Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
|
|
МӨХӘММӘТ БӘЙҒӘМБӘР
|

Ислам диненең ҙур байрамдарының береһе - Мәүлит кисәһе, икенсе төрлө ул "мәүлиден-нәби", йәғни "Бәйғәмбәрҙең тыуыуы" тип тә атала. Бәйғәмбәрҙең (с.ғ.с.) тыуған көнө аныҡ билдәле булмау сәбәпле, уның вафаты көнө, йәғни 12-се рабиғел-әүүәл көнө, тыуған көнө итеп тә билдәләнә.
Бәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) 570-се йылда тыуып, сабый сағында етем ҡалып, бик ауырлыҡта үҫә һәм үҙенең тыуған көнөн хәтерҙә ҡалдырырлыҡ булмай. Рабиғел-әүүәл айында, ғәҙәттә, мәсеттәрҙә вәғәздәр уҡыла һәм йәмәғәт менән ғибәҙәт ҡылыуҙар уҙғарыла, мосолмандар өйҙәрендә дини мәҗлестәр ойошторалар.
Мөхәммәт бәйғәмбәр (с.ғ.с.), һис шикһеҙ, үҙ эшенә иҫ киткес бирелгән шәхес, вәғәзсе, аҡыллы һәм төплө сәйәсәтсе була. Ул бик белеп, хыял менән ысынбарлыҡты, боронғо йолалар менән яңылыҡты тоташтыра. Мөхәммәт бәйғәмбәр (с.ғ.с.) кешелек тарихында һуңғы бәйғәмбәр тип әйтелә, уның үҙенә тиклем булған бәйғәмбәрҙәрҙең, йәғни Аллаһы Тәғәләнең өйрәтмәләрен һәм күрһәтмәләрен ер йөҙөндә таратыусыларҙың силсиләһен - сылбырын теүәлләүсе бер быуын булыуы һәм унан һуң ерҙә башҡа бәйғәмбәр булмаясағы Ислам динендә ныҡлы билдәләнгән. Ҡөрьәндең "Сүратүл-әнбийәи" тип аталған 21-се сүрәһенең 106-сы аятында яҡынса мәғәнәһе шулай: "Ике донъяның да мәрхәмәте өсөн Беҙ һине ебәрҙек-күндерҙек", - тип әйтелгән һәм ошо изге һүҙҙәргә нигеҙләнеп, бик күп дин ғалимдары Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең (с.ғ.с.) вазифаһын "донъя кимәлендә әһәмиәткә эйә вазифа" тип баһалай.
Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең (с.ғ.с.) тормошо - һәр мөьмин-мосолман өсөн үрнәк, ғибрәт алырлыҡ тормош, һәм уның иң камил зат икәнлеге бик күп китаптарҙа телгә алына. Күп төрлө риүәйәттәргә ҡарағанда, Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең (с.ғ.с.) тыуыуы тураһында әле Ибраһим, Исмәғил, Муса һәм шулай уҡ Ғайса бәйғәмбәрҙәр тарафынан алдан әйтелгән.
Риүәйәттәргә ҡарағанда, Мөхәммәттең (с.ғ.с.) "нурын" Аллаһы Тәғәлә донъяны барлыҡҡа килтергәндә үк булдырған, ә уның ерҙә тыумышы-барлыҡҡа килеше мөғжизәләр ярҙамында булған. Бәйғәмбәрҙең (с.ғ.с.) әсәһе - хәҙрәти Әминәнең янына Мөхәммәтте (с.ғ.с.) табыр алдынан һәм тапҡан ваҡытында ғәжәйеп матур, иҫ киткес нур ингән; Мөхәммәт (с.ғ.с.) тыуғанда боронғо ғәрәптәрҙең ир-ат һынлы Хубал һәм ҡатын-ҡыҙ һынлы Лат исемле табына торған мәжүси илаһтарының таш һындары дөбөр-шатыр ергә ауып төшкән, Ирандағы утҡа табыныусыларҙың ғибәҙәтханаһында ут һүнгән. Уның тормошонда ла, йәғни бәйғәмбәрлегендә лә мөғжизәләр юлдаш булған. Уға хатта Мәккә сүллегендә таштар ҙа сәләм биргән. Ғәжәйеп рәүештә күккә ашыуы да шул турала һөйләй.
Мәхәммәт бәйғәмбәрҙең (с.ғ.с.) ана шундай сифаттарын маҡтап, мәдхиә йырлап Мәүлит байрамында күп төрлө ҡасидәләр уҡыла. Был байрам донъяның мосолмандар йәшәгән төрлө ерҙәрендә төрлөсә байрам ителә, һәм шуныһы ла иғтибарға лайыҡ, уны һәр халыҡ үҙенсә матурлап, үҙенсә ололап, үҙенсә ҡәҙерләп уҙғара. Шунлыҡтан, ул мосолман халыҡтарының ерле төҫ биреп байытылған ысын халыҡ байрамы булып киткән.
"Киске Өфө" гәзите, №40, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 07.10.22 | Ҡаралған: 349
|
|
Киске Өфө
|
|
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Баҫмабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары баҙарындағы урынын билдәләүсе, шулай уҡ уҡыусыларыбыҙҙың тоғролоғон, ихтирамын, аңлылыҡ, рухлылыҡ кимәлен дә күрһәтеүсе мәл етте: 2026 йылдың 1-се яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башлана. ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә ярты йылға яҙылыу хаҡы - 1054 һум 50 тин. Күп һорауҙарығыҙға яуап бирер, рухландырыр, сәмләндерер һүҙ әйтер матур йөкмәткеле "Киске Өфө" гә яҙылырға ашығығыҙ - үкенмәҫһегеҙ.
Мөхәрририәт.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|