә әгәр һөнәре хәрби-иҫәп специальносына тура килһә, улар контракт хеҙмәтенә бара ала. Контракт буйынса хеҙмәт итеүсе ҡатын-ҡыҙ, нигеҙҙә, табиптар.

Кемдәргә кисектереү бирелә?

- Оборона-сәнәғәт комплексы ойошмалары (Башҡортостанда - 14 оборона-сәнәғәт комплексы структураһына ингән предприятие, мобилизация бурысын башҡарған 30 предприятие бар) хеҙмәткәрҙәре;
- бронь алғандар, йәғни предприятиелар, ойошмалар һәм учреждениеларға беркетелгәндәр (был хаҡта мәғлүмәтте кадрҙар бүлегенән алырға мөмкин);
- һаулыҡ торошо буйынса ваҡытлыса хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип танылғандар - алты айға тиклем;
- медик-социаль экспертиза һөҙөмтәһе нигеҙендә даими тәрбиәгә мохтаж йәки I төркөм инвалид булған (һәм закон буйынса уларҙы тәрбиәләргә тейешле башҡа кеше юҡ икән) атаһын, әсәһен, ҡатынын, ирен, бер туған ағаһын йәки апаһын, олатаһын, өләсәһен даими ҡарағандар;
- балиғ булмаған бер туған энеһен һәм (йәки) һеңлеһен ҡараған опекундар йәки попечителдәр; - ҡарауында 16 йәшкә тиклемге дүрт һәм унан күберәк балаһы булғандар;
- әсәйһеҙ бер бала йәки 16 йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләгәндәр;
- 16 йәшкә тиклемге өс балаһы һәм ҡатыны йөклө (мөҙҙәт - 22 аҙнанан кәм түгел) булғандар;
- 8 йәшкә тиклемге дүрт һәм унан күберәк туғандары булғандар, шул уҡ ваҡытта әсә кеше уларҙы иренән башҡа тәрбиәләһә;
- Федерация Советы ағзалары һәм Дәүләт Думаһы депутаттары;
- дәүләт аккредитацияһы булған ссуз һәм вуздарҙа, шул иҫәптән бакалавриат, магистратура, специалитет, аспирантурала (аспиранттар өсөн үҙгәрештәр индерелеүе лә ихтимал) беренсел белем алыусылар. Дәүләттеке булмаған ссуздар һәм вуздар студенттары өсөн кисектереү юҡ.

Командировканы йәки отпускыны өҙөргәме?

Өлөшләтә мобилизацияға эләгеүселәр эш командировкаһында йәки отпускыла булғанда, уға командировкаһын йәки отпускыһын өҙөп ҡайтыу кәрәкмәй. Әгәр мобилизация саралары артабан да дауам итһә, повестка һуңыраҡ тапшырыласаҡ. Әгәр гражданин повестканы ҡайҙалыр юлланыу алдынан алһа, уға мотлаҡ хәрби комиссариатҡа комиссия ултырышына килергә кәрәк.

Повестка сирләгәндә килһә?

Гражданинға эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы асылғанда, ул повестка алғас, сирләүе хаҡында хәрби комиссариатҡа хәбәр итергә тейеш. Дауаланып бөткәндән һуң, һауыҡҡас, хәрби комиссариатҡа килә, әммә сирләүен раҫлау өсөн эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын, справка йәки выписка килтерергә тейеш.

Эш урыны һаҡланамы?

Теге йәки был ойошма-предприятиела эшләп йөрөүсе мобилизация буйынса саҡырылғанда, уның эш урыны һаҡлана, хеҙмәт килешеүе өҙөлмәй, ә етәксе бойороғо менән ваҡытлыса туҡтатылып тора. Бының өсөн мобилизацияланыусы кадрҙар бүлегенә повесткаһының күсермәһен бирергә һәм документтар тейешенсә тултырылырға тейеш. Мобилизацияланған хеҙмәткәргә ошо көнгә тиклем эш хаҡын һәм файҙаланылмаған отпуск өсөн компенсация түләнә. Мобилизацияланған хеҙмәткәр урынына ваҡытлыса икенсе хеҙмәткәр алырға мөмкиндәр. Тағы ла: мобилизация ваҡыты граждандың хеҙмәт стажына индерелә.

Мобилизация үткәндәр ҡайҙа күнекмә үтә?

Резервта булыусылар Пенза, Һарытау, Ҡаҙан, Елань, Вольск ҡалаларында уҡыу үҙәктәрендә һәм хәрби училищелар базаһында бер ай тирәһе уҡыу-күнекмә үтә.

Ваҡытлы хеҙмәттән - контракт хеҙмәтенә

Саҡырылыусылар мобилизацияланғандан һуң 3 ай үткәс, ваҡытлы хеҙмәттән контракт хеҙмәтенә күсә ала. Был осраҡта уларға эш хаҡы түләнә. Эш хаҡын ниндәй иҫәпкә күсереү тураһындағы мәсьәләне контрактсы үҙе хәл итә.

Бер тапҡыр бирелгән түләү

Әлеге ваҡытта РФ Дәүләт Думаһында мобилизация үткән граждандарға бер тапҡыр 300 мең һум биреү тураһында закон проекты ҡарала.

Мобилизация үтеүсенең ғаиләһенә ярҙам

Әгәр ғаиләлә матди ҡыйынлыҡтар килеп тыуһа, урындағы социаль яҡлау хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Һәр муниципалитетта ғаилә хеҙмәте бар һәм улар урынға сығып, хәл-торошто баһалап, компетентлы органдарҙы йәлеп итеп ярҙам күрһәтәсәк.

Банктарға түләү

Өлөшләтә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылғандар кредит түләүҙәре буйынса кисектереү (шулай уҡ түләү күләмен кәметеү) алырға хоҡуҡлы. Бынан тыш, финанс ойошмаларына түләү ваҡытын һуҙған өсөн штраф һәм пеня түләүҙәрен ҡулланмаҫҡа, түләнмәгән сумманы тартып алыу эшен башламаҫҡа, алдан түләү талап итмәҫкә тәҡдим ителә.

Нимә алырға?

Мобилизация үткән граждандарға үҙҙәре менән 1 тәүлеккә етерлек бөтә нәмә алырға мөмкин. Һауа торошона ҡарап кейенергә, йылы әйберҙәр алырға рөхсәт ителә, уларҙы тейешле урынға барып еткәс, посылка менән өйгә һалырға була. Призыв буйынса саҡырылыусылар кәрәкле кейем менән тәьмин ителәсәк. Дарыуҙарға килгәндә инде, кәрәкле дарыуҙар алырға мөмкин. Хәрби часҡа барып еткәс, мобилизацияланғандар тулы, шул иҫәптән медицина йәһәтенән дә, тәьминәткә күсәсәк.
Шул уҡ ваҡытта, әгәр мөмкинлек һәм теләк булғанда, түбәндәге әйберҙәрҙе алыу ҙа ҡамасауламаҫ: шәхси гигиена әйберҙәре, дарыуҙар, фонарик, мультитул (күп функциялы бәке), термобелье, балаклава (подшлемник), тактик бирсәткәләр, походта ултыра торған ҡулайлама, теплоидтар (химик йылытҡыс), төрлө батарейкалар, төймәле телефон.

Заманса телефондар кәрәкме?

Хәрби хеҙмәткәрҙәргә смартфондар йөрөтөү тыйыла. Бары тик интернетҡа сығыу мөмкинлеге булмаған төймәле телефондар ғына рөхсәт ителә, сөнки хәрби хәрәкәттәр шарттарында киң мультимедиа мөмкинлеге булған гаджеттар кире эҙемтәгә килтереүе мөмкин.

Повестканы кем килтерә?

Повестканы хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре генә түгел, йәлеп ителгән башҡа хеҙмәт вәкилдәре лә килтерергә мөмкин. Әммә документ мотлаҡ призывниктың ҡулына тапшырылырға тейеш. Шулай уҡ телефон, интернет аша мобилизация алып барылмай.

Ситтә эшләүселәр

Эш йәки уҡыу буйынса өс айҙан оҙаҡҡа ситкә сығыусылар барған урында ваҡытлыса иҫәпкә торорға тейеш.

Призывтан ҡасыусылар

Иғлан ителгән өлөшләтә мобилизация сиктәрендә саҡырыуҙан ҡасып ҡалған граждандарға ҡануниәт буйынса яза ҡарала. Саҡырыу буйынса хәрби комиссариатҡа килмәгән осраҡта, Енәйәт кодексында 7 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған.

Түләүҙәр һәм льготалар Мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар контракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә тиңләштерелә һәм уларға ла шундай уҡ льготалар, страховка түләүҙәре, эш хаҡы ҡаралған. Махсус операция барған урынға эләккәс, аҡсалата түләүҙәр һиҙелерлек арта. Әүҙем хәрби хәрәкәттәр алып барғанда айына 200-300 мең һум түләү алырға мөмкин.

Әрме хеҙмәтенән ҡайтыусылар

Ваҡытлы хәрби хеҙмәттән быйыл яҙғыһын ҡайтыусылар, әгәр һирәк һөнәргә эйә булһалар, өлөшләтә мобилизация барышында ҡабат саҡырылырға мөмкин. Әммә көҙөн ҡайтыусыларға әлегә повестка бирелмәйәсәк.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Рәсәйҙә өлөшләтә мобилизация буйынса тура бәйләнеш эшләй. Стационар телефондан 122 номерына шылтыратып, белергә теләгән һорауҙарығыҙға яуап алырға мөмкин.
Шулай уҡ Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының барлыҡ субъекттарҙағы бүлексәләрендә хеҙмәткә яңылышлыҡ буйынса саҡырылғандарға ярҙам итеү үҙәге эшләй. Башҡортостанда ул Киров, урамы, 1 адресы буйынса 138-се бүлмәлә урынлашҡан. Телефон: 8 (347) 273-55-44. Һорауҙарҙы шулай уҡ бүлексәнең "Бәйләнештә" һәм "Синыфташтар" социаль селтәрҙәрендәге төркөмдәрендә яҙырға була.
Шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә "Аңлатабыҙ. Башҡортостан" төркөмө эшләй (мәҫәлән, vk.com/anlatabiz102), уларға ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса яҙып, яуаптар алырға мөмкин.

ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП...

- Рәсәй Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа өлөшләтә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә алыныусыларға кредит каникулдары биреү тураһында закон проектын ҡабул итте. Был турала рәсми сайтта мәғлүмәт баҫылып сыҡты. Был хоҡуҡҡа улар ҡарамағында булған кешеләр ҙә эйә буласаҡ. "Заем алған кеше кредит биреүсегә хәрби хеҙмәт үтәгән осорҙа килешеү шарттарына бурыстарҙы ҡайтарыуҙы туҡтатып тороуҙы күҙаллаған үҙгәреш индереүҙе йәки ташламалы осорҙа түләүҙәр күләмен кәметеүҙе һорап мөрәжәғәт итә ала. Закон проекты мобилизацияланыусы вафат булған осраҡта кредит буйынса бурыстарҙы тулыһынса йәки өлөшләтә бөтөрөүҙе лә күҙаллай", - тигән аңлатма бирелә сайтта. Кредит түләүҙе килешеү ғәмәлдә булған теләһә ҡайһы ваҡытта кисектереп торорға мөмкин, әммә 2023 йылдың 31 декабренән дә һуң булмаҫҡа тейеш. Икенсе мөһим шарт - быға тиклем кисектереү мөмкинлеген файҙаланмаған булыу.

- Дәүләт Думаһы депутаттары икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа РФ Хеҙмәт кодексына мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә алынған, запаста иҫәпләнгән һәм хәрби хеҙмәт тураһында контракт төҙөгән хеҙмәткәрҙәргә өҫтәмә гарантиялар биреүҙе күҙҙә тотҡан төҙәтмәләр индерҙе. Был төҙәтмәләргә ярашлы, хеҙмәт килешеүе хәрби хеҙмәт тамамланғанға тиклем туҡтатылып тора. Быға тиклемге вазифаға хәрби хеҙмәт тамамланғандан һуң өс ай дауамында кире ҡайтырға мөмкин. Документҡа ярашлы, "хеҙмәт килешеүе ғәмәлен туҡтатып торған осор әлеге статьяға ярашлы хеҙмәткәрҙең эш стажына, шулай уҡ специальность буйынса эш стажына индерелә". Бынан тыш, мобилизацияланған һәм үҙ ирке менән юлланған граждандарҙың ғаилә ағзалары өсөн өҫтәмә гарантиялар ҡаралған. "Уларҙы үҙ ризалығынан тыш эш буйынса командировкаларға ебәреү, эш сәғәтенән тыш, төнөн, ял һәм байрам көндәрендә эшкә сығарыу кеүек айырым эш режимына йәлеп итеп булмаясаҡ. Шулай уҡ штатты ҡыҫҡартҡан осраҡта улар эш урынын һаҡлап ҡалыуға өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә буласаҡ", - тип аңлатты төҙәтмәләрҙең авторҙашы, Хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитет рәйесе Ярослав Нилов.

- Шундай уҡ төҙәтмәләр "РФ дәүләт граждандар хеҙмәте тураһындағы" федераль законға ла индерелгән. Ул Хеҙмәт кодексы менән бер рәттән дәүләт хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеген көйләй. Улар өсөн дә оҡшаш хеҙмәт гарантиялары ҡаралған. Мобилизация буйынса йәки үҙ ирке менән Рәсәй Ҡораллы Көстәре алдына ҡуйылған бурыстарҙы үтәүселәрҙең, контракт буйынса хеҙмәт итеүселәрҙең дә хәрби хеҙмәт осоро страховка пенсияһын формалашырыу өсөн кәрәкле хеҙмәт стажына индереләсәк. "2022 йылдың 24 февраленән 21 сентябргә тиклем хәрби хеҙмәт үтәү тураһында контракт төҙөгән һәм хеҙмәт килешеүе өҙөлгән граждандар алдан биләгән вазифалары буйынса эшкә урынлашыуға өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә буласаҡ", - тип аңлатты Хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы тороу комитеты рәйесе Василий Пискарев. Дәүләт Думаһы депутаттары шулай уҡ РФ Торлаҡ кодексына һәм айырым ҡанундар сығарыусы акттарға ла төҙәтмәләр индергән. Уларға ярашлы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн һәм капиталь ремонтҡа түләүҙәр индереүҙе һуңлатҡан мобилизацияланған граждандар һәм уларҙың ғаилә ағзалары пеня түләмәйәсәк.


"Киске Өфө" гәзите, №39, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.09.22 | Ҡаралған: 265

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru