Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә, Эске эштәр органдарында, һалым полицияһында хеҙмәт иткәндә лә, 2000 йылдарҙан БР Хөкүмәтендә төрлө вазифаларҙа, шул иҫәптән, республиканың Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе йөгөн тартҡанда ла, ҡыҫҡаһы, ҡайҙа ғына эшләмәһен, бөгөнгө геройыбыҙ намыҫлылығы, ғәҙеллекте тәүге урынға ҡуйыуы арҡаһында барыһының да ихтирамын яулай. Депутат булып һайланғас та ул иң ауыр йүнәлештәрҙең береһен етәкләй. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет рәйесе Салауат Фәттәх улы ХАРАСОВ менән уның бөгөнгө эшмәкәрлеге хаҡында әңгәмәләшәбеҙ.
Салауат Фәттәх улы, исемегеҙ менән ғорурланаһығыҙмы? Ошо исемде йөрөткән шәхестәр араһында кемеһе Һеҙҙең өсөн өлгө?
- Хәҙер йәштәр улдарына Салауат исемен бик ҡушып бармайҙар, ахыры. Бына минең йәштәштәрем араһында Салауаттар бик күп. Уларҙың күптәре менән дуҫтар булып йәшәйбеҙ, араларында табиптар ҙа, депутаттар ҙа бар. Атайым менән әсәйем Башҡортостандан булһа ла, мин Тажикстанда тыуғанмын. Өйөбөҙҙә милли батырыбыҙ хаҡында "Салауат Юлаев" тигән китап бар ине, шуны уҡып үҫтем мин. Шуға ла, моғайын, уның яҙмышы, фиҙаҡәрлеге, илен, телен яратыуы минең өсөн матур өлгө булып торғандыр. Ғөмүмән, мин бик бәхетле кеше, атайым менән әсәйем иҫән, улар хәҙер Өфөлә йәшәй. Ике һеңлем, бер ҡустым - хәҙер инде балалар, ейәндәр менән уларҙы иғтибарҙан өҙмәҫкә тырышабыҙ.
Ситтә йәшәһәк тә, нисектер күңелемдә гел Башҡортостан булды. Новосибирск юғары хәрби-сәйәси училищеһын тамамлағас, мине юллама менән Ырымбур өлкәһе Тоцкое ҡасабаһына хәрби хеҙмәткә ебәрҙеләр. Унда ла Башҡортостанға эш сәфәре килеп сыға ҡалһа, барырға теләк белдерә һала инем. Шулай йөрөй торғас, кәләшемде осраттым. Ләйсән менән Айһылыу исемле ҡыҙҙар үҫтерҙек, 6 ейән-ейәнсәрем бар, улар ҙа матур башҡорт исемдәре йөрөтә, башҡорт йырҙарын тыңлайҙар. Ҡартатай тип өндәшеүҙәренә, минең менән үҙҙәренсә ғорурланыуҙарына күңелем була.
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа һеҙ етәкләгән комитет иң ҡатмарлыһылыр, моғайын?
- Ҡатмарлы, сөнки ул халыҡҡа иң яҡыны. Шуға ла иң кәрәге, тиһәк, дөрөҫөрәк булыр. Һаулыҡ һаҡлау үҙ эсенә бер нисә йүнәлеште ала, социаль сәйәсәт тә киң тармаҡлы, унда ғаилә, әсәлек, аталыҡ, балалыҡты һаҡлау мәсьәләләре лә, хеҙмәт мөнәсәбәттәре лә, айырым категория граждандарын социаль яҡлау ҙа инә. Комитетҡа бөтәһе 18 төрлө мәсьәләне ҡарарға, хәл итергә тура килә. Профсоюз хәрәкәте лә беҙҙең комитеттың эсендә, улар ҙа гел иғтибар табап итә. Хатта ерләү эшенә бәйле һорауҙар ҙа ошо комитет эсендә ҡарала, әйтәйек, зыяраттарҙы киңәйтеү талабы тыуып тора.
Әле яҙғы сессияның аҙаҡҡы ултырышында 1000 кешенән аҙыраҡ халыҡ йәшәгән ауылдарҙа, социаль йәһәттән әһәмиәтле булған объекттарҙа, төбәккә һәм муниципалитеттарға ҡараған юлдарҙа сифатлы бәйләнеш булдырһа, бәйләнеш операторҙарына килемгә һалынған һалымдың күпмелер өлөшөн кире ҡайтарыу мөмкинлеге биреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Былар барыһы ла халыҡтың тормошон уңайлы итеү өсөн эшләнә.
Шуныһы ла бар, социаль өлкә - халыҡ тарафынан тәнҡит утына ла күберәк тотола...
- Был эшләмәгәндән түгел, киреһенсә, эшләгән һайын, күберәк эшләргә кәрәк. Әле бына ҡала көнөндә генә Нефтехимиктар паркын асыуҙа ҡатнаштыҡ. Әммә ремонт һәм яңыртыуҙы көткән парктар тағы ла күберәк бит, тимәк, быныһын күреп, халыҡ тағы һораясаҡ. Социаль мәсьәләләр ҙә шулай. Мәҫәлән, күп балалалы ғаиләләр өсөн льготалар яңы барлыҡҡа килгәндә, халыҡҡа ул шул тиклем ҙур ярҙам кеүек тойолғайны. Хәҙер иһә ул категорияға ҡараған ярҙамдың ниндәйе генә юҡ. Күптәр социаль ғәҙеллек талап итеп, мөрәжәғәт итә. Быны ла мин яҡшы аңлайым. Әйтәйек, күршеләш булып ике йортта күп балалы ғаиләләр йәшәй икән. Береһендә ғаилә башлығы балаларҙы бер нәмәнән дә мәхрүм итмәйем тип, ике урында эшләй икән ти. Һөҙөмтәлә, килемдәре тейешле сумманан 10 һумға артығыраҡ булған өсөн, пособие юллай алмайҙар. Ә күршеһендәге ғаилә был ярҙамды ала. Ҡараһаң, икеһе лә 3-әр бала тәрбиәләй, ул балаларҙы берҙәй ашатырға, кейендерергә кәрәк. Беҙгә хәҙер ошо йәһәттән мәсьәләне хәл итергә кәрәк. Бәлки, ниндәйҙер комиссия, йәмәғәт советымы ҡарарға тейештер быны. Пенсиялар буйынса мөрәжәғәттәр күп. Пенсияһының яртыһын коммуналь түләүҙәргә тотоноп, ҡалған ғына өлөшөнә йәшәгәндәр күп. Медицинаға ҡағылышлыларын һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин менән тығыҙ бәйләнештә хәл итәбеҙ, уның эш алымдары бик оҡшай миңә.
Демография яҡшырһын, тиһәк, халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыуға иғтибар артырға тейеш. Беҙ бөгөн йәшәйешебеҙгә илһөйәрлек тойғоһон кире ҡатарырға тырышабыҙ, әммә ул дәүләт ярҙамы менән дә нығытылырға тейеш. Юғары белемдең түләүле булыуы, ипотекаға фатир һатып алыу һ.б - былар барыһы ла беҙгә көсләп тағылған сит идеология икәнен төшөндөк бит инде. Кеше иртәгәһе көндән хәүефләнмәһен, нисек белем алыр, ҡайҙа йәшәр, ҡайҙа эшләр, тип, балаһының киләсәге өсөн ҡурҡмаһын. Әле бына Болон белем биреү системаһынан баш тартыу тураһында һүҙ сыҡты ла, тағы ла тынып ҡалды. Ә ул яҡшы идея ине, элекке юғары белем биреү системаһының донъяла тиңе юҡ ине бит. Шулай аҙымлап ҡына булһа ла ыңғайға йүнәлеш буласаҡ ул, бының өсөн ҡайһы бер закондар ҡабаттан ҡаралып, төҙәтеләсәк. Кеше тормошонан, йәшәйешенән һәм, әлбиттә, ҡанундарҙан мөмкин тиклем ҡәнәғәт булһын тигән принциптан сығып эшләйбеҙ беҙ ҙә.
Һеҙ социаль селтәрҙәрҙә лә халыҡ менән әүҙем аралашаһығыҙ, был эшегеҙҙе яҡшыртыр өсөн яңы мөмкинлекме?
- Бөгөнгө депутат эшмәкәрлеге закондар сығарыу, кешеләр менән аралашыу, уларҙың проблемаларын хәл итеү генә түгел. Социаль селтәрҙәр аша иһә бөтөн төрлө мәғлүмәтте тиҙерәк алып була. Шуға ла ниндәйҙер теләктәрегеҙ, һорауҙарығыҙ бар икән, мине интернетта таба алаһығыҙ. Әле яңы ғына Махсус хәрби операциянан егеттәр мөрәжәғәт итте. Бер часта Өфөнөң Киров районынан 4 егет бергә хеҙмәт итә икән. Республиканың ярҙам иткәнен беләбеҙ, беҙгә ВАЗ машинаһы алып бирә алмаҫһығыҙмы икән, тип яҙалар. Беҙ, депутаттар, йыйылышып, фонд булдырып, шундай мәсьәләләрҙә ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ. Яңыраҡ ҡына Луганск өлкәһенең Красный Луч ҡалаһынан мәктәп директоры ашхана өсөн туңдырғыс лар һорағайны, һатып алып ебәрҙек. Бик рәхмәтле булдылар, хәҙер ит, балыҡ һаҡларға урын бар, тип ҡыуаналар.
Социаль селтәрҙәр тигәс, халыҡ гел генә насарлыҡты яҙмай унда. Мине ирекле формированиелар штабының кураторы итеп тәғәйенләгәйнеләр. Әле унда 200 меңдән ашыу кеше тупланды. 60 йәшкә тиклем сикләү бар бит инде. 65 йәшкә тиклем үҙгәртеп булмаҫмы икән, тип һорайҙар. "Рәсәй ветерандар союзы" ветерандарҙың Бөтөн Рәсәй йәмәғәт ойошмаһына мөрәжәғәт итеп, генерал-полковник Азаров үҙе Шойгуға сығып, шуны хәл иттек. Шуға ла социаль селтәрҙәр аша ла күп эштәргә башланғыс һалырға була.
Ләйсән ВӘЛИЕВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №23, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА