Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Гитлер фашистарын еңеүҙә әҙәбиәттең роле баһалап бөткөһөҙ ҙур була. Нәфис һүҙ халыҡта тыуған илгә тәрән һөйөү, яуыз дошманға көйҙөргөс нәфрәт тойғоһон көслөрәк итеп тоҡандыра, халыҡҡа рухи көс бирә. Был йәһәттән башҡорт әҙиптәренең ижады айырым урын биләп тора, сөнки һәр һүҙ улар күңеле аша ихлас урғылып сыға. Улай ғына түгел, байтағы ҡулына ҡорал ала, алғы һыҙыҡта тиңһеҙ алышта һәләк була. Хатта фронтҡа китә алмағандары ла, асылда, көрәштән туҡтамай. Рәшит Ниғмәтиҙең тиңһеҙ алыштың тәүге көндәрендә үк яҙылған "Тыуған илем өсөн!", "Үс ал, патриот!", Баязит Бикбайҙың "Ҡоралға, иптәштәр!" шиғырҙары бик күптәргә ышаныс, көс бирә.
Хәй Мөхәмәтйәров Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән үҙе теләп фронтҡа китә һәм 1941 йылдың декабрендә Көньяҡ фронтта батырҙарса һәләк була. Сәғит Мифтахов шулай уҡ Ватан һуғышының тәүге көнөндә үк үҙе теләп һуғышҡа китә һәм 1942 йылдың февраль айында батальон комиссары С. Мифтаховтың һәләк булыуы тураһында хәбәр килә.
Али Карнай, Хөсәйен Ҡунаҡбай, Мәлих Харис, Мансур Абдуллин, Низам Ҡәрипов, Бәҙрүш Моҡамай һәм башҡа бик күптәр яу яланында ятып ҡалалар. Али Карнай Бөйөк Ватан һуғышында "Башҡорт атлылары" гәзитенең яуаплы мөхәррире була. Мостай Кәрим, Ғәйнан Әмири, Хәниф Кәрим, Әкрәм Вәли, Яҡуп Ҡолмой, Ғаян Лоҡманов һ.б. яҙыусылар дүрт йыл буйына яу эсендә йөрөй. Артабан ҡатмарлы яҙмыштарҙы тасуирлаған йөкмәткеле романдар, повестар, спектаклдәр тыуа. Ибраһим Абдуллин, Ибраһим Ғиззәтуллин, Нәжип Асанбаевтың һуғыш тематикаһына арналған әҫәрҙәрендә нисәмә быуын тәрбиәләнә.
Эйе, һәр замандың үҙ талабы. Күләмле сәсмә әҫәрҙәр һуңғараҡ яҙыла, әлбиттә. Ә һуғыш йылдарында хат өлгөләре ижадта ҙур үҫеш ала. Улар араһында әсәнең яуға оҙатҡан улына биргән алғышы, туғандарының фронтҡа яҙған хаты рәүешендә бирелгәндәре күберәк осрай. Мәҫәлән, Мостай Кәримдең "Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!", Рәшит Ниғмәтиҙең "Әсә һүҙе" шиғырҙары йөрәккә үтерлек итеп ошо формала яҙылған.
Мәлих Харистың фронт лирикаһында батыр һалдат образы үҙәктә тора. "Батыр тураһында баллада", "Хат", "Онотмаһын мине Тыуған ил" тигән әҫәрҙәре Тыуған иле өсөн ғүмерен биргән батырҙың үлемһеҙлеген данлай. Беҙ ҙә тап ошо шиғырҙарҙы ятлап үҫкән быуын.
Дүрт йыл эсендә шағирҙар утыҙға яҡын поэма һәм баллада ижад иткән. Шул эпик әҫәрҙәрҙән Р.Ниғмәтиҙең "Герой тураһында поэма", "Үлтер, улым, фашисты!", "Һинең кәләшеңдең хаттары", Мостай Кәримдең "Декабрь йыры", "Үлмәҫбай" поэмалары, Мәлих Харистың "Батыр тураһында баллада" кеүек әҫәрҙәре иң популярҙар иҫәбендә була.
Йәнә шуны ла өҫтәргә кәрәк: һуғыш йылдарында Башҡорт академия драма театры, Рус драма театры, Опера һәм балет театры, Башҡорт филармонияһы, урындағы театрҙар, шулай уҡ беҙҙең республикаға эвакуацияланған Воронеж драма театры (Стәрлетамаҡ), Киев драма театры (Өфө), Мелитополь украин музыка драма театры (Мәләүез районы Мәләүез ҡасабаһы), Петрозаводск драма театры (Бөрө), Николаев ҡурсаҡ театры (Дәүләкән) коллективтары артистары райондар буйлап гастролдәрҙә була; республика артистарының фронт бригадалары хәрәкәттәге армия яугирҙары алдында сығыш яһай. Һәм улар башҡорт яҙыусыларының шиғырҙарын уҡыйҙар, улар һүҙҙәренә яҙған йырҙарҙы башҡаралар, драма әҫәрҙәрен ҡуялар.
Ибраһим Абдуллиндың "Хуш, Рим", "Тол ҡатындар иламай", "Ҡош юлынан барам" романдары, повестары, Әнүәр Бикчәнтәевтың "Бөркөт һауала үлә", "Ҙур оркестр" повестары, "Ҡарасәй юлы", "Ожмах вәғәҙә итмәйем" романдары бик күп телдәргә тәржемә ителде. Һуғыш йылдарындағы рухлы, илһөйәр тематика артабан да үҙ позицияһын бирмәне. Һәм был әҫәрҙәр башҡорт әҙәбиәтен яңы бейеклеккә күтәрҙе.
Әхтәм Ихсандың Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙары тураһында 1960 йылда сыҡҡан "Саҡма тояҡ аттарҙа" тигән документаль повесы бөгөнгө көндә лә ижадсылар өсөн ҡулланма булараҡ файҙаланыла.
Әнүәр Бикчәнтәевтың Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан балалар, үҫмерҙәр тураһындағы повестарын беҙ ҡат-ҡат уҡып үҫтек. Артабан һуғыш осоро балалары ошо тематикаға үҙенең өлөшөн индерҙе. Халыҡ шағирҙары Рәми Ғариповтың, Рауил Бикбаевтың, Рафаэль Сафиндың, Әнғәм Атнабаевтың һ.б. шиғырҙарын яттан беләбеҙ. Ҡайһы ғына яҙыусыны, шағирҙы алмайыҡ, һәр береһе шанлы-ҡанлы йылдарҙың биттәрен асып күрһәтә. Илдең хәл иткес мәлдәрендә әҙиптәребеҙ ҡулдарынан ҡәләмде лә, утлы ҡоралды ла ысҡындырмай. Үҙ ватанының илһөйәрҙәре, ҡаһармандары икәнен ошо дәһшәтле йылдарҙа тағы ла бер ҡат раҫлай. Хәҙер фронтовик яҙыусыларыбыҙҙың береһе лә иҫән түгел. Ләкин уларҙың ғүмерҙәре үҙҙәренең ижады булып йәшәй.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең "Бөйөк Еңеү яҙында" тигән яҙмаһында шундай юлдар бар: "Фашизмды тар-мар итеп, донъяға тыныслыҡ яуланыҡ, инде бер ҡасан да ерҙә бүтән һуғыш булмаҫ, тип уйлағайным... Ләкин унда ла, бында ла һаман да утлы нөктәләр тоҡанып тора..." Дәһшәтле һуғыш юлын үтеп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан фронтовик әҙиптең йөрәк тауышы булды был.
Ниндәй бай был әҙәбиәт! Ниндәй тормош дөрөҫлөгө ярылып ята! "Тыныслыҡ" тигән һүҙҙең ни тиклем ҡәҙерле һәм бөйөк төшөнсә икәнен бар йөрәктән аңлар өсөн алда телгә алған яҙыусыларыбыҙҙың, яугирҙарыбыҙҙың ижадына тағы ла бер мәртәбә күҙ һалайыҡ. Уларҙы уҡыған саҡта йәшәү һәм тормош һулышын тағы ла нығыраҡ тойорбоҙ.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №17, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА