Беҙҙең ауыл Мәләүез йылғаһының һул ярында урынлашҡан. Яр аҫтынан ағып сыҡҡан шишмә һыуын үрҙә телгә алынған йылғаға ҡоя. Шишмә сыҡҡан урынды ҡасандыр бында йәшәгән Сөләймән атлы ауылдашым бурап, таҙартып тотҡан. Беҙ бәләкәй саҡта бөтә ауыл халҡы көйәнтә аҫып, һыуға йөрөй торғайны. Бер ун йыл тирәһе элек Сөләймән уҙамандың ейән-ейәнсәрҙәре олаталары башланғысын ҡеүәтләп, шишмә башын яңынан бурап, һыу алыр өсөн уңайлыҡтар булдырҙы, рәхмәт яуғырҙары!
…Ял көнө ейәнем килеү менән буш һауыттар тотоп, шул шишмәгә һыуға юлланабыҙ. Килеп етеү менән яр башына ултырып, аҙна буйына йыйылған яңылыҡтарыбыҙ менән уртаҡлашабыҙ, йылғаның уң ярындағы тәбиғәт менән һоҡланабыҙ, алыҫтағы тимер юлынан уҙған поезд вагондарын һанайбыҙ.
Бына беҙ шишмә буйына килеп етеү менән ҡаршы ярҙан бер пар һун (беҙҙең яҡта һуна өйрәкте шулай тиҙәр) өйрәк осоп китте. Күп тә үтмәй, яҡындан ғына яңғыҙ ата өйрәк тә күтәрелде, бейектә бер нисә түңәрәк бирҙе лә теге пар артынан ҡайҙалыр осто. Һуңғыһының яңғыҙ булыуына ейәнем дә иғтибар иткән икән, "Әллә уның парын һунарсылар атып алғанмы?" - тип һораны. "Инәһе йомортҡаларын баҫып, себеш сығарып ултыра", - тинем. Һорауҙар бының менән генә бөтмәне, тағы: "Ә һин ҡош атҡаның булдымы?"- тип һорау бирҙе ейәнем.
Һорауға яуап итеп, беҙҙең яҡта ҡыр өйрәктәренең ике төрлө булыуын, беҙ күргәне һун икәнен, уларҙың икенсеһе бәләкәйерәк, ни бары 300-400 грамм ауырлыҡтағыһын сүрәгәй тип атауҙарын, уларҙың һәр береһенә төрлөсә һунар ойошторолоуын аңлаттым. Шунан өйрәккә һунар итеүҙең ҡайһы бер нескәлектәренә туҡталдым. Яҙғы һунар миҙгелендә тик ата өйрәкте генә атырға рөхсәт ителеүен иҫкә алдым. Ә бының үҙ хикмәте бар - ата өйрәк йомортҡалы ояны туҙҙыра, тимәк, нәҫелде дауам итеүгә ҡурҡыныс тыуа.
Миңә был һунар серҙәрен күрше ағай өйрәтте. Уның улдары булмағас, минән һунарсы ла, балыҡсы ла, умартасы ла яһарға, үҙенә ярҙамсы итергә тырышты. Яҙлы-көҙлө ҡыр өйрәктәренә һунарға йөрөттө, ҡышын аҡ ҡарҙа ҡуян баҫтырырға алды. Һунарҙан һуң күккә сөйөлгән бүреккә мылтыҡтан атыуҙар ғына ни тора!
Йәй етеү менән икәүләп ау һалырға йөрөйбөҙ. Мине бер яҡ ярҙа ҡалдыра ла үҙе икенсе яҡ ярға сыға. Мин ҡурғаштан яһалған бауҙағы түңәрәкте ырғытһам, ул тартып ала - ауҙы төнгөлөккә шулайтып һалабыҙ, ә иртән үҙе барып ҡарай, мул ғына эләкһә, тейешле өлөшөн беҙгә индерә. Ағай үҙе менән генә йөрөтөп ҡалманы, һунар, балыҡ тотоу серҙәре менән дә мул уртаҡлашты.
Йәй балыҡҡа йөрөйбөҙ, үҙе көҙгө суртан ҡармаҡлау мәлен маҡтай. Бер-ике көҙ суртанға барырға форсат теймәне. Ниһайәт, бер көҙ ауылға ҡайтыуымды күреп ҡалды ла балыҡҡа алып китте. Уларҙың баҡса башындағы шишмәнән ваҡ сабаҡтарҙы һоҫа менән һоҫоп алдыҡ та күлгә юлландыҡ. Ағайҙың ҡулында дүрт ҡармаҡ сыбығы, килеп етеү менән суртан тотҡанда сабаҡты нисек ҡармаҡҡа эләктерергә өйрәтте. Өс ҡармаҡты ырғытты ла, дүртенсеһен миңә бирҙе, йәнәһе, өйрәнсеккә ошоноһо ла ярай. Мин сабаҡ эләктереп, һыуға ырғыттым, ул шунда уҡ батты, беләк буйы суртан һөйрәп сығарҙым һәм иң ҙур хатамды эшләнем. "Өйрәнсеккә ярай ул!"- тиеүем булды, ағай дүрт ҡармағын да йыйҙы ла, минең һүҙҙәргә лә иғтибар итмәй, ҡайтып китте.
Икенсе көн иртән балыҡҡа теге яҡ күршелә йәшәгән, минән өс йәшкә йәш егетте алып китте, ҡышын ҡуянға һунарға ла уны эйәртте. Ул күршебеҙҙән бик һәйбәт һунарсы ла, балыҡсы ла, умартасы ла сыҡты. Ағай вафат булғансы бергә йөрөнөләр.
…Мин телемде тыймаған өсөн һунарсы булмағаныма үкенмәйем, ул ваҡытта бик уйланмаһам да, һуңынан ҡошҡа һунар итә алмаҫ инем, атырға ҡулым күтәрелмәҫ ине, тип һығымта яһаным. Мостай Кәримдең үлемһеҙ "Үлмәҫбай" поэмаһындағы түбәндәге юлдар: "Һунарсы ҡаны үҙемдә, һунарсы булыр балам." Һәр хәлдә лә минең турала түгел был.
Сәйфулла ӘМИРОВ.
Мәләүез ҡалаһы.
"Киске Өфө" гәзите, №21, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА