«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАРИХТЫ ХӘТЕР ЙӘШӘТӘ
+  - 

"Әгәр тыл ярҙам итмәһә, беҙ һуғышта еңә алмаҫ инек", - тигән маршал Жуков. Һикһән йылға яҡын ваҡыт үтһә лә, был һүҙҙәр әле лә көнүҙәк булып ҡала.

Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға республикабыҙ гуманитар ярҙам ебәргән һайын, ошо һүҙҙәр яңынан иҫкә төшә. 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ла бит кешеләр үҙ балаларының ауыҙҙарынан өҙөп, бөтә аҙыҡ-түлекте фронтҡа ебәреп торған. Асыҡһалар ҙа, өшөһәләр ҙә, көнө-төнө баҫыуҙарҙа, заводтарҙа эшләгәндәр, урман ҡырҡҡандар, һал ағыҙғандар. Көндөҙ колхоз ерендә тир түкһәләр, төндә йылы ойоҡбаштар, өс бармаҡлы бирсәткәләр бәйләгәндәр, картуф киптергәндәр.
Әле лә шулай түгелме ни? Айырмаһы: шөкөр, үҙебеҙ ас ултырмайбыҙ. Республика халҡы махсус операцияла ҡатнашыусыларға нимәләр генә ебәрмәй: күсермәле мунсалар, яғырға утындар, баҡтырылған иттәр, һалмалар, сәк-сәк, бауырһаҡтар, йылы эске кейемдәр, ойоҡбаштар... Ҡыҫҡаһы, тыныс тормошта кешеләргә нимә кәрәк, алғы һыҙыҡта, ут эсендә йөрөгәндәрҙе лә шундай әйберҙәр менән тәьмин итәләр. Фронт һәм тыл берҙәмлеге генә еңеү килтерәсәген яҡшы аңлай халҡыбыҙ. ...Беҙ, апайым шағирә Миңлегөл Хисамова менән, һуғыштан һуң тыуған балалар. Атайыбыҙ Сәлимйән Ноғман улы Ҡотлогилдин яу ҡырынан яраланып, ҡаты сирләп ҡайтҡан. Әйтерһең, беҙгә ғүмер бирер өсөн генә иҫән ҡалған. Әсәйебеҙ Миңһылыу Шәрифйән ҡыҙы һуғыш башланғанда 13 йәштә булып, тракторсылар курсында уҡып, бөтә ауыр эште башҡарған. Ашарға ризыҡ, кейергә кейем булмаған. Әммә уларға дошманды еңеүгә ышаныс, өмөт, рух көс биргән. Атайым менән бер нисә йыл ғына йәшәп ҡалған әсәйем. 25 йәштә ике бала менән тол ҡалған. Һуғыштан һуң да тормош еңел генә булып китмәгән бит әле. Ана шул ауырлыҡтар әсәйебеҙҙе аяҡһыҙ ҡалдырҙы инде, ике тиҫтә йылдан ашыу ҡул, аяҡ быуындары һыҙлап, атлауҙан мәхрүм булып ятты.
Атайым менән әсәйемдең яҙмышы, һуғыш осоро балаларының күргән ауырлыҡтары, уларҙың хәтирәләрен яҙып алырға этәрҙе. Бөйөк Еңеүҙең 65, 70 һәм 75 йыллыҡтарына арнап яҙылған документаль иҫтәлектәрҙе Башҡортостан "Китап" нәшриәте өс китап итеп баҫып сығарҙы. Унда Башҡортостан райондарынан тыш, күрше өлкәләр, республикаларҙан да һуғыш балаларының һөйләгәндәре тупланды. "Һуғыш балалары - тарих яралары", "Һуғыш яралаған бала саҡ", "Һуғыш балалары һөйләй" тигән китаптарға 300-ләп иҫтәлек тупланды, Ленинград блокадаһынан Башҡортостанға эвакуация менән килеп, беҙҙә йәшәргә ҡалған, Украинаның Ворошиловград (хәҙерге Луганск) өлкәһенән килгән, хәҙер инде хөрмәтле ветерандарҙың һөйләгәндәре лә индерелде ул китаптарға.
Инде ҡырҡ биш йыллап ғүмеремде ошо эшкә арнаным. Һуғыш балаларының иҫтәлектәрен яҙып йөрөгәндә миңә 3 кеше генә, беҙ һуғышта ҡыйынлыҡ күрмәнек, тине. Ниндәй ғаиләлә үҫкәндәрҙер, белмәйем, улар менән артабан әңгәмә ҡороп тороуҙы кәрәкле тапманым. Ә ауырлыҡ күргәндәрҙең иҫтәлектәрен тыныс ҡына тыңлау мөмкин түгел. Улар һөйләгәндә ҡушылып илап ултыраһың. Һәр иҫтәлек буйынса күләмле әҙәби әҫәр яҙырға, фильм төшөрөргә булыр ине.
Өс китап булды, инде башҡа был эшемде дауам итмәҫмен, тип уйлайым. Ләкин һуғыш балаларының әле оло йәштә лә әүҙем тормош менән йәшәп ятыуын күреп, хатта махсус хәрби операциялағы яҡташ һалдаттар өсөн гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашыуҙарын белеп, дүртенсе китап өсөн дә иҫтәлектәр туплай башланым. Араларында 100 йәшкә еткәндәр ҙә, 90-ды үткәндәр ҙә бар. Аҡылдары камил, зиһендәре теүәл, хәтерҙәре шәп. Ошо көндәрҙә генә Баймаҡ, Сибай яҡтарында йөрөп ҡайттым. Былтыр яҙ Йәрмәкәй, Әбйәлил яҡтарында булдым. Өфөләге һуғыш балалары менән дә осрашам. Өлкән йәштәге тыл ветерандарының рух көсөнә хайран ҡалам. Бөгөн ҡыйһы бер йәштәр заман ауырлығына зарланырға ярата. Иҫән кешегә тегеһе лә, быныһы ла етмәй. Ә һуғыш балалары барыһына ла шөкөр итеп йәшәй. Юҡлыҡты, мохтажлыҡты, аслыҡ-яланғаслыҡты кисергән ветерандар өсөн бөгөнгө тормош ожмах кеүек. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға изге теләктәрен еткерә, изге доғаларын юллай. Илдә именлек кенә булһын, тип теләй улар. Амин, шулай булһын!
Хәҙер республикабыҙҙа ла, тотош илебеҙ буйынса ла һуғыш ветерандары бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалып бара. Әммә яу йылдары шаһиттары - һуғыш балалары иҫән әле. Һәр өйҙә һуғыш хәтирәләре йәшәй. Кемдәрҙеңдер атай-олатайҙары, балалары һәләк булған. Уларҙың яу ҡырынан яҙған өскөл хаттары һандыҡ төптәрендә генә түгел, хәтер төпкөлдәрендә һаҡлана. Тарихты хәтер йәшәтә. 27 миллионға яҡын кеше ғүмерен ҡыйған һуғыш бер ваҡытта ла онотолмаясаҡ.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №17, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.05.23 | Ҡаралған: 185

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru