«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ҺАҢҒЫРАУҒА СӘЛӘМ БИРҺӘҢ…"
+  - 


25 сентябрҙә "Халыҡ-ара һаңғырауҙар көнө" билдәләнеүе хаҡында мәғлүмәт ишетеп (дөрөҫөрәге, күреп) ҡалдым да, тиң-тоштарының яғымлы итеп һөйләшеүен, кескәйҙәрҙең шатлыҡлы сырылдашҡан тыуыштарын, урман шаулауын, шишмәләрҙең шылтырап ағышын, ҡоштар һайрауын һәм башҡа күп нәмәләрҙе ишетеүҙән мәхрүм булған ҡайһы бер яҡташтарымдың һис кенә лә төшөнкөлөккә бирелмәй, бошонмай йәшәүен теләп, ошо юлдарҙы яҙырға булдым. Мин үҙем дә һәр нәмәнең дә яҡшы яғын табып булыуына инанам һәм бәғзе һаңғырау милләттәштәремә ана шул фекеремде еткермәксемен. Беҙҙең яҡтарҙа "Һаңғырауға сәләм бирһәң, "Атаң башы!" тип яуап ҡайтарыр…" тигән бер әйтем йөрөй. Һаңғыраулығы арҡаһында кешеләрҙең, ысынлап та, әленән-әле мәҙәк хәлдәргә тарып тороуы барыбыҙға ла мәғлүм. Ишетеү һәләте түбәнәйгән, йә иһә бындай нәмәнән бөтөнләйгә мәхрүм булғандар хаҡында йыш ҡына һәр төрлө көләмәстәр ҙә ишеткеләй торғайным. Уларҙың ҡайһылары мәрәкәсел кешеләр тарафынан уйлап сығарылһа, тормошта ла шундай хәлдәр булып тора инде. Бөгөнгө көндә тома һаңғырау, шул уҡ ваҡытта һәр күренешкә, төрлө хәлдәргә оптимистик ҡараштағы кеше булараҡ, үҙем менән булған бер нисә ҡыҙыҡлы эпизодты һөйләп китмәк булам.

"Бик яҡшы булған…"

Бер нисә йыл элек баш ҡалаға барырға тура килгәйне. Иң беренсе нәүбәттә, әлбиттә, "Киске Өфө" мөхәрриәтенә инеп, ҡәләмдәштәремде күреп сығырға ниәтем. Баш мөхәррир менән хәл-әхүәл белешеп, бүлек мөхәррирҙәренең береһе хаҡында һорашам. "Ул ауылына ҡайтып китте", - ти Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы. Унан һуң ул тағы ниҙер әйтте әйтеүен, әммә мин, әлеге һаңғырау кеше, ҡабат-ҡабат төпләшеп, уны ҡаңғыртып тормаҫҡа булдым. "Яҡшы, бик яҡшы..." - тип, күтәренке кәйеф менән үҙемсә әңгәмәне дауам итәм. Йәнәһе лә, тыуған яҡтарға ҡайтып йөрөп килеү - бик һәйбәт эш. Баш мөхәррирҙең йөҙөнә ҡарап, уның мине бүлдереп, ниҙер хаҡында ишеттерергә тырышыуын күрәм. Усымды-локаторымды ҡолағыма ҡуйып, уның һүҙенә тағы иғтибар итәм. "Атаһы мәрхүм булып ҡалған, шуны ерләргә ҡайтты", - ти ул тауышлана биреберәк… Минең өсөн ҡабатлап әйтелгән был хәбәрҙе ишеткәс, әлбиттә, үҙемә ифрат та уңайһыҙ булды, әстәғфируллаһ. Бындай көлкө хәлгә ҡалғас, көлөп тә булмай шул…

"Урыҫса әйтеп ҡара…"

Берәү телефондан шылтыратһа, абонентымдың тауышын ишетеп тә, уның ни әйткәнен аңлай алмай аҙапланам, шуға күрә, уның миңә урыҫ телендә әйтеп ҡарауын, йә иһә үҙем аңғармаған һүҙҙең синонимын атауын үтенәм. Шулай, икенсе төрлөрәк яңғырайышлы булһа, ҡайсаҡ уны төшөнөп тә алам. Бер мәл миңә Ғайса ағайым шылтырата. Уның "Нимә була", тигәнерәк һүҙҙәрен генә аңғарам, ниҙер хаҡында мәғлүмәт биреүемде үтенеүен һиҙәм, әммә яҡшылап аңлап етмәйем. "Урыҫса әйтеп ҡара, ағай", - тием. "Мин урыҫса әйтеп торам", - тигәнен төшөнәм. "Улай булғас, киреһенсә, башҡортсаға әйләндереп әйт, бәлки, ишетермен". "Башҡортсаһын белмәйем". Шулай итеп, ағайымдың ни әйтергә теләгәнен барыбер аңлай алманым (туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуа башлаған оло кеше булараҡ, смс яҙа белмәй ул). Һуңынан, үҙе менән осрашҡас ҡына, кроссворд сисеп ултырған был ағайҙың ("политика", "экономика" тигән һымағыраҡ) урыҫ һүҙҙәренең береһе башҡортса нимә булыуы хаҡында һорашҡан икәнен белдем...

"Страховщица түгел бит ул…"

Автомобилемде страховкалау мәле килеп еткәс, ғәҙәтем буйынса, үҙемдең танышым Венера Фәйзулла ҡыҙына шылтыратам. Уның "да", тигәнен бер аҙ ҡарлыҡҡан ирҙәр тауышы һымағыраҡ итеп ишетәм. Абонентым тамағына һалҡын алдырған, ахырыһы. "Венера Фәйзулловна, минең ОСАГОның срогы сығып..." - тип һүҙ башлауыма, әлеге ҡалын тауыш мине бүлдерә лә башлай: "Хәлил ағай, мин..." Тик уны йүнләп ишетеп етмәгәс, үҙемдең яҡты ҡайырам: "Һаңғырау икәнемде яҡшы беләһегеҙ, шуға мине тыңлағыҙ, Венера һылыу, һеҙҙе мин барыбер ишетмәйем", - тип йомошомдо әйтергә тотонам. "Тамағы ауыртҡан страховщицам" мине һис кенә лә тыңлағыһы килмәй, ахырыһы, ҡалын тауышы менән һүҙҙәремде һаман бүлдереп маташа. Ысынлап та, бәлки, минең менән һөйләшергә ваҡыты ла юҡтыр. Эш кешеһе бит. "Әй, ярай улай булғас, Венера Фәйзулловна, трубканы улыма бирәм. Әйтер һүҙегеҙҙе уға әйтегеҙ", - тим дә телефонымды яҡында йөрөгән улыма тотторам. Улым телефонды бер аҙ тыңлағас, йылмайып, ниҙер әйтте лә: "Атай, һин Йәлил ағайға шылтыратҡанһың бит!.."- тине. Бәй, һаңғырау ғына түгел, өҫтәүенә, күрәғарау икәнмен дә баһа, ауыҙыңа... май булғыры...

"Һай, афарин, ҡыҙым!.."

Инде бер нисә йыл насар ишетеү сәбәпле, һөйләшкән кешеләрҙең ирендәренә ҡарап аңлап, бер аҙ ошо хәлемә күнегә башлайым, ахырыһы. Кесе улымдың Әлисә һәм Самина исемле ҡыҙҙары бар. Ғәйәт шаяндар. Тик Самина һөйләшкәндә, үҙе лә аңғармаҫтан, урыҫ теленә төшөп китеүсән. Ҡабат-ҡабат һорашып, ни әйткәненә төшөнөп алғас: "Ҡыҙым, бына ошо һүҙҙәреңде хәҙер саф башҡортсалап ҡына һөйләп бир инде. Мин урыҫса белмәйем бит", - тигән булам. Уның ихласлап башҡортса әйткәнен ауыҙына ҡарап төшөнәм. "Үәт, афарин, ҡыҙым, ифрат дөрөҫ! Һәр саҡ ана шулай үҙ телеңдә, башҡортсалап, матур итеп һөйләшеп йөрө, йәме", - тип уның арҡаһынан һөйгән булам. "Ярай", - ти ейәнсәрем минең күҙемә ҡарап. Тик.. Ни өсөндөр был ике шуҡ ҡыҙ "ширҡылдаша" башлай. Бер ниндәй ҙә көлкө тапмағас, "Нишләп көлөшәһегеҙ ул?" тип һорашҡан булам. Оло ейәнсәрем Әлисә: "Ҡартатай, Самина һиңә бер өн дә сығарманы бит, тик ауыҙын ғына йыбырҙата", - тигәс, үҙем дә көлөргә тотондом. Ейәнсәрҙәрем минең һаңғыраулығыма өйрәнеп тә бөткән инде. Хәҙер улар әйтер һүҙҙәрен ҡағыҙға йә телефонына яҙып күрһәтә.

Саң һурҙырғыс тауышһыҙ эшләй…

Иҫкергән "Буран" урынына яңы "LG" саң һурҙырғысы алғайныҡ. Бөтөнләйгә тиерлек тауышһыҙ булыуына ҡарамаҫтан, ифрат та ҡеүәтле булып сыҡты: щеткаһы линолеум йәйелгән иҙәнгә йәбешеп аптырата. Шулай бер заман хәләл ефетем өйҙө "пылесосить" итеп алырға йөкләмә бирҙе лә, үҙе ҡайҙалыр сығып китте. Әлеге тауышһыҙ аппаратты ҡабыҙып алып, фатир буйлап, рәхәтләнеп саң һурҙырам. Кәйеф һәйбәт. Хатта элек иҙәнгә йәбешеп ыҙалатҡан щеткаһы ла был юлы еңел генә шыуғандай. Бер бүлмәне ентекләп таҙартып алғас, икенсеһенә күсергә ниәтләп, саң һурҙырғысымды һүндерергә тип төймәһенә баҫтым, әммә… аппаратым кинәт кенә геүләй башламаһынмы. Хатта тауышын да бер аҙ ишетә башлағандай булдым. Бәй! Башта кнопкаға яңылыш баҫып, ҡабынмаған аппарат менән бөтөнләй бер булмәне "йыйыштырып" сыҡҡанмын икән дабаһа...

"Бажам һыуға батып китмәҫ элек…"

Бер мәл, ноябрь айҙарында, Байым ауылында йәшәгән ҡәйнәмә ҡунаҡҡа барғайныҡ. Шаян, йор һүҙле булған Мансур бажам да йәшәй ана шул ауылда. Бер көн таң менән килеп еткән. Миһран ҡәйнеш менән күлгә кис ҡуйған ауҙы барып ҡарарға кәрәк икән. Ҡәйнештең резина кәмәһе лә бар. Шуны автомобилгә тейәп алып, әлеге ауҙы ҡарарға киттек. Төндә ныҡ ҡына һыуытҡанға күрә, күл яртылаш йоҡа боҙ менән ҡапланып, һыуҙағы ауҙың бер өлөшө боҙ аҫтында ҡалған. Кәмәләренә ел тултырып алып, ҡәйнеш менән бажа, урта тирәһе кәмендә өс метрҙай тәрәнлектә булған быуаға йөҙөп инеп тә киттеләр. Мин яр башынан ғына тегеләрҙе күҙәтәм. Резина кәмәләре менән йоҡа боҙҙо етеҙ генә йырып, күл уртаһына барып етте былар. Күпмелер ваҡыттан бажа ишкәктәре менән йәнтәслем был яҡҡа ҡарай ишә башланы. Ә ҡәйнеш алға ята биреберәк, ике ҡуллап кәмәһенең ике яғына йәбешеп алған. "Ауҙың бер башын тотоп, һыу буйлатып балыҡ һөҙөп килә башланы былар, тик ҡайҙа шулай ашығалар?" тип уйлайым. Шул арала балыҡсылар хаҡындағы ниндәйҙер бер көләмәс иҫемә килеп төштө. "Бажа, ҡәйнеш, - тип ҡысҡырам тегеләргә, - онотмаҫ борон бер анекдот һөйләйем әле, тыңлағыҙ", - тинем дә, тегеләрҙең миңә ниҙер әйтергә маташҡанын ишетмәй, һөйләй ҙә башланым. Тик, ни өсөндөр, былар мине тыңларға уйламай, ауыҙыңа май булғыры. Шундай ҡыҙыҡлы көләмәсте "әрәм итәләр"... Миңә бөтөнләйгә иғтибар итмәүҙәрен күреп, тағы ла нығыраҡ тауышлана биреп, һөйләүемде дауам итәм. Бажа хатта асыулы ҡараш ташлап, миңә тағы ниҙер әйткәндәй ҙә була. Ишетмәгәс, бер ни ҙә аңламайым. Ыш-быш килеп ярға төкәлделәр. Бажам менән ҡәйнештең йөҙҙәре етди. Ә резина кәмә... ныҡ ҡына бушаған! Баҡтиһаң, ысынлап та анекдот тыңларлыҡ хәлдә булмаған икән былар. Кәмәләре ике урындан боҙға ҡырҡылып киткән икән. Ярайһы ҙур булған шул тишектәрҙе ҡәйнеш йомарлап тотоп, көскә ярға хәтле килеп еткәндәр. Хәҙер берәй мәжлес булһа, Мансур бажам ошо хәлде анекдот итеп һөйләүсән: "Бажам һыу төбөнә китмәҫ элек, уға анекдотымды булһа ла һөйләп өлгөрөп ҡалайым, тип уйлағандыр инде...", тип мәрәкәләргә ярата. Ә ул саҡта, ысынлап та, уларҙа мәрәкә ҡайғыһы булмағандыр шул...

Шулай итеп…
Минең һаңғыраулығымды белгән бәғзе бер таныштарым йәлләй башлай. "Нишләп табипҡа бармайһың?" - тип кәңәш бирергә тотоналар. Әммә мин, үҙем дә табип булараҡ, был сиремдең ғүмерҙә лә йүнәлмәҫен яҡшы белгәнгә күрә, һәр саҡ уларға шулай тип яуап бирәм: "Аяҡтары йә ҡулы өҙөлгән кешенең, шул ағзаһының ҡабаттан үҫеп сығыуына өмөтө булмаған һымаҡ, минең ишетеү нервылары ла башҡаса үҫмәйәсәк. Шуға күрә, бушҡа ваҡыт, көс сарыф итмәй, үҙ хәлем менән ризалашып, ошо сиремдең хатта бихисап ыңғай яҡтарын күреп ғүмер итергә тырышам". "Һаңғыраулыҡтың ыңғай яҡтары ла була икәндер шул?.." "Була икән шул: әйтәйек, һәр төрлө кәрәкмәгән урам шау-шыуҙары, ғәйбәт хәбәрҙәр, бихисап каналлы телетапшырыуҙарҙағы теләһә ниндәй мәғлүмәттәр миңә ишетелмәй. Бәйғәмбәребеҙ с.ғ.с. һәр саҡ файҙаһыҙ ғилемдән Аллаһҡа һыйыныу хаҡында доға ҡылыр булған."
Бер мәл тимер юл вокзалы туҡталышында ҡара күҙлек кейгән бер кеше һәрмәнеп килеп, миңә төртөлдө. Уның ниҙер өндәшеүен аңғарам. "Мин һаңғыраумын, бер ни ҙә ишетмәйем", - тим уға. Ул, кеҫәһенән сығарып, миңә ҡағыҙ киҫәге тоттора. Уҡыйым: "Мин бөтөнләйгә тиерлек һуҡыр кеше. Фәлән һанлы автобусҡа ултырырға ярҙам итегеҙ, зинһар". Яҙыуҙы туғандары алдан әҙерләп, кеҫәһенә һалып ебәргән буғай. Был кешене тәғәйенләнгән маршрутҡа ултыртышып ебәрҙем дә, үҙемсә уйлап ҡуйҙым: "Әлхәмдулиллаһ, минең хәлем уныҡынан күпкә еңелерәк икән..."
Бына шулай, ҡәҙерле туғандар, Аллаһы Тәғәлә биргән һәр һынауға ла риза булып, уның ыңғай яғын күрә белеп йәшәһәк, тормошобоҙ әллә ни күңелһеҙ ҙә булмаҫ.

Хәлил ҺӨЙӨНӨДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №38, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.09.23 | Ҡаралған: 249

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru