«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯЛДАРЫҒЫҘ ЯЛ БУЛҺЫН!
+  - 

Күптәр Яңы йыл байрамын унан һуң башланасаҡ оҙайлы каникулдары өсөн дә ярата һәм көтөп ала. Үҙенә күрә был ял отпуск кеүек ҡабул ителә һәм ул, һис шикһеҙ, һиңә сикһеҙ бәхет тойғолары ғына бүләк итәсәк һымаҡ. Таяҡ ике осло булған кеүек, оҙайлы ялдарҙың да үҙенең нескәлектәре бар. Аҙна ахырына ял итеүҙән ҡәнәғәтлек тойғолары кисереү урынына - арыу, йәки ғаилә ағзалары менән һүҙгә килешеүҙән стресс кисереүегеҙ ҙә бар, тип иҫкәртә белгестәр. Ошолар хаҡында клиник психолог, психоаналитик Әлфиә Сәғит ҡыҙы БАЙРАМҒОЛОВА менән әңгәмәләшәбеҙ.

Оҙайлы ялдарҙа беҙ үҙебеҙҙең өйрәнгән ғәҙәти ритмдан ситкә тайпылабыҙ. Оҙағыраҡ йоҡлайбыҙ, бөтөнләй икенсе ваҡытта ашайбыҙ. Байрамға әҙерләнгәндә өйөн таҙалап-йыйыштырып, ризыҡты ла артығынан тыш әҙерләгән булһа, хужабикәләр хатта берәй көн ашарға бешереп тә тормай әле, ғәҙәттә. Эшкә барырға кәрәкмәй, нимә теләйем - шуны эшләйем, тип уйлағандар ҙа аптырап ҡалыуы ихтимал. Элек, мәҫәлән, театрға барыр инем, эштән бушап булмай, тиһәгеҙ, хәҙер ваҡыт булыу менән унда бик үк барғығыҙ ҙа килмәүе асыҡлана. Быға тиклем конькиҙа шыуырға яратмаған булһағыҙ, каникулдарҙа һеҙ катокка ла бармаясаҡһығыҙ. Саңғы шыуырға яратмаһағыҙ, дуҫтарығыҙ менән махсус ял итеү базаларына ла китмәйәсәкһегеҙ. Йәғни, ниндәйҙер шөғөлөгөҙ юҡ икән, был ялдарҙа уларҙың барлыҡҡа килеүе икеле. Шулай ҙа алдан план ҡороп, үҙегеҙҙе еңеп, ниндәйҙер яңы шөғөл үҙләштерһәгеҙ, һеҙ герой, үҙегеҙ менән лайыҡлы ғорурлана алаһығыҙ.
Йыл буйы эшләп арыным, ял итеп тик ятам, тип уйлау хата фекер. 2-3 көн тик ятҡандан һуң, тороп, нимәлер эшләүе ауыр буласаҡ, сөнки энергия хәрәкәт иткәндән генә тулылана. Шуға ла ниндәйҙер ижади планығыҙ юҡ икән, ялдарҙа сәләмәтлекте нығытыуға бағышлағыҙ. Диванда тик ятыу урынына тышта йөрөгөҙ, ике осраҡта ла бер нәмә лә эшләмәйһегеҙ, әммә икенсеһендә саф һауаның файҙаһы ҙур. Тәүлегенә 9 сәғәттән артыҡ йоҡлау мейе эшмәкәрлеге өсөн зарарлы, тик ятыуҙан арҡа бағанаһы тонусын юғалта, организм аҡыллы, кәрәкмәгәс, энергия бүлеп сығарыуҙы ла кәметә. Бына ошолар барыһы ла аҙаҡтан, эшкә сығырға ваҡыт еткәс, һеҙгә ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырасаҡ. Шуға ла ял - ул бер нәмә лә эшләмәү түгел, ә эшмәкәрлекте икенсе нәмәгә йүнәлтеү. Һәм ул эшмәкәрлекте һеҙ үҙегеҙ һайлайһығыҙ.
Бында тағы ла шуныһы бар - һәр кем үҙенең әлеге мәлдәге хәл-торошонан сығып, был ялдарҙы нисек үткәреү тураһында планлаштырырға тейеш. Мәҫәлән, кемдеңдер эше бик тынғыһыҙ, йыш ҡына йоҡоһо туймай икән, 1-2 көн булһа ла тыныс мөхиттә ҡалып, ял итеү өсөн шарттар булдырырға тырышһын. Кемдер тотош ғаилә өйҙә йыйылған ваҡытта үҙен ҡыйыныраҡ тоя икән, ярты көнгә булһа ла үҙ-үҙе менән ҡалырға мөмкинлек табырға тейеш. Һәр кем үҙенең мохтажлығынан сығып, үҙе өсөн комфортлы мөхит булдыра алмаһа, был ялдар уға яҡшы кәйеф өҫтәмәйәсәк. Беҙҙең халыҡтың матур бер йолаһы бар: кемдәр ауылда тыуып-үҫкән, улар был ялдарҙа мотлаҡ ауылға ҡайта. Кеше ҡала мөхитенән ял итеп, психологик торошон ыңғайға көйләй алған мөхиткә эләгергә тырыша, быныһы бик дөрөҫ. Был мөхит үҙеңдең тыуған йортоң икән, атай-әсәйең, туғандарың менән күрешеп, туйғансы һөйләшеп, бер-береһе менән һирәк кенә аралашҡан балаларығыҙҙы осраштырыу һәйбәт күренеш. Тик ыңғай яҡтың киреһе лә бар, халыҡ араһында, ҡайтһалар - бер ҡыуанам, китһәләр - ике ҡыуанам, тигән лаҡап юҡтан барлыҡҡа килмәгән. Кеше бер-береһенән туйып та китеүе ихтимал, ошоларҙы алдан күҙаллап ҡуйыу кәрәк.
Әлбиттә, беҙ был ялдарҙа балалар менән тығыҙыраҡ, күберәк, яҡыныраҡ аралашабыҙ. Баланың энергияһы ташып тора, оҙайлы ялда түгел, ике көнлөк ялдарҙа ла күпселек атай менән әсәйҙәрҙең баштары әйләнеп китә. Шуға ла өлкәндәргә ҡарағанда балаларға каникулдарҙы планлаштырыу мөһимерәк. Үҙенең бала сағына әйләнеп ҡайтҡандай булып, балалары менән санала, саңғыла шыуып, әүҙем ял ойоштора алған атай-әсәйҙәр бәхетле. Ялдар быйыл ғына килмәй бит, хәҙер нисә йыл беҙ ошолай оҙайлы ял итәбеҙ. Шуға ла уларҙы алдан планлаштырып, күңелле итеп үткәрергә өйрәнегеҙ.

Шулай итеп...
Ял итә белеү ҙә һөнәр, көтөп алынған каникулдарҙың нисек үтеүе үҙегеҙҙең ҡулда, хөрмәтле уҡыусылар. Артыҡ ныҡ әүҙемлек тә зыян, ялдарҙан һуң ял итеү өсөн тағы ла ял кәрәк булып ҡуйыуы ла бар. Шуға ла бөгөнгө ҡунағыбыҙҙан һеҙгә тағы бер кәңәш - ике сик араһында бәргеләнмәй, алтын урталыҡ һаҡлауҙан да яҡшырағы юҡ. Тормошҡа ышанысты арттырыу өҫтөндә эшләргә, позитив булырға һәм балаларҙы ла шуға өйрәтергә кәрәк. Ялдарығыҙ ял булһын!

Ләйсән ВӘЛИЕВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №52, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.12.22 | Ҡаралған: 194

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru