«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҘМЫШТЫҢ ҮҘЕНӘ ТӘҒӘЙЕНЕН ТАМЫРҘАРЫНАН ҺУТ АЛҒАНЫН ҺАЙЛАҒАН
+  - 


Юрматы ырыуының Илсек Тимер тоҡомон дауам итеүсе данлы нәҫел ул Ҡотошовтар. Нәҫел шәжәрәләре барланған: дәүләт эшмәкәрҙәре, төрлө кимәлдәге етәкселәр, яҙыусы-ғалимдар, гәзит-журнал мөхәррирҙәре, тарих, философия, хоҡуҡ, иҡтисад, медицина фәндәре белгестәре, уҡытыусылар - Ҡотошовтар шәжәрәһенең төп асылы. Салауат башҡорт дәүләт драма театрының директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошовтоң атаһы Минеғәле Зәйнәғәле улы менән әсәһе Хәлимә Хариж ҡыҙын бар ғүмерҙәрен балаларға белем биреүгә арнаған хөрмәтле уҡытыусы-остаздар тип беләм. Минеғәле Зәйнәғәле улы күп йылдар Әхмәр урта мәктәбен етәкләне, Хәлимә Хариж ҡыҙы ошо мәктәптә уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләне. Һоҡланғыс уҡытыусылар! Айбулат Минеғәле улы менән әңгәмәне лә ошо юҫыҡта башланыҡ.

Артист булып китеүегеҙ осраҡлылыҡ түгелме? Һайлау алдында торғанда бизмәндең икенсе яғында уҡытыусы һөнәре булғандыр бит?

- Сәнғәт, бигерәк тә театр сәнғәте, унда осраҡлы килгәндәрҙең урыны түгел ул. Артист яҙмышына яҙылғандарҙы сәхнә өсөн тыуғандар ғына күтәрә ала. Ә һөнәр һайлағанда икеләнеүҙәр булды, әлбиттә. Әммә бизмәндең бер яғында - минең, икенсе яғында атай-әсәйемдең, Рамазан бабайымдың (философия фәндәре кандидаты, яҙыусы, журналист Рамазан Ҡотошов) теләге ине. Нәҫелебеҙҙә уҡытыусылар күп, уларҙың дөйөм эш стажы 500 йылдан ашыу. Шуға күрә атай-әсәйемдең, бигерәк тә Рамазан бабайымдың мине лә уҡытыусы итеп күрергә теләүенә аптырайһы түгел. Уларҙы еңдем, күндерҙем, тип әйтә алмайым, ҡасып та сығып китмәнем, документтарҙы тапшырырға Өфөгә атай менән бергә барҙыҡ. Өфө-Белорет араһы яҡын ғына ер түгел, документтарҙы иртәгә иртән тапшырырбыҙ, тип, Рамазан бабайҙарҙа туҡталдыҡ. Ул беҙҙе: "Һуңланығыҙ, сәнғәт институтына документтар ҡабул итеү туҡталды", - тип ҡаршы алды. Ысын булғанмылыр ул хәл, бушмылыр - барып тикшереп торманыҡ, Стәрлетамаҡҡа, педагогия институтына юлландыҡ. Тарих факультетына инеп, уҡый ҙа башлағайным инде, 3-4 айҙан документтарымды алып ҡайттым да киттем.

Үҙ белдегең менән институтты ташлап ҡайтып китеүеңде баш-баштаҡлыҡ итеп ҡабул итмәнеме атайығыҙ? Ҡайтҡас эләкмәнеме?

- Атайым беҙҙе бәләкәйҙән: "Тормошоғоҙҙа нимә генә булһа ла иң тәүҙә өйгә ҡайтығыҙ, бәләгә тарынығыҙмы, кәңәш кәрәкме - хәл-әхүәлегеҙҙе иң тәүҙә атай-әсәйегеҙгә һөйләгеҙ", - тип өйрәтте. Документтарымды ҡулға алғас, тура өйгә ҡайтмаһам, эләгер ине, моғайын. Беҙҙең өйҙөң түбәһендә сыбыҡ эленеп торҙо тороуын, әммә яҙмышты хәл иткән һорауҙар сыбыҡ менән түгел, һөйләшеп, кәңәшләшеп хәл ителде. Кеше үҙенең күңеле ятҡан һөнәрҙе һайларға тейеш, тигәнерәк аңлатмамды атайым тыныс ҡабул итте һәм: "Уҡыу оҡшамағас, эшләп ашайһың инде, ана, клуб бикле тора, мөдире юҡ, эшләп ҡара әле", - тип, яҙмышымды Макаренкоса хәл итте. Ең һыҙғанып эшкә тотондом, клуб гөрләп торҙо. Бәләкәй генә ауылдыҡы булһын, сәхнә сәхнә инде ул - минең сәнғәт институтына барам тигән теләгемде көсәйтте генә. Киләһе йылына актерҙар бүлегендә уҡый башланым.

Уҡытыусылар династияһының сылбыры һеҙҙә өҙөлмәгәндер бит?

- Беҙ - игеҙәктәр. Минең һыңарым Салауат - физкультура уҡытыусыһы. Беҙҙең сылбырҙа династияны ул дауам итә. Бәләкәй ҡустыбыҙ ҙа уҡытыусы һөнәрен һайланы. Уларҙың ҡатындары ла уҡытыусылар. Ә минең маңлайыма икенсерәк яҙмыш яҙылған булғандыр, күрәһең. Сәнғәт юлынан киткәнемә һис кенә лә үкенмәйем. Яҙмыштың үҙемә тәғәйенен һайлағанмындыр, тим.

Ә сәнғәткә һөйөү нисек яралды?

- Ул һөйөү минең менән бергә яралғандыр ул. Гармун уйнай башлағанда миңә 5-6 йәштәр самаһы ине. Ул гармунды ла үҙем "эшләп" алдым. Атайым директор булғас, район үҙәгенә йыш бара, төрлө яңылыҡтарҙы ла ул алып ҡайта. Шулай бер көндө ҡайҙандыр ҡайтып инеү менән әсәйемә "Ҡустыңдың улы бар!" тип һөйөнсөләне. Шул хәбәрҙе ишетеү менән мин ауылдың икенсе осона тот та сап. Барып, һөйөнсөләп, һөйөнсөһөнә гармун әйттереп ҡайттым. Алып бирҙеләр әй гармун! Уйнарға өйрәнеп алғас, бер сама йырлай ҙа белгәс, тиҙ арала ауыл клубының иң бәләкәй әртисенә әйләндем дә ҡуйҙым. Шунан алып сәхнәләмен инде.
Ә тәүге күреп белгән артистарым - атайым менән әсәйем. Элегерәк ауыл уҡытыусыһы уҡытыусы ғына түгел, агитатор ҙа, артист та булды бит инде. Минең атай-әсәйем дә көндөҙ - мәктәптә, кистәрен клубта ине. Уҡытыусылар коллективы менән ҡуйған концерт-спектаклдәрен репетициялары ваҡытында уҡ күреп-йөрөп үҫтек, реквизиттарын ғаилә менән бергә әҙерләп, бергә ҡайнап йәшәнек. Ролдәрен уларҙан алда ятлап бөтөп, атай-әсәйем өйҙә юҡта шул ролдәргә тәғәйен кейемдәрҙе кейеп, үҙебеҙсә гримм һалып, урындыҡты сәхнә итеп уйнай торғайныҡ. Ауылға килгән артистар һәр ваҡыт беҙгә туҡтала ине. Уларҙы ҡаршы алыу, кистәрен концертҡа барыу, концерттан һуң төн ауғансы аралашып, йырлашып ултырыуҙар - береһе лә эҙһеҙ үтмәгәндер, сәхнәгә һөйөү шулай яралғандыр.
Әхмәт ағай Лотфуллин да йәйҙәрен беҙгә йыш килә, Мөхәмәт ауылының тирә-яғына сығып, шунда ял итергә ярата ине. Атайым менән бергәләп тәбиғәткә сығалар, беҙҙе лә үҙҙәре менән алалар. Уларҙың сәғәттәр буйы һөйләшеүҙәренә ҡолаҡ һалып, күңелгә һеңдереп йөрөйһөң. Берәй ағас күләгәһенә ултырып алалар ҙа, атайым йырлап ебәрә, Әхмәт ағай мөкиббән китеп, уның йырын тыңлай, ҡат-ҡат һорап йырлата ине. Атайымдың тауышы ғәжәп моңло, мин әле һаман уның йырлағанын яратып тыңлайым. Уҡытыусы булмаһа, ул, моғайын, профессиональ йырсы булыр ине. Ул Өфөлә, әлеге Рәми Ғарипов исемендәге гимназияла уҡыған. Шул саҡта уҡ радио, телевидение фондына уның башҡарыуында йырҙар яҙҙырып алғандар, Рафиҡ Сәлмәнов, Нариман Сабитов, Заһир Исмәғилев кеүек композиторҙарҙың юбилей концерттарында ла йырлаған. Заһир Исмәғилев уны йырсы итеп күрергә теләгән дә бит, әлеге лә баяғы Рамазан бабайым еңгән. Әсәйем дә күңеле менән сәнғәт кешеһе ул: сценарийҙар, шиғырҙар яҙа, шиғырҙарҙы һәр өнө йөрәгең аша үтерлек итеп уҡый. Әйткәндәй, мәктәптә уҡығанда әсәйем етәкләгән драма түңәрәгенә йөрөнөм, тәүге тапҡыр сәхнәгә мине ул алып сыҡты. Тормошҡа ҡарашымды, һайлаған һөнәремә мөнәсәбәтемде формалаштырыусылар ҙа, сәхнәгә аяҡ баҫҡаны бирле тәүге тәнҡитселәрем дә атайым менән әсәйем булды. Шуға күрә сәнғәткә һөйөү ҡаныбыҙҙан килә, тип әйтергә тулы ерлегем бар.

Ояһында ни күрһә, осҡанында - шул, тиҙәр бит. Сәхнәне ташлап, тәүҙә Ишембай районы мәҙәниәт бүлеге начальнигы булып эшләйһегеҙ. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң һеҙҙе ҡабаттан Сибайға, театр-концерт берекмәһенә директор итеп саҡыралар. Инде бына нисә йыл Салауат театрын етәкләйһегеҙ. Буй-һынығыҙға ғына түгел, холоҡ-фиғелегеҙгә һеңгән етәкселек әҙәптәре атайығыҙҙың ғына мәктәбеме, әллә башҡа серҙәре лә бармы?

- Кем булып китеүеңдә тәрбиәләнгән мөхиттең йоғонтоһо ҙур, әлбиттә. Атаһынан күргән - уҡ юнған, тигәне лә бар бит мәҡәлдең. Үҙемде белә-белгәне бирле мәктәп директоры булып эшләгән атайымдың етәкселек ғәмәлдәре ҡаныма ла, аңыма ла һеңгәндер инде. Ауылда клуб мөдире булып эшләгән ваҡытта миңә ун һигеҙ генә йәш ине. Кәүҙә елле булһа ла, мин ниндәй етәксе инде ул йәштә? Белем дә, тәжрибә лә юҡ. Тәүге аҙымдарым, тәүге ҡарарҙарым, әлбиттә, атайымдың күҙәтеүе аҫтында булды. Биргән кәңәштәре - ғүмерлек һабаҡ. Ҡайҙа ғына эшләһәң дә, ниндәй генә үрҙәргә үрләһәң дә кеше булып ҡалырға кәрәклеге атайым һәм ғүмере буйы эштә лә, өйҙә лә уның кәңәшсеһе, тәнҡитсеһе булған әсәйем миҫалында шулай уҡ бәләкәйҙән ҡаныма һеңгән.
Ә ҡан хәтере көслө бит ул. Нәҫел ағасыбыҙҙа ғәжәйеп биографиялы шәхестәр бар. Әсәйемдең өләсәһе бик көслө имсе, кендек әбейе була. Им-ырымдар, ҡул йылыһы менән ҡатын-ҡыҙҙарҙы дауалай. Хатта ваҡытынан алда ҡолон һалырға йыйынған бейәләрҙе ҡолонлатмай туҡтата ала. Ҡулың белгәнеңде сәбәләнмәй, һөрәнләмәй генә эшләй йөрөргә беҙгә әсәйемдең әсәһе өйрәтте. Уның тәрбиәһе хаҡында ла йыш уйланам. Олоғая килә, ул өйрәткән доғалар ҙа йыш уҡыла хәҙер. Тыуған ауылымда мәктәп һигеҙ генә йыллыҡ булғанлыҡтан, 9-10 класты күрше Миндәк ауылында уҡыным, әсәйемдең апаһы, шағир Вил Ғүмәровтың әсәһе Мәфтуха инәйемдәрҙә йәшәнем. Ул ике йыл да минең өсөн рухи тәрбиә мәктәбе булды. Атайым яғынан Әхмәт олатайым - Вәлидиҙең көрәштәше, 18-19 ғына йәшендә Башҡорт хөкүмәте ағзаһы булған. Мәскәүҙә журналистика институтын тамамлап ҡайтҡас, "Башҡортостан" гәзитендә баш мөхәррир урынбаҫары, Башҡортостан "Китап" нәшриәтенең баш мөхәррире вазифаларында эшләгән, башҡорт алфавитын латин графикаһынан кириллицаға күсереү буйынса терминология комиссияһы ағзаһы булған, Мопассан, Александр Дюма, Л.Н.Толстой, Чехов әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән, 1948 йылда Мәскәүҙә нәшер ителгән русса-башҡортса һүҙлек төҙөүҙә ҡатнашҡан. Ошо олатай-өләсәйҙәремдең яҙмышын уйлайым да, әле мин улар эшләгәндең сиреген дә эшләмәгәнмен бит әле, тип, ҙур яуаплылыҡ менән тотонам һәр эшкә. Эшкә бер тотонғас, хатта ял итергә лә онотоп, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә күнеккәнмен. Быныһы - әсәйем тәрбиәһенән дә киләлер. Беҙҙе бер-ике көнгә өйҙә үҙебеҙҙе генә ҡалдырып киттеләрме, әсәйем оҙон итеп беҙ эшләйһе эштәрҙе яҙып ҡалдыра. Беребеҙ бер көн өйҙәге өй йыйыштырыу, иҙән йыуыу, ашарға бешереү кеүек көндәлек эштәр менән булһа, иртәгәһенә тышҡа, малайҙар эшенә сығабыҙ. Исемлектәге эштәрҙе эшләй барабыҙ, һыҙа барабыҙ. Бына ошо ваҡытымды, көнөмдө планлаштыра белеү, үҙаллылыҡ, кемдеңдер әйткәнен көтөп тормай эшләй белеү, әйткән һүҙең, биргән вәғәҙәң алдындағы яуаплылыҡ миңә әле лә ярҙам итә.

Һәр уңышлы ир-егет артында ҡатын-ҡыҙ тора, тигән әйтем менән килешәһегеҙме?

- Килешәм. Эргәңдә һәр ваҡыт һине аңлап торған ҡатын-ҡыҙ булыуы бәхет ул. Һәр ир-егеттең Мостай Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" әҫәрендәге кеүек Оло инәйе булһа, ҡайһылай һәйбәт булыр ине: улар тормошондағы бик күп яңылышлыҡтар, гонаһтар, ҡоро аҡыл менән генә ҡабул ителгән ҡарарҙар булмаҫ ине. Ҡайһы саҡта ситуацияға ҡатын-ҡыҙ күңеленең һиҙгерлеге, һығылмалы аҡылы һәм йөрәге аша ҡарарға кәрәк була. Шундай осраҡта эргәңдәге ҡатын-ҡыҙ ышаныслы ла булһа, бигерәк һәйбәт. Был йәһәттән мин ныҡ уңдым: кәңәш-доғалары менән хәтеремдә йәшәгән өләсәйем, тормошомдоң иң ауыр мәлдәрендә миңә терәк-таяныс булған, беҙ айҙар буйы гастролдәрҙә йөрөгәндә балаларыбыҙҙы ҡарап-үҫтерешкән әсәйем һәм, йырҙа йырланғанса, мин ҡайҙа - ул шунда йөрөгән, минең барлыҡ уй-хәстәрҙәремде уртаҡлашҡан ҡатыным бар.

Ғаиләлә өс малай үҫкәнһегеҙ. Һәр берегеҙ - бәләкәйҙән лидер. Үҙ-арамөнәсәбәттәрегеҙ нисек булды? Ниндәйерәк ағай булдығыҙ?

- Был һорауҙы миңә йыш бирәләр. Үҙ-ара һуғыша торғайнығыҙмы, тип һорағандары ла бар. Бик дуҫ, татыу үҫтек, нимәлер бүлешә алмай йөрөгәнебеҙҙе бөтөнләй хәтерләмәйем. Бәләкәй саҡта эш араһында ла, кис йоҡларға ятҡас та оҙаҡ итеп һөйләшә торғайныҡ. Дөрөҫөрәге, күберәген мин һөйләй инем, һыңарым тыңлай ине. Хәҙер, киреһенсә, ул һөйләй, мин тыңлайым. Ә бәләкәсебеҙ менән беҙҙең арала ун бер йәш. Йүргәктә саҡта бергәләп ҡараштыҡ, атлап киткәс, беҙҙең арала сүкеш-ҡаҙаҡ тотоп үҫте, ҡулыбыҙ белгәнде уға ла өйрәттек. Беҙ сығып киткәндә ул бала ғына ине әле. Өйгә уны һағынып ҡайта инек. Институтта уҡыған йылдарында (ул ваҡытта мин Сибайҙа инем) институттың бөтә шарттары булған матур ятағы булһа ла, беҙҙең балаларҙы ҡарашып, уларҙың оло ағайҙары булып, беҙҙә йәшәне. Әле лә атай-әсәй янында бер-беребеҙҙе һағынышып осрашабыҙ.

Ғаиләгеҙҙәге үҙ-ара мөнәсәбәттәрегеҙгә иғтибар иткәнем бар: һеҙҙең ҡатындарығыҙ ҙа бер туғандар һымаҡ бит.

- Эйе, улар әсәйемдең ҡыҙҙары йә әхирәттәре һымаҡ, күрешкәндә һөйләшеп, серләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Улар араһында ғәҙәттә килен-ҡәйнә араһында була торған аңлашмаусанлыҡтар ҙа булғаны юҡ. Әсәйем оло ейәнсәре, минең ҡыҙым Айзиләгә лә әхирәт була белә.

Балаларығыҙҙың исемдәре матур. Уларға исемде кем ҡушты? Исемдәре есемдәренә тап киләме?

- Тәүге ҡыҙыбыҙға Айнур ҡустым тәҡдим иткән исемде ҡыуанып ҡабул иттек: минең исемдән - Ай, Минзиләнән - Зилә. Беҙ бит абитуриент ваҡытта уҡ бер-беребеҙгә үлә яҙып ғашиҡ булып, беренсе курстың көҙөндә үк өйләнешеп тә ҡуйҙыҡ. Икенсе балабыҙҙы көткәндә, улым тыуһа, дини исем ҡушам, тип йөрөй инем. Бер көн эштән буласаҡ улыма исем уйлап ҡайтып барғанда, ҡапыл аҙан тауышы ишеттем. Улымдың исеменә иҫкәрмә итеп ҡабул иттем аҙанды: тыумаҫ элек Динислам тип ҡуштыҡ исемен. "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ"ты уҡығандан һуң, бала саҡта уҡ, үҫкәс, ҡыҙым булһа, Аҡйондоҙ тип ҡушам исемен, тип уйлап ҡуйғайным. Минзилә Алтынай тип ҡушайыҡ, тигәйне лә, исем ҡағыҙын Аҡйондоҙ тип алдым да ҡайттым. Төпсөгөбөҙ Айгүзәлгә исемде апайҙары һымаҡ гүзәл, сибәр булһын тип ҡуштыҡ. Аллаға шөкөр, балаларыбыҙҙың исемдәре лә, холоҡтары ла матур, ошоға тиклем ҡыуандырып ҡына торҙолар, бынан һуң да шулай тәүфиҡлы, итәғәтле булһындар. Беҙ уларҙы һаман яратып туя алмайбыҙ. Үҫкәндә лә икенсе балабыҙ тыуғансы уртабыҙҙа ғына ятып йоҡлап үҫтеләр, әле лә Айзиләбеҙгә тиклем, инде үҙе әсәй булһа ла, килгән һайын арҡаһынан тупылдатып яраттырып тора. Күпме генә яратһаң да уларға биреп бөтөлмәгән наҙ ҡалған һымаҡ. Ниңә бишәү итмәгәнбеҙ икән, тип үкенәбеҙ. Ярай әле ейәнсәребеҙ бар. Олатай-өләсәй булғас, ошо тойғоно бүләк иткән балалар тағы ла яҡыныраҡ булып китә икән ул.

Хәҙер күп ғаиләләрҙә атай-әсәйҙәр - бер бүлмәлә, балалар - икенсе бүлмәлә. Һеҙ ниндәйерәк алымдар менән тәрбиәләнегеҙ яратып туйғыһыҙ балаларҙы?

- Беҙҙекеләр ҙә, күп артист балалары кеүек, сәхнә артында йөрөп үҫте. Динислам өс йәшенән сәхнәлә. Беҙ оҙайлы гастролдәрҙә йөрөгәндә атай-әсәйем эргәһендә булдылар. Әле лә оҙайлы каникулдарҙа ла, ял араларында ла ауылдабыҙ. Өләсәләре уларҙы китап уҡырға ултыртып ҡуя, аҙаҡ улар китап буйынса фекер алышалар, бәхәс ҡоралар. Ауыл ерендә эш тә күп, эш белеп үҫәләр. Рәхәтләнеп үҙебеҙсә аралашып, тел тәмен, хеҙмәт тәмен белеп үҫеүгә етәме ни? Ауыл, өләсәй, хеҙмәт мәктәбе - иң һәйбәт тәрбиә. Шуға бына уҡыусыларҙы хеҙмәткә йәлеп итеү буйынса үҙгәрештәр индерелеүенә ифрат та шатмын. Эшләп үҫкән кешелә генә өмөт бар.

Сәхнә кешеһенең күңел донъяһы бай булырға тейеш: милли әҙәбиәт кенә түгел, донъя әҙәбиәте өлгөләре менән танышып барырға тейештер сәнғәт әһелдәре. Уҡырға ваҡытығыҙ ҡаламы?

- Буш ваҡытым булған һайын уҡырға тырышам. Ә ваҡыт юҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Йәл, элек күберәк уҡымағанмын, тип әрләйем хәҙер үҙемде. Һуңғы уҡыған китаптарым - Йәдкәр Бәшировтың әҫәрҙәре булды. Гәзит-журналдар алдырам. Килгән бер номерын уҡып өлгөрөп тә булмай, шулай ҙа яҙылмай ҡалғаным юҡ. "Мин булмаһам, кем?" тигән принциптан сығып булһа ла яҙылам - ҡулыңа алғас, һис юғы ҡараштырып булһа ла сығаһың бит инде барыбер.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Заман һынауҙарын йөрәге аша үткәргән етәксенең үҙенә лә бик күп һынауҙар аша үтергә тура килә: яңы ерҙә, яңы коллективта эш башлап, төпләнеп йәшәй генә башлағас, әллә нисә тапҡыр эш урынын да, йәшәү урынын да алмаштыра. "Ауыр булғандыр?" тигән һорауыма: "Мин уларҙың барыһын да яңы тәжрибә итеп ҡабул иттем, сөнки беләм: ямғырҙан һуң мотлаҡ ҡояш сыға, төндө һәр ваҡыт көн алмаштыра... Ә мин һынауҙар аша үтеп сынығырға тейеш булғанмындыр",- тип яуапланы. Их, тим, ошондай ихлас һөйләшеү-аралашыуҙарҙы түкмәй-сәсмәй гәзит уҡыусыларға еткереп булһа икән... Әңгәмәнән һуң тыуған уй-фекерҙәрҙең яҙылғандарына ҡарағанда яҙылмай ҡалғандары күберәк шул. Әңгәмәсемдең милли театрҙарҙың бөгөнгөһө һәм киләсәге, театр сәнғәте аша телебеҙгә, рухиәтебеҙгә арымай-талмай хеҙмәт иткән артистар иңенә ятҡан проблемалар, милләт, ил-көн яҙмышы хаҡындағы борсолоулы уйҙары бер мәҡәләгә һыймай ҡалды. "Бөгөнгө көн менән йәшәргә кәрәк, тип йәштәрҙе боҙалар. Киреһенсә, киләсәк менән, киләсәккә ҡарап, хатта 200-300 йылдан телем, илем, халҡым менән ни була, тип йәшәргә кәрәк. Халҡыбыҙ, милли мәҙәниәтебеҙ, телебеҙ хаҡында беҙ ҡайғыртмаһаҡ, кем ҡайғырта?" - тип борсола ул. Айбулат Минеғәле улының киләсәккә ҡарап йәшәр көсө - рухи тамырҙарында. Тамырҙарыбыҙҙан айырылмайыҡ!

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА
әңгәмә ҡорҙо.

"Киске Өфө" гәзите, №37, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.09.23 | Ҡаралған: 289

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru