Өфөбөҙ һәр миҙгелдә лә матур. Ә һуңғы йылдарҙа ул өҫтәүенә уңайлы, заманса ҡалаға әйләнде. Өфөләр һәм килгән ҡунаҡтар өсөн бөтә шарттар тыуҙырыу маҡсатында әүҙем эшмәкәрлек алып барылыуын һәр кем күреп-белеп тора. Шәхсән үҙем баш ҡалаға килгән һайын ниндәйҙер күркәм яңылыҡ табам. Күҙемә эленгәндәре тураһында гәзит уҡыусыларына ла бәйән иткем килә.
Тәү сиратта, "Башҡорт ихаталары" программаһын телгә алғым килә. Был, ысынлап та, бар яҡлап уйланылған һәм кәрәкле проект, сөнки уға ярашлы Өфөнөң ихаталары тағы ла матурайып, бөхтәләнеп ҡала. Яңыраҡ баш ҡаланың Эшсе хәбәрселәр - Аврора - Степан Кувыкин урамдарында йөрөргә тура килде һәм ундағы ихаталарҙың төҙөк һәм уңайлы булыуына һөйөндөм. Балалар өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ майҙансыҡтар эшләнгән, спорт яратыусылар өсөн да бөтә шарттар булдырылған, хаҡлы ялдағылар рәхәтләнеп ағас һалҡынында ғына матур эскәмйәләрҙә аралашып ултыра. Бик мәслихәт эштәр атҡарыла, афарин ҡала һәм республика етәкселәренә.
Был тема менән ҡыҙыҡһынып, шуны белдем: "Башҡорт ихатаһы" программаһына ярашлы, быйыл 61 торлаҡ йортто үҙ эсенә алған 18 ихата биләмәһенең берәүһендә эштәр тулыһынса тамамланған, ә 17-һендә - 88 процент башҡарылған.
Өфөнөң йәшел ҡала булып ҡала килеүе парк, скверҙарҙың күпләп һаҡланыуына бәйле. Баш ҡала үҙәгендәге билдәле Аксаков паркы әллә күпме быуындың яратып ял иткән урыны. Унда төҙөкләндереү эштәре башланыуын ҡыуанып ҡабул иттем, сөнки был эш күптән кәрәк ине. Эштәр тамамланғандан һуң тарихи аллея, күл буйы, әҙәби ҡунаҡхана, ваҡиғалар (событийный) һәм балалар майҙансыҡтарынан торған парктың үҙ ишектәрен асыуын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Күпме студент, шул иҫәптән үҙем дә, Аксаков паркында дуҫтар, һөйгәндәр менән йөрөгәнгә ундағы йөҙйәшәр ағастар шаһит. Шуға күрә үҙебеҙҙең йәшлек миҙгелдәребеҙ шаһиты - ағастарға теймәҫтәр, тип ышанам. Шулай уҡ парктың визит картаһы булған арка ла тәүге торошонда әйләнеп ҡайтыр, тип өмөтләнәм.
Эш буйынса Орджоникидзе районының Лев Толстой урамы башында булырға тура килде. Урамдың 3-сө һәм 5-се йорттары ҡаршыһында элек ташландыҡ ер ята ине, әле иһә ҡеүәтле трактор һәм башҡа техника геүләтеп яңы аллея эшләй. "Асыҡ ялан" тип аталған аллеяла йәйәүлеләр өсөн юл эшләнеп бөткән тиерлек, шулай уҡ эштең паспортына ярашлы был ерҙә төрлө ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртылыуы күҙаллана. Урындағы халыҡ өсөн матур ял урыны барлыҡҡа киләсәк, ә Өфө тағы ла бер йәшел утрауға байыясаҡ.
Улымдың йәшәгән урыны Кузецов затоны күңелемә бик яҡын. Элекке һаҙлыҡ урынында хәҙер әллә күпме йорт төҙөлөп, меңәрләгән кеше йәшәй. Ләкин әлеге мәлдә Пугачев урамының төҙөкләндерелеүе һөҙөмтәһендә бөтә машина ағымы микрорайон аша үтә. Ә ҡайһы бер водителдәрҙең йәшел газон аша йөрөүе, тротуарҙарға уҡ сығыуҙары хәүеф тыуҙыра. Был хәлде нисектер иҫкәртеү яйын табырға ине. Ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарға түҙерлек булһа ла, ошондай тәртип боҙоусылар, башҡалар тураһында уйламаған әҙәмдәр күңелде өйкәй.
Ғөмүмән алғанда, алдан әйтеүемсә, Өфөбөҙ ҙурая, гүзәлләнә һәм йәшелләнә. Артабан да ошо йүнәлеш дауам итһен ине. Беҙ баш ҡаланы бик яратабыҙ һәм уның һәр ваҡыт матур булыуын теләйбеҙ.
Ғәбит СӨЛӘЙМӘНОВ.
Бөрйән районы.
"Киске Өфө" гәзите, №34, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|