Борон-борондан һәр халыҡтың милли кейемендә, хужалыҡ итеү ысулында ғына түгел, ә йорт ҡороу, уны йыһазландырыуҙа ла үҙенсәлектәр булған. Замандар алышыныу менән был үҙенсәлектәр әкренләп юғала бара. 19-сы, 20-се быуаттарҙа башҡорт йортона хас булған әйберҙәр бөгөнгө көндә замана йыһаздары менән алыштырыла. Элекке башҡорт йортона хас атамалар ҙа әкренләп халыҡ теленән китә.
Борон башҡорт йорто нисек булған һуң? Тарихтан билдәле булыуынса, башҡорттар өйҙө төрлө материалдан төҙөгән. Урман яҡтарында ағастан һалһалар, ялан яғында саман кирбестән (һалам ҡушып балсыҡтан эшләнгән) ҡорғандар. Ҡайһы бер урындарҙа балсыҡ менән һыланған ситән (талдан үрелгән) өйҙәр булған.
Ағас йорттарҙың төп формаһы - дүрт диуарлы өй. Уны дүрт мөйөшлө өй йәки һыңар йорт тип атағандар. Хәллерәк кешеләр һыңар йортҡа төкәтмә яһап киңәйткән. Бындай өй ҡушйорт тип атап йөрөтөлгән. Башҡорт өйөнөң эске ҡоролошона килгәндә, ул, ғәҙәттә, икегә бүленгән. Ирҙәр яғы һәм ҡатын-ҡыҙ яғы. Ғәҙәттә, өйгә ингәс тә, уң яҡта мейес, йәки сыуал торған. Эргәһендә ҡаҙан. Сыуалдың мейестән айырмалы рәүештә ауыҙы киң булған. Уны башҡорттар өйҙө йылытыу өсөн генә түгел, ә яҡтылыҡ сараһы итеп тә ҡулланған. Йәғни оҙон ҡышҡы кистәрҙә сыуалдағы ут өйҙө яҡтыртып торған. Сыуалдың янында ҡушлатып һалынған тағы бер ҡаҙанлы усаҡ булған. Бында өй хужалары аш-һыу бешергән. Усаҡ башҡорт йортонда ҙур әһәмиәткә эйә булған. Йәшәү сығанағы булараҡ урын биләгән. "Өйөгөҙ ҡотло булһын. Усаҡтарығыҙ һүнмәһен", тип йорт хужаларына изге теләк әйткәндәр. Сыуал, усаҡ, мейестең алды көлдөксә тип аталған. Көлдөксәлә ҡомған, самауыр һәм башҡа кәрәк-яраҡ ҡуйылған. Сыуал мейескә ҡарағанда өйҙө тиҙ йылытҡан, бынан тыш, уның алдында кейем-һалымды тиҙ генә киптереп булған. Шулай уҡ сыуал өйҙө һәйбәт вентиляциялаған. Сыуалға оҙон утындарҙы һөйәп ҡуйып яндырыр булғандар. Ауыҙы киң булыу сәбәпле, сыуал өйҙө кирбес йылыһы менән түгел, ә ялҡын йылыһы менән йылытҡан. Шуға күрә лә бер туҡтауһыҙ уны яғып торорға кәрәк булған.
Һуңынан инде башҡорттар сыуал менән бергә мейес ҡуллана башлаған. Мейес артына юғарыға күтәреп яһаған урын һәндерә тип аталған. Уның аҫты ҡыш көнө бәрәс, быҙау өсөн, өҫтө кәрәк-яраҡ һалыу, йоҡлау өсөн ҡулланылған.
Өйҙөң төп яғында йоҡлау һәм ашау өсөн иҙәндән ҡалҡыу итеп таҡтанан йәйеп эшләнгән оҙон урын - урындыҡ торған. Урындыҡ өҫтөнә кейеҙ, кейеҙ өҫтөнә балаҫ түшәгәндәр. Урындыҡтың бер яҡ ситендә яҫтыҡ, мендәр, юрған, түшәк, кейеҙҙәр һалынған ағастан эшләнгән урын аяғы торған. Урын кәрәк-яраҡтары түшәк таҫмаһы йәки урын бауы менән стенаға беркетелеп ҡуйылған. Өйҙөң ишеккә ҡаршы төп яғы түр тип аталған. Ҡунаҡтарҙы түргә үтегеҙ, тип өйҙөң иң ҡәҙерле урынына - урындыҡҡа ултыртҡандар. Урындыҡтың төп (өҫкө) яғы ла түр тип аталған, йәғни урындыҡ түре. Ислам диненән килгән ҡунаҡсыллыҡ йолаһы буйынса башҡорттар ҡунаҡты түргә ултыртыр булған.
Өйҙөң ике яҡ стенаһынан түбәнән 10-20 сантиметр түбәнерәктә ике урҙа (ағас һайғау) торған. Унда, ғәҙәттә, кейем-һалым элер булғандар. Ҡыҙ оҙатылғанда урынына ен-шайтан килмәһен тип урҙаға тәңкә йә суҡ бәйләп киткән. Урҙанан бейегерәк урында ике сөй ҡатып, шунда Ҡөрьәнде һалып ҡуйыр булғандар. Сөнки дин ҡушыуы буйынса, Ҡөрьән түбән ерҙә ятмаҫҡа тейеш.
Борон стеналар аҡланмаған, стена сигеүле таҫтамалдар менән биҙәлгән. Үрҙә әйтеп үткәнемсә, башҡорт йорто ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙ яғына бүленгән. Ҡатын-ҡыҙ яғында мейес, аш-һыу әҙерләү кәрәк-ярағы булһа, ир-ат яғында ҡунаҡ ҡабул иткәндәр. Ҡатын-ҡыҙ яғында һауыт-һаба өсөн урындыҡ менән усаҡ араһына ҡуйылған тәпәшәк өҫтәл торған. Ул һике тип атала. Башҡорт йортонда һауыт-һаба йәки китап өсөн кәштә (төрлө нәмә һалыу өсөн һикәлтәләп эшләнгән буй таҡта) булған.
Ике яҡ таҡта йәки шаршау менән бүленгән булған. Ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ яҡтары ҡунаҡ өй һәм аш өй тип тә аталған. Бында ҡунаҡҡа булған хөрмәт-ихтирам сағыла. Йәғни башҡорттарҙа өйҙөң иң ҡәҙерле өлөшөн ҡунаҡ өйө тип атау ошонан килә. Ислам ҡанундары буйынса һәр кеше ҡунаҡты өс көн һыйларға бурыслы. Ҡунаҡ өс көндән күберәк булһа, хужаға сауап яҙыла. Шуға күрә лә башҡорттар һәр килгән ҡунаҡҡа ҙур ихтирам күрһәткән.
Ҡунаҡ өйө менән аш өйгә айырым ишектәр булған. Борон ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәр менән бер табын артында ултырмаған. Ҡунаҡ килһә, хужабикә һый әҙерләгән дә, аш өйө яғынан, шаршау артынан сыҡмаған.
Шулай итеп, башҡорт өйө борондан килгән ғөрөф-ғәҙәттәргә нигеҙләнеп ҡоролған. Ундағы һәр бер йорт йыһазының үҙ урыны, тәғәйенләнеше булған. Улар быуаттар буйына үҙгәрешһеҙ һаҡланып, бөгөнгә тиклем килеп еткән. Бөгөн улар тарихыбыҙҙың айырылғыһыҙ өлөшө булып тора.
Азат ЯРМУЛЛИН.
"Киске Өфө" гәзите, №28, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА