«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә ҡала халҡы ла, ауылдыҡылар ҙа үҙҙәренең шәхси баҡсаһында эш башларға әҙерләнә. Баҡсағыҙҙан алған уңыш ниндәй дәрәжәлә матди хәлегеҙҙе еңеләйтә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БАШҠОРТТАРҘЫҢ ҺУНАР САҢҒЫҺЫ
+  - 

Фотоһүрәттә күрһәтелгән башҡорт һунар саңғыһы Башҡортостан Милли музейы филиалы - Салауат Юлаев музейында ОФ-1039 һаны аҫтында һаҡлана. Мышы тиреһе менән көпләнгән, ҡамуслы (камусные лыжи) һунар саңғыһын музейға 2009 йылда Садиҡов Артем Зәғәфуран улы тапшырған. Уның оҙонлоғо 2 метр 3 сантимер, киңлеге 13 сантиметр.

Башҡорттарҙа саңғы элекке ваҡыттарҙан билдәле: XVI быуатта башҡорт ырыуҙары һәм ҡәбиләләре вәкилдәренең урыҫ батшаһына саңғыла барыуҙары, Төмәнгә тиклем етеүҙәре тураһында һөйләүсе дәлилдәр бар.
Башҡорт саңғылары ике төрлө булған - ябай ағас саңғылар һәм махсус һунар саңғыһы (ҡалтағай). Саңғылар табанына тире ҡағылған булған. Ҡалтағай, ғәҙәттә, ат, ҡайһы берҙә мышы аяғынан алынған, оҙонлоғо 2 метр тирәһендәй тире менән һуғылған. Уның уртаһына, уны ҡайыш менән аяҡҡа беркеткән урынға, туҙ йәбештергәндәр. Был аяҡ кейеме аҫтына ҡар тулыуҙан һаҡлаған. XVI-XVIII быуаттарҙа, башҡорттарҙың риүәйәттәренә ярашлы, уларҙа ҡондоҙ тиреһе менән һуғылған саңғылар булған. Был рәүешле эшләнгән саңғыла һунарсы тауға менгәндә артҡа таймаған, ә тауҙан төшкәндә, киреһенсә, шәп шыуған. Саңғы эшләү өсөн муйыл ағасы ҡулланылған, ул еңел, һығылмалы һәм ныҡ булған. Шулай уҡ ҡарағайҙан да саңғылар эшләгәндәр. Ҡалтағайҙың башында, ябай саңғыларҙан айырмалы рәүештә, тишектәр булған. Һунарсы улар аша бау сығарып, тау юлы буйлап барған саҡта, саңғыларын һөйрәгән. Шулай уҡ бер-береһе менән бәйләнгән саңғылар табыш һалып һөйрәтергә ҡулай булған.
Саңғының исемдәре һәм уларҙың конструктив өлөшсәләре башҡорттарҙың Көньяҡ һәм Көнбайыш Себер халыҡтары, төрки һәм уғыр-самодий ҡәбиләләре менән бәйләнештә булыуы тураһында һөйләй. Ләкин башҡорт саңғыларының төҙөлөшөндә һәм уларҙың ҡулланылышында үҙенә генә хас үҙенсәлектәр ҙә булған. Мәҫәлән, тирене саңғыға әсегән ат ҡаны менән йәбештереү, беркетмәләге ҡайыштың иркен шыуып йөрөүе, саңғылар шәп шыуһын өсөн балауыҙ менән майлау һәм башҡалар. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында саңғыла йөрөү өсөн махсус юл аяҡ кейеме - башымлы ҡынйыраҡ һәм башымлы сабата - менән ҡулланғандар.

"Киске Өфө" гәзите, №5, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.02.23 | Ҡаралған: 504

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru