Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Өсөнсө бүлек. Иртә тимер эпохаһы
Урманда йәшәү шарттары ананьин ҡәбиләләренең йәшәү рәүешенә һәм мәҙәниәтенә көслө йоғонто яһаған. Мәҫәлән, күскенсе дала кешеләренән айырмалы, уларҙың күл һәм йылға ярҙарында даими йәшәй торған торлаҡтары булған. Ҡомартҡыларының иң оригиналь булғандарынан йырындар һәм йылға үҙәндәре бөгөлдәре араһындағы тар морондарҙа төҙөлгән ҡәлғә-ҡаласыҡтарҙы атарға була.
Ҡағиҙә булараҡ, бындай морондарҙың вертикаль битләүе була, кәрәк булғанда битләүҙәр, дошмандар ҡәлғәгә үтеп инә алмаһын өсөн, махсус рәүештә 4-6 метрға тиклем йә иһә унан да бейегерәк итеп ҡаҙылып-ҡырҡып алынған. Ялан яғынан ҡәлғә бер йә иһә ике-өс бейек ур менән ҡурсаланған, бының өсөн киң һәм тәрән оҙон соҡорҙар ҡаҙылған. Ур емерелмәһен өсөн уның нигеҙе ситән йә иһә ағас бура менән нығытылған. Ур өҫтөнә тағы ла бейек ҡойма рәте ҡоролған. Әлеге ваҡытта Ағиҙел йылғаһы бассейнында ошондай бер нисә тиҫтә ананьин ҡәлғә-ҡаласыҡтары булыуы асыҡланды, әммә улар араһында йылға тамағында төҙөлгән, биш ур һәм оҙон соҡор менән ҡурсаланған Торатау ҡаласығы (Краснокама районы) барыһынан да яҡшыраҡ өйрәнелгән. Унда майҙандары уртаса 30-40 кв.м булған дүрт мөйөшлө 7 торлаҡ - ярым ер өй ҡаҙып асылған. Күрәһең, улар бер йә иһә ике яҡлы ҡыйығы булған ағас бураларҙан һалынған. Улар иҙәндә яғылған усаҡтар менән йылытылған. Ошондай монументаль ҡаласыҡтарҙың харабалары Ағиҙел йылғаһының барса яр буйҙарында табылған. Улар араһында бигерәк тә ҙур күләмле булыуҙары менән Петртау тауындағы (Дүртөйлө районы), Бөрө, Костарев (Бөрө районы), Өфө (Чертово), III Өфө (Өфө ҡалаһы территорияһында), Шипово, Охлебинино (Иглин районы) һәм башҡа ҡаласыҡтар айырылып тора. Уларҙың ҡәлғәне дошмандарҙан ҡурсалаусы бейек ер урҙары һәм тәрән соҡорҙары әлегә тиклем асыҡ күренеп тора. Ананьин ҡәбиләрендә ағас буранан ер өҫтөнә өй һала белеүҙең киң билдәле булыуы хаҡында археологтарҙың нигеҙле фекере бар. Ҡаласыҡтарҙы һәм торлаҡтарҙы ҡаҙып асҡанда бар урындарҙа ла йорт һәм ҡырағай хайуандарҙың һөйәктәре табыла. Уларҙы тикшереү ҡәбиләләр хужалыҡтарында ултыраҡ тормошта йәшәгән халыҡтар өсөн ғәҙәти булған барса йорт хайуандары: һыйыр, ат, ваҡ мөгөҙлө малдар һәм сусҡа үрсетелеүен күрһәтә. Ашлыҡ тартыу өсөн ҡулланылған таш ҡул тирмәндәре, уны һаҡлау өсөн ҡаҙылған күп һанлы соҡорҙар халыҡтың игенселек менән шөғөлләнеүенә дәлил булып тора.
Ағиҙел йылғаһының Стәрлетамаҡтан Өфө ҡалаһына тиклемге ағышында ананьин ҡәбиләләренең урынлашыуының бер үҙенсәлеге күҙгә бәрелеп тора. Бында ананьинсыларҙың иң көньяҡ төркөмө йәшәгән, әммә улар уң яҡ яр буйҙарын, йәғни, урманлыраҡ булған тау алды зонаһын биләй. Күсмә малсылыҡ өсөн уңайлыраҡ булған иркен һул яр буйы дах-массагет ҡәбиләләренеке була, быны ананьин ҡаласыҡтары менән бер үк ваҡытта барлыҡҡа килгән ҡурғандар раҫлап тора.
Ананьин ҡәбиләләре мәҙәниәтенең этнографик үҙенсәлектәре балсыҡ һауыт-һабаның формаларында һәм орнаменттарында бигерәк тә яҡшы сағыла. Улар ваҡ итеп онталған ҡабырсаҡ ҡушылған балсыҡты ҡул менән иҙеп-әүәләп яһалған. Һауыттар тәпәш, киң муйынлы, түңәрәк төплө: муйынының ҡырыйы буйлап улар нәҙек бау эҙе һәм түңәрәк уймаҡтар менән биҙәлгән. Ананьин ҡаласыҡтарындағы ҡаҙыныу эштәре уларҙа табылған материалдар араһында формаһы буйынса дах-массагеттарҙыҡынан бер ниндәй ҙә айырмаһы булмаған балсыҡ һауыт-һаба ярсыҡтарының күп булыуын күрһәтте. Быны ваҡыты-ваҡыты менән, яҙғы-йәйге сезонға (йәйләүгә) далаларҙан Урал тауҙары итәктәренә килеп йөрөүсе дах-массагеттар менән ананьин ҡәбиләләренең даими аралашып йәшәүенең бәхәсһеҙ дәлиле итеп ҡарау фарыз. Әммә малсыларҙың ниндәйҙер бер өлөшө урындағы мөхит йоғонтоһонда аҡрынлап ошонда тороп ҡала башлай, быға ананьин ҡәбиләләре тирәләй оҙайлы ваҡыт арауығында күп һанлы ҡурған ҡәберлектәренең ҡулланылышта булыуы дәлил. Ошондай үҙ-ара аралашыу, б.э. тиклем V-IV быуаттар сигенән башлап, урындағы ултыраҡ тормошта йәшәгән халыҡ мәҙәниәтендә уны Кама буйындағы ананьин ҡәбиләләренең төп массаһы мәҙәниәтенән айырып торған күп кенә яңы элементтар хасил булыуына алып килә.
16-сы һүрәт. Ананьин мәҙәниәте ҡомартҡылары материалдарынан: 1,2 - втулкалы балталар; 3-6 - уҡ башаҡтары; 7 - һөңгө баштары
17-се һүрәт. Ананьин мәҙәниәте ҡомартҡылары материалдарынан: 1-5 - пластинкалы биҙәүестәр; 6 - беләҙек; 7 - быяла мәрйен бөртөгө; 8,9 - балсыҡ һауыт-һаба
Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).
"Киске Өфө" гәзите, №12, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|