Бөгөн башҡорт йәмәғәтселеген нимә борсой? Ауылдарҙа һәм ҡалаларҙа, йәки бөтөнләй сит илдәрҙә ғүмер иткән милләттәштәребеҙ ниҙәр кисереп, ниндәй уйҙар менән йәшәй? Был һорауҙарға яуаптарҙы ошо көндәрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында сәхнәләштерелгән "Ете быуын. Һаҡлаусылар" һәм "Ете быуын. Йәштәр" тигән яңы спектаклдәр бирҙе. Театрҙың "вербатим", йәки документаль театр тип аталған төрөндә ижад ителгән был спектаклдәрҙә беҙ үҙебеҙ, йәғни замандаштар сағылдырылды.
Театр һәр ваҡыт үҙ заманының көҙгөһө булған. Ул властағыларға халыҡ фекерен, ә халыҡҡа властағылар ниәтен еткергән, иң көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәргән, көлкөһө лә, аянысы ла сәхнәгә сығарылған. Ә бына театраль тамашаның "вербатим" тигән төрөнә нигеҙ үткән быуаттың 20-се йылдарында совет Рәсәйендә һалынған, тип иҫәпләнә. Ул ваҡытта тамашасылар спектаклдә массовка урынында булып, актерҙар тамашаны һуңғы яңылыҡтар менән тулыландыра барып сығыш яһаған. Йәғни, заман талабына ярашлы барлыҡҡа килгән документаль театр әҙәби пьесаға нигеҙләнмәгән, уның геройҙары - йәмғиәтебеҙҙә йәшәгән ысын кешеләр, уларҙың һүҙҙәре һис үҙгәртелмәй актерҙар тарафынан еткерелә.
М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актерҙары ла ике өлөштән торған спектаклдең геройҙарын беҙҙең арала йәшәп ятҡандар араһынан һайлап алған. "Ете быуын. Һаҡлаусылар" тигән тәүгеһендә Йылайыр районына йәйге экспедиция ваҡытында тупланған материалдар сағылдырылған. Бында беҙ ауыл кешеләренең тормошо, булмышы, уй-кисерештәре, үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәк тураһында уйланыуҙары менән таныштыҡ. "Тыуған тел бөтһә, милләт тә бөтәсәкме?" - ошо һорау спектакль буйына һәр тамашасының күңелен өйкәп торҙо. Спектаклдә һөйләнгән монологтар тыуған ер, туған тел, рух, иман, ауылдағы эшһеҙлек, айыҡлыҡ кеүек темаларҙы үҙ эсенә алды. Был мөхитте яҡшы аңлаған кешеләр геройҙар араһында үҙҙәрен йә яҡындарын таныһа, ауылдан йыраҡ торғандар үҙҙәре өсөн асыш яһаны. Ауылда йәшәгән милләттәштәребеҙҙең күңеле тулы ғәм икән дә, тип уйланып ҡайтыусылар ҙа булғандыр, моғайын. Халыҡ араһында, уның тын алышын һиҙеп-белеп йөрөгән беҙҙең дә күңелдәребеҙҙе аҫтын-өҫкә әйләндерҙе актерҙар. Әллә ҡасандан ауыр йөк булып торған уйҙарҙы бүлешкәндәй, асыҡтан-асыҡ әңгәмәләшкәндәй тойҙоҡ үҙебеҙҙе. Туған телендә һөйләшмәгән балалар, көпә-көндөҙ ҡапҡаһы бикле ауылдаштар, эшһеҙлектән эскегә һабышҡандар, уларҙы ағыулаған ғәмһеҙҙәр, тере сағында баһаланмаған шәхестәр, һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер изге күңеллеләр, ихластар - бына кемдәр хаҡында был спектакль-вербатим. Улар - башҡорт халҡының рухын, йолаларын, булмышын һаҡлап ҡалған бер утрау.
Был утрауҙан сығып киткәндәр "Ете быуын. Йәштәр" спектакль-вербатимында сағылыш тапҡан. Ҡалала тыуып үҫкән, йәки оҙаҡ йылдар таш йорттарҙа йәшәп, асфальт юлдарҙы тапап күңелдәре лә ҡата төшкән, ҙур донъяла үҙҙәрен эҙләгән кешеләр улар. Араларында исеме генә башҡортса булып ҡалғандар, бөтә күңеле менән үҙенең милли булмышын инҡар итеүселәр, йә, киреһенсә, сит милләттән булып, башҡорт донъяһын яҡынданыраҡ аңларға теләүселәр, глобалләшеү шарттарына яраҡлашып йәшәүселәре лә бар.
Был спектаклдә тәүгеһендәге кеүек аҫалы балаҫтарҙағылай сағыу төҫтәр юҡ, бар донъя ҡараға, бер төрлөлөккә мансылған. Шулай ҙа йәштәребеҙ һис тә битараф түгел: улар туған тел, халыҡ киләсәге тураһында ла борсола, тик был мәсьәләләрҙе үҙҙәренсә хәл итә. Әлбиттә, телдәре саф башҡортса түгел, күбеһе фекерҙәрен русса яңғырата. Был - йәштәребеҙҙең фекерләү ҡеүәһе башҡорт телендә үҫешмәүен, телдең аш бүлмәһе кимәлендә ҡала барыуын сағылдырған аяныслы бер күренеш булараҡ ҡабул ителә. Ә шулай ҙа һуңлап булһа ла үҙ хатаһын төҙәтергә тырышҡандарға һоҡланыу менән ҡарала: ҡатнаш никахтан тыуып, башҡорт телен белмәй үҫһә лә, балаларын әсә теленән мәхрүм итмәҫ өсөн күп көс һалған, башҡортлоғонан һис тартынмаған йәштәребеҙ бар. Улар - күптәребеҙгә өлгө күрһәтерҙәй афариндар. "Ете быуын. Йәштәр" спектакль-вербатимда яңғыраған фекерҙәр араһында "Ағасты беҙ нимәһенә ҡарап билдәләйбеҙ? Имәнме ул, ҡайынмы? Әле олонона барып еткәнгә тиклем япрағынан ҡарап билдәләйбеҙ. Әгәр һинең япрағың ҡайын булһа ғына, һин - ҡайынһың", - тигән һүҙҙәр йөрәктәргә уйылып ҡалды...
ШУЛАЙ ИТЕП...
Быуындар бәйләнешен һәм айырымлығын сағылдырған спектаклдәрҙе ҡараусылар аҙаҡтан үҙ фекерҙәрен белдереп, уны театрҙың төп сәхнәһенә күсерергә кәрәклеген билдәләп үткәйне. Әммә был сәхнәләштереү күҙгә-күҙ ҡарашып ултырып, күңелдәр менән аралашыу мөмкинлеге биргән Бәләкәй сәхнәлә уйналыуы отошло. Бында һәр кемдең төпкөл аңына ойотҡо һалына, йөрәктә быҫҡыған ҡуҙ ялҡынлана, күңел күҙҙәре асыла. Ошондай сихри көскә эйә тамашаларҙы бөтә ғаилә менән бер-бер артлы барып ҡарау отошло. Был мөмкинлеккә юл асҡан "Замандаш" проекты һәм уның башланғысында тороусы шеф-драматург Сәрүәр Сурина, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актерҙары, спектаклдәрҙең ҡуйыусы режиссеры Рима Харисова, ҡуйыусы рәссам Әлиә Байрамғолова, композитор Урал Иҙелбаев, яҡтыртыу оҫтаһы Таһир Аҡмановҡа рәхмәт.
Сәриә ҒАРИПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА