«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫҢҒАЙ ЙҮНӘЛЕШ АЛЫНДЫ ТҮГЕЛМЕ?
+  - 

Эйе, бөгөн дуҫ ҡәҙерен белер, икеләтә, өсләтә һынар, баһалар мәл, әйтерең бармы. Көнбайыш илдәр властары үҙҙәренең мәкерле санкция ҡоршауын Рәсәй муйынына кейҙереп, уны бөтөн мирҙан айырып, япа-яңғыҙ ҡалдырырға, иркен сикләп, ил тормошон тар-мар итергә, тамам тонсоҡторорға күпме генә тырышмаһын, ниәттәре барып сыҡманы: кемдер әйтеүенсә, был кире һөҙөмтәгә килтерә башланы һәм күбеһенсә Көнбайыштың үҙенә "баш ауырыуы" булып әүерелде. Дөрөҫ, Рәсәй өсөн донъя "дуҫтар" һәм "дуҫ түгелдәр"гә бүленде, ләкин Ер йөҙөндә илебеҙ яңғыҙ тороп ҡалманы: байтаҡ булып сыҡты улар - Көнбайыш залимлыҡ иткән ошо осорҙа үҙҙәренә ҡарата төбәләсәк санкция уҡтарынан ҡурҡмайынса, Рәсәй менән мөнәсәбәттәр ҡорорға йөрьәт иткән дуҫ илдәр. Ниһайәт, беҙ ошо илдәр вәкилдәрен генә түгел, хатта ҡайһы бер "дуҫ булмаған" тарафтарҙан да килеп еткән эшмәкәрҙәрҙе үҙебеҙҙең илдә күрҙек, сығыштарын, фекерҙәрен тыңланыҡ, ниндәйҙер һығымталар яһаныҡ.

Һүҙ 14-17 июнь Санкт-Петербургта булып үткән 26-сы халыҡ-ара иҡтисад форумы хаҡында барғаны аңлашылалыр, сөнки тап ошо көндәрҙә тормошобоҙ бик күп күмәк сараларға бай булып та, Питерҙағы йыйынға еткәне барыбер булманы. Быйыл унда барлығы 130 илдән 17 мең вәкил ҡатнашты. Шуларҙан айырым иғтибарға лайыҡ Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән генә лә 200 вәкил, Ҡытайҙан - 147, Һиндостандан - 58, Мьянманан - 50, Ҡаҙағстандан - 40, Кубанан - 39, АҠШ-тан 27 кеше килде һәм Алжир Президенты Әбделмәжит Теббун ҡунаҡ булараҡ ҡатнашты. Форум делегаттарының да, телетамашасыларҙың да төп иғтибары РФ Президенты Владимир Путиндың сығышына төбәлгәйне. Был ваҡиғаны хатта сит илдәрҙә лә һәм шул уҡ әлеге Көнбайыш тарафтарҙа ла иғтибар менән тыңлауҙары хаҡында мәғлүм ине.
"Суверенлы үҫеш - ғәҙел донъя нигеҙе. Киләсәк быуындар хаҡына көстәрҙе берләштерәйек!" тигән девиз менән барҙы форум. Рәсәй Президенты үҙенең сығышында Рәсәйҙең һуңғы йыл ярым эсендәге үҫешенә иҡтисади һығымта яһаны, киләсәккә пландар билдәләне һәм хөкүмәт ағзаларына аныҡ бурыстар йөкмәтте. Ил үҫеше өсөн былтырғы йылдың 2-се кварталы иң ауыры булды, тине ил етәксеһе. Ләкин дәүләт тарафынан дөрөҫ һайланған стратегия үҙ емештәрен бирә башланы: инфляция тарихи минимумға яҡынланы - 2,9 процент. Эшһеҙлек кимәле лә хәҙерге Рәсәй тарихында иң түбәне - 3,3 процент. Былтырғы күрһәткестәр буйынса 1,7 млн кеше фәҡирлектән арынды. Рәсәй нефть "энәһенән" азат була бара, нефть һәм газ килеменең үҫеше быйыл ғинуарҙа 9,1 процент тәшкил итте. Дәүләт финансы "бер аҙ ҡытлыҡҡа" ҡарамаҫтан, тотош алғанда тотороҡло килә. "Беҙ ирекле эшҡыуарлыҡты киңәйтеү юлын һайланыҡ, - тине В. Путин. - Бының иң төп һөҙөмтәһе - беҙҙең баҙарҙан киткән сит ил корпорацияларын алыштырыу булды". Әгәр бизнес эшселәргә һәм башҡа кешеләргә зыян килтермәй эшләй икән, уларҙың эшмәкәрлеген даими тикшереүҙәрҙе туҡтатырға кәрәк, тине ил етәксеһе. "Ҡайҙа тыуғанһың - шунда кәрәкһең" тигән халыҡ аҡылын иҫкә төшөрөп, Владимир Путин граждандарға үҙ аҡсаларын илдә тупларға, бында, үҙ өйөңдә аҡса эшләргә кәрәк, тип ҡабатланы һәм хөкүмәткә төп тармаҡ активтарын илгә ҡайтарыуҙы тиҙләтергә ҡушты. Президенттың тағы ла киләсәктә илдә эш хаҡтарын күтәреү мәсьәләһен ҡуҙғатыуы йөрәккә май булып яғылды, ләкин...тәү сиратта хәл ителә торған мәсьәләләр шул тиклем күп һәм мөһим, өҫтәүенә, ҡаҙна ҡытлығы ла янап ҡына тора - тимәк, юғары эш хаҡтарын күпме көтөргә кәрәк булыр - билдәһеҙ, сөнки был хаҡта Президенттан башҡа һүҙ ҡуҙғатыусы бер генә спикер ҙа, хөкүмәт ағзаһы ла булманы...
Рәсәй Президенты үҙ сығышында махсус хәрби операция хаҡында ла һөйләмәйенсә булдыра алмай ине, әлбиттә, сөнки илдең иҡтисади проблемалары тап шул мәсьәләгә барып ялғана бит. Бөгөнгө Украина нацистарының кем икәнлектәрен һәм уларҙың кемде герой итеп күтәреүҙәрен тағы бер тапҡыр донъяға фаш итер өсөн Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бандеровсыларҙың йыртҡыслыҡтары тураһында һөйләүсе видеоролик күптәргә Бандераның һәм уның ҡуштандарының ысын йөҙөн асҡандыр. Бөгөн Украина властары тап шуларҙы идеаллаштыра. "Беҙ быға ҡаршы көрәшергә тейешбеҙ", - тине В. Путин.
Петербург иҡтисади форумы һәм унда Рәсәй етәксеһенең сығышы билдәле сит ил мәғлүмәт сараларында сағылыш тапты һәм донъя шаңдауы булып яңғыраны. Ә бына Францияның Le Figaro, Испанияның El Pais һәм El Mundo, Италияның IIMessaggero гәзиттәре шулай ҙа форумдың төп темаһы булған иҡтисад мәсьәләләрен урап үтеү яйын ҡарап, нигеҙҙә Украина конфликты һәм "йәһүд халҡы өсөн ғәрлек" булған Зеленскийға ҡағылышлы эпизодтарҙы яҡтыртыу менән генә сикләнде. Уның ҡарауы, форум барышында сит илдәр вәкилдәре менән дөйөм суммаһы 3 триллион 860 млрд һум тәшкил иткән 900 килешеү төҙөлөүе донъя күләмендә Рәсәй менән һәр яҡлы хеҙмәттәшлектең отошло һәм ышаныслы, шулай уҡ ике яҡ өсөн дә файҙалы булыуы хаҡында асыҡ раҫлап тора. Сәйәсмән Сергей Марков һүҙҙәре менән әйткәндә, "Путин бик тәүәккәл һөйләне, был уның башҡа сығыштарынан айырылып торҙо. Иң мөһиме - иҡтисадта ыңғайға табан йүнәлеш алынды".

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.06.23 | Ҡаралған: 160

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru