«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛЫҠТАН АЛЫП, КИРЕ ХАЛЫҠҠА ҠАЙТАРЫУ БӘХЕТ УЛ!
+  - 


Заманы шулаймы, бөгөн берәүҙәр тиреләренән сығырҙай булып, лайыҡлымы-лайыҡһыҙмы, ҡыҫыр лайктар, яһалма дан артынан ҡыуа, икенселәрҙе дан үҙе эҙләп таба. Халыҡ һөйөүе, ысын баһа һәләтлеләр, егәрлеләр, ихластар артынан эйәреп йөрөй. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, билдәле хореограф-балетмейстер Гөлназ Вәкил ҡыҙы АҠНАЗАРОВА менән һөйләшкәндә уның ихласлығы хайран итте.

Боронғо сәнғәт

Бейеү - иң боронғо сәнғәт төрҙәренең береһе, уның хәрәкәттәре йырға, телгә тиклем үк барлыҡҡа килгән. Кешеләр бер-береһе менән аралашып, мәҫәлән, һунарға йыйынғанда, йә һуғышҡа киткәндә төрлө хәрәкәттәр яһап, үҙҙәрен еңеүгә көйләгәндәр. Һунарға барам, айыу алам, мин - көслө, тип, һунарсы тәнен, аңын нығытҡан. Шуға ла бейеү хәрәкәттәре бөтә халыҡтар өсөн дә хас. Һуңыраҡ бейеүҙәр йыр-моң менән үрелеп, бейеү сәнғәте булып киткән. Хәҙер беҙ күнеккән бейеү хәрәкәттәренең һәр береһенә элек тәрән мәғәнә һалынған. Башҡорт хореография сәнғәте, байрам-йола мәҙәниәте буйынса мәҡәләләр һәм монографиялар авторы Нагаева Лидия Ислам ҡыҙы үҙенең хеҙмәттәрендә был турала бик асыҡ итеп яҙған. Мәҫәлән, "Ҡарға бутҡаһы", "Кәкүк сәйе" кеүек боронғо йолаларҙы атҡарғанда ҡатын-ҡыҙҙар ғына бейегән, ир-егеттәр ҡымыҙ эсеп, ҡурай тартып, айырым бейегәндәр. Ҡыҙҙар музыкаль инструменттар ҡулланмайынса ауыҙ эсенән көйгә тартым өндәр сығарып, ауыҙ ҡумыҙына бейегән. Ваҡытында шундай бейеү һалыу ниәтем бар ине. Атҡарырбыҙ, Аллаһ бойорһа!

Аманатҡа тоғролоҡ

Профессиональ сәхнәгә башҡорт бейеүҙәрен Фәйзи Ғәскәров алып сыҡҡан. Элек һәр төбәк башҡорттары үҙҙәренә генә хас хәрәкәттәр менән үҙ көйҙәренә бейегән. Мәҫәлән, "Киндер туҡмау" бейеүендә "Арғаяш Заһиҙаһы", "Арғаяш йәштәре" көйҙәре әле лә бар. Пермь өлкәһе башҡорттары бөтөнләй икенсе төрлө бейей, һамарҙар үҙҙәренсә үҙенсәлекле, ырымбурҙар Урал аръяғы башҡорттарына оҡшатыңҡырап, баймаҡса, ейәнсураса, хәйбулласа бейейҙәр, әммә уларҙың көйҙәре үҙенсәлекле. Бөтөн матурлыҡты фольклор төркөмдәре һаҡлап килә. Бигерәк тә пермдәрҙең үҙҙәренең башҡорт теле диалектын һәм бейеү серҙәрен һаҡлап килеүе һоҡландыра. Фәйзи Ғәскәров иһә, ана шул айырым үҙенсәлектәрҙе дөйөмләштереп, башҡорт бейеүен профессиональ сәхнәгә сығарып, донъя кимәленә күтәргән. Мин дә ҡайҙа барһам да, ҡарайым, күҙәтәм, күрәм: йырҙарҙың көйөн, тарихын йыраусылар отоп алып киләһе быуынға еткергән кеүек, бейеүҙәр ҙә киләһе быуынға тапшырылырға тейеш. Бейеүсе кешегә йырҙы отоп алыуы ҡыйын, йырсы кеше бейеүҙе тиҙ генә отоп ала алмай, шуға һәр өлкәнең оҫталары халҡыбыҙҙан ҡалған аманатты һаҡларға бурыслы.

Баһа алдан йөрөмәй

Аллаһҡа шөкөр, республикабыҙҙа бейеү сәнғәте үҫешкән, һәр бер районда бейеү коллективтары тупланған, Сибай ҡалаһында ғына утыҙлап бейеү ансамбле бар. Рәсми рәүештә өлгөлө тип танылған халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре күп. Беҙҙә йыр сәнғәтен дә, бейеү сәнғәтен дә берҙәй яраталар. Талантлы балейтмейстерҙарыбыҙ үҫеп килә - был бик ҡыуаныслы! Йәүҙәт Бикбирҙин соло бейеүҙәр һалыуға бик оҫта ине. Мин үҙем был йүнәлештә маһир түгелмен. Соло бейеүселәребеҙ бар, яңғыҙ башҡарыусыларға бейеү һалыусылар һирәк. Ә бит яңғыҙ башҡарыусылар һәр бер коллективта бар, билдәле булыу өсөн ваҡыт кәрәк. Мәҫәлән, Йәүҙәт Бикбирҙин дә, Мөхәмәт Иҙрисов та бейеп-бейеп, исемдәре аҙаҡ сыҡты, сөнки баһа алдан йөрөмәй, аҙаҡтан килә. Рәшиҙә Туйсина ла дәүләт ансамблендә бейегәндә билдәлелек алһа ла, ансамблдең солисткаһы булып ҡала килде. Ваҡыт үткәс, анализ эшләгәндән һуң ғына аңлайһың, уның һымаҡ бейеүселәр, бейеү алиһәләре һирәк - "Заһиҙә"не, мәҫәлән, Рәшиҙә Туйсинаға еткереп бейеп булмай. Ғәҙәттә, солистарҙы коллективтан айырып ҡарай башлайҙар, сөнки күмәк бейеү эсендә улар айырылып тора. Элек Фәйзи Ғәскәров ансамблендә солистар күберәк ине, ундай оҫталар аҙаҡ бейеү һалыусы булып китте, коллектив бейеүҙең эсендә улар башҡаларҙан айырылып тора ине. Әле "Сибай" халыҡ бейеүҙәре ансамблендә лә үҫеп килә шундай йондоҙҙар, тик әлегә мөҙҙәттәре етмәгән, уларҙы борсоп, күҙ тейҙеререгә ярамай. Булыр бала бишектән, тигәндәй, улар ваҡыт һынауын үтеп балҡыясаҡ. Мәҫәлән, Урал Мортазин, Фәйзулла Ғөбәйҙуллиндәр солист булып, исемдәре республика кимәленә сыҡты. Сулпан Асҡарова балетмейстер, солистка ғына түгел, режиссер булып эшләй бөгөнгө көндә.

Өфө - Cибай юлдары

Башҡорт дәүләт университетында эшләп йөрөгән осорҙа Йәштәр һабантуйында тап итеп, Әлмира Шәриф ҡыҙы Ҡыуатова менән Фәтих Салауат улы Хөснитдиновтар: "Сибайҙа филармония асыласаҡ, һин бит Баймаҡ ҡыҙы, ҡайтаһыңмы?" - тип мөрәжәғәт иттеләр. Шулай итеп, Азамат Тимеров, Нәсимә Тимерова, Лилиә Ишемйәрова, Саньяр Мәүлетҡоловтар Сибайға ҡайттыҡ. Ул заманда ҡаланы етәкләгән Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов Әлмира Ҡыуатованың идеяһын хуплап, Мәҙәниәт министрлығы менән һөйләшеп, Сибайҙа филармония асайыҡ, Урал аръяғында мәҙәни үҙәк булһын, тигән ҡарарға килгәндәр икән. Кешеләр табығыҙ, саҡырығыҙ, фатирлы итәм, бина бирәм, тигән ҡала башлығы. Һәр беребеҙгә фатир бирәләр, тигән вәғәҙәгә ышанып ҡайттыҡ. Әйткән һүҙҙәре дөрөҫ булды, бөтәбеҙгә лә фатир бирҙеләр, баҡсалы иттеләр, Зиннур Ғөбәйҙулла улы һәр саҡ ярҙам итеп торҙо. Ҡала филармонияһы ғына булып асылғас, башта мәҙәниәт бүлегендә артист булып ставкала торҙоҡ. Бина мәсьәләһенә килгәндә, Төҙөүселәр һарайында эш башланыҡ. Бейеү залы һәм ике кабинет беҙҙең ҡарамаҡҡа бирелде, сәхнә юҡ, ҡала мәҙәниәт һарайында сығыш яһай торғайныҡ. Бер йыл шулай эшләнек, башта эш хаҡы ала алмай, кешеләрҙе эшкә урынлаштыра алмай ыҙаланыҡ. Бейеүселәрҙе урамдан йыйҙым, тиһәң дә була. Мөмкинлектәрҙән сығып, әле профессиональ сәхнәгә ныҡлап аяҡ та баҫмаған, сәс тә үрә белмәгән ҡыҙҙарға бейеүҙәр һалырға тура килде, аҙаҡ уларҙың күптәре дәүләт ансамбленә күсте. Мәҙәниәт министрлығы икенсе эшкә күсергәнсе ун өс йыл етәкләнем был ансамблде, ситтә булһам да, бәйләнеш әле лә өҙөлмәй. Бер бейеүҙе һалһаҡ, киләһе йылына ҡабатламай торғайныҡ, шулай йылына өс-дүрт бейеү ҡуябыҙ, яңы программаларға яңы бейеүҙәр барлыҡҡа килә, дәртләнеп эшләнек, яңылыҡ коллективҡа ла, үҙебеҙгә лә ҡыҙыҡ булғандыр. Хәҙер шул алтын фондты тергеҙеү ваҡыты етте, әлбиттә, яңы бейеүҙәр ҙә ҡуйырмын, тип уйлайым.

Моңға сарсау

Төрлө төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙгә хас булған үҙенсәлектәрҙе һаҡлап бейеү һалыу ғүмерлек хыялым булып ҡала килә. Һәр төбәк шул тиклем үҙенсәлекле! Мәҫәлән, "Эх, ҡымыҙы, ҡымыҙы!" бейеүен алайыҡ. Ул беҙҙең Урал аръяғына хас бейеү. Костюмдар өсөн дә, түбәтәй кейҙергәнгә лә әрләнеп тә бөттөм. "Киндер туҡмау" - cиләбеләрҙеке, унда уларҙың үҙенсәлектәре ярылып ята. Ниңәлер, башҡорттарҙың милли кейеме улай булмай, тигән фекер һаҡланып килә. Күрәһең, шул осорҙа уҡ алдан күҙаллағанмын, бөгөн милли үҙенсәлектәр кире тергеҙелде. Сибайҙағы репертуарыбыҙ Урал аръяғы бейеүҙәренә нигеҙләнеп һалынды, сөнки тыуған яҡҡа ҡайтҡас, аптырап ҡалдым, шулай ҙа була икән, әйтерһең дә, алтын ҡаҙнамы ни, һәр атлап йөрөгәнгә, ҡунаҡта күргәнгә, үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашҡан бейеүселәрҙе ҡарағанда иҫ-аҡыл китә - шундай ҙа хәрәкәттәр, көйҙәр бар икән! Моңға сарсаған кеше һымаҡ, яңы тәьҫораттарға туя алмай инем. Күңелем идеяларға тулды, күп йөрөнөм, күрҙем, унда бер хәрәкәт алам, бында икенсеһен - халыҡтан алып кире халыҡҡа ҡайтарыу маҡсатым нығынды. Бик рәхмәтлемен юлымда шундай кешеләр осрауына. Башҡорт бейеү сәнғәтен профессиональ кимәлдә күреүемә бәхетлемен. Әле республикала ошо эште дауам иткән йәштәр булыуы ҡыуаныслы. Туймазынан Дамир Ибраһимов (ул беҙҙең Сибай егете) менән Ҡырмыҫҡалынан Артур Юлыевтарға (ул да беҙҙең егет) һоҡланам, беҙҙең мөхиттә үҫеп, бер системала өйрәнгәнгә, үҙҙәренең юлын табып, матур балетмейстерҙарға әйләнеп баралар. Балетмейстерҙар юҡ, бейеү сәнғәтен күтәреүселәр юҡ, тиҙәр, нисек булмаһын? Сулпан Асҡарова, Урал Мортазин, Йәмил мәрхүм Йәнбәков, Айтуған Дәүләткирәев, Йәмилә Бикбаева Мәскәүҙә балейтмейстерға уҡып ҡайттыҡ, ең һыҙғанып эшләнек.

Сибай бай ҡала

Коллективтарҙы дәрттә, тонуста тотоу өсөн бейеү сәнғәтен һүрелдермәй торған "Байыҡ" конкурсы, фанаттарыбыҙ бар, уларҙы һәр ауылдан табырға була. Ирҙәрҙе туплау ауырыраҡ, әлбиттә, хатта профессиональ коллективтарҙың эшендә лә. "Сибай" халыҡ бейеүҙәре ансамблен Мәҙәниәт министрлығына күсергәс, эш еңеләйҙе. Ул заманда мәҙәниәт министрлығын етәкләгән Хәләф Хәлфетдин улы Ишморатов, сәнғәтте аңлаған кеше булараҡ, яҡшы ставкалар булдырыуҙа ярҙам иткәс, профессиональ бейеүселәр эшкә килә башланы. Сибай ҡалаһы хакимиәтенә ҙур рәхмәт, йыл һайын фатирҙар бирҙеләр, йәштәр килә торҙо. Ике театр, филармония - өс профессиональ коллектив мәҙәниәт өлкәһендә ҙур эш атҡара. Уларҙан тыш, Сибай институты, сәнғәт колледжы барлығын онотмайыҡ - һәр береһе ҡаланы байытты, Урал аръяғына ғалимдар ҙа, сәнғәт кешеләре лә килде, үҙенсәлекле, үҙ алымдары булған яңы коллективтар тупланды.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Ата-бабаларыбыҙ бер көн менән йәшәмәгән, йәшәйешен мәңгелеккә тоташтырып, киләһе быуынға рух-мәҙәни аманаттарын ҡалдырған, бурыс атҡарған. Тыныс ҡына, сабыр ғына, күсәгилешлекте һаҡлап, бер быуынды икенсеһе менән тоташтырған. Аллаһҡа шөкөр, быуындарҙы тоташтырыусы күперҙәр бар. Буласаҡ!

Радик ӨМӨТҠУЖИН яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №34, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.09.23 | Ҡаралған: 210

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru