«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 

Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Дүртенсе бүлек. Көньяҡ Урал гун эпохаһында

Күп кенә аспекттары буйынса төрки телле халыҡтарҙың формалашыуын һәм үҫешен сағылдырған ошо схеманы ҡабул итеп булмай. Бына, мәҫәлән, яҙма сығанаҡтарға ярашлы, Себер, Ҡаҙағстан, Урта Азия һәм Көнсығыш Европа далаларында төрки телле ҡәбиләләр абсолют күпселекте тәшкил иткән. Ошо концепция яҡлылар, мәҫәлән, нисек итеп шундай ҡыҫҡа осорҙа боронғо төркиҙәрҙең бик ҙур территорияла таралып китеп, урындағы икенсе телле халыҡтарҙан һандары һәм телдәре яғынан өҫтөнлөк алыуҙарын аңлата алмай. Бынан башҡа, бер генә тарихи сығанаҡта ла төркиҙәрҙең ошондай киң экспансияһы сағылыш тапмаған.
Билдәләп үтелгән, аңлатмалары булмаған ҡапма-ҡаршылыҡтар фонында икенсе концепция хәҡиҡәткә яҡыныраҡ булып тойола, уның авторҙары б.э. III - IV быуаттарынан күпкә алдараҡ Евразия далаларын, Урта Азияны ла иҫәпкә алып, төрки телле ҡәбиләләр биләүе хаҡында нигеҙле рәүештә фараз итә. С. И. Руденко, С. Е. Малов һәм Ж. Ғ. Кейекбаев боронғо төрки этник берлеге формалашыуының һәм үҫешенең характерын тап ошолай итеп аңлауҙан сығып, Көньяҡ Уралдың дах-массагет төркөмө ҡәбиләләренең һәм боронғо башҡорттарҙың генетик нәҫелдәшлегенең мөмкин булыуы хаҡында һығымтаға килә. Археологтарҙан А.Н. Бернштамды ошондай уҡ фекерҙе инанып яҡлаусылар рәтенә индереп була. Ул Ҡаҙағстан һәм Урта Азия территорияһында бронза быуатында уҡ төрки телле ҡәүемдәрҙең йәшәүе мөмкинлеген фараз итә.
Күренекле башҡорт ғалимы, шәрҡиәтсе Ә.-З. Вәлиди фекеренсә, боронғо төрки этник берлеге тәү осронда Урта Азия территорияһында формалаша. Боронғо Ҡытай тарихсыларының мәғлүмәттәре мәсьәләне ошо рәүешле ҡуйыу өсөн дәлил булып тора. Айырым алғанда, улар төркиҙәр хаҡында "көнбайышта Давандән Аньсиға тиклем (Кокандтан Парфияға тиклем. - Н.М., Ә.С. иҫк.) төрлөсә һөйләшһәләр ҙә, көнкүрештә бик оҡшаштар һәм аралашҡанда бер-береһен аңлайҙар", тип яҙа. Әле килтерелгән фекерҙәрҙе раҫлау өсөн Алма-Ата янында алдараҡ иҫкә алынған "Иссыҡ" ҡурғанында табылған көмөш кубок төбөндәге яҙма хәл иткес әһәмиәткә эйә. Ул осло киҫкес предмет менән яһалған һәм VII - IX быуаттарҙа йәшәгән Үҙәк Азия, Көньяҡ Себер төркиҙәренең фәнгә билдәле булған руник яҙмаһы хәрефтәре менән тулыһынса тап килгән билдәләрҙән тора.
Әммә Иссыҡ яҙмаһы билдәле руник текстарҙан мең йылға боронғораҡ һәм руниканың сак-массагет ҡәбиләләре тарафынан уйлап табылыуын дәлилләй. Билдәле тюрколог А.С. Аманжолов фекеренсә, кубок төбөнә ошондай һүҙҙәр яҙылған: "Ака сиңа усак", йәғни "Аға, һиңә был усаҡ" ("Старший брат, тебе этот очаг"), тағы ла "Без сук богун ир а азык и" - Ят кеше, теҙлән! Быуынға аҙыҡ булһын" ("Чужой, опустись на колени! Да будет у поколения пища"). Иссыҡ яҙмаһы бер нисә ракурста ҡыҙыҡлы. Дәүләт кеүек сәйәси ойошма хасил булған хәлдә яҙма ҡулланылыуы барыһына ла билдәле, шуға күрә әле тикшерелгән ҡомартҡыны сак-дах-массагет ҡәбиләләрендә дәүләти ҡоролош булыуын раҫлау өсөн өҫтәлмә дәлил итеп ҡарап була. Хәҙер фән "Ака сиңа усак" һүҙҙәренең асылын аңлай алыу мөмкинлегенә эйә. Омск өлкәһенең Сидоровка тигән урынында 1987 йылда тикшерелгән, б.э. тиклем IV - II быуаттарға ҡараған сак ҡурғаны табылдыҡтары бында үҙенсәлекле асҡыс ролен үтәй. Тейелмәгән бай ҡәберлектә алтын һәм көмөштән ҡойолған бик күп әйберҙәр менән бер рәттән, аҫҡы өлөшө (поддоны) бейек булған ҙур бронза ҡаҙан табылған, ул формаһы буйынса ошо дәүер күскенселәренең Евразия далаларындағы йөҙҙәрсә ҡурғандарында табылған ҡаҙандарынан бер нисек тә айырылмай. Ҡаҙыу эштәре барышында ҡаҙан аҫтына йәтеш кенә итеп усаҡ яғыу өсөн утын да һалыныуы билдәле булды. Ошо һирәк осрай торған табылдыҡ тикшеренеүселәргә сак ҡәбиләләрендә ҡәберҙәргә бронза ҡаҙандар һалып ҡалдырылыуы хаҡында һығымта яһау мөмкинлеген бирҙе. Уларҙы һәм, бәлки, аҙыҡ һалынған балсыҡ һауыттарҙы ҡәбергә ҡуйыу йолаһын үтәгәндә ҡаҙан аҫтына утын һалып ҡалдырыу теге донъяла ла усаҡ яғыу өсөн тәғәйенләнгәндер, тип фараз итергә була. Ошондай йола, күрәһең, шул тиклем киң таралған була, ул яҙма ритуаль ҡомартҡыларҙа ла сағылыш таба. Көньяҡ Уралдың дах-массагет һәм башҡа күршеләш ҡәбиләләрендә лә ошондай йола үтәлеүе беленеп тора.
Сак ҡәбиләләре, төрки яҙмаһын ҡулланып, төркисә яҙғандар икән, тимәк, улар боронғо төрки телендә аралашҡан. Был фекерҙе раҫлау өсөн башҡа бер дәлилдәр ҙә бар. Уларҙың береһе сифатында Яйыҡ йылғаһының боронғо атамаһы - Даих топонимын күрһәтергә була; ул Птолемей картаһында ла теркәлгән (б.э. тиклем II быуат). Лингвист-тюркологтарҙың күпселеге фекеренсә, Даих (Яйыҡ) атамаһы боронғо төрки сығышлы, һәм ул киң һәм ҙур йылғаны аңлата. Ошоно иҫәпкә алып, Даих һүҙенең Көньяҡ Уралда иң боронғоларҙан булып, аныҡ датаһы билдәләнгәнен раҫларға була. Йылға атамалары, бигерәк тә ҙурҙарының, тиҙ арала ғына барлыҡҡа килмәй һәм нығынмай, шуға күрә төрки телле ҡәбиләләрҙең Көньяҡ Урал төбәгендә б.э. тиклем II быуаттан күпкә алдараҡ киң таралып йәшәүе хаҡында һығымта яһап була. Иң элгәре боронғо төрки телендә дах-массагет ҡәбиләләренең һөйләшеүе хаҡында әйтергә була, сөнки Даих йылғаһы атамаһының дах - даи исеме менән бәйле булыуы күҙгә бәрелеп тора.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №27, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.07.23 | Ҡаралған: 150

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru