«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУРАЙҒЫР ҺАБАҒЫ - 1
+  - 


Иршат менән Зәлиәнең өйләнешеү хаҡында белдергән теләгенә ике яҡтан да ата-әсәләре аяҡ терәп ҡаршы торҙо. Яҡын да килмәнеләр. Тыңларға ла теләмәнеләр. Йәштәр иһә үҙҙәренсә эш итте, дөрөҫөрәге, ата-әсәләренең һүҙҙәрен ҡолағына ла элмәне. Район загсына барып никахтарын теркәргә ғариза бирҙеләр, туй үткәреү мөҙҙәтен дә билдәләнеләр. Кисә генә мәктәп партаһы артында ултырған балалар тимәҫһең үҙҙәрен.
Һәр ике яҡтың да егет менән ҡыҙға белдергән дәғүәләре бер төрлө һәм ҡәтғиҙәрҙән ҡәтғиерәк яңғыраны: "Беҙ һеҙҙең өйләнешеүегеҙгә ҡырҡа ҡаршы. Сөнки һеҙ яҡын туғандар. Башҡорттоң борондан ҡалған йолаһы буйынса егет менән ҡыҙға, ете ата айырылмайынса тороп, өйләнешеү яҙыҡ, гонаһ. Һеҙҙе дүрт ата ғына айыра. Әгәр ҙә был юлға барһағыҙ, балаларығыҙ зәғиф булып тыуасаҡ, ике яҡтан да тоҡомобоҙ ҡороясаҡ. Картуфтың картуфының бер үк сортлыһын бер үк ергә йыл һайын сәсһәң, ҡоторлаҡҡа әүерелә. Беҙгә аҡылы зәғиф, бәләкәй буйлы, йәмһеҙ ейән-ейәнсәрҙәр кәрәкмәй. Шуға күрә беҙ һеҙгә бер нисек тә фатиха бирә алмайбыҙ, ана, кеше бот сабып көләсәк..."
Ата-әсәләренең бындай дәғүәһе егет менән ҡыҙҙы, киреһенсә, оторо ярһытып ҡына ебәрҙе. Бындай һүҙҙәрҙе ишеткәндән һуң улар икеһе ярты көнгә юғалып торҙо. Аҙаҡ һәр икеһенең ата-әсәһе ҡашына килеп, икеһе бер тауыштан ятлап тиерлек алған бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатланы: "Атай-әсәй! Боронғо ғөрөф-ғәҙәтегеҙ менән үҙегеҙ генә йәшәгеҙ. Хәҙер ундай замандар үтте. Беҙ бер-беребеҙҙе бала сағыбыҙҙан алып яратабыҙ. Бөгөн килеп шуны аңланыҡ: бер-беребеҙһеҙ йәшәй ҙә алмайбыҙ. Беҙҙең мөхәббәткә бер кем дә ҡаршы тора алмаясаҡ. Әгәр ҙә рөхсәт итмәһәгеҙ, фатихағыҙҙы бирмәһәгеҙ, бәхетебеҙҙе үҙебеҙ ҡорасаҡбыҙ, Себергә, кәрәк икән сит илгә сығып китеп, үҙебеҙгә нисек кәрәк, шулай йәшәйәсәкбеҙ һәм барыбер бәхетле буласаҡбыҙ..."
Ауылдың өлкән йәштәге кешеләрен йәлеп итеп өгөтләүҙәр, аңлатырға тырышыуҙар бер нисек тә ярҙам итмәне. Хатта Иршат менән Зәлиәгә мәктәптә биологиянан һабаҡ биргән уҡытыусының "Төрҙәр анатомияһы, яҡын ҡандар ҡушылыуы патологияһы" тигән бер сәғәтлек лекцияһы ла егет менән ҡыҙҙың бер ҡолағынан инеп, икенсеһенән ситкә сығып осто. Хатта заттарының шәжәрәһен дә төҙөп биреп ҡаранылар. Файҙаһыҙға. Уларҙың бер дәлиленә йәштәр ун дәлил менән яуап ҡайтарҙы. Шуларҙың иң замансаһы һәм кире ҡаҡҡыһыҙы: "Ышанмаһағыҙ, ана үҙегеҙ ауыҙ һыуығыҙ ҡоротоп яратып ҡараған Европа телесериалдарында ике туғандарҙың өйләнешеүе ҡәҙимге күренеш итеп ҡабул ителә..."
Егеттең ата-әсәһе Ҡадир менән Кәримә, ҡыҙҙың ата-әсәһе Самат менән Ғәлиә һуңғы сиктә шундай ҡарарға килде: берҙән-бер юл - Насибулла муллаға мөрәжәғәт итергә. Уларҙың ауылынан алыҫ булмаған Ҡаҙыршала йәшәй оло йәштәге аҡһаҡал. Ярҙам итә алһа, тик уның ғына ҡөҙрәте менән йәштәрҙе был яҙыҡ аҙымға барыу уйынан кире дүндерә алырҙар.
Насибулла мулла уларҙың районында ғына түгел, ғөмүмән, төбәктә һәм республикала, унан ситтә лә киң танылған абруйлы дин әһеле, арҙаҡлы шәхес, ил ағаһы. Төбәктә уның кешеләрҙе һауыҡтырыу, төрлө сирҙәрҙән арындырыу һәләтенә бәйле легенда-риүәйәттәр йәшәй. Уның хаҡындағы бәйәннамәләрҙең араһында шундайҙары ла бар: "Насибулла шәпле мулла, өшкөрөү, доға ярҙамында ғына түгел, донъяуи аҡылы, тормош тәжрибәһе, кеше тәбиғәтен тәрән белеүе, кинәйә, ым-ишара, кәрәк саҡта мәрәкә һүҙе ярҙамында әллә күпме кешене тормошонда яҙыҡ аҙымдан ҡурсалап алып ҡалған әүлиәләр затынан ул..."
Йәки булмаһа: "Бер мәл үҙ-үҙенә туҡтауһыҙ ҡул һалған берәүҙе Насибулла муллаға алып килгәндәр. Дин әһеле тәүҙә ат егеп арбаһына тегене ултыртып тауҙар ашаһына алып киткән. Бер урынға барып сыҡҡас атын туғарып менгән дә, һыбай килеш ҡулына сыбыртҡы алып, тегене ҡыуып йөрөтә, баҫтыра башлаған. Төнө буйына артынан ҡыуалаған, саҡ ҡына туҡтап ҡалһа, сыбыртҡының осо тегенең янбашын тағы яндырып алған. Һуҡҡан һайын мулла унан: "Тағы ла шулай итәһеңме?" - тип һорай икән. Теге әҙәм тәүҙә муллаға төрлөсә янап маташҡан да, һыбайлы тағы ла ҡатыраҡ эләктерә башлағас, ахыры: "Юҡ, мулла олатай, бүтән улай итмәйем, валлаһи", - тип илай-илай ялбара икән. Таңға телен арҡыры тешләп, ахмалға төшкән ир, мулланың менгеһе лә шыбыр тиргә батҡан. Таң атып килгәндә илай-илай тәүбәгә килгән үҙ-үҙенә ҡул һалыусы һәм был сиренән ҡотолған. Мулланың бындай ысулының хикмәте шунда: кешене сыҙай алмаҫлыҡ үтә ауыр хәлгә ҡуйғанда ғына ул йәшәүҙең, ғүмерҙең ҡәҙерен шул тиклем аңлай икән..."
Балаларының яҙмышы өсөн уғата борсолған ата-әсәләр Насибулла муллаға кисекмәҫтән барырға ниәт итте. Иртәгәһенә үк Ҡадирҙың машинаһы менән аҡһаҡал йәшәгән Ҡаҙырша ауылына барып та еттеләр. Бәхеттеренә мулла ҡырҙа йылҡы көтөп йәйләүсе фермер улы янынан ҡайтып ҡына тора икән. Тәүҙә килеүселәр алдына йола буйынса аш-һыу ҡуйылды, ҡарттың йәйләүҙән алып килгән йәш ҡымыҙынан да ауыҙ иттеләр.
Янына килеүселәрҙе ике һүҙҙән аңлап өлгөрҙө мулла. Ыңғайы бер шундай тәҡдим дә индерҙе:
- Мин иртәгә иртүк йәйләүгә кире китәм. Балаларығыҙҙы иртә таңдан миңә ебәрегеҙ. Йәйләүгә минең менән барып, ҡымыҙ эсеп, ял итеп ҡайтырҙар...
Ҡарт шулай тине лә, һүҙем тамам, тигән ишара менән әпәр итеп, битен һыпырып та ҡуйҙы. Бына һиңә кәрәкһә! Ғәҙәттән тыш етди мәсьәләгә шулай еңел генә ҡараймы икән ни был атаҡлы Насибулла мулла тигәндәре? Уның ошондай анһат ҡына тәҡдименә риза булмаған ата-әсәләр ни тип әйтергә лә белмәне. Бер-береһенә ҡарашты. Ыҡ-мыҡ килде. Улар мулланан бөтөнләй икенсе төрлө һүҙ, оҙон-оҙаҡ вәғәз көткәйне. Барыһы ла башын түбән эйҙе. Һуң, атаҡлы муллаға ҡаршы һүҙ күтәреп ултырырғамы ни? Шулай ҙа Ҡадир һүҙһеҙ ҡала алманы.
- Һуң, Насибулла ағай, беҙ бит һиңә аңлаттыҡ. Иршат менән Зәлиә яҡын ғына туғандар. Ана ултырған Самат минең ике туған ҡустым. Уларға өйләнешергә һис ярамай...
- Ә һин, ағай, уларҙы ҡунаҡҡа саҡырып, фатиха бирергә, ял итеп ҡайтарырға итәһең... - Быныһын инде Зәлиәнең атаһы Самат өҫтәп әйтте.
Саматтың үҙенә үпкә белдергән һымаҡ әйтелгән һүҙҙәрен Насибулла мулла бик еңел ҡабул итте. Һәр хәлдә, һиҙҙермәне. Сәсрәп китмәне. Йотто. "Балаларығыҙға кескенә сағынан тәрбиә бирмәгәнһегеҙ, ә үҙегеҙ килеп миңә үпкә белдереп ултыраһығыҙ. Үҙ-үҙегеҙгә үпкәләгеҙ", тип тә әйтә ала ине ул. Сытыймай ҙа әйтер ине. Әммә икенсе бер нәмәне аңлап тора аҡһаҡал: ата-әсәләрҙе уның янына балаларының киләсәге өсөн сикһеҙ хафаланыу, борсолоу алып килгән. Шуға күрә Саматтың һаҡһыҙыраҡ әйтелгән һүҙҙәренең сәбәбен дә аңлай мулла.
- Иншалла, бик ваҡытлы килгәнһегеҙ. Мин шуның өсөн дә балаларығыҙҙы иртәгә бында ебәрегеҙ, тинем бит. Ҡалғаны минең хәстәр...
Һикһәнен тултырһа ла, һаман да төҫ-һын ташламаған, баһадир кәүҙәле, күҙ ҡараштарына тәрән тормош аҡылы һеңгән аҡ һаҡаллы нурлы ҡарттың был һүҙҙәрен ишеткәндән һуң егет менән ҡыҙҙың ата-әсәләренең күңеленә йылы йүгергәндәй булды. Ҡарттың әле үҙе генә белгән сараһын улар легендаларҙа ғына һөйләнелгән кирәмәтенә бәйләне. Самат ҡыҙыулыҡ менән әйтелгән һүҙҙәре өсөн мулланан ғәфү үтенергә ынтылып-ынтылып ҡараны ла, хужаның һис бер үпкәләүҙе белмәгән сифатын күҙ-ҡараштарынан аңлап, кире тыйылды.
Ҡунаҡтар Насибулла муллаға һәм үҙҙәрен самауыр сәйе менән һыйлаған Зөләйха абыстайына рәхмәт әйтеп, ҡайтыр яҡҡа юлланды. Юлда ҡайтҡанда үҙ-ара килешеп, шундай фекергә лә килделәр: Насибулла мулла янына Иршат менән Зәлиә Ҡадирҙың машинаһында үҙҙәре генә барасаҡ.

* * *

Иршат менән Зәлиә ата-әсәләренең көтөлмәгән тәҡдименә атҡа менгәндәй ҡыуанды. Нимә генә тимә, уларҙы Ҡаҙырша ауылындағы данлыҡлы Насибулла мулла олатай үҙе ҡунаҡҡа саҡырып хәбәр әйтеп ебәргән бит. "Мин уларҙы ике көнгә саҡырам, йәйләүгә апарам, тип тә әйткән, етмәһә.
Йәштәр был хәлде ата-әсәләренең өйләнешеүҙәренә ризалығы итеп тә ҡабул итте. Тимәк, уларҙың араһындағы боҙлоҡтоң ирей башлауына ишара был. Өйләнәсәктәр, бәхетле ғаилә ҡорасаҡтар. Атаһының Ҡаҙыршаға барыр өсөн машинаһын улына ышанып тапшырыуы Иршатты сикһеҙ ҡанатландырҙы. Ул иртә таңдан һөйгәнен өйҙәренән барып алды ла, юлға сыҡтылар. Уныһы ла әллә ҡасан уҡ тороп әҙерләнеп көткән. Бына бит, тип уйланы йәштәр, барыһы ла ыңғай яҡҡа китеп бара. Икенсенән, әле яңы урта мәктәпте тамамлаған егет менән ҡыҙ алдарындағы тотош ғүмерҙе тәшкил иткән киләсәктәре хаҡында бер ни уйларлыҡ хәлдә лә түгелдәр. Иң мөһиме: улар бер-береһен үлеп ярата, ә яратышҡан кешеләр мотлаҡ ғаилә ҡорорға тейеш. Ә ҡайҙалыр уҡырға барыу, һөнәр үҙләштереү мәсьәләһенә килгәндә, улар шулай уйлай: кеше тормошонда иң төп хәҡиҡәт - ул мөхәббәт, мөхәббәт бар урында кешегә бер нәмә лә ҡаршылыҡ була алмай. Етмәһә, хәҙерге заманда үҙенең алған юғары белеме буйынса эшләй алған кешеләр юҡ кимәлендә...
Тағы ла... Быныһын инде ғашиҡтар тик үҙҙәре генә белә... Бер-береһенә әйтмәһәләр ҙә... Тап улар Насибулла мулланың йәйләүендә ҡушыласаҡтар... Таҡтан йоп буласаҡтар... Шуның рәхәтлеген татыясаҡтар... Бер-береһен иң яҡындан тороп беләсәктәр... Улар бындай ҡарарға әллә ҡасан уҡ килгән... Тик бына күңелдәре көҫәгән сәхрә, йәйләү ауҡанлығы, романтик ерлек кенә бығаса осрамағанлыҡтан, ҡушылыуҙы ошоғаса һуҙып килделәр. Икәүләшеп бергә рәхәтләнеү мөҙҙәтенең килере ҡотолғоһоҙ ысынбарлыҡ, әммә ул мәл оҙаҡлаған һайын, ләззәтенең дә көсәйә барыуын тоя улар. Дөрөҫөн әйткәндә, егеттең ярһыулығын ошоғаса көскә тыйып килде ҡыҙ, төндә инде ул ҡаршы тора алмаясаҡ...
Иршат менән Зәлиәне Насибулла мулла үҙе үк урамға сығып, ихата ҡапҡаһын ҙур итеп асып, ололоҡлап, әйҙүкләп ҡаршыланы. Оло башын кесе итеп.
- Рәхим итегеҙ, йәштәр, килеп бик йәтеш иттегеҙ. Әбей, әбей, тим, самауырыңды яңырт, көткән ҡунаҡтарым килде, - тине лә ҡарт, еңел машина ихатаһына уҙып ҡунаҡлағас, ыңғайы бер ҡапҡаһын ябып та ҡуйҙы.
Шундайын оло, абруйлы кешенең үҙҙәрен шул рәүешле итеп ҡаршылауынан Иршат менән Зәлиә юғалып ҡалды. Көтмәгәйнеләр. Ихатаға инеп, машиналарынан төшкәс тә ғәйепле кешеләй баштарын эйеп тора бирҙеләр.
Йорт хужаһы егет менән ике ҡуллап күреште, ҡыҙҙың иһә арҡаһынан һөйөп ҡағып ҡына ҡалды.
- Һаумы, олатай...
- Әйҙә, тәүлә инеп инәйегеҙҙең сәйен эсеп алайыҡ та, артабан мин һеҙҙе йәйләүгә апарам...
- Йәйләүгә? Хәҙер үк китәбеҙме? - Егет менән ҡыҙ мулланың был тәҡдимен ҡыуанып ҡабул итте.
Сәй эскәндән һуң Насибулла мулланың тәҡдиме буйынса йәштәр машинаны уларҙың ихатаһында ҡалдырып, йәйләүгә ат арбаһына ултырып киттеләр. Иршат мулла олатаһына ат егеште, Зәлиә Зөләйха инәһенә үҙҙәре менән алып китергә тейеш булған әйберҙәрҙе, әүҡәт-монаятты төйнәште.

(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №26, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.07.23 | Ҡаралған: 171

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru