Ашаған белмәй, тураған белә, ти халҡыбыҙ. Шулай, ҡунаҡ аҙ ултырып, күп һынай ҙа, табын хужаһын уйға һалып ҡайтып китә. Тамашасылар менән сәхнә артистары араһындағы мөнәсәбәт тә ошоға тартым: сәнғәт һөйөүселәр концертҡа килеп, артистар башҡарыуындағы уйланылған, киҫелгән, беселгән, тегелгәнде ҡарап, күңел бушата ла ғәҙәти тормошона кире ҡайта, хистәр һүрелә, тәьҫораттар яйлап онотола, етемһерәп ҡалған сәхнә яңы ҡунаҡтарын көтә. Сәнғәт күпере нисек һалыныуын һорашып, Сибай концерт-театр берекмәһенең ижад буйынса директор урынбаҫары Рәмил Париж улы ТУЙСИНҒА мөрәжәғәт иттек:
- Ижади миҙелде асыу һәм ябыу һәр мәҙәниәт усағы өсөн изге йола, уларҙың эшмәкәрлегенең тәртибе шулай. Ситтән ҡарап, яңы эш башлау тип аңларға ярамай, дөрөҫөн әйткәндә, ул ябылмай - эш туҡтамай, рәсми рәүештә тамашасыларыбыҙға үҙебеҙҙең барлығыбыҙҙы күрһәтеү, тип аңларға кәрәк. Барлығыбыҙҙы ғына түгел, миҙгел асылғанда яңы көстәр менән ниндәй яңылыҡтар тәҡдим итә алыуыбыҙҙы күрһәтеү маҡсатын да ҡуябыҙ. Яңы ижади миҙгелде асыу - байрам! Ул коллективта эшләгән һәр бер кеше өсөн тантана, күңел торошобоҙҙо эшкә көйләү, яңы дәрт-дарман менән старт алыу тигәнде лә аңлата. Яңы килгән артистарҙы дөрөҫ итеп күрһәтеү, концерт барышында тамашасы менән таныштырыу, уларҙы сәнғәт донъяһына индереү, шуға ярашлы итеп программа төҙөү - барыһы ла ошо көндә күренә. Шуға күрә программаның йөкмәткеһендә байрам кәйефе сағылып ятырға тейеш. Ниндәйҙер етди алымдар ҡулланып та асырға була миҙгелде, ләкин ул саҡта тамашасы ла, артистар ҙа байрам һулышын тоймаясаҡ. Халыҡҡа аңлайышлы итеп, һәр бер артистың мөмкинлектәрен, үҫешен күрһәтеү маҡсатын да оноторға ярамай, үткән йылда нисек ине лә быйыл нисек, үҫеш бармы-юҡмы икәнен күрһәтеү зарур.
Үткән йылды, мәҫәлән, беренсе тапҡыр үҙ көсөбөҙ менән мюзикл жанрында асып ебәргәйнек, быйыл икенсе форматтағы театрлаштырылған тамашаны һайланыҡ. Ни өсөн? Был аҙымыбыҙ "Сулпан" балалар театры менән берләшеп эшләй алыуыбыҙҙы, татыулыҡты, уртаҡ потенциалыбыҙҙың ансамблен күрһәтә. Тема һайлауға килгәндә, ижад миҙгеле рәсми ябылғас та художество советында өҫтә әйтеп үтелгән талаптарҙы иҫәпкә алып, төрлө тәҡдимдәрҙе тыңлап һайлайбыҙ һәм худсовет ағзалары, ҡуйыусы-режиссер, сценарий авторы бер фекергә килгәс кенә әҙерлек башлана. Әлбиттә, теманың актуаль, тәрбиәүи мәғәнәле булыуы, ниндәйҙер аныҡ проблеманы күтәреүе мөһим. Беҙ уны үҙебеҙсә, тик сибайҙарса күрһәтергә тейешбеҙ. Ижад төшөнсәһе бик киң, ана шул киңлектең бер кәрәкле тармағын дөрөҫ табыу - шарт: үткән миҙгелдәрҙә ҡулланылған әҫәрҙәр ҡабатланмаһын, ҡабатланған хәлдә лә икенсе юҫыҡта булһын. Ошондай һөйләшеүҙәрҙән һуң һайланған тема буйынса сценарий яҙыла, ҡуйыусы-режиссер тәғәйенләнә. Уларҙың бер-береһен аңлап, гармонияла эшләүе генә уңышҡа алып килә. Музыка буйынса етәксе сюжет һыҙығын музыкаль яҡтан байытып, йырҙар үреп, бер бөтөндө хасил итә, шунан йырҙар һайлайбыҙ, яңыларын яҙабыҙ, халыҡ араһында билдәле булған йырҙарҙы ла тик үҙебеҙсә башҡарабыҙ. Профессиональ коллектив булараҡ, кемдеңдер күсермәһен дә үҙебеҙсә эшләйбеҙ. Ул йырҙар сәхнәнән башҡарылған булыуы ла ихтимал, әммә уларҙы икенсе форматта бирәбеҙ, бер йырсы икенсеһенә оҡшамаған һымаҡ, йырҙың формаһын, стилен, музыкаль яҡтан оҙатылыуын да үҙгәртәбеҙ, мәҫәлән, элек баянға ҡушылып йырланғанды оркестр оҙатыуында башҡарырға мөмкин.
Бейеү ансамбленә килгәндә, сценарий буйынса кәрәк булһа, яңы бейеүҙәр ҡуйыла, репертуарҙа булған бейеүҙәр менән бер рәттән элек, бынан күп йылдар элек башҡарылған бейеүҙәр яңынан тергеҙелә - шулай итеп, һәр тармаҡ артистары бирелгән йүнәлеш буйынса эш башлай һәм һөҙөмтә сәхнәлә тулы килеш күренә. Эш барышында сценарий үҙгәрергә лә мөмкин, сөнки режиссерҙың үҙ ҡарашы бар, бер үк күренештәрҙе ул үҙенсә тойомлауы ихтимал, уның иңендә ҙур яуаплылыҡ ята.
Быйылғы миҙгел асыу байрамында үҙгәрештәрҙе халыҡ үҙе килеп күреп, үҙҙәренсә баһа бирһә, бик шат булырбыҙ. Коллектив тулыланды: йәш бейеүселәр килде, әле тамашасыға таныш булмаған йырсыларҙы, алып барыусыларҙы, музыкаль етәксене күрәсәкһегеҙ. Ят йөҙҙәр, ят таланттар менән танышырға, таныш артистарығыҙҙың яңы сығыштарын күрергә саҡырабыҙ!
Радик ӨМӨТҠУЖИН
яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА