«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАБИПТАР ҺӘМ УҠЫТЫУСЫЛАР ШУЛ УҠ ЕТЕШТЕРЕҮСЕЛӘР ТҮГЕЛМЕ НИ?
+  - 


Табип, уҡытыусы йә тағы бер бәғзе һөнәр хаҡында һүҙ йөрөткәндә, ҡайһы берәүҙәрҙең: "Ул етештереү менән бәйләнмәгән өлкәлә (русса - непроизводственная сфера) эшләй", - тип әйткәндәрен ишеткәнем бар. Ә инженер, төҙөүсе йәиһә ниндәйҙер ауыл хужалығында эшләгәндәрҙе "етештереүселәр" тип атайҙар. Етештереүсе булмаған әлеге уҡытыусы, табиптарҙы, хәрбиҙәрҙе фәҡәт хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләгәндәргә тиңләүселәр ҙә юҡ түгел. Йәнәһе лә, улар тик ҡулланыусылар (потребитель), йәғни, башҡалар иҫәбенә йәшәй, шунлыҡтан, әллә ни күп эш хаҡы түләүгә лә лайыҡ түгел, тигәнерәк фекерҙә ҡайһы берәүҙәр. Бер яҡтан, бындай фекер дөрөҫ тә һымаҡ. Бер ниндәй ҙә тауар яһап сығармағас, уларҙы башҡаса нисек атарға? Әлбиттә, улар - тик ҡулланыусылар ғына...

Шулай ғынамы икән?.. Ниндәйҙер бер тауар етештергән предприятиены алайыҡ. Был ойошманың инженеры һәм, әйтәйек, уҡытыусының эш хаҡының сағыштырмаһын килтерәйек. Оҙаҡ йылдар балалар уҡытҡан уҡытыусының айлыҡ эш хаҡы инженерҙыҡына ҡарағанда яҡынса ике мәртәбәгә әҙерәк. Йыш ҡына матбуғат сараларында уҡытыусы һәм табиптарҙың эш хаҡын күтәреү хаҡында һүҙ барғанын ишетергә тура килә. Шуға күрәлер ҙә, башҡаларҙа тик уҡытыусыға, йәиһә врачтарға ғына эш хаҡы өҫтәү менән булышалар икән, тигән фекер инеп оялай. Ошо категорияны аҡса менән тәьмин итеп тороу - етештереүселәр елкәһендә, тигән уйҙағылар ҙа юҡ түгел. Ә мин, ҡәҙерле туғандар, төптәнерәк уйлап ҡарарға кәңәш итер инем. Берәү ҙә был донъяға инженер булып тыумай (моғайын, был хаҡта минең менән бәхәсләшеүсе табылмаҫ). Тәүҙә ул мәктәптә дөйөм белем ала, унан юғары уҡыу йортонда уҡыуын дауам итә. Кәрәк ғилемде уға, әлбиттә, әлеге уҡытыусылар бирә. Ҡулына инженер дипломы алған шундай һәр һөнәрмән тейешенсә предприятиеға барып эшкә тотона һәм көн дә дәүләткә ҙур ғына күләмдә туранан-тура килем килтерә башлай. Эшенә күрә хаҡын да уға түләйҙәр. Ә әлеге "доход килтермәгән", йәиһә бәғзеләр "ҡулланыусы" тип һанаған уҡытыусы үҙ ғүмерендә күпме шундай буласаҡ инженерҙы уҡытып сығарған икән, шул хаҡта уйланғанығыҙ бармы? Дәүләткә килем килтермәй тип һаналған ана шул һөнәр эйәһе үҙенең эш дәүерендә нисә "етештереүсе"не әҙерләп сығара, тип фекерләй башлаһаң... Күп тиҫтәләгән (ә бәлки, йөҙләгән) инженерҙың килтергән реаль килемен иртәнән ҡара кискә тиклем мәктәптә балалар менән (йәиһә ВУЗ-да студенттар менән) сәс ағартҡан бер уҡытыусы дәүләткә биргән килем тип һанау дөрөҫ булмаҫмы икән, тимен.
Табип хаҡында. Әйтәйек, инженер, тәү ҡарауға ябай ғына тойолған аппендицит тип аталған сир менән кинәт ауырып китте, ти. Ашығыс операция яһамаған хәлдә һуҡыр эсәктең был сире - үлемесле. Табип-хирург был кешегә тейешенсә операцияны яһаны һәм пациент йүнәлеп, артабан үҙ предриятиеһында эшен дауам итте. Ул ғына ла түгел, артабан, егерме-утыҙ йылдар дауамында был инженер дәүләткә бик күп матди файҙа килтерҙе, һалымдар түләне.
Уның әлеге сирҙән тере ҡалып, шунан оҙаҡ йылдар эшләүенең тура сәбәпсеһе булып әлеге хирург тора (табип - тик сәбәпсе генә, ә кешене йүнәлтеүсе - Аллаһы Тәғәлә!). Ябай ғына итеп әйткәндә - инженерҙың артабанғы илгә биргән килемендә лә табиптың ҙур өлөшө! Сирҙәр - ифрат та күп төрлө, һуҡыр эсәктән генә тормай бит улар. Һәр табип үҙ ғүмерендә күпме "етештереүсе"нең ғүмерен ҡотҡарып ҡалыуға сәбәп ҡыла?.. Ана шундай һәр инженер табипҡа "бурыслы" түгелме, тиеүем. Врачтың да уртаса алған аҡсаһы инженерҙыҡына ҡарағанда аҙыраҡ. Шуға күрә лә реаль күҙлектән сығып, һәр пациенттың ғүмере өсөн борсолоп, үҙенең нервы күҙәнәктәрен, ғөмүмән, һаулығын юғалтҡан докторға әлеге "етештереүсе" алған ҡәҙәре түләнһә, ғәҙелерәк тә булыр ине, тигән уйҙамын.
Әле күптән түгел генә райондарыбыҙҙың береһенең үҙәк дауаханаһында бер табиптың 27 мең ришүәт алыуы хаҡында шау-шыу ишетеп ҡалдым. Ришүәтселек менән шөғөлләнеү, әлбиттә, бик насар нәмә. Әммә, табиптың эш хаҡы юғары булһа, бәлки, ул "һинең 27 меңеңә сөскөрөп тә бирмәҫ" ине. Әлбиттә, ришүәтселек кешенең үҙенән генә тора инде ул (айына әллә күпме йөҙәр меңләп "көрәп" аҡса алған, әммә ҡулы үҙенә ҡарай бөгөлгән бәғзе бер ҡомһоҙ министрҙың да шул эштән ерәнмәгән осраҡтары менән барыбыҙ ҙа танышбыҙ). Ә шулай ҙа табиптарыбыҙҙың иң бай кешеләр булыуын теләр инем. Кем нисек уйлайҙыр, әммә уларға эш хаҡын "ҡутара түләп", шул уҡ ваҡытта уларға юғары талаптар ҡуйыу яғындамын. Әсәлек капиталы, йәиһә сабый бала өсөн түләнә торған пособие хаҡында ла шулай һүҙ йөрөтөргә була. Буласаҡ инженерҙы, йәиһә башҡа "етештереүсе"не туғыҙ ай буйы ҡорһағында йөрөтөп, унан төн йоҡоларын йоҡламай ҡарап үҫтергән әсә кешеләр ҙә туранан-тура булмаған "етештереүселәр" рәтендә түгелме ни? Балаларының һанына ҡарап (хатта үҫеп еткән улының, ҡыҙының дәүләткә килтергән аныҡ килемен дә иҫәпкә алып), әсә кешегә етеш кенә йәшәрлек күләмдә стипендия түләү ҙә ғәҙел булыр ине, минеңсә…
Башҡаларҙың тыныс йәшәүен, эшләүен тәьмин итеп, бар ғүмерен илде һаҡлауға бағышлаған хәрбиҙәрҙе лә "ҡулланыусы" тип атай бәғзе берәү (мин үҙ ҡолаҡтарым менән ишеткәнем дә бар). Хәрби хәрәкәттә ҡатнашмаған хәлдә лә, юғары командованиеның әмерен һис һүҙһеҙ үтәргә әҙер булған ғәскәри кешеләр хаҡында ла ана шулайыраҡ рәүештә әллә күпме фәлсәфәләп алырға була.
Әле һанап кителгән уҡытыусы, табип һәм башҡа бихисап һөнәр эйәләре, үҙ нәүбәтендә, инженер яһаған автомобилдәр, аппаратура һәм башҡа ҡорамалдар менән ҡулланып, төҙөүсе эшләгән йорттарҙа йәшәй һәм ауыл хужалығы эшсәндәре үҫтергән аҙыҡты ашап көн күрә. Кешелек йәмғиәтендә борондан килгән шундай әйләнеш барлығы һәммәбеҙгә мәғлүм. Дөйөмләштереп әйткәндә, кеше организмында бер ниндәй ҙә кәрәкмәгән, йәиһә "мөһим түгел" ағза булмағандай, бына шул юғарыла килтерелгән һөнәр кешеләренең береһен - етештереүсе, икенсеһен ҡулланыусы, тип атарға һис тә ярамайҙыр. Улар - барыһы ла етештереүсе!
Мәҫәлән, кеше тәненең ағзаларын алып ҡарайыҡ. Организм тереклек итһен өсөн иң мөһим ағза - ҡайһыһы? Кемдер берәү шунда уҡ "Йөрәк!" тип әйтәсәк. Ифрат дөрөҫ! Икенсе берәү "Баш мейеһе!" тип әйтер. Был да ғәҙел! Өсөнсөһө әйтәсәк: "Тәнде кислород менән тәьмин итеп тороусы үпкә!", тип. Хаҡ һүҙ!.. Артабан - һәр һөтимәрҙә булған ҡан, ашҡаҙан, эсәктәр, бауыр, бөйөрҙәр, һөйәк, мускулдар, тире, биҙҙәр һәм башҡа бихисап ағзалар һаналып китәсәк. Баш мейеһе күп миллионлаған нервы күҙәнәктәре ярҙамында бөтә организмда барған ана шул ҡатмарлы эшмәкәрлекте контролдә тотоп торһа, ғүмер буйы ялһыҙ типкән, ғәжәйеп бер "насос" функцияһын үтәгән йөрәк бөтә тәнде ҡан менән тәьмин итеү өҫтөндә көнө-төнө эшләй. Ашҡаҙан, эсәктәр аша барса тәнебеҙ йәшәү өсөн кәрәкле аҙыҡ менән тәьмин ителеп, артып ҡалған, кәрәкмәгән ҡалдыҡтарҙан бушанып тора. Бөйөрҙәр менән бауырҙың бурысы - барлыҡ туҡымаларыбыҙҙы зарарлы матдәләрҙән һаҡлап, таҙартыу. Ағзалар дөрөҫ эшләһен өсөн һәр төрлө кәрәк гормондар бүлеп сығарып торған биҙҙәр, кешене тышҡы агенттарҙан һаҡлаусы "пограничник" тире, кешегә аҙыҡ табыусы эшсе ҡулдар, уны хәрәкәтләндереүсе мускулдар, кешене һәр саҡ формала тотоусы һөйәктәр һәм башҡа бына ошо ағзаларҙың береһе генә эшлектән сыҡһа ла, организм йәшәй алмай. Йөрәк тибеүҙән туҡтаһа, кеше шунда уҡ йән бирә, һәм башҡа ағзалар эшлектән сыҡҡан хәлдә лә, әҙәм балаһының организмы бары бер нисә сәғәт, йәиһә көн генә йәшәй алыуы мөмкин. Әгәр ҙә шул ағзаларҙың береһе ниндәйҙер сәбәп менән сырхаулап китә икән - бөтә тән сирләй башлай. Сөнки уларҙың һәр береһенең эше башҡалары менән бәйләнгән. Аллаһы Тәғәлә беҙгә бына ошондай ғәжәйеп, әҙәм аҡылы етмәҫтәй ҡатмарлы, бер-береһе менән көйлө рәүештә эшләүсе тән барлыҡҡа килтергән.
Тап ана шуның һымаҡ уҡ, беҙ, кешеләр, һөнәребеҙ, кәсебебеҙ буйынса кем генә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, бер-беребеҙгә ифрат та кәрәкбеҙ. Аллаһы Тәғәлә беҙҙе атабыҙ Әҙәм һәм инәбеҙ Һауанан, йәғни, бер ата-әсәнән яралтҡан. Ана шуның өсөн бер-беребеҙгә терәк булып, бер-беребеҙҙе хөрмәт итеп, дөйөм бер тән ағзалары һымаҡ, бер туғандар кеүек, бер-беребеҙҙе дөрөҫ аңлап, татыу ғүмер итергә тейешбеҙ. Был һүҙҙәрем үҙҙәре, ғаиләһе һәм башҡа кешеләр өсөн файҙа килтереп, һәммәһе лә ниндәйҙер эш менән кәсеп итеүселәргә генә ҡағыла икәнлеге һәр кем өсөн аңлашылалыр. "Ҡыл да ҡыбырлатмай", башҡалар елкәһен кимереп ятыусылар хаҡында түгел һүҙем.
Әлеге кеше организмы ла сирһеҙ тормай, әлбиттә. Унда ла йыш ҡына "артыҡ" туҡымалар - яман шештәр барлыҡҡа килгеләй. Уларҙы хирургик юл менән ваҡытында алып ташлау - зарур. Тап ана шуның һымаҡ, кешеләр араһында ғүмер иткән "әрәмтамаҡтар"ға ла ҡараш тейешенсә булырға тейештер (бал ҡорттары ла йәй буйы бал йыймаған "әреғорттарҙы" ҡышлауға умартаға индермәй). Ата-әсә пенсияһы иҫәбенә йәиһә ҡатынының эш хаҡын "ашап", бот күтәреп өйҙә ятҡан әзмәүерҙәй ир кешеләр хаҡында әйтеүем. Улар рәтенә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы ҡуймайым, сөнки уларҙы матди яҡтан тәьмин итеп тороу - беҙҙең, йәғни, ир-аттың бурысы, тип һанайым.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.

"Киске Өфө" гәзите, №25, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.06.23 | Ҡаралған: 144

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru