М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының ишектәре ул көндә шар асыҡ була: ул үҙендә баш ҡаланың иң илгәҙәк, телсәр, аҡыллы балаларын көтә. Улар йыл һайын май аҙағында шулай йыйылышып, өлкәндәргә лә, үҙҙәренә лә күркәм байрам ойоштора. Аңлағанһығыҙҙыр, һүҙ "Һаумы, һаумы, әкиәт!" донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡортса һөйләүселәрҙең ҡала конкурсын йомғаҡлау тантанаһы тураһында бара. Ун дүртенсе тапҡыр уҙғарылған ярыштың кескәй әкиәтселәре, йәш әртистәре, һәләтле ғаиләләре кемдәр һуң?
"Һаумы, һаумы, әкиәт!" ҡала конкурсында быйыл Өфөнөң 7 районынан 90 бала ҡатнашыуға 36 ғариза килгән. Шулар араһынан 16 бала әкиәтте яңғыҙ башҡарыусылар араһында сығыш яһаған, 8 ғаилә, 9 йәш әкиәт ижад итеүсе булған һәм ҡалғандары фольклор коллективтары менән ҡатнашҡан. Конкурсанттар, йылдағыса, төрлө халыҡтарҙың ауыҙ-тел ижадына мөрәжәғәт иткән һәм башҡорт, урыҫ, корея, әрмән, татар, украин, норвег әкиәттәрен яңғыратҡан. Уларҙың телмәр оҫталығын, әртислек һәләтен һәм тағы ла бик күп ыңғай сифаттарын абруйлы баһалама ағзалары билдәләп, М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында үткәрелгән йомғаҡлау тантанаһына бөртөкләп һайлап алған. Был эш бик еңелдән булмағандыр, сөнки баш ҡала мәғариф учреждениелары тәрбиәләнеүселәренең йыл да сараға етди әҙерләнеүен, һәр яҡлап камиллыҡҡа ынтылыуҙарын беҙ күптән беләбеҙ. Шулай ҙа, ярыш булғас, еңеүселәре табылырға тейеш.
Юғары баһаға лайыҡ булыусылар араһында һәр номинацияла бер үк мәғариф учреждениеһы вәкилдәре алдынғылыҡты бирмәүе күҙгә ташланды, тимәк, бында конкурсҡа ҡарата ғына түгел, туған телгә лә мөнәсәбәт етди. Шундай һоҡландырғандарҙың береһе Өфөнөң М. Исҡужин исмендәге 136-сы Башҡорт лицейы булды. Был белем усағынан яңғыҙ башҡарыусылар араһында 3-сө класс уҡыусыһы Рамаҙан Ғүмәров, ғаилә менән сәхнәләштереүселәрҙән Торсонбаевтар бер кемгә алдынғылыҡты бирмәне - Гран-при яуланылар. Ә лицейҙың фольклор коллективы беренсе урынға лайыҡ булды. "Әкиәт һөйләгән саҡта ҡул сабып тыңлауҙары бик оҡшай, бүләктәр ҙә алырға яратам, шуға бик тырышып әҙерләнәм был конкурсҡа. Йыл да ҡатнашам һәм бик күп әкиәттәр беләм. Уларҙы миңә өйҙә әсәйем, лицейҙа Сиражетдинова Венера Муллабай ҡыҙы менән Әбдрәхимова Рәмилә Әкрәм ҡыҙы өйрәтә. Быйыл "Тыңлауһыҙ ҡуян балаһы" башҡорт халыҡ әкиәтен һөйләнем. Әкиәттәрҙән тыш математика дәрестәрен, футбол һәм баскетбол уйындарын яратам", - ти ун йәшлек Рамаҙан.
Ә бына ғаилә менән әкиәт һөйләүсе әсәле-уллы Торсонбаевтар "Һигеҙ бүрек тегеүсе оҫта" тигән бик фәһемле әрмән халыҡ әкиәтен сәхнәләштергән. Унда бер төлкө тиреһенән һигеҙ бүрек тектерергә уйлаған ҡомһоҙҙоң төп башына ултырыуы тураһында һүҙ бара. "Әкиәт ҡомһоҙлоҡ, һаранлыҡтан көлә һәм сюжеты ла артыҡ ҡатмарлы түгел, ике кешелек булыуы менән йәлеп итте беҙҙе. Әрмән халҡыныҡы булһа ла, беҙ уны сәхнәләштергәндә башҡорт милли кейемдәре кейҙек, башҡорт бейеүен ҡушып ебәрҙек. "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсы - ул балаларға туған телебеҙҙе өйрәтеүҙә, ҡала мөхитендә башҡорт рухлы итеп тәрбиәләүҙә эшебеҙҙе еңелләштергән бик әһәмиәтле бер сара. Балалар менән күберәк шөғөлләнергә этәргес бирә, шуға күңел һалып башҡарам был эште. Быйыл Ильяс улым менән икәү сығыш яһаһаҡ, 5 йәшлек ҡыҙым да яңғыҙ башҡарыусылар араһында үҙ көсөн һынап ҡараны, тик ҡала кимәленә үтмәне. Тағы бер ҡыҙыбыҙ бар, уға әле ни бары ике йәш. Тормош иптәшем Динар менән балаларҙың теле башҡортса асылырға тейеш, тигән инаныстабыҙ һәм был йәһәттән көсөбөҙҙән килгән барыһын да эшләйбеҙ. Күп итеп шиғырҙар ятлатам, ауылға ҡайтҡандарында башҡортса ғына һөйләшегеҙ тигән талабыбыҙ бар, форсат сыҡҡанда театр-концерттарға алып йөрөйбөҙ һәм иң мөһиме, башҡорт балалар баҡсаһы һәм лицейында тәрбиәләнәләр, уҡыйҙар", - тине Миләүшә Торсонбаева.
Әйткәндәй, Торсонбаевтарҙың балалары тәрбиәләнгән 308-се Башҡорт балалар баҡсаһы ла быйыл ҡала конкурсында үҙҙәрен яҡшы күрһәтте. Уларҙың фольклор коллективы "Унға тиклем һанай белгән кәзә бәрәсе" норвег халыҡ әкиәтен сәхнәләштереп, Гран-при яуланы. Төрлө йорт хайуандары булып кейенгән кескәйҙәрҙең тупырҙашып сәхнәгә килеп сығыу күренеше генә түгел, уларҙың әртислектәре, телмәр оҫталыҡтары ла хайран итте тамашасыларҙы. Өлкәндәр генә түгел, хатта үҙҙәренең тиҫтерҙәре лә мауығып ҡараны был сәхнәләштереүҙе. Гәзитебеҙҙең үткән һанында баҫылған балалар ҡоронда ҡатнашыусы ҡыҙҙар ҙа бар ине улар араһында һәм Айлина Ҡарағолова менән тағы берҙе һөйләшеү форсаты тейҙе: "Байрам бик оҡшаны, төрлө-төрлө әкиәттәр һөйләнеләр. Мин дә бик күп әкиәттәр беләм, уларҙы миңә әсәйем һәм өләсәйем һөйләй, балалар баҡсаһында ла өйрәтәләр. Беҙҙең әкиәт унға тиклем һанай белеүсе кәзә бәрәсе тураһында ине, мин үҙем дә һанай беләм", - тине Айлина һәм мәктәпкә барыуын түҙемһеҙлек менән көтөүен әйтте.
Гран-приға шулай уҡ белем усаҡтары араһында Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһының фольклор коллективы "Үгәй ҡыҙ Гөлбикә" әкиәте, ә "Аҡбуҙат" 75-се Башҡорт балалар баҡсаһынан Көмөшбаевтар ғаиләһе "Бүре менән кәзә" әкиәте өсөн лайыҡ булды. Шулай уҡ балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре араһында әкиәтте яңғыҙ һөйләүселәр араһында Гран-при яулаусы Йәсминә Лоҡманова ла "Аҡбуҙат"тан. Ҡыҙыҡай ике йәшенән алып "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсында ҡатнаша, Гран-приға 2020 йылда лайыҡ булғаны бар. Ә быйыл ул "Саҡ менән Суҡ бәйете" башҡорт халыҡ әкиәтен бәйән итте. Йәсминә әкиәтте тасуири һөйләп кенә ҡалманы, сығышы барышында дөңгөр ҙә һуғып алды, ҡумыҙҙа ла сиртеп күрһәтте, "Саҡ менән Суҡ" йырын да көйләп ишеттерҙе. Талантлы ҡыҙҙы конкурсҡа "Аҡбуҙат" 75-се Башҡорт балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре Илүзә Хазиәхмәтова менән Венера Амантаева, ата-әсәһе әҙерләгән. "Ҡыҙыбыҙға алты йәш. Уны бәләкәйҙән кеше алдында үҙен тота белһен, телмәре шымарһын, һәләттәре үҫешһен тип төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаштырырға тырышабыҙ. "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр каналын ҡарап, атаһын телевизорҙан күреп үҫкәс, үҙе лә бәләкәйҙән микрофон тотоп, видеоға төшөргә әүәҫ булды. Хатта уйындары ла шуға ҡоролған", - ти йәш әртистең әсәһе Алита Лоҡманова.
"Һаумы, һаумы, әкиәт!" донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡортса һөйләүселәрҙең ҡала конкурсында шулай уҡ беренсе, икенсе һәм өсөнсө урындар яулаусы, "Нәфис һүҙ оҫтаһы", "Ижади ҡараш", Рухи мираҫты һаҡлаусылар", "Әкиәт - халыҡ аҡылы хазинаһы" номинацияларында еңеүселәр ҙә билдәләнде. Бына бер нисә йыл рәттән үткәрелеп килгән үҙҙәре әкиәт ижад итеүсе балалар араһындағы "Йәш әкиәтсе" номинацияһында I урынды "Аҡбуҙат" 75-се Башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Хәсән Йосопов менән 3-сө гимназия уҡыусыһы Алисхан Нафиҡов бүлеште. Балаларҙы БР мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, министрлыҡтың Милли мәғариф идаралығы етәксеһе Илдус Ҡаһарманов, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева тәбрикләне.
ШУЛАЙ ИТЕП...
"Һаумы, һаумы, әкиәт!" ҡала конкурсының сираттағы йомғаҡлау тантанаһы бына шулай йылдағыса шау-гөр килеп, балаларҙың шатлыҡлы тауыштарына, өлкәндәрҙең һоҡланыулы ҡараштарына һәм ихлас ҡул сабыштарына күмелеп үтеп тә китте. Киләһе йыл ярыш үҙенең 15 йыллығын билдәләйәсәк һәм унда ҡатнашыусылар һаны тағы ла күберәк, уларҙың әҙерлектәре тағы ла юғарыраҡ булырына иманыбыҙ камил. Сөнки баш ҡалабыҙҙа йәшәгән йәш ғаиләләр балаларға туған телен, мәҙәниәтен, халҡының ауыҙ-тел ижадын өйрәтеп, рухи тәрбиә биреп үҫтереүҙең мөһимлеген яҡшы аңлай, ә милли мәғариф учреждениеларыбыҙ, һанаулы ғына булыуҙарына ҡарамаҫтан, үҙ иңдәренә алған бурысты намыҫ менән үтәй. Уларҙың уртаҡ көс һалып башҡарған эше республикабыҙҙың алдынғы ҡарашлы, башҡорт рухлы граждандарын формалаштыра, был бөгөндән үк күренә.
Сәриә ҒАРИПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №21, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА