Быйыл йәй 1977 йылда Баймаҡ районы Беренсе Этҡол урта мәктәбен тамамлаусыларҙың осрашыуы булып үтте. Мәктәбебеҙҙе, класташтарыбыҙҙы һағынып, ашҡынып барҙыҡ. Кисә барышында Әлфиә Юлдашбаева, мәктәптә уҡыған саҡтағы ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрәйек әле, тип иғлан итеп, директорыбыҙ Әхмәҙулла Хәйривара улы Хәсәнов менән булған, хәҙер инде лаҡапҡа әүерелгән бер хәлде һөйләп көлдөргәйне. Тап ошо директорыбыҙ тураһында миндә лә бар ине ҡыҙыҡлы бер ваҡиға, әммә осрашыуҙа һөйләргә форсат теймәгәс, гәзит уҡыусылар менән бүлешмәксемен.
Әхмәҙулла Хәйривара улы беҙҙе физиканан уҡытты. Бер дәрестә уҡыусы мәсьәлә сисергә таҡтаға сыҡты ла, усына яҙылғанды күсереп яҙа башланы. Уҡытыусы уның был ҡылығын күреп ҡалды ла, беҙгә ҡарап, бармағын ирененә терәп, һул ҡулының усына уңының күрһәтмә бармағы менән сыйып, "Шым, өндәшмә!" тигән ишара яһаны. Класташыбыҙ усына яҙылғанды таҡтаға күсереп бөткәс, Әхмәҙулла Хәйривара улы: "Эйе, мәсьәләне дөрөҫ систең, маладис, ултыр", - тине һәм беҙгә боролоп: "Класташығыҙға нисәле ҡуяйым?" - тип һораны. Беҙ бер тауыштан "Бишле!" тип ҡысҡырҙыҡ. Уҡытыусыбыҙ класташыбыҙҙың көндәлегенә, класс журналына "бишле" билдәһе ҡуйып, беҙгә күрһәтте лә: "Мин һеҙҙе тыңлап, уға "бишле" ҡуйҙым, бынан был яғына һеҙ ҙә мине тыңларға тейешһегеҙ, аңланығыҙмы?" - тигән һығымта яһаны. Артабан беҙҙең мөнәсәбәт үҙ-ара тыңлашыуға, дуҫлыҡҡа ҡоролдо.
Тәжрибәле педагогтың иҫ киткес тәрбиә ысулы булды был, ғүмер буйына оноторлоҡ түгел. Ғөмүмән, Әхмәҙулла Хәйривара улы үтә ихлас кеше булды, кешеләргә дуҫлыҡ ҡулын һуҙа белде. 2007 йылда класташтарыбыҙ менән мәктәпте тамамлауға 30 йыл тулыуға арналған осрашыуыбыҙҙа мин уның менән арҡаға арҡа терәп ултырып, фотоға төшөп, был хәлде "Арҡа терәр директорың булһын ул!" тип атағайным.
Ул Муллаҡай урта мәктәбендә директор булып эшләгән сағында ошо ауылда тыуып үҫкән шағир, яҙыусы Аҫылғужа Баһумановтың юбилей тантанаһына барырға тура килгәйне. Кисә үткәс, мине йортона ҡунаҡҡа алып ҡайтырға тип Әхмәҙулла Хәйривара улы килде. Өфөнән килгән яҙыусылар уның мине алып китеүенә теше-тырнағы менән ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, директорым улар менән һүҙгә килешеп булһа ла: "Һеҙгә дуҫ булһа, ул минең уҡыусым", - тип барыбер алып ҡайтып китте. Ана шундай, алдына алғанын ҡуймай торған ныҡышмал, тәүәккәл кеше булды ул.
Вафатына тиклем бер нисә тапҡыр осраштыҡ, һәр ваҡыт "Арҡа терәр директорың булһын!" тигәнде иҫкә төшөрөп көлөштөк. Донъялар үҙгәреп нәҫел-нәсәпкә, шәжәрәгә иғтибар артҡас, Әхмәҙулла Хәйривара улы менән бер заттан булыуыбыҙҙы аңлау беҙҙе тағы ла яҡынайтты. Хикмәтле, тылсымлы зат та ине Әхмәҙулла ағай. Әгәр ҙә дин ҡанундары хөкөм һөргән заманда йәшәгән булһа, моғайын да, кешеләрҙе һүҙе, доғаһы, ырымы менән һауыҡтырған абруйлы хәҙрәт тә булыр ине ул. Һәр хәлдә, булмышына был сифаттары яҙылғайны.
Әйткәндәй, Әхмәҙулла ағайҙы Уҡытыусылар көнө менән йыл да ҡотлай торғайным. Шуға ла тап ошо байрам көнөндә уның тураһындағы йылы хәтирәләрем яңырҙы. Һәм байрам менән һуңлабыраҡ булһа ла ҡотлап, барлыҡ уҡытыусыларға ла "Уҡыусыларығыҙ өсөн арҡа терәр уҡытыусы, дуҫ, иптәш булығыҙ!" тип өндәшке килде.
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №40, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА