Май - баҡсасы өсөн иң мөһим ай. Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра тигән халыҡ әйтемен үҙгәртеп, майҙың бер көнө ҡышты туйҙыра тип әйтергә мөмкин. Баҡсаңдан мул уңыш алыу өсөн майҙа нимәләр эшләргә кәрәк? Һәүәҫкәр баҡсасы Әмир Ҡунаҡҡужиндың 7 мөһим кәңәшен тәҡдим итәбеҙ.
Емеш-еләк ҡыуаҡтарын тәрбиәләгеҙ. Ҡурай еләге, ҡарағат, крыжовник кеүек еләк ҡыуаҡтарын үрсетеү өсөн уңайлы ваҡыт. Быны төрлөсә эшләргә мөмкин, әммә иң ябай һәм һөҙөмтәле ысулдарҙың береһе - үҫентеләр менән үрсетеү. Ботаҡты алып, һындырмай ғына бөгөгөҙ һәм бәләкәй генә соҡор ҡаҙып, бөгөлгән урынды тупраҡ менән күмегеҙ. Йәй буйына ботаҡта тамырҙар барлыҡҡа килә һәм бәләкәй үҫенте үҫә. Киләһе йылда уны оло ҡыуаҡтан айырып, башҡа урынға ултыртырға мөмкин.
Баҡса еләге йомшаҡ ер ярата. Баҡса еләген тәрбиәләүҙә иң мөһиме - уның төбөн йомшартыу. Май башында беренсе йомшартыуҙы үткәрергә кәрәк. Уның ярҙамында еләк тамырҙарына һауаның үтеп инеүенә ҡамасаулаған тупраҡтың өҫкө тығыҙ ҡатламы емерелә. Етерлек күләмдә кислород булмауы еләк ҡыуаҡтарының үҫешен тотҡарлай. Бер аҙҙан уны ашлағыҙ. Май аҙағында тамырына теймәй генә тағы төбөн йомшартығыҙ, ҡоротҡостарға ҡаршы эшкәртегеҙ. Был йәһәттән һарымһаҡ төнәтмәһе бик яҡшы. Уны әҙерләү өсөн һарымһаҡты ваҡлап, һыу һалығыҙ ҙа йылы, ҡараңғы урында 7 көнгә ҡалдырығыҙ. Әҙер төнәтмәне еләк ҡыуаҡтарына һибегеҙ.
Ағастарҙы һәм ҡыуаҡтарҙы ҡоротҡосҡа ҡаршы эшкәртегеҙ. Көн йылыныу менән күп һанлы ҡоротҡостар әүҙемләшә. Уларға ҡаршы көрәште таралыуын көтмәйенсә үк башларға кәрәк. Май айында, сәскә атҡансы, ағастарға һәм ҡыуаҡтарға биологик препараттар һибергә кәрәк. Әгәр һеҙ ваҡытында эшкәртә алмайынса, бөжәктәр баҡсағыҙға һөжүм итһә, химик препарат һибергә тура киләсәк.
Баҡсағыҙҙы ҡырауҙан һаҡлағыҙ. Киләсәктә уңышты юғалтмаҫ өсөн һауа торошон иғтибар менән күҙәтегеҙ. Сәскә атҡан ағастарҙы һәм ҡыуаҡтарҙы ҡотҡарыу өсөн мөмкин булған бөтә ысулдарҙы ҡулланығыҙ: һыу һибеү һәм төтөн сығарыу. Температура 0° градустан түбән төшкәс, һиптергес шланг ярҙамында бөтә ботаҡтарҙы һыу менән һиптерегеҙ. Был процедураны 10-15 минут арауығында бер нисә тапҡыр ҡабатлағыҙ. Ағас боҙ менән ҡапланған ҡатлам уны һыуыҡтарҙан һаҡлай.
Һалҡын көндәр көтөлһә, баҡсала төтөн өйөмдәрен булдырығыҙ. Аҫта ҡоро материал урынлаштырығыҙ, ә өҫтән бөтәһен дә сей япраҡтар, дымлы үлән йәки бәләкәй генә ер ҡатламы менән ҡаплағыҙ. Маҡсат ут түгел, ә баҡсаны уратып алған һәм йылылыҡты һаҡларға ярҙам иткән төтөн булдырыу. Ағас төбөндәге тупраҡты ҡороуҙан, туңыуҙан һәм башҡа проблемаларҙан һаҡлау өсөн баҡсасылар мульча һала. Был ысул тупраҡтың уңдырышлылығын арттыра һәм уның структураһын яҡшырта. Мульча сифатында торф, һалам, сабылған үлән, ағас ҡабығы ҡулланырға мөмкин.
Ҡарағатҡа иғтибар итегеҙ. Ҡарағаттың иң етди ауырыуҙарының береһе - япраҡтарының ҡытыршылығы. Был сир йоҡһа, уңыш булмай. Ауырыуҙың тәүге билдәләре күренеү менән үҫентеләрҙе ҡырҡып яндырырға кәрәк, ҡыуаҡты тулыһынса алып ташлау яҡшыраҡ.
Емеш-еләк ҡыуаҡтарын даими рәүештә туҡландырығыҙ. Май айында, әүҙем сәскә атҡан осорҙа еләк ҡыуаҡтары үҫеү һәм быуындар барлыҡҡа килеү өсөн калий һәм фосфорҙың өҫтәмә дозаларына мохтаж. Был органик өҫтәмә аҙыҡ та, комплекслы минераль ашламалар ҙа булыуы мөмкин. Ҡош, һыйыр тиҙәген әсетеп һибегеҙ, суперфосфат, калийлы ашлама һәйбәт.
Бал ҡорттарын баҡса еләге ҡыуаҡтарына ылыҡтырығыҙ. Сәскә атҡан ағас-ҡыуаҡтарҙан айырмалы, еләк көслө еҫкә эйә түгел, шуға күрә бал ҡорттары йыш ҡына уны урап үтә. Уларҙы йәлеп итеү өсөн 400 г шәкәрҙе 1 литр һыуға һалып, сироп эшләгеҙ. Иртәнсәк уны ҡыуаҡтарға һиптерегеҙ.
Ләйсән СӘЛИХОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №19, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|