Өфөлә бишенсе тапҡыр "Ҡанатлан!" мәктәп мәғарифы форумы педагогтарҙы йыйҙы. Төбәк мәғариф системаһы үҫеше мәсьәләләрен уртаға һалып һөйләшеү урынына әүерелгән был сарала быға тиклем дә мөһим ҡарарҙар ҡабул ителгәйне, мәҫәлән, биш көнлөк уҡыу режимына күсеү, йәш уҡытыусыларға гранттар, полилингваль белем биреү системаһын үҫтереү кеүек бөгөн уңышлы эшләп килгән проекттар шулар рәтенән. Быйыл да ул мәғариф системаһына яңы һулыш өрҙө.
Мәктәпкәсә белемгә иғтибар. Быйыл беренсе тапҡыр мәктәпкәсә белем биреү системаһында эшләүселәр өсөн айырым майҙансыҡ булдырылғайны. Әлеге ваҡытта балалар баҡсаларында 220 мең бала тәрбиәләнә, уларҙың 38 меңе - 2 айҙан 3 йәшкә тиклемге сабыйҙар. 2019 йылда ғына төбәктә 48 яңы балалар баҡсаһы асылған. Бөтәһе республикала 19,5 мең педагог эшләй. Уларҙың эшен баһалау өсөн 2023 йылдың мартында "Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл тәрбиәсеһе" тигән һөнәри конкурс еңеүселәре һәм лауреаттары өсөн БР Башлығы премияһы булдырылды. Радий Хәбиров был сарала быйылдан балалар баҡсалары педагогтары өсөн йыл һайын 500-әр һумлыҡ 50 грант бүленәсәген дә белдерҙе. Форумда шулай уҡ балалар баҡсалары тәрбиәселәре форумын уҙғарыу тураһында ҡарар ҙа ҡабул ителде.
Педагогтарға ярҙам. "Беҙ уҡытыусы һөнәренең абруйын арттырыу өсөн күп эшләйбеҙ, - тине Радий Фәрит улы форумдағы сығышында. - Беренсе форумда ауылда эшләгән йәш уҡытыусыларға йыл һайын ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул иткәйнек. Быйылдан был гранттарҙың һаны 25-тән 150-гә артты. Дәүләт һәм туған телдәр уҡытыусылары өсөн премиялар иҫәбе лә 2 тапҡырға артты". 2023 йылда ауыл уҡытыусыларына ярҙам күрһәтеү өсөн 103,5 млн һум йүнәлтеләсәк. Бер уҡытыусыға дәүләт ярҙамы күләме - 690 мең һум. Халҡы 15 меңдән артмаған ауылдарҙа 2 йыл эшләгән 35 йәшкә тиклемге йәш педагогтарҙың барыһы ла был грантҡа дәғүә итә ала. БР Башлығы гранты конкурсында еңеүселәр иһә төп эш урынында - Башҡортостандың бер үк районында 10 йылдан кәм эшләмәҫкә тейеш.
Сәләмәтлеккә юл. Башҡортостан Башлығы уҡыусылар һәм педагогтарҙың сәләмәтлеге мәсьәләһен дә һыҙыҡ өҫтөнә алды. Беренсе форумда уҡ мәктәптәрҙә стоматология кабинеттарын тергеҙеү тураһында һүҙ булғайны. Бөгөн лицензияһы булған 214 кабинет эшләп килә, уларҙың 80-е - "Ҡанатлан!" проектының "Сәләмәт йылмайыу" модуле проекты сиктәрендә асылған. Былтыр был маҡсатта республика бюджетынан - 14,4 млн, быйыл 36,1 млн һум бүленгән. Республика Башлығы шулай уҡ уҡытыусылар өсөн диспансеризация ойоштороуҙы, уҡыусылар өсөн офтальмологик ярҙам системаһын үҫтереү мәсьәләләрен өйрәнергә ҡушты.
Матди йыһазландырыу һәм капиталь ремонт. Быйыл мәктәптәрҙе яңыртып төҙөү дауам итәсәк. Президент программаһы сиктәрендә былтыр 63 мәктәптә капиталь ремонт үткән. 2023 йылда 77 мәктәп бинаһын яңыртыу көтә. "Ошо маҡсатта ике йыл дауамында 7,8 млрд һум бүленгән, был беҙҙең өсөн ҙур ярҙам", - тине Радий Фәрит улы.
Форум барышында мәктәп автобустары асҡыстары ла тапшырылды. Республика федераль программа сиктәрендә өҫтәмә рәүештә 45 автобусҡа эйә булды. Бынан тыш, Башҡортостан үҙе лә йыл һайын яңы автобустар һатып ала, мәҫәлән, 5 йыл эсендә төбәк иҫәбенә 401 мәктәп автобуслы булған.
Патриотик тәрбиә. Башҡортостан Башлығы педагогтар менән аралашҡанда уҡыусыларға патриотик тәрбиә биреү мәсьәләһенә лә ҡағылды. Быйылғы уҡыу йылынан республиканың бар мәктәптәрендә лә яңы вазифа - директорҙың тәрбиә буйынса кәңәшсеһе барлыҡҡа килгәйне. Радий Хәбиров улар өсөн "Патриот" паркы базаһында квалификация күтәреү курстары үткәрергә ҡушты. "Беҙгә хәҙер балаларҙы кире мәғлүмәт йоғонтоһонан һаҡлау механизмдарын уйларға кәрәк, - тине Радий Фәрит улы. - Ғаиләләр үҙҙәре генә был бурыстарҙы атҡара алмай. Шуға ла был йәһәттән көс педагогтар иңенә төшә".
Шулай итеп...
Үҙ сығышында Республика Башлығы йәш быуынға белем биреү һәм тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән өсөн бөтөн уҡытыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. "Беҙ бергәләп етди глобаль дәғүәләргә ҡаршы тора аласаҡбыҙ. Һеҙҙең кисәге уҡыусыларығыҙ бөгөн илде һаҡлай, - тине Радий Хәбиров. - Республика иһә һеҙ яҡшы эшләһен өсөн шарттар тыуҙырыуҙы дауам итәсәк".
"Киске Өфө" гәзите, №14, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|