* * *
Әбү Һүрайраға Бәйғәмбәр (уға Аллаһтың сәләме булһын): "Ураҙа - ул йәһәннәм утынан ҡотҡарыусы пәрҙә, ураҙа тотҡан кеше насар һүҙ һөйләмәһен һәм наҙандарға оҡшамаһын. Кем дә булһа уның менән талашырға теләһә йәки уны асыуландыра башлаһа, ул ике тапҡыр: "Мин Ураҙа тотам!" - тип әйтһен. Мин йәнем Уның ҡулында булған Зат менән ант итәм: Ураҙа тота торған кешенең ауыҙынан килгән еҫ Аллаһы Тәғәлә өсөн мускустың хуш еҫенән дә тәмлерәк һәм Ул: "Ул Минең өсөн ризыҡтан, эсемлектән һәм үҙенең дәртенән баш тарта, был Ураҙаны ул Минең өсөн тота һәм Мин уға бының өсөн әжерен бирәсәкмен. Ә яҡшы эштең әжере ун тапҡыр артығыраҡ буласаҡ!" - тип әйтер", - тигән.
* * *
Сәһл риүәйәте: "Бәйғәмбәр (уға Аллаһтың сәләме булһын): "Ысынында, йәннәттә Әр-Раян тигән ҡапҡалар бар һәм Ҡиәмәт көнөндә унан бары тик ураҙа тотҡан кешеләр генә инәсәк. "Ураҙа тотҡан кешеләр ҡайҙа?" - тип һорағас, улар уянасаҡ һәм был ҡапҡанан уларҙан башҡа берәү ҙә инмәйәсәк. Улар йәннәткә ингәс, ҡапҡалар бикләнәсәк һәм унан бүтән бер кем дә инә алмаясаҡ", - тип һөйләгән.
* * *
Әбү Һүрайра шулай тип тапшырған: "Бәйғәмбәр (уға Аллаһтың сәләме булһын): "Рамаҙан еткәс, йәннәт ишектәре асыла!" - тигән. Икенсе хәҙистә Бәйғәмбәр: "Рамаҙан айы еткәс, күктең ҡапҡалары асыла, ә йәһәннәм ҡапҡалары бикләнә һәм шайтандар сылбыр менән бәйләп ҡуйыла", - тигән.
* * *
Әбү Һүрайра (Аллаһ унан разый булһын) тапшырыуынса, Аллаһтың илсеһе: "Әгәр кеше ялғанлауҙан һәм алдау менән эш итеүҙән тыйылмаһа, Аллаһҡа уның ашау-эсеүҙән баш тартыуы кәрәк түгел", - тигән.
* * *
Әбү Һүрайра әйтеүенсә, Бәйғәмбәр (уға Аллаһтың сәләме булһын): "Һеҙҙең берегеҙ ҙә рамаҙанға бер, ике көн ҡала ураҙа тота башламаһын. Был уның өсөн ғәҙәти хәл булһа ғына (йәғни даими ураҙа тотһа ғына) ул әлеге ваҡытта ураҙа тота ала",- тигән.
* * *
Һади бине Хәтим риүәйәте: "…Аҡ еп менән ҡара еп айырыла башлағансы…" тигән аят ингәс, мин аҡ һәм ҡара бауҙы ҡулланырға уйлап, уларҙы мендәр аҫтыма ҡуйҙым. Төндә уларға ҡараным, ләкин бер нәмә лә айыра алманым. Иртә менән Бәйғәмбәр янына килеп, был турала һөйләнем. Ул (уға Аллаһтың сәләме булһын) "Был төндөң ҡараңғылығы һәм көндөң яҡтылығы!" - тине".
* * *
Әнәс бине Мәлик тапшырыуынса, Бәйғәмбәр (уға Аллаһтың сәләме булһын): "Таң алдынан ашағыҙ, сөнки ул - рәхмәт (теләк)", - тип әйткән.
* * *
Әбү Һүрайра әйтеүенсә, Бәйғәмбәр (уға Аллаһтың сәләме булһын): "Әгәр ҙә кеше Ураҙа ваҡытында онотоп ашаһа йәки эсһә, ул кеше ураҙа тотоуын дауам итһен, сөнки Аллаһ уны ашатҡан да, эсерткән дә", - тигән.
* * *
Әбү Һүрайра риүәйәтенән: "Бер ваҡыт беҙ Бәйғәмбәр менән ултырғанда уның янына бер кеше килде лә: "Әй, Аллаһтың илсеһе! Мин һәләк булдым!" - тине. Бәйғәмбәр (уға Аллаһтың сәләме булһын): "Нимә булды?" - тип һораны. Теге кеше: "Ураҙа ваҡытында мин ҡатыныма яҡынлык ҡылдым", - тине. Бәйғәмбәр: "Һинең иреккә ебәрерлек ҡолдарың бармы?" - тип һораны. Ул: "Юҡ", - тине. Бәйғәмбәр яңынан: "Һин ике ай тотош ураҙа тота алаһыңмы?" - тип һораны. Ул: "Юҡ", - тине. Бәйғәмбәр яңынан: "Һин алтмыш мохтаж кешене ашата алаһыңмы?" - тине. Тегеһе: "Юҡ", - тип яуап бирҙе. Шунда Бәйғәмбәр күпмелер ваҡыт сабыр итеп торҙо, ә беҙ уның янында ултырыуҙы дауам иттек. Уға хөрмәләр тултырылған пальма япраҡтарынан яһалған кәрзин килтерҙеләр. Бәйғәмбәр (уға Аллаһтың сәләме булһын): "Ҡайҙа теге кеше?" - тип һораны. Ул: "Мин бында", - тине. Шунда Бәйғәмбәр: "Ошоно ал да саҙаҡа итеп тарат", - тине. Теге кеше: "Әй, Аллаһтың илсеһе! Мин быны үҙемдән ярлыраҡ кешеләргә таратырға тейешме? Аллаһ менән ант итәм, Мәҙинәлә минекенән дә ярлыраҡ ғаилә юҡ бит", - тип һораны. Быны ишеткәс, Бәйғәмбәр тештәре күренерлек итеп көлдө, ә унан: "Уларҙы үҙ ҡатыныңа ашат", - тине".
* * *
Ибн Ғаббас әйтеүе буйынса, Бәйғәмбәр ихрамда булғанда ла, ураҙа тотҡанда ла ҡан алдыртҡан.
* * *
Бәйғәмбәрҙең ҡатыны Ғәйшәнең риүәйәте буйынса, бер ваҡыт Хәмзә бине Ғәмр әл-Әсләми Бәйғәмбәрҙән: "Миңә юлда ураҙа тоторға кәрәкме?" - тип һораған. Ә ул һәр ваҡыт ураҙа тота торған кеше булған. Бәйғәмбәр (уға Аллаһтың сәләме булһын): "Теләһәң - тот, теләмәһәң - тотмаһаң да була", - тип яуап биргән.
* * *
Әбү-Дәрдә риүәйәте: "Бер ваҡыт беҙ Бәйғәмбәр менән (уға Аллаһтың сәләме булһын) бик эҫе көндө юлға сыҡтыҡ, эҫелектән кешеләр баштарын ҡулдары менән ҡаплай инеләр. Бәйғәмбәрҙе һәм ибн Рәвәхиҙе һанамағанда, беҙҙең арала ураҙа тотоусы кешеләр юҡ ине".
* * *
Жәбир бине Ғабдуллаһ риүәйәте: "Бер ваҡыт Бәйғәмбәр юлда булғанда кешеләрҙең бер әҙәмде ҡояштан ҡаплап торғанын күргән. Ул (уға Аллаһтың сәләме булһын): "Нимә булды?" - тип һораған. Кешеләр: "Был кеше ураҙа тота", - тигәндәр. Бәйғәмбәр: "Юлда булғанда тотҡан ураҙаның тәҡүәлеккә бер ниндәй ҡатнашы юҡ", - тип әйткән".
* * *
Сәһл бине Сәғд тапшырыуынса, Аллаһтың Пәйғәмбәре (уға Аллаһтың сәләме булһын): "Мосолмандар ауыҙ асырға ашығыуҙан туктағансы бәрәкәттә буласаҡтар", - тигән.
* * *
Әбү Сәғид әйтеүенсә, ул Бәйғәмбәрҙең (уға Аллаһтың сәләме булһын): "Ауыҙ асмайынса Ураҙа тотмағыҙ, әгәр ҙә берәрегеҙ шулай эшләһә, уның ураҙаһы сәхәр ваҡытынан да артыҡ дауам итмәһен", - тигәнен ишеткән.
* * *
Әбү Сәғид әл-Худри риүәйәте: "Бер мәл беҙ рамаҙандың икенсе ун көнлөгөндә Бәйғәмбәр менән мәсеттә ҡалдыҡ. Ә егермеһе көндө иртә менән ул унан сыҡты һәм беҙгә мөрәжәғәт итеп: "Үҙ ваҡытында миңә Ҡәҙер кисәһе күрһәтелгәйне, ә һуңынан уны миңә онотторҙолар. Был төндөң бәрәкәтен һуңғы ун көндөң таҡ көндәренән эҙләгеҙ. Шулай ук мин төшөмдә һыуҙа һәм ҡыҙыл балсыҡта намаҙ уҡығанымды күрҙем. Бәйғәмбәр менән аулаҡ ҡалған кешеләр мәсеткә кире ҡайтһындар", - тине, һәм беҙ ҡайттык. Был ваҡытта күктә бер болот та юҡ ине. Кинәт күк йөҙө болот менән ҡаплана башланы һәм бик ҡаты ямғыр башланды. Мәсеттең түбәһенән һыу аҡты, сөнки ул ҡоро пальма япраҡтарынан ғына яһалғайны. Намаҙ башланғанда мин Бәйғәмбәрҙең һыуҙа һәм ҡыҙыл балсыҡта намаҙ уҡығанын күрҙем. Шулай ук уның маңлайында ҡыҙыл балсыҡ эҙҙәрен дә күрҙем".
(Сахих Бохари хәҙистәр йыйынтығынан).
"Киске Өфө" гәзите, №11, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА