Магазиндарҙа һирәк-һаяҡ осраған ҡымыҙ эсемлеген күрһәм йә уны ҡайҙалыр ауыҙ итергә тура килһә, байтаҡ йылдар элек булған бер ваҡиға йәнемде әрнетеп иҫкә төшә. Онотолмай ҙа, хәтерҙән дә сыҡмай, сөнки ул үткәндәр менән генә бәйле түгел, ә бөгөнгө тормошобоҙҙоң да сағылышы.
Сыуашстандан килгәйне ул хәбәр. Евгения Ивановна исемле бер танышым үлем түшәгендә ятҡан Анатолий исемле ҡәйнешенең ҡымыҙ эсергә теләүе, ләкин үҙҙәрендә уны таба алмауҙары тураһында яҙғайны. Ғүмер буйына ҡымыҙ эшләү менән дан тотҡан Башҡортостанда ла уны табыуы еңел булманы ул саҡта. Ахыр сиктә, таныштар ярҙамында партияның Өлкә комитеты буфетына инеп, өс-дүрт шешә ҡымыҙ алып, аэропортҡа киттем. Мин барып еткәндә, Чебоксарға осоусылар, иғланды ишетеп, сиратҡа теҙелгәйне. Тәүге торған кешенән алып иң аҙаҡҡы пассажирға тиклем ҡымыҙҙы үҙҙәре менән алыуҙарын үтендем. Береһе лә риза түгел. Йә ситкә ҡарайҙар, йә "ала алмайым" тиҙәр. "Һуң, уның бер ҡыйынлығы ла юҡ та баһа. Һеҙҙе аэропортта уҡ ҡаршылаясаҡтар, әллә ҡайҙа илтеп йөрөргә түгел", - тип ҡарайым. Тик барыһы ла, әйтерһең, туң йөрәклеләр. "Үлем түшәгендә ятҡан кешенең һуңғы үтенесе бит, нисек шуны аңламайһығыҙ?" - тип илап ебәрҙем түҙмәй. Шунан һуң ғына бер пассажир ризалашты. Әлеге ваҡыттағы шикелле кеҫә телефоны юҡ. Самолет күпме сәғәт осалыр, тиҙ генә автобусҡа ултырып, ҡаршы алһындар, тип әйтер өсөн шылтыратырға Матбуғат йортона киттем...
Шунан бирле 25 йыллап ваҡыт үткән. Ә нимә үҙгәрҙе һуң? Магазин кәштәләрендә ҡымыҙ тулып ятамы? Ҡайҙа беҙҙең башҡорт аттары? Ҡышҡы тибендә йөрөгән өйөр-өйөр йылҡы көтөүҙәре? Йылҡысылыҡты үҫтереү буйынса Хөкүмәт тарафынан ҡарар ҙа ҡабул ителгәйне шикелле, яңылышмаһам. Һөҙөмтәһе генә юҡ, ҡыҙғанысҡа. Магазиндарҙа Бәләбәй менән Шарандан бер-ике эшҡыуарҙың етештергән ҡымыҙы күренеп ҡала ул, ләкин сифаты, составы буйынса Өфөләге 119-сы йылҡы заводыныҡына етмәй. Ҡайҙа Толстой, Туҡай, Чехов килеп дауаланып ятҡан данлыҡлы ҡымыҙыбыҙ? Башҡортостан брендына әйләнгән бал һымаҡ уҡ дауалау көсөнә эйә булған шифалы ҡымыҙҙы үҙебеҙҙә лә көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә табырлыҡ түгел. Уның ҡарауы, һыраның ниндәй генә төрө юҡ. Йылҡысылыҡ йәки башҡа төр фермерлыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәргә мең кәртә ҡоролған. Ситтән килгән килмешәктәр яйлап та, майлап та тиҙ генә үҙ эшен асып ебәрә, ә урындағы халыҡҡа бындай бәхеткә өлгәшеү өсөн айҙар, йылдар буйы түрәләрҙең ишектәрен ҡағырға тура килә.
Республикабыҙҙа ҡымыҙ менән дауалау буйынса махсуслашҡан бер нисә шифаханала булыусыларҙан да ундағы эсемлектең сифаты хаҡында ҡәнәғәтһеҙлек белдергән фекерҙәрен ишетергә тура килде. Табиптар ҡымыҙ эсергә тәҡдим иткән осраҡта сирлеләр райондарҙа ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнгән йәки үҙҙәре, туғандары өсөн генә яһаған оҫталарҙы эҙләй башлай. Өфөләге күп кенә зыялыларҙың, мәҫәлән, Шишмә районындағы Ҡара Яҡуп ауылындағы Зөһрә Усманова апайға барыуҙарын беләм. Ҡымыҙ эсәм тип Баймаҡ-ҡа, Әбйәлилгә, Учалы яҡтарына юлланыусылар ҙа бар. Ә ошо йүнәлештә эшләргә теләүсе кешеләргә, йылҡыларын ишәйтергә, малдарҙы тотоу, ҡымыҙҙы бешеү, махсус сауҙа нөктәләре булдырыу өсөн шарттар тыуҙырырға ярҙам итергә мөмкин түгелме ни? Республикабыҙға килеүсе ҡунаҡтар ысын ҡымыҙҙы ауыҙ итеп хушһыныр ине.
Ҡышҡыһын Көйөргәҙе районында үткәрелгән бер сарала ҡатнашырға тура килде. Ҡунаҡтарҙы икмәк, ҡымыҙ менән ҡаршы алдылар. "Был ваҡытта ҡайҙан таптығыҙ ул ҡымыҙҙы?" - тип һораным, аптырап. Эргәмдә торған район вәкиле: "Кипкән ҡоротто иҙеп, һыуға болғатып эшләнеләр", - тине. Халыҡ бер ваҡытта ла аптырап ҡалмаған. Яҡташтарымдың ҡороттан ҡымыҙ яһауына һоҡланырға ғына ҡала.
Бынан тиҫтә йыл элек яҡташым, танылған эшҡыуар Иршат Аҫылғужин тағы бер шифалы эсемлек - буҙа етештереү буйынса һәйбәт эш башлап ебәргәйне. Уны бик яратып эскәйне баш ҡала халҡы, файҙаһын белеп ҡалып, эҙләп йөрөй торғайнылар хатта. Ни сәбәптәндер, был эш тә туҡтатылды.
Борон беҙҙең халыҡ холестерины булмаған йылҡы итенән бына тигән һурпаны ҡоротлап эсеп ебәргән, ә уның алдынан ҡымыҙ менән хушһынған. Әле ҡороттан яһалған ҡымыҙ эсәбеҙ. Әлбиттә, ҡорот та бик файҙалы. Ул ашты эшкәртеүгә, һеңдереүгә булышлыҡ итеүсе фесталды ла алмаштыра, тиҙәр. Ләкин ҡорот - ҡорот урынында, ҡымыҙ - ҡымыҙ урынында.
Шөкөр, ниһайәт, республикабыҙҙа йылҡысылыҡты үҫтереү буйынса дәүләт программаһы ҡабул ителде. Баймаҡта икенсе йыл рәттән "Башҡорт аты" фестивале үткәрелә. Ул халыҡ-ара кимәлгә күтәрелде. Башҡортостан Башлығы башланғысы менән йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү һәм халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт тоҡомло аттарҙы арттырыу буйынса ҙур эштәр башҡарылыр тип өмөтләнәбеҙ. Тик Өфө халҡы Урал аръяғы райондарының ҡымыҙын ҡасан ауыҙ итер икән? Өфөләге 119-сы йылҡы заводы, Бәләбәй, Йәрмәкәй ҡымыҙҙары күренә ул. Ләкин кәрәк мәлендә етерлек кимәлдә табырмын тимә, етмәһә, улар ҙа бөтә магазиндарҙа һатылмай.
Баймаҡ, Әбйәлил, Учалы төбәктәрендә йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙар етештергән шифалы эсемлектәр үҙәкләштерелгән бер төбәктә тупланып, баш ҡаланың сауҙа нөктәләренә еткерелһә ине. "Башҡорт аты" фестивале байрам сараһы булараҡ ҡына үтмәһен, ә эшлекле һөҙөмтәләре менән дә халыҡты ҡыуандырһын ине.
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №30, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА