«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЫУЫМ НИҢӘ КӘМЕЙ?
+  - 

Кремль бөгөнгө көндә Рәсәйҙең демографик хәлен ауыр тип баһаланы. Былтырғы туғыҙ ай мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бала тыуғандан һуң бирелеүсе Әсәлек капиталы сертификатын алыусылар һаны былтырғыға ҡарағанда 100 меңгә, йәғни 13,5 процентҡа кәмене, тип хәбәр итә "Независимая газета" Рәсәйҙең ул ваҡыттағы Пенсия фонды бюджетының башҡарылыуы хаҡында Иҫәп палатаһы докладына һылтанып. Ә инде былтыр сертификат алыусыларҙың яртыһы (55 процент) - бер балалы ғаиләләрҙән тора.

Уйлап ҡараһаң, ғәжәп инде. Ни өсөн шундай парадокс килеп тыуа әле: дәүләт балалы ғаиләләргә өҫтәй-өҫтәй аҡса түләгән һайын, тыуым һаны кәмей бара? Былтырғы ярты йыллыҡ буйынса Росстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда ғына ла, мәҫәлән, тыуым кимәле 6,3 процентҡа кәмегән. Һуғыш йылдарынан һуң балалар иң әҙ һанда тыуған йыл тип белгестәр 1999 йылды атай: 1 млн 214 мең сабый донъяға килә ул йылы. 2002 йылдан иһә тыуым әкренләп арта бара һәм 2014 йылда был күрһәткес ике миллион самаһы тәшкил итә хатта! Күрәһең, был әҙме-күпме тотороҡло осор булалыр, ләкин, үкенескә, 2016 йылдан тыуым тағы кәмей башлай. Бының төрлө сығанаҡтарҙа төрлө сәбәптәре килтерелә. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты ғалимы Е.Егорованың фекеренсә, әле болғансыҡ туҡһанынсы йылдарҙа тыуған ҡатын-ҡыҙ бала тыуҙырыу йәшенә килеп етте, ә улар, билдәле сәбәптәр буйынса, бик әҙ һанда. Шуға күрә, ти ул, тыуым кимәле күтәрелә башлаған 2000 йылғыларҙы көтөргә ҡала. Унан һуң әлеге 90-сы йылдар быуыны һәм, ғөмүмән, йәштәрҙең Рәсәй төбәктәрендә тыуып үҫкән күпселеге Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск кеүек мегаполистарға килеп эшкә урынлаша, шулай уҡ сит илдәргә сығып китеүселәр ҙә байтаҡ булды.
Илдең ҙур ҡалаларында эш, торлаҡ табыу, ипотека алыу-түләү һәм ныҡлап яңы ерҙә урынлашып китеү хәстәрҙәре менән мәшғүл йәштәрҙә, тәбиғи, ғаилә ҡороу, бала табыу ҡайғыһы юҡ. Бындай хәлде үҙгәртеү өсөн, эксперттар фекеренсә, төбәктәрҙе үҫтереү, унда предприятиелар асыу, ауыл хужалығын тергеҙеү мотлаҡ. Ә ҡайҙа социаль-иҡтисади үҫеш бара, унда эш урындары ла, торлаҡ та, мәктәп һәм балалар баҡсаһы ла, дауаханалар ҙа төҙөлә һәм урындағы халыҡҡа йәшәү, ғаилә ҡороу өсөн уңайлы шарттар барлыҡҡа килә.
Ә бына РФ Финанс университеты профессоры А. Сафонов тыуым мәсьәләһенә тағы ла ентеклерәк ҡараш ташлай һәм бик урынлы фекер әйтә. Пособиелар ғаиләнең килем кимәленә бәйле түгел, ә ғаиләләге балалар һанына ҡарап түләнергә тейеш, ти ул. Ысынлап та, уйлап ҡараһаң, уртаса төбәктә "рәсәйсә" аҙ килемле ғаиләләрҙән "күп" килемлеләрен айырып ҡарау дөрөҫ түгелдер, сөнки улар араһындағы айырма йыш ҡына бер нисә һумдан ғибәрәт булып сыға. Һөҙөмтәлә фәҡир ғаиләнән килеме бер нисә һумға ғына артығыраҡ булған, йәнәһе лә, "етеш" ғаилә пособиенан мәхрүм ҡала. Шуныһы ла уйландыра: бөгөнгө йәшәү-көнкүреш шарттарының ҡиммәтселеккә йөҙ тотоуы (аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, коммуналь түләүҙәр, яғыулыҡ хаҡтарының ныҡ артыуы һ.б.) ғаиләләрҙе һағайтмай ҡалмайҙыр, сөнки бер генә өлкәлә лә тотороҡлолоҡ күҙәтелмәй, шуға күрә лә хәҙер улар Әсәлек капиталына ла әллә ни ҡыҙығып бармай, сөнки ярты млн йәки млн ярым аҡса менән баланы балиғ йәшкә еткереү, артабан уҡытыу еңелдән түгел. Шулай ҙа ил өсөн ҡатмарлы был осорҙа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың быйыл хәл ителергә тейешле алты төп стратегик бурыс: илдең технология өлкәһендә үҙаллылыҡҡа өлгәшеүе, транспорт, коммуналь һәм социаль өлкәләрҙең үҫешен тәьмин итеү, граждандарҙың тормош хәлен яҡшыртыу кеүек мәсьәләләр рәтендә бөгөнгө демографик хәлде - әсәлек һәм балалыҡты яҡлау, балалы ғаиләләргә ярҙам мәсьәләһен дә даими контролдә тотоуы һәм ошо юҫыҡта аныҡ сараларҙы бойомға ашырыу йүнәлеш алыу ҡыуаныслы күренеш.
Ләкин ошо мөһим стратегик бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыу юлдарына бәғзе бер юғары етәкселәрҙең "еңелсә" ҡарашы аптырауға ҡалдыра. Ошо айҡанлы Санкт-Петербургтың Фонтанка.ру порталы РФ Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенконың ауылда йәшәргә йәштәрҙе күберәк йәлеп итеү һәм тыуым кимәлен күтәреүҙә ауыл блогерҙарын ярҙамға саҡырыуын ирония менән ҡабул итһә, "Московский комсомолец".ру сайты иһә романтика эҙләп ауылға килеп йәшәүсе Светлана исемле йәш ҡатын менән әңгәмә баҫтыра. 2017 йылдан бирле ошонда йәшәп, ул ауылдың бөтөн проблемаларын: юлдарҙың насарлығы, транспорт булмауы, яғыулыҡ хаҡының ҡиммәтлеге, эшһеҙлек касафаттары, ауылдың ҡартайыуы, эскелек хаҡында һөйләй һәм инде ауылда йәшәргә бер ниндәй ҙә теләге ҡалмауы хаҡында белдерә йәш кеше. Хәбәрсенең "Ауыл тормошонда берәй яҡшы нәмә бармы һуң?" тигән һорауына блогер "Саф һауа, таҙа һыу, нитратһыҙ ризыҡ", тип яуап бирә. Ҡалғаны - ауыр һәм көндәлек крәҫтиән хеҙмәте. Ошонан һуң тәбиғи һорау тыуа: бөгөнгө йәштәр һауа һулап, таҙа һыу эсер өсөн генә ауылға килергә әҙерме икән һуң?..

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.06.23 | Ҡаралған: 176

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru