«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕШЕЛЕКЛЕ КЕШЕЛӘР ХАҠЫНДА
+  - 


Бөгөнгө көндә Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән бәхетле бер пар тураһында һүҙем. Рауил менән Әнисә улар. Икеһе лә үҙҙәренең тыныс холҡо, кешелеклеге, кеселеклеге менән күптәргә үрнәк булырлыҡ. Инде үҫеп еткән бала-сағалары, ейән-ейәнсәрҙәре лә бар. Тик баштан уҡ бергә тормош ҡороп йәшәмәгән был парҙың балаларының берәүҙәре "атаһыныҡы" булһа, икенселәре - "әсәһенеке". Күптәребеҙҙеке һымаҡ уҡ, уларҙың да тормош юлы ябайҙан булманы. Ғаиләләре башҡа-башҡа ине уларҙың…

Бала-саға үҫтереп, етеш тормош көтөп, һин дә мин йәшәп ятҡанда, Рауилдың ғаиләһенә ҡайғы килә. Кинәт кенә ауыр сиргә һабышып, тәүге ҡатыны Гөллирә йәшләй донъя ҡуя. Инде үҫмер йәштәге балалары менән яңғыҙы ҡалған ир кеше ғәзиздәрен аяҡҡа баҫтырыу юҫығында йәшәүҙе, тырышыуҙы дауам итә. Әле йәш булыуына, хатта бәғзе берәүҙәрҙең өгөтләүҙәренә лә ҡарамаҫтан, башҡа ҡатын-ҡыҙға өйләнергә лә ашығып бармай Рауил. Баһадир кәүҙәле, етди ҡарашлы, өлгөлө атай хәмер-маҙарға ла ҡырҡа кире мөнәсәбәттә була. "Яратҡан кейәү" булараҡ, инде олоғайған ҡәйнәһе, ҡатынының туғандары менән дә элеккесә тығыҙ бәйләнеш тотоуын дауам итә. Бер нисә йылдан уның тормош юлында ире вафат булып, бер улы менән яңғыҙы тороп ҡалған зифа буйлы мөләйем, һылыу ҡатын - Әнисә тап була. Икеһе лә күптән түгел ҡырҡты аша атлаған йәш ир менән ҡатын бер-береһен оҡшата. "Үлгән артынан үлеп булмай, алда әле йәшәйһе бар бит" тип, туғандары һәм таныштары ла уларҙың береһен икенсеһенә димләй башлай. Әммә үҙ ғаиләһен, балаларын ҡурсалаусы атай һәм әсәй булараҡ, башҡа кеше менән тормош ҡороп ебәреү мәсьәләһенә Рауил да, Әнисә лә ифрат һаҡ ҡарай. Халҡыбыҙҙа "Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ" тиҙәр бит әле. Һәр яҡлап ентекләп уйлап, инде үҫеп еткән балалары менән кәңәшләшкәндән һуң ғына, улар бергә ғаилә ҡороу мәсьәләһен хәл итә.
Икеһен дә электән белгән кеше булараҡ, мин үҙем, шәхсән, уларҙың бына ошо ҡарарына ифрат ныҡ шатландым. Ә инде никах атҡарыуҙа минең шаһит булып ҡатнашыуымды һорағас, йәш бала һымаҡ ҡыуанып, ихлас риза булдым. Бынан тыш, Әнисәнең атаһы яғынан туған булараҡ, никах уҡығанда "үәли" ролен үтәнем (динебеҙ ҡануны буйынса, ҡатын-ҡыҙҙың никахына атаһының йә башҡа берәй ир туғанының ризалығы мотлаҡ). Был яҡындарымдың бер-береһен ихтирам итеп йәшәп китеүҙәренә икеләнмәнем һәм бик дөрөҫ уйҙа булғанмын. Улар, ысынлап та, күптәрҙе һоҡландырып, туғандарын ҡыуандырып, етеш, татыу йәшәй башланы.
Әммә мине, байтаҡ тормош тәжрибәһе лә булған кешене (бында йәшерен-батырыны юҡ) баштан алып бер һорау борсоно. Рауил үҙенең ҡайны-ҡәйнәләре менән тиҫтәләгән йылдар аралашып, уларҙың улдары һымаҡ булып киткән, шул яҡшы кешеләр менән туғандарса йылы мәнәсәбәттәре лә һаҡлана килде. Ҡайны-ҡәйнә йортонда ул һаман булһа көтөлгән ҡәҙерле ҡунаҡ ине. Артабан ни булыр?.. Башҡа ҡатын, йәғни Әнисә менән тормош ҡорғас, "элекке кейәүгә" ҡарата оло кешеләрҙең мөнәсәбәте ҡырҡа үҙгәрмәгәйе, тип борсолдом. Икенсенән, "Әнисәгә лә хәҙер мәрхүм иренең туғандарының ҡарашы үҙгәрер, улар менән артабан аралашып йәшәй алыр микән?" тигән шигем дә булманы түгел. Сөнки балаларының араһы өҙөлгәс, башҡа кеше менән тормош ҡорған кейәүенән йә килененән ҡырҡа ситләшкән бәғзе ғаиләләрҙе беләм. Шулар менән дә сағыштырыуым.
Күпмелер йыл үткәс, бер аҙ уңайһыҙыраҡ булһа ла, Рауилдән үҙемде борсоп торған ана шул мәсьәлә хаҡында һораштым. Беләһегеҙме, ул мине нисек ҡыуандырҙы! "Гөллирәнең әсәһе, туғандары ла Әнисәне үҙҙәренең ҡыҙы һымаҡ күреп, яратып ҡабул итте. Башҡа алыҫ районда йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, йыш ҡына икәүләшеп уларға барып торабыҙ…" Бер юлы икенсе һорауымды ла бирергә баҙнат иттем: "Ә Әнисәнең ҡайны-ҡәйнәләре бармы, һеҙҙең яңы никахығыҙға нисек ҡарай?" "Беҙ өйләнешкәндә, Әнисәнең ҡәйнәһе, йәғни, Хәкимйән мәрхүмдең әсәһе бар ине. Ул да беҙҙең менән иң яҡшы мөнәсәбәттә булды, хатта ҡунаҡҡа саҡырып, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтте. Ҡайнаға, ҡәйенбикәләре менән дә аралашабыҙ". Заманында үҙҙәренең гүзәл сифаттары, холоҡ-фиғеле менән ҡайны һәм ҡәйнә ихтирамын, хатта һөйөүен яулап алырға ирешкән был пар өсөн шатлығымдың сиге булманы. Ҡәләмемә тотоноуымдың төп сәбәпселәре Рауил менән Әнисә генә түгел, ә уларҙың икеһенең дә ана шул элекке ҡайны-ҡәйнәләре - һәр нәмәгә айныҡ күҙ менән ҡарап, ғәҙел, объектив баһа бирә, башҡаларҙың хәленә инә ала торған кешеләр ине бит (хәҙер улар мәрхүмдәр инде. Аллаһы Тәғәлә Ахирәттә уларға еңеллек бирһен).
Рауил менән Әнисәнең шөғөлдәре хаҡында ла бер аҙ һөйләп китеү кәрәктер. Бөгөнгө көндә улар икеһе лә инде етенсе тиҫтәһен ҡыуа. Рауил Исмәғил улы Иҫәнов - Баймаҡ ҡалаһында танылған фотограф. Байтаҡ йылдар инде уның шәхси фотосалоны уңышлы эшләп килә. Әнисә Әхмәтсафа ҡыҙы оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында уҡытыусы булып эшләне. Биология фәндәре кандидаты. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы. Бер нисә фәнни монография авторы. Быйыл "Шәмселмәғариф Юнысбаев шәжәрәһе" исемле китабы донъя күрҙе. Урал аръяғы райондарының экологик торошо, уларҙы яҡшыртыуға йүнәлтелгән тәҡдимдәре сағылған күп кенә ғилми мәҡәләләре матбуғат биттәрендә лә әленән-әле баҫылып сығып тора. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, тормошҡа дәртле ҡарашта, хәләл ефетенең фотосалонында яңы һөнәр үҙләштерә. Бер-береһенә ҡарата һәр саҡ иң яҡшы мөғәмәләлә булған был ғаилә башлыҡтары күптән түгел үҙҙәренең ыҡсым юбилей датаһы айҡанлы ҡорбан салып, туғандарын йыйып, хәләл мәжлес яһаны. Юнысбаев Ниғәмәт хәҙрәт унда Ҡөръән аяттары уҡыны, вәғәздәр һөйләне. Юбилярҙарҙың адресына бик күп яҡшы һүҙҙәр әйтелде. Хәйер, улар өсөн ниндәй генә матур һүҙҙәр әйтһәң дә аҙ һымаҡ. Арабыҙҙа бына шундай гүзәл яҡташтарыбыҙҙың булыуына һөйөнәм, уларҙы Аллаһы Тәғәлә гел генә үҙҙәре кеүек үк кешелекле әҙәмдәр менән һәр саҡ тап итһә ине, тип һорайым. Тормошобоҙҙо йәмләүсе шундайҙар арабыҙҙа күберәк булһа, донъябыҙ тағы ла матурыраҡ булыр ине.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №21, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.06.23 | Ҡаралған: 482

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru