«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӨХӘМӘТХАН ҠУЛАЕВ
+  - 


Быйыл февраль айында Башҡортостан Республикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, күренекле башҡорт эшмәкәре, табип, телсе Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы Ҡулаевтың тыуыуына 150 йыл тулды.

Мөхәмәтхан Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендә Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙенең (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы) Ейәнсура ауылында тыуған. Тәүҙә ауыл мәҙрәсәһендә, артабан рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. 1895 йылда Ырымбур гимназияһын алтын миҙалға тамамлай. 1897-1902 йылдарҙа Ҡаҙан университетының медицина факультетында уҡый. Университетта уҡыған йылдарында урыҫ ҡыҙы менән танышып, өйләнергә була. Әммә ҡыҙҙың атаһы М. Ҡулаевҡа христиан диненгә күсергә - урыҫ исемен алырға тигән шарт ҡуя. Ошо осорҙан алып Мөхәмәтхан Ҡулаевтың рәсми исеме Мстиславҡа әйләнә (Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа университетҡа христиандар ғына ҡабул ителгәнгә күрә исемен алыштыра, тигән ҡараш бар). Университетты тамамлағандан һуң, Ҡаҙан губернаһының Кесе Илсекәй ауылында земство врачы булып эшләй, һуңынан Ҡаҙан ҡалаһынаң Александр дауаханаһына күсә.
1913 йылда Варшава ҡалаһына эшкә күсерелә. Беренсе донъя һуғышы башланғас, 1914 йылдың октябренән Көньяҡ-Көнбайыш фронтта ялан госпиталенең начальнигы - баш врачы булып хеҙмәт итә. 1917 йылда революциянан һуң Ҡаҙанға ҡайтып, врач булып эшләй. 1918 йылдың авгусында Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушылып китә. Уны Ырымбурҙа Башҡорт хөкүмәтенә баш врач итеп тәғәйенләйҙәр. Оҙаҡламай хөкүмәт составына индерелә. Сентябрь айында Ҡулаев башҡорт йәштәренең "Тулҡын" ойошмаһын тергеҙеүҙә ҡатнаша.
1918 йылдың ноябрендә Колчак власҡа килеү менән хәлдәр ҡатмарлашҡас, Башҡорт хөкүмәте рәйесе вәкәләттәре Мөхәмәтхан Ҡулаев ҡулына тапшырылған булһа кәрәк. Документтар ошо хаҡта һөйләй. Омскиҙа Колчак хөкүмәте менән һөйләшеүҙәр алып барған юрист Искәндәр Солтанов 1918 йылдың 14 ноябрендә Ырымбурға: "Готовятся назначить главноуполномоченного для ликвидации нашего дела башкирской автономии. Приезд доктора желателен", - тип телеграмма һуға. Оҙаҡламай М. Ҡулаев Омскиға китә. "Доктор Кулаев, генерал Ишбулатов, Султанов и Ишмурзин еще до сих пор не вернулись. Они пишут о плохом положении Колчака", - тип яҙа 1918 йылдың 14 декабрендә Зәки Вәлиди. Омскиҙан ҡайтҡас, Мөхәмәтхан Ҡулаев, 1919 йылдың ғинуарында, рәсми рәүештә Башҡорт хөкүмәтенең рәйесе итеп һайлана.
Хәҙер инде ул Советтар менән һөйләшеүҙәргә етәкселек итә. 1919 йылдың 18 февралендә Ҡулаев етәкселегендәге Башҡорт хөкүмәте делегацияһын (М. Халиҡов, Ә. Бикбаув) Өфөлә Республиканың Реввоенсоветы, губерна коммунистары, 5-се армия Реввоенсоветы һәм Наркомнац вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр үткәрә. Артабан һөйләшеүҙәр Көнсығыш фронттың штабына, Сембер ҡалаһына күсерелә. Бында, 1919 йылдың 27 февралендә, башҡорт вәкилдәре һәм Көнсығыш фронттың Реввоенсовет вәкилдәре менән тәүге (предварительный) килешеү төҙөлә. Артабан Башҡорт хөкүмәте делегацияһы Мәскәүгә юллана. Бында килешеү барышына Зәки Вәлиди ҙә ҡушыла. Мөхәмәтхан Ҡулаев менән Вәлиди Ленинға инеп, автономия мәсьәләләре тураһында һөйләшеп сыға. "…Мәскәүҙә (2-6 мартта) Коминтерндың Икенсе конгресы йыйылырға тейеш булған. Лениндың ысынлап та бик мәшәҡәтле ваҡыты. Сит мәмләкәттәрҙән күп делегация килгән. Шулай ҙа Сталин миңә бер көн телефон аша шылтыратып, һеҙҙе Ленин күрергә теләй, үҙегеҙ менән бергә бер-ике иптәшегеҙҙе лә алығыҙ, тине. Хөкүмәт рәйесебеҙ доктор Ҡулаев менән бергә киттек. Ул ошо көндәрҙә Семберҙә көнсығыш фронт командалығында солох төҙөү һөйләшеүҙәренән ҡайтып төшкәйне. Ҡулаев бала сағынан рус миссионерҙары ҡулына эләгеп, христиан мөхитенә йәлеп ителеп, христианлаштырылған башҡорт. Беҙ уға ысын исеме менән Мөхәмәтхан ағай тип өндәшә торғайныҡ, үҙе лә шуны теләне. Әммә рәсми исеме менән Мстислав Кулаев тип имза ҡуя ине… Ленин өҫтәл артынан сығып, ҡул һуҙып күреште… Доктор Ҡулаевтан: "Иптәшегеҙҙең исеме Әхмәтзәки, ә ни өсөн һеҙҙең исемегеҙ Мстислав?"- тип һораны. Ҡулаев: "Мин христиан башҡорт", - тип яуап бирҙе. Ленин: "Дин алыштырыуығыҙ арҡаһында халҡығыҙ менән мөнәсәбәтегеҙ боҙолманымы? Дин алмаштырмай ғына атеист булыу яҡшыраҡ түгелме?" - тип һораны. Ҡулаев уңайһыҙланды, аныҡ яуап бирмәне", - тип яҙа үҙенең хәтирәләрендә Вәлиди.
1919 йылдың 20 мартында Үҙәк Совет хөкүмәте менән Башҡортостан хөкүмәте араһында Башҡортостан Совет автономияһы тураһында килешеү төҙөлә. Килешеүгә Башҡорт хөкүмәте исеменән Мөхәмәтхан Ҡулаев, Муллайән Халиҡов һәм Әбдрәшит Бикбаувтар ҡул ҡуя.
Мәскәүҙән ҡайтҡандан һуң Ҡулаев Башревкомда эшләй. 1919 майынан, Саранскиҙа Башревком рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡара. Июнь айында Ҡулаевты Саранскиҙан Ҡаҙан ҡалаһына, мосолман эшмәкәрҙәрен Башҡорт республикаһына эшкә саҡырырға ебәрәләр. Әммә ул бында ауырып китеп, үҙенең өҫтөнә һалынған бурыстарҙы үтәй алмай. Һуңынан инде Башревкомға килеп тормай, Ҡаҙанда эшкә төшә. Ошоноң менән дәүләт эштәренән бөтөнләй китә. Шулай ҙа Мөхәмәтхан Ҡулаев һәр саҡ бөтөн күңеле менән туған халҡы, Башҡортостаны өсөн янып йәшәй. Тел өлкәһендәге ғилми эштәрен дауам итә. 1928 йылда "Твёрдый алфавит башкирского языка" исемле хеҙмәтен Ҡаҙан ҡалаһында баҫтырып сығара, 1930 йылда - "Башҡорт теленең ҡылымдары тураһында" ("О глаголах башкирского языка") исемле хеҙмәте донъя күрә.
Мөхәмәтхан Ҡулаев ғүмеренең һуңына тиклем Ҡаҙан ҡалаһында йәшәй, табип булып эшләй. Медицина буйынса докторлыҡ диссертацияһы әҙерләй, әммә яҡлай алмай. 1958 йылда ошонда вафат була. Үҙе үлер алдынан бай мираҫын Башҡортостанға ҡайтарырға васыят итә. Бөгөн уның хеҙмәттәре Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты архивында һаҡлана. Уның хеҙмәттәре, башҡорт теленең ул туплаған бай ауыҙ-тел ижады өлгөләре ғалимдар өсөн ҙур хазина булып тора.

Азат ЯРМУЛЛИН,
тарихсы.

"Киске Өфө" гәзите, №13, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.04.23 | Ҡаралған: 204

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru