Етәкселәрҙең вазифаһы юғарыраҡ булған һайын, беҙ уларҙың шәхси тормошо тураһында аҙыраҡ беләбеҙ. Бының артыҡ зыяны ла юҡтыр, бәлки, ә бына уларҙың шәхсән фекерҙәрен, уй-хистәрен белеү араларҙы яҡынайта, төрлө уйҙырмаларҙан, имеш-мимештәрҙән ҡурсалай түгелме? Ни тиһәң дә, тышҡы ҡиәфәт, йәмәғәт урындарында кешенең үҙен нисек тотоуы уның эске донъяһына, кисерештәренә бөтөнләй тап килмәҫкә лә мөмкин. Сибай институты директоры Илдар Сәлихйән улы ХӘМИТОВ менән булған һөйләшеүҙә уның тураһында күп нәмәләр белдем һәм әңгәмәсемдең ябайлығына һәм ихласлығына хайран ҡалдым.
Уҡытыусыларымды иҫләйем
Мин 1978 йылда Баймаҡ районы Йәнйегет ауылында тыуғанмын. Бер йәшем тулғанда атай-әсәйемдәр Сибайға күскән. Беренсе класҡа Горный урамындағы 5-се мәктәпкә уҡырға барҙым. Ике ҡатлы яңы мәктәп әле төҙөлөп бөтмәгәйне, бер йыл иҫке мәктәптә уҡыныҡ. Сығышы менән Баймаҡ районынан булған директорыбыҙ Чернов Семен Николаевич ихласлап башҡортса һөйләшә ине. Аҙаҡ ул оҙаҡ йылдар институтта Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтовтың урынбаҫары булып эшләне. Ул осорҙа кластағы балалар һаны ла күп була торғайны: беренсе класҡа 27 уҡыусы барҙыҡ. Тәүге уҡытыусым Алһыу Мирза ҡыҙы Абдулованы, ул осорҙағы уҡытыу ысулдарын йыш ҡына һағынып иҫкә алам. Элек, күрәһең, уҡыуға иғтибар күберәк бүленгән, кластан класҡа ябай ғына, бер ниндәй байрамһыҙ, тантанаһыҙ күсә лә ултыра инек. Беҙ урта белемдең 11 йыллыҡҡа күскән осорона тура килдек, шуға бишенсе класты уҡымай, алтынсы класҡа күстек. Ике кластың программаһын ҡушып уҡыһаҡ та, ауырлығын тойманыҡ. 9-сы класты тамамлағас, беренсе кластан бергә уҡыған иптәшем менән Сибай педагогия училищеһына уҡырға индек. Һайлаған һөнәребеҙ - хеҙмәт һәм черчение уҡытыусыһы. Биш йыл уҡығандан һуң өҫтәлмә рәүештә физкультура уҡытыусыһы танытмаһы ла бирҙеләр. Беҙ уҡый башлағанда ул уҡыу йорто Сибай юғары педагогия училищеһы тип атала ине, өсөнсө курста уҡығанда педколледж тип үҙгәрттеләр.
Колледжда уҡыған студент йылдары ғүмеремдең яҡты бер мәле булып иҫтә ҡалған. Көслө уҡытыусылар ҡулына эләктек, уларҙың яртыһынан күбеһе атҡаҙанған уҡытыусылар ине, колледжға мәктәптәрҙән иң яҡшы уҡытыусыларҙы һайлап эшкә ала торғайнылар. Студенттар ҙа илебеҙҙең төрлө яҡтарынан йыйылғайны, хатта Өфөнән килә торғайнылар, Питерҙан килгәндәр ҙә бар ине. Хеҙмәт бүлегендә 25 егет һәм 25 ҡыҙ айырым ике төркөмгә бүленеп уҡыныҡ: ҡыҙҙар - хеҙмәтләндереү, егеттәр техник хеҙмәт буйынса. Педколледжда уҡыһам да уҡытыусы буласағымды әле күҙ алдына килтермәй инем, уҡыуҙы артабан дауам итеү теләге лә бар ине. Шул осорҙа Урал аръяғының мәғарифына ҙур өлөш индергән Хөснитдин Хәйбулла улы Хәмитовтың йоғонтоһон тойоп йәшәнем, нәҡ ул Сибайҙа асылған институттың техник факультетына уҡырға инергә тәҡдим итте. Кеше булараҡ та, уҡытыусы булараҡ та Хөснитдин Хәйбуллович оло шәхес булды. Педколледждан нимә иҫтә ҡалды, тиһәләр, уҡытыусыларыбыҙ, тип яуап бирәм. Уҡытыусылар көслө булғанғалыр, уҡыу еңел бирелде. Төркөмдә күпселеге егеттәр булғас, спорт менән шөғөлләндек, төрлө сараларҙа ҡатнашып, күңелле йәшәнек.
Ғилми дәрәжә
Ул осорҙа Сибайҙа ике юғары уҡыу йорто - Башҡорт дәүләт педагогия институты менән Башҡорт дәүләт университеты филиалдары эшләй ине. 1998 йылда улар бергә ҡушылып, әлеге Сибай институты барлыҡҡа килде. Унан тыш, Магнитогорск педагогия институты технология факультетының Сибай филиалы асылды. Беҙ колледждан һуң шунда уҡырға инеп, йыл ярым ғына уҡып ҡалдыҡ, сит регион булғанға, финанслау мәсьәләһендә ҡытыршылыҡтар килеп сығып, ябылыу хәлендә ҡалғас, ул филиалды ла СиБГУ-ға ҡуштылар һәм беҙ яңы уҡыу йортоноң студенттары булып киттек. Институтты ҡыҙыл диплом менән тамамланым. Психологиянан уҡытҡан Тамара Михайловна исемле уҡытыусыбыҙ курс эштәре, төрлө проекттар яҙыуға ҡыҙыҡһындыра торғайны, фәнгә ынтылышым шулай башланды. Институтты тамамлаған 2001 йылда тәбиғи математика факультетында дөйөм техник дисциплина кафедраһы асылды. Кафедра мөдире Азат Сәлимйән улы Вәлиев мине шунда эшкә ҡалдырҙы. Диссертацияға тема һайларға тәҡдим иткәс, нимәнән башларға ла белмәй инем әле. 2002 йылда беҙгә Гөлназ Салауат ҡыҙы Ғүмәрова эшкә килде. Уны Азат Сәлимйән улы Мәскәүҙән саҡыртып ҡайтарғайны. Йәш уҡытыусы яңы ғына диссертация яҡлағайны. Гөлназ Салауат ҡыҙы технология буйынса күп китаптар авторы Хотунцев Юрий Леонтьевич менән танышырға тәҡдим итте. 2003 йылда Мәскәүгә конференцияға барғанда Хотунцев менән күрешеп, диссертация темаһы тураһында һөйләштек. Ул, беҙҙә технология менән мәҙәниәт төшөнсәләре икеһе айырым йәшәй, әйҙә, технологик мәҙәниәт тигән төшөнсә уйлап табайыҡ, тип тәҡдим итте. Был фекер бик ҡыҙыҡ тойолдо һәм "Уҡыусыларҙа технологик мәҙәниәт формалаштырыу" тигән диссертация темаһы барлыҡҡа килде, башкөллө фәнни эшкә сумдым, бер үк ваҡытта үҙебеҙҙең институтта уҡытып, аспирантурала уҡып, 2007 йылдың майында диссертациямды яҡланым. Азат Сәлимйән улы менән Гөлназ Салауат ҡыҙына рәхмәтлемен, улар тормошомдоң ошо осоронда ныҡ терәк булдылар. Ғилми дәрәжәм булғас, доцент, аҙаҡ кафедра мөдире итеп тәғәйенләнеләр.
Педколледж
2017 йылда, институт директоры Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтовтың фән эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләгәндә, отпуск алдынан Өфөгә мәғариф министрлығына саҡырҙылар. Ул саҡтағы министр Гөлназ Радмил ҡыҙы Шафиҡова, Сибай педагогия колледжына директор булып бар, тип, тәҡдим итте, ваҡытында Хәмитов 26 йыл директор булды, икенсе Хәмитов дауам итһен, тип шаярта биреберәк өҫтәп ҡуйҙы. Институтҡа хәбәр иттем дә, ризалаштым һәм 30 августа яңы вазифала эш башланым. Коллектив яҡшы ҡабул итте, шуға еңел генә эшләп киттем. Өс йыл ярым эшләнем унда, үҙем өсөн ҙур тәжрибә тупланым. Бында ла фәнгә иғтибар йүнәлттем, бигерәк тә уҡытыусыларҙың өҫтәлмә белем биреү курстарына иғтибар артты, төрлө конкурстарҙа йышыраҡ ҡатнаша башланыҡ.
Шулай педколледжда эшләп йөрөгәндә, БДУ ректоры Морозкин Николай Данилович саҡыртты һәм Сибай институты директоры вазифаһына тәғәйенләне. Мин колледжға күскән йылда Зиннур Ғөбәйҙулла улы институттан киткәйне, уның урынында Вәлиев Азат Сәлимйән улы ҡалғайны. Таныш коллективыма кире ҡайттым, 2021 йылдың 20 февралендә яңы вазифала эш башланым. Яҙмышмы, белмәйем, карьерам шулай тиҙ үҫте.
Институт
Тормошомдоң шулай барыуына ҡыуанам, яҙмышыма рәхмәтлемен. Ҡурҡыу тойғоһо ят миңә. Кәрәкле ваҡытта ҡайҙа эшләргә тәғәйенләйҙәр, шунда ҡурҡмай эшләргә кәрәк. Ҡайҙа эшләһәм дә, һәр эште төплө итеп, урынына еткереп эшләргә тырышам, сөнки тырышлыҡ һәр ерҙә кәрәк. Шундай вазифалы урындарҙы ышанып тапшырғандарға рәхмәтлемен. Тағы яҙмышымды яҡтыртыусы өс остазыма - Хөснитдин Хәйбулла улы Хәмитовҡа, Азат Сәлимйән улы Вәлиевҡа һәм Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтовҡа рәхмәтлемен. Ошо өс кеше тормошома ҙур йоғонто яһанылар. Директорҙың уҡыу буйынса урынбаҫары Вәкил Исмәғил улы Хажиндың да ваҡытында ярҙамы ҙур булды.
Сибай институты Урал аръяғының үҫеше өсөн ҙур миссияға торошло уҡыу йорто, уның булмауын хәҙер күҙ алдына ла килтерерлек түгел. Ул асылған ваҡытта милли кадрҙарға ихтыяж шул тиклем ҙур ине. Башта шундай оло вазифаға тәғәйенләүҙәренә аптыраным, әммә әҙер инем, сөнки алты йыл урынбаҫар булып эшләүем күп нәмәгә өйрәтте: коллективты беләм, маҡсаттар аныҡ, контингент бар, нимә эшләргә икәнен дә күҙаллайбыҙ, ҡурҡмай, башланған юлды яңы шарттарҙа дауам итергә кәрәк. Бигерәк тә фән өлкәһенә ҡағыла был йүнәлеш. Әле нейропсихология һәм нейропедагогика лабораториялары булдырҙыҡ. Сибай институты коллективы шул хәтлем татыу ойошма, бында уҡытыу менән бер рәттән, тәрбиә эшенә лә ҙур иғтибар бүленә, беҙ бер ғаилә һымаҡ тупланғанбыҙ. Беҙҙә бит уҡытыусылар институтҡа килеп уҡытты ла ҡайтты түгел, улар студенттар менән төрлө сараларҙа ла ҡатнашалар, спартакиада, конференцияларҙы бергәләп әҙерләйҙәр. Ғаилә принцибы юғары уҡыу йортон тотороҡло итә. Ҙур юғары уҡыу йорттарында былай эшләп тә булмайҙыр, ҙурыраҡ булһаҡ, кем белә, бәлки, беҙ ҙә шулай бер ҡалыпта булыр инек, һәр студентҡа иғтибар бүлеп өлгөрөп булмаҫ ине. Беҙҙә, мәҫәлән, студенттарҙың дәрес ҡалдырмай уҡыуына ҙур иғтибар бүленә. Үҙ-ара һаулыҡ һорашыу институтта нығынған матур йола булып һанала, ситтән килгәндәр быға шунда уҡ иғтибар итә. Шуныһы ҡыуаныслы, уҡып бөткәс, бөтәһе лә рәхмәт әйтә, 5-10 йылдан осрашыуға килгәндәрендә хөрмәтләп иҫкә алалар - беҙҙә мөнәсәбәттәр шулай ҡоролған.
Эштең еңеле булмай
Һәр кемгә кешелекле булырға тырышам, тормошта бит төрлө хәлдәр була. Мәҫәлән, имтихандарҙы өнәп етмәйем, сөнки баһалағанда йәлләү тойғоһонан һаман ҡотола алмайым. Студентты баһалағанда, директор булараҡ, уҡыу йортон да баһалаған һымаҡ килеп сыға бит. Ә мин институттағы һәр кемде белергә, улар менән яҡшы мөғәмәләлә булырға тейеш: студентмы ул, уҡытыусымы, слесарь булһынмы. Ситтән килгәндәрҙе ҡунаҡ итеп хөрмәтләп йылы ҡабул итергә тейешмен. Дөрөҫөндә, директор вазифа ғына - ул бөгөн бар, иртәгә - юҡ. Күпме йәшәребеҙҙе алдан белмәйбеҙ, шул тормошобоҙҙа кеше булып ҡалырға тейешбеҙ. Бөгөнгө ваҡыт ҡыҫымында бигерәк тә һәр минуттың ҡәҙерен белергә тейешбеҙ.
Йәш быуынды тәнҡитләргә яраталар, юҡсы, бик тә үҙенсәлекле быуын үҫә. Тормоштағы ваҡиғалар үҫеше шәхсән һәр кемдең үҙенән тора. Директор булһам дә, дәрестәр ҙә алып барам, сөнки студенттар менән эшләргә яратам. Ситтән тороп уҡыған өлкән ағайҙар менән аралашыуҙы ла яҡын ҡабул итәм, теләк менән уҡытам. Спорттты яратам, волейбол, теннисҡа өҫтөнлөк бирәм. Ғаиләбеҙ менән өй төҙөйбөҙ, ул да ваҡытты күп ала. Вазифалы урында эшләгәс, көнө-төнө бәйләнештә булырға тейешмен, яуаплы эштән ҡасырға ярамай. Ғөмүмән, еңел эш бармы икән? Ҡапҡа төбөндәге һаҡсыны, көнө буйы буш ултыра, тиҙәр. Хәлеңдән килһә, шулай ултырып ҡара, аҙаҡ әйтерһең...
Ғаиләм - ҡәлғәм
Мин педколледжды тамамлаған йылда 20 йәшемдә өйләндем. Әле улыбыҙға 23, ҡыҙыбыҙға 15 йәш. Ҡатыным һөнәре буйынса башланғыс кластар уҡытыусыһы, бөгөнгө көндә педколледжда уҡыта. Улыбыҙ Өфөлә БДУ-ны тамамлап, инженер-механик һөнәрен үҙләштерҙе, заводта эшләй, магистратурала уҡый, ҡыҙыбыҙ мәктәптә уҡыусы. Ғаиләмә, ҡатыныма рәхмәтлемен, өс йыл буйы аспирантурала уҡыуымды тыныс кисерҙеләр.
Ҡайҙа эшләһәң дә, урам һепереүсеме һин, уҡытыусымы, эштән һуң ғаиләңә ҡайтаһың. Был тормошта иң мөһиме - ғаилә. Ғаиләм булғанға ла тормошомдан ҡәнәғәтмен, шуға күрә ҡыуанып яратҡан эшемә барам, ғаиләмде һағынып ҡайтам. Был бурыс түгел, ә күпкә юғары күңел торошо. Ошо институтта уҡыным, үҫтем, күп кенә класташтарым, төркөмдәштәрем бында эшләй. Сибайҙы, Башҡортостанды күтәрәбеҙ тип тырышабыҙ - был матур һүҙҙәр һөйләү түгел, иң мөһиме - илһөйәр булып, тыуған ереңә тоғро булып тырышып эшләргә кәрәк, сит ерҙәрҙә эшләүселәр табылыр. Бәлки, былар бөтәбеҙ өсөн дә билдәле нәмәләрҙер, әммә әҙергә-бәҙер, алма беш, ауыҙыма төш, тип йәшәргә ярамай. Мәҫәлән, беҙ студенттар өсөн уҡырға бөтөн шарттар булһын тип тырышабыҙ - улар ғаиләләренән сығып киткәндәр икән, беҙ уны алыштырырға тейеш!
ШУЛАЙ ИТЕП...
Илдар Сәлихйән улы һөйләшкән ваҡытта "беҙ" тигән зат алмашын йыш ҡуллана. Бәлки, шуғалыр, эш урынында ла, ғаиләһендә лә, ғөмүмән, тормошонда уңыштар уның артынан ҡалмай эйәреп йөрөй. "Мин", тип йәшәһә, төрлө юлдар менән уңыш артынан үҙе йүгереп йөрөр ине...
Радик ӨМӨТҠУЖИН яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №28, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА