Бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) артынан барыусылар дини йолаларҙы үтәүҙе Аллаһы Тәғәлә менән яҡынайыу һәм уның менән аралашыу мөмкинлеге тип ҡараған. Йолаларҙы үтәү минуттары улар өсөн иң ҡәҙерлеһе булған, был ғәмәлдәренән күңелдәрен бер тулҡынға көйләп, тыныслыҡ, бәхет кисергәндәр. Хоҙайға табыныуҙы ҡабатланмаҫ шатлыҡ тип ҡабул иткәндәр һәм бының өсөн Аллаһҡа рәхмәт уҡығандар. Улар һәр ваҡыт тәһәрәттә - ритуаль таҙалыҡта булырға тырышҡан.
Бер ваҡыт иртәнге сәғәттә Бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) үҙ янына Билалды (радиаллаху анху) саҡырып: "Ниндәй ғәмәлең өсөн һин ожмахҡа минән иртәрәк индең? Төшөмдә йәннәткә китһәм, һинең аяҡтарыңдың тауышы ишетелә. Үткән төндә мин йәнә ожмахҡа ингәйнем, һәм ҡабат һинең аҙымыңды ишеттем", - тигән. Билал (радиаллаху анху) әйткән: "О, Аллаһ илсеһе! Аҙан ҡысҡырғандан һуң мин һәр ваҡыт ике рәҡәғәт намаҙ уҡыйым. Тәһәрәтем бөтһә, намаҙ ваҡытын көтмәйенсә, йәнә йыуынам. Тәһәрәт булғас, ниңә тағы ике рәҡәғәт намаҙ уҡымаҫҡа, тип уйлайым һәм йәнә намаҙ ҡылам".
Сәхәбәләрҙең береһе Әбү Хөрәйра (радиалаху анху) тәһәрәт алғанда ҡулдарын яурынына тиклем йыуа торған булған. "Был ниндәй тәһәрәт?" тип һорағандарға ул шулай яуап ҡайтарған: "Рәсүллуллаһ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән һүҙҙәрҙе ишеттем. Ул былай тигәйне: "Ҡиәмәт көнөндә мөъминдең нуры, йәғни мөъмин тәнендәге нур, тәһәрәт алғанда һыу ҡайҙа тиклем барып еткән, шул урынғаса етеп яҡтырасаҡ".
Сәхәбәләр Бәйғәмбәрҙән (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм), өммәтеңдә булыусыларҙы нисек таныясакһың, тип һораған. "Күҙ алдына килтерегеҙ, берәүҙең маңлайы һәм аяҡтары аҡ төҫтә булған аты бар, ти. Үҙ атын хужаһы ҡара йылҡылар араһында танымаясаҡмы ни? Тимәк, имандаштарыбыҙҙың йөҙҙәре, тәһәрәт алғанға күрә, нур менән яҡтырып торасаҡ. Аяҡ-ҡулдарында ла нур буласаҡ. Үҙ йылғама иртәрәк килеп, бүләктәр таратыр өсөн уларҙы көтөп торасаҡмын. Иғтибарлы булығыҙ. Ҡайһы бер кешеләрҙе фәрештәләр йылғамдан ҡыуып торасаҡ. Дөйә көтөүенән сит дөйәне ҡыуған кеүек. Сөнки улар Аллаһ күрһәткән юлдан ситләшкән буласаҡ", - тип яуаплай Бәйғәмбәр (саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм).
Әйткәндәй, Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйткән: "Намаҙ уҡып ултырыусы алдынан үтеп киткән кеше үҙенең ниндәй ҙур гонаһ ҡылғанын белһә, доға уҡыуҙың тамамланыуын 40 көн көтөргә лә әҙер булыр ине". Был гонаһ тураһында бөтә хәҙистәрҙә лә әйтелә. Башҡалар был хатаны ҡылмаһын өсөн иманлы кеше үҙе лә хәстәрлек күрергә бурыслы. Намаҙ уҡырға йыйынғанда, ул ултырған урынды ситләп үтһендәр өсөн, алдына берәй әйбер һалып ҡуйырға мөмкин. Кеше намаҙ ҡылыусы алдынан үткәнен һиҙмәй йә был ҡылыҡтың гонаһ икәнен белмәй икән, эргәһендә булған мосолмандар уны иҫкәртергә тейеш. Уның юлын ҡыйып, "Собханаллаһ" тип әйтергә кәрәк. Был талап намаҙ ҡайҙа уҡылыуға ҡарамаҫтан - асыҡ һауаламы, мәсеттә, башҡа урындамы - үтәлергә тейеш. Намаҙ ҡылыусы ҡарашын сәждә урынына төбәргә һәм ян-яҡҡа ҡарамаҫҡа тейеш. Сит тауыштар иһә иманлының тыныслығын боҙа һәм Аллаһ менән аралашырға ҡамасаулай. Шуға гонаһ намаҙ ҡылыусыны борсоған кешегә яҙыла.
Бер риүәйәт. Юлдан китеп барыусы бер йәйәүле сүлмәк күреп ҡала һәм уны таяғына эләктереп, ситкә ырғыта (мосолман кешеһе юлсыға ҡамасауларҙай, зарар килтерерҙәй әйберҙе юлдан ситкә сығарып ташларға бурыслы). Сүлмәк эсендәге йылан йәйәүлегә ташлана. Сүлмәктә сағында 2-3 ҡарыштан артыҡ оҙон булмаған был йылан күҙ алдында ҙурайып, 5-6 ҡолас оҙонлоғона етә һәм юлсыны быуа башлай. Юлсының тын алырлыҡ та хәле ҡалмай. Ярҙам итерҙәй берәй йән эйәһе юҡмы икән тип, тирә-яғына күҙ һала. Ҡапыл йәйәүле ғәскәрҙең биш һалдаты күренә. Бәләгә тарыған йәйәүле баштан-аяҡ ҡоралланған һалдаттарға ярҙам һорап ҡысҡыра. Әммә һалдаттар уға иғтибар итмәйенсә үтеп китә.
Йылан табышын быуыуҙы дауам итә. Бәләгә тарыған кеше ҡотолоуҙан өмөтөн өҙмәй. Берәйһе килеп сыҡмаҫмы, тип тағы юлға ҡайырылып ҡарай. Унда утыҙ һалдаттан торған һыбайлы ғәскәр күренә. Бөтә көсөн йыйып, юлсы һыбайлылырға ҡысҡыра, ярҙам итеүҙәрен үтенә. Һыбайлылар тағы үтеп китә.
Бер аҙҙан юлда һылтыҡлай-һылтыҡлай атлап килеүсе зәғиф, сибек, йолҡош ҡына бер кеше күренә. "Йәйәүле ғәскәр ҙә, атлы ғәскәр ҙә ҡотҡарманы. Был меҫкен генә кешенең ярҙамы тейерме икән?" - тип икеләнә хәле мөшкөл юлсы. Шулай ҙа уға өн-дәшеп, ярҙам итеүен үтенә. Сибек юлсы ниндәйҙер доға уҡып, сүлмәкте юл ситенә ҡуя. Йылан яңынан бәләкәй хәленә ҡайта һәм сүлмәккә инеп юғала.
Бәләнән ҡотолған кешегә ҡотҡарыусыһы ошоларҙы һөйләй:
- Йәйәүле ғәскәрҙең биш һалдаты - биш ваҡыт намаҙың. Һин биш ваҡыт намаҙыңды уҡымағанһың. Шуға күрә теге биш һалдат һине күрмәгән дә, ишетмәгән дә. Ә инде утыҙ һыбайлы - утыҙ көнлөк ураҙаң. Һин ураҙа тотмағанһың. Шуға улар һиңә ярҙам итмәгән...
Ә ҡотҡарыусы кем булған һуң?Ҡасандыр бер фәҡиргә ярты икмәкте саҙаҡа итеп биргән була юлсы. Сибек, аҡһаҡ кеше - ана шул саҙаҡа булған икән. Ихлас күңелдән бирелгән саҙаҡа әҙәм балаһын бәләгә тарығанда хәленән килгәнсе ҡотҡарырға тырыша ла инде. Исламда саҙаҡаның күләме билдәләнмәгән. Сөнки саҙаҡаны һәр кем ихлас күңелдән, хәле еткән күләмдә бирә. "Саҙаҡаны үҙеңдән башла", тигән бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис сәләм. Саҙаҡа кемгәлер бирелгән тиндәр йәки һумдар ғына түгел. Саҙаҡа изгелек итеү, яҡшылыҡ эшләү, һүҙ менән дә, мал менән дә ярҙам итеүҙе аңлата. Шуға күрә кеше иң беренсе нәүбәттә үҙен хәстәрләргә бурыслы. Үҙен хәстәрләй, үҙенең хәлен еңеләйтә, үҙенә изгелек эшләй алмаған кеше бүтәндәргә нимә менән ярҙам итә алһын инде?
Унан һуң, саҙаҡа үҙеңдән артып ҡалғанда ғына бирелә. Үҙеңдең тамағың ас икән, ҡулыңдағы һуңғы телем икмәкте бүтәндәргә биреү аңлы эш рәтенә инмәй. Кеше иң элек үҙен тәьмин итергә бурыслы. Шунан һуң иң элек үҙеңдең яҡын кешеләреңде ҡарарға тейешһең. Үҙең дә, яҡындарың да мохтаж түгел икән, артабан күршеләреңде, дуҫ-иштәреңде хәстәрләйһең. Уларҙың мохтажлығы юҡ икән, шул сағында инде сит кешеләргә - мохтаждарға, меҫкендәргә, фәҡирҙәргә ярҙам итәһең. Был мәсьәлә Исламда ҡәтғи тәртипкә һалынған һәм кешелек йәшәйешенең иң юғары ҡаҙанышын билдәләй.
"Киске Өфө" гәзите, №34, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА