Башҡортостан Республикаһы халҡы Беренсе Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты һуңғы юлға оҙатты. Шәхес менән хушлашыу "Башҡортостан" дәүләт концерт залында иртәнге сәғәт 9-ҙа башланды. Мәрхүм менән хушлашырға шәхестең арҡаҙаштары, коллегалары ғына түгел, ябай халыҡ, баш ҡаланың һәм республиканың төрлө предприятиеларының хеҙмәт коллективтары вәкилдәре килде. Иртәнге 8-ҙән үк саҡрымға еткән сират һуҙылды.
Көндөҙгө сәғәт 12-лә Башҡортостандың Беренсе Президенты иҫтәлегенә матәм митингыһы башланды. Уны асып, БР Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев мәрхүмдең хәләле Луиза Ғәлим ҡыҙына, яҡындарына ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткерҙе, Мортаза Ғөбәйҙулла улының тормош юлының төп мәлдәренә туҡталып, уның тотош дәүер әһәмиәтенә эйәлеген билдәләне. "Тарихты тамырынан үҙгәрткән 90-сы йылдар ваҡиғалары Башҡортостандың Беренсе Президенты исемен яңы Рәсәй тарихына сағыу дәүләт һәм сәйәси эшмәкәр булараҡ мәңгелеккә яҙҙы", - тине ул.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров та Мортаза Рәхимовтың бар ғүмерен Башҡортостан халыҡтары мәнфәғәтенә хеҙмәт итеүгә бағышлаған киң ҡарашлы шәхес, гражданин һәм кеше, етәксе һәм лидер булыуын, республиканы иҡтисади ҡеүәтле төбәккә әйләндереү өсөн ныҡлы нигеҙ һалыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уның дәүер символы, башҡорт халҡының бөйөк улы булыуын билдәләне. "Мортаза Ғөбәйҙулла улы ҡаҡшамаҫ абруй яулаған һәм бер үк ваҡытта ябай, ер кешеһе булып ҡала алған ысын лидер. Уны күпселек төбәк етәкселәре ихтирам итте, уны сәйәси лидер, аҡыллы аҡһаҡал тип баһаланылар һәм һәр саҡ уның фекеренә ҡолаҡ һалдылар. Бөгөн мин Мортаза Ғөбәйҙулла улы алдында крайҙы, Рәсәйҙе һаҡлап ҡалғаны, Башҡортостанды Рәсәйҙең алдынғы, абруйлы субъектына әйләндергәне, ныҡлы иҡтисад һәм кешеләр тураһында хәстәрлеге, туған телдәрҙе, мәҙәниәт, рухиәтте бөтөн күңеле менән ҡәҙерләгәне өсөн баш эйәм. Беҙ һеҙгә ярҙамығыҙ, аҡыллы кәңәштәрегеҙ, ышанысығыҙ өсөн рәхмәтлебеҙ. Һеҙҙән күп нәмәгә өйрәндек һәм әле лә ысын кеше, илһөйәр, профессиональ һәм зирәк етәксе булырға өйрәнәбеҙ. Һис һүҙһеҙ, эшегеҙҙе дауам итербеҙ", - тине Радий Фәрит улы.
Башҡортостан Республикаһының Беренсе Президентының вафаты айҡанлы субъекттар башлыҡтарынан, ябай граждандарҙан ҡайғы уртаҡлашыу телеграммалары килә. РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенконың телеграммаһында түбәндәге юлдар бар: "Бар көсөн халыҡҡа һәм Ватанға тоғро хеҙмәт итеүгә бағышлаған һирәк һөнәри һәм шәхси сифаттарға эйә кеше, билдәле дәүләт эшмәкәре китте. Мортаза Ғөбәйҙулла улы тыуған республикаһы мәнфәғәтендә эшләне, уны үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе, төбәктең иҡтисади һәм социаль өлкәләрен яңы кимәлгә сығарҙы. Ул принципиаллек, һынмаҫ рух, иң ҡатмарлы шарттарҙа ла юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү һәләте, намыҫлылыҡ, тыңлай һәм борсола белеү, мохтаждарға ярҙам итергә тырышыу сифаттарына эйә булды. Яҡташтары һәм коллегалары хәтерендә Мортаза Ғөбәйҙулла улы йөрәгендә һәр кемгә урын табылған һәр саҡ аҡыллы, зирәк, компетентлы сәйәсмән, ысын остаз булып ҡалыр. Уның изге эштәре һәм ҡаҙаныштары бер ваҡытта ла онотолмаҫ".
Шулай уҡ матәм митингыһында Татарстан Республикаһы президенты Рөстәм Миңлеханов та ҡатнашып, шәхсән һәм татарстандар исеменән ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткерҙе. Уның китеүе Башҡортостан өсөн генә түгел, Татарстан өсөн дә оло юғалтыу булыуын билдәләне.
Мортаза Ғөбәйҙулла улының арҡаҙашы, Татарстан Республикаһы Президентының кәңәшсеһе Минтимер Шәймиев оҙаҡ йылдар бергә эшләүҙәре, ярышыуҙары, бер-береһенең уңыштарынан көнләшеүҙәре, бәхәсләшеүҙәре, әммә һәр саҡ уртаҡ тел табыуҙары тураһында һөйләне, ике республиканың Рәсәйҙе үҫтереүгә һәм нығытыуға, уның сәйәси йүнәлешенә индергән өлөшөнөң ниндәй баһаға эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Протокол буйынса сығыш яһаусыларҙың һәр ҡайһыһы Мортаза Рәхимовтың абруйлы шәхес, башҡорт халҡының бөйөк улы булыуына баҫым яһаны, уның республиканы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яңы социаль-иҡтисади кимәлгә сығарыуын, республика өсөн генә түгел, Рәсәй өсөн эре хужалыҡ етәксеһе булыуын билдәләне.
Сара һуңында Рәсәй мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин сығыш яһап, Мортаза Ғөбәйҙулла улының традицион конфессияларҙы һаҡлау һәм үҫтереү өсөн дә ҙур эш башҡарыуын белдерҙе. Быны сараға барлыҡ конфессия етәкселәренең килеүе лә раҫлай. Ә инде мәрхүмде ошондағы имамдарҙың барыһы бергә Ҡөрьән-Кәрим аяттары уҡып оҙатыуы үҙенә урын тапмай үрһәләнгән күңелдәрҙе бер аҙ тынысландырғандай булды...
ӘЙТКӘНДӘЙ...
Мортаза Рәхимов менән хушлашырға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың килеүе, уның Башҡортостандың Беренсе Президентының табуты эргәһендә туҡтап, баш эйеүе - бөйөк шәхес алдында ғына түгел, ә ошо шәхесте донъяға килтергән, тәрбиәләгән, үҫтергән халыҡ һәм республика алдында баш эйеү, уға хөрмәтен белдереүе кеүек ҡабул ителде...
"Киске Өфө" гәзите, №1, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА