Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Дүртенсе бүлек. Көньяҡ Урал гун эпохаһында
III - IV быуаттарҙа Көньяҡ Урал далаларындағы тарихи шарттар
Иртә урта быуаттар эпохаһында, быға тиклемге барса боронғолоҡ осорҙарындағы кеүек үк, Көньяҡ Урал ҡәбиләләренең этносәйәси һәм мәҙәни-хужалыҡ тарихы үҫешен билдәләүсе мөһим фактор сифатында уларҙың көньяҡ ҡәбиләләре - Ҡаҙағстандың көньяғында һәм Урта Азияла йәшәгән ҡәүемдәр менән әүҙем аралашыуын атарға була. Ошо төбәктәрҙең күсмә малсылыҡ менән шөғөлләнеүсе ҡәбиләләренең, малдары өсөн яҡшыраҡ көтөүлектәр эҙләп, яҙ-йәй миҙгелдәрендә даими рәүештә төньяҡҡа, Урал буйҙарына тиклем күсенеп йөрөп, көҙҙәрен көньяҡҡа - Арал буйҙарына, Түбәнге Волга һәм хатта Урта Азияға кире ҡайтып ҡышлауҙары ошондай контакттарҙың аныҡ билдәле формаһы булып тора.
Бындай киң күләмле миграция ағымдары сит ҡәбилә кешеләренең урындағы ҡәбиләләргә даими ҡушыла барыуына килтергән, уларҙың матди һәм рухи мәҙәниәттәре ҡаҙаныштарының бер-береһенә үтеп инеүенә һәм улар менән алмашыуға булышлыҡ иткән. Ошо моменттарҙы иҫәпкә алып, иртә тимер быуатына ҡараған Көньяҡ Урал археологияһы буйынса тикшеренеүселәр Көньяҡ Урал һәм Көньяҡ Ҡаҙағстан территорияларын яҡын нәҫелдәш ҡәүемдәр йәшәгән берҙәм тарихи-мәҙәни өлкә сифатында ҡарарға тәҡдим итә, был турала алдағы бүлектә лә бәйән ителгәйне. Әлбиттә, үрҙә иҫкә алынған күскенселәр массаһының ошо үтә киң төбәктә далалар буйлап бер тарафтан икенсеһенә нисек теләй, шулай күсеп йөрөүен аңлатмай, урындағы властар был хәрәкәтте бик аныҡ көйләй алған.
Алдағы бүлектә б.э. тиклем VII - IV быуаттар арауығында Көньяҡ Ҡаҙағстан һәм уға йәнәш ятҡан Урта Азия һәм Ҡырғыҙстан территорияларында сактар дәүләте хөкөм һөргәне, б.э. тиклем III быуаттан башлап бында Кангюй һәм Усунь дәүләттәре барлыҡҡа килеүе, уларҙың составында сактарҙың урындарҙағы күсмә ҡәбиләләре менән бер рәттән, көнсығыштан килгән күскенселәрҙең әүҙем роль уйнауы хаҡында билдәләп үтелгәйне.
Биләмәләре Көньяҡ Уралға иң яҡын булған дәүләт - Кангюй, тикшеренеүселәр уның Һырдаръя йылғаһының урта һәм түбәнге ағымы, Төньяҡ Арал буйындағы ерҙәрҙе, Чач тип аталған илде (хәҙерге Ташкент ҡалаһы районында) биләгәнен раҫлай. Уның Ҡытай менән әүҙем бәйләнештә булыуы ошо дәүләттең ҡеүәтен күрһәтеп торған, һәм ошо тығыҙ бәйләнештәр династиялар араһындағы никахтар менән даими нығытылған, Кангюй хакимдарының улдарына Ҡытайҙың юғары дәрәжә биләгән элитаһы ҡыҙҙарынан кәләш әйттергәндәр.
Кангюй власының Ҡытай сығанаҡтарында "Янь" иле йә иһә "Янь дәүләте" тип иҫкә алынған Көньяҡ Уралға тиклем килеп етеүе хаҡында уҡыусыбыҙҙың хәтеренә төшөрөп ҡуйыу артыҡ булмаҫ, тибеҙ. "Янь" ере хаҡындағы сығанаҡтарҙа "дәүләт" һүҙен ҡулланыу беҙҙең эра сиктәрендә Көньяҡ Урал ҡәбиләләренең дәүләт ойошмалары булыуына дәлил, улар урындағы ҡәбиләләр тормошондағы мәсьәләләрҙе көйләгән һәм үҙҙәренең бөйөк күршеләре менән бәйләнешкә ингән. Б.э. тиклем II быуат аҙағында Кангюйҙа сәйәси власть көнсығыштан килгән юечжиҙарға күсә һәм был Урал һәм Ҡаҙағстан далалары халҡының былай ҙа ҡатмарлы составын тағы ла нығыраҡ ҡатмарлаштыра.
Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).
"Киске Өфө" гәзите, №37, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|