Үҫмерҙәр һәм йәштәр, закон буйынса, юл хаҡын түләмәгән өсөн балиғ булмағандарҙы йәмәғәт транспортынан төшөрөп ҡалдырыу ярамағанлығын белеп, аңлы рәүештә билет алыуҙан баш тарта. Ата-әсәләр, балаларын яҡлап, улы йәки ҡыҙы аҡсаһын бары тик "өйҙә онотоп ҡалдырған", тип, "хәлгә инмәгән" водителдәрҙе йәки кондукторҙарҙы ғәйепләргә әҙер, йәки үҙҙәре үк шундай ҡылыҡты хуплай.
Тәү ҡарауға зыянһыҙ тойолған бындай шаярыуҙы ваҡытында туҡтатмаһаң, күңелһеҙ эҙемтәләргә килтереүе мөмкин. Яңы уҡыу йылы башланыу менән Башҡортостанда йәмәғәт транспорты кондукторҙарына ялыуҙар күбәйгән. Үҫмерҙәрҙең ата-әсәләре төрлө инстанцияларға: Хөкүмәткә, Транспорт министрлығына, пассажирҙар ташыусы транспорт компанияһы етәкселегенә яҙа, йәиһә социаль селтәрҙәрҙә ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, комментарийҙар ҡалдыра. Бындай ҡәнәғәтһеҙлектең сәбәбе, ғәҙәттә, оҡшаш - бала юл хаҡын түләмәгән, ә кондуктор уны, иҫкәрмә яһап, ҡыйырһытҡан. Бер ҡараһаң, ваҡ-төйәк кеүек - йәш пассажир түләргә теләмәгән, картаһы эшләмәгән, ата-әсәһе аҡса һалырға онотҡан. Өҫтәүенә, башҡа пассажирҙар уны яҡлап, кондукторҙы тупаҫлыҡта ғәйепләргә мөмкин, шулай итеп низағ тыуа.
Был осраҡты пассажирҙарҙы ташыусы компания күҙлегенән ҡарайыҡ. Кондуктор пассажирҙан юл хаҡы алырға тейеш, ул үҙ вазифаһын намыҫлы башҡара. "Башавтотранс"тың гендиректоры Надир Самиев әйтеүенсә, әгәр ревизорҙар салонда "ҡуян"ды тотһа, кондукторҙы дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттыра һәм премиянан мәхрүм итә, сөнки ул үҙенең яуапһыҙлығы арҡаһында предприятиеға зыян килтерә. "Кондукторҙан айырмалы, бындай пассажирҙы яуаплылыҡҡа тарттырырға ярамай. Федераль һәм төбәк ҡануниәтендә был мәсьәлә эшләнеп етмәгән, республикала билетһыҙ пассажирҙарҙы асыҡлау һәм уларҙы административ яуаплылыҡҡа тарттырыу вәкәләтенә эйә ойошма юҡ", - ти Надир Самиев.
Яза алмаған үҫмерҙәрҙең, бер төркөм булып, артабан юл хаҡын түләргә теләмәйенсә кондукторҙы ҡыҙҙырыуы һәм был ғәмәлдәрен видеоға яҙҙырып, социаль селтәрҙәргә һалыуы ла билдәле. Республика клиник психотерапевтик үҙәктең табип-психотерапевы Гүзәл Йосопова фекеренсә, бындай ҡылыҡ яҡшыға алып бармай. "Агрессив ҡылыҡ үҫмерҙәргә хас, ул өлгө итеп алырлыҡ "текәлек" билдәһе булып та ҡабул ителеүе мөмкин, әммә был насар, сөнки һөҙөмтәлә асоциаль шәхес үҫеүе ихтимал. Бала менән асыҡтан-асыҡ һөйләшергә, ҡылығының сәбәптәрен асыҡларға кәрәк. Бик күп ата-әсәләр өйгә арып ҡайта, улар үҙҙәрен эшенә, матди әйберҙәргә бағышлай, әммә баланы тәрбиәләү өсөн ваҡыт табырға кәрәк", - тип аңлата Гүзәл Йосопова.
Әгәр шаярыу булараҡ башланған хәл контролдән сыҡһа, ул иртәме, һуңмы, ололар һәм балалар өсөн күңелһеҙ эҙемтәләргә килтерәсәк. Ата-әсәләрҙе тейешле тәрбиә бирмәгән өсөн, ә балалар 16 йәштән кәмһетеү, һүгенеү, салонды боҙоу һәм башҡа ғәмәлдәр өсөн яуап бирә. Тимәк, низағ бер яҡ өсөн дә кәрәкмәй. Был осраҡта кондуктор һәм пассажир өсөн иң уңайлыһы - үҙ бурысыңды башҡарыу һәм үҙ-ара итәғәтле булыу.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА