"Һәр милләт башҡа халыҡтар менән бергә донъяны яҡтыртыр өсөн үҙенең аң яҡтыртҡысындағы утты һаҡларға тейеш. Яҡтыртҡысы ватылған милләт донъя киңлектәрендәге законлы урынын юғалта. Яҡтыртҡысы булмағандар бәхетһеҙ, ләкин яҡтыртҡысы булып та уны юғалтҡан йәки онотҡандар меңдәрсә тапҡыр бәхетһеҙерәк", - тигән бөйөк һүҙҙәр әйтеп ҡалдырған бер аҡыл эйәһе. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының "Ағинәй" төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзалары ла, улар башлыса өлкән быуын вәкилдәре, бына ун йылдан ашыу ошо хәҡиҡәтте - халҡыбыҙҙың аң яҡтыртҡысындағы утты ҡабыҙыу, тағы ла нығыраҡ дөрләтеп ебәреү бурысын атҡарыу өҫтөндә фиҙаҡәрлек ҡыла.
Был бурыстың ниндәйерәк ғәмәлдәр аша атҡарыла икәнен беләләр инде хәҙер республикала. Белмәгәндәр ҙә барҙыр, шулай уҡ белеп тә ҡабул итә алмағандар, инҡар итергә тырышҡандар ҙа етерлек. Был аңлашыла ла. Совет заманының әлеге өлкән быуын һағынып иҫкә алған мәлдәре менән бергә, яманыраҡ яҡтары ла булды бит. Мәҫәлән, күпмелер ҡатын-ҡыҙҙың үҙенең төп асылына - әсәй, өләсәй вазифаһына тап килмәгән бәйелһеҙ йәшәү рәүешенә бирелеүе шул яманлыҡтың иң кәттәһе ине инде. Ә ҡатын-ҡыҙҙы асылынан ситләштереү, яҙлыҡтырыу, әлбиттә, кешелек өсөн, милләт өсөн иң оло яуызлыҡ тип баһалана. Үҙ тәғәйенләнешенән йөҙ бороп, эскегә бирелгән, иманды, тәртип тигәнде бар тип белмәгән, хатта тыуҙырған балаларын тәрбиәләргә лә эшкинмәгән ҡатын-ҡыҙҙы "дауалауы", тәртәгә индереүе, ай-һай, бик ауыр ғәмәл бит ул. Бына шундайҙар йәмғиәтебеҙҙәге иманлыны, айыҡты ҡабул итә алмай баш күтәрә лә инде бөгөн. Тимәк, "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары үҙҙәренең барлығы менән ошо оло яуызлыҡҡа ҡаршы тора булып килеп сыға...
Эйе, бик ҙур вазифа ул ағинәйлек. Хәҙистәрҙә ағинәйлек тураһында шулай тиелә: "Ағинәйлек - ул баланың, буй еткән кешенең, кешелектең күркәм холҡон ҡойоп ҡуйыусы зат. Үҙеңде шундай зат итеп тояһың икән, кәңәшкә, тоғро юл табыуға мохтаж йәмғиәт вәкилдәренең күҙ төбәп бара торған кешеһе бул, аҡыл, фекер, яуаплылыҡ, күркәм холҡ, матур йөҙ-ҡиәфәт-кейем йәһәтенән дә өлгө булып тор..." Тап ошондай бурыстар күҙҙә тотолғайны "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһын төҙөргә йөръәт иткән мәлдә. Ниндәй генә йәштә булыуға ҡарамаҫтан, айыҡ, иманлы, ғәмле, рухлы ҡатын-ҡыҙ ағинәйлек сифаттарын үҙләштерергә ынтыла ала, тинек. Ошо сифаттарҙағы һәр башҡорт ҡатын-ҡыҙы милләт тамырҙарын нығытыуға тос өлөш индерәсәк, тинек. Милләт бишеге булған Тыуған төйәгебеҙ бөтөнлөгөн, ҡотон, халҡыбыҙ рухиәтен, йолаларын, йәшәйеш ҡағиҙәләрен, туған телебеҙҙе, моңобоҙҙо һаҡлауға бар көсөбөҙҙө, фиҙаҡәрлегебеҙҙе сарыф итәйек, тигән саҡырыуҙар ошо йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы булырға батырсылыҡ иткән һәр береһенең күңеленә ил инәһе, ағинәй булырға ынтылыш итеп һеңдерелде. Эйе, үтә ҙур маҡсаттар, бурыстар ҡуйылды был ойошма ағзалары алдына. Ләкин ошо ун йыл арауығында уларҙың үтәлерлек, көс етерлек икәненә лә инанылды. Ысын мәғәнәһендә Ағинәй дәрәжәһенә өлгәшкәндәр алдында баш эйеп, уларға рәхмәт белдереү фарыз.
Өлкән йәштәгеләр байрамы алдынан "Ағинәйлек нимә ул?" тип һораусылар өсөн яуап булды быныһы. Ә улар башҡарған ғәмәлдәрҙең бөгөн бөлөп, һүнеп барған ауылдар донъяһына бер йәнлелек, нур, яҡтылыҡ булып килеп инә икәнен һуҡыр ғына күрмәҫ, һаңғырау ғына ишетмәҫ. Милли кейем һәм биҙәүестәрҙе, милли кәсептәрҙе, милли йолаларҙы, милли тәрбиә мәктәбен тергеҙеп, милләт рухы нигеҙе терәктәрен яңырта улар. Әйләнә-тирә мөхит, шишмә-йылғалар, хатта уларҙың тарихи атамалары тураһында хәстәрләп, үҫемлектәр донъяһын ҡурсыуға алып, уларҙың дауалау көсөнә эйә булғандарын өйрәнеп, ауылдарҙың, тыуған ерҙең таяуҙарын нығыта улар. Балаларҙы туған телгә, туған мәҙәниәткә, йолаларыбыҙға һөйөү һәм хөрмәт уятырлыҡ, илһөйәрлек тәрбиәләрлек ағинәй мәктәбе ҡағиҙәләренә йәлеп иттерәләр улар. Илгә ябырылған бәләләр алдында ла ҡул ҡаушырмайҙар: махсус хәрби операцияла йөрөгәндәргә ойоҡ-бейәләй бәйләүселәр ҙә, башҡа төрлө гуманитар ярҙам ойоштороусылар ҙа, һуңғы арала, ана, бик әүҙем рәүештә һаҡлаусы сетка үреүселәргә ҡушылыусылар ҙа - улар.
Башҡа төрлө шөғөлдәре лә бихисап уларҙың. Әлеге маҡсат - уларҙы һынап сығыу түгел. Бары тик әле генә булған осрашыуҙар тураһында бер ике кәлимә әйтмәксемен. Мәҫәлән, бер аҙна элек Күгәрсен районы ағинәйҙәренең Мәҡсүт ауылында ойошторған йыйынында ҡатнашырға тура килде. Ағинәйҙәр тәжрибә уртаҡлашыр майҙанға йыйылыр алдынан Ишембай районы ағинәйҙәрен ҡаршы алып, райондың иҫтәлекле урындарына - Зәйнәб Биишеваның йорт-музейына, Беренсе Президентыбыҙ Мортаза Рәхимовтың тыуған ауылы Тәүәкәнгә, Бәндәбикә кәшәнәһенә сәйәхәт ҡылдырҙы. Быға саҡлы ауылынан бер аҙым ситкә сыҡмаған ағинәйҙәр хәҙер бына шулай бөгөн бик популяр өлкәгә әйләнеп барған туризм тигәненә лә һуҡмаҡ һалалар. Сөнки улар тыуған ерҙәге һәр тәбиғи ҡомартҡыны һаҡларға тип ең һыҙғанған һәм ошо эшкә балаларҙы, йәштәрҙе лә йәлеп итәләр. Ҡыҫҡаһы, күгәрсендәрҙең "Ағинәй юлы" акцияһы райондың һәр ауылында булып, уларҙа йәшәүселәрҙең көнитмеш хәлдәре менән танышыуҙы, ҡатын-ҡыҙҙарҙы "Беҙ эшләмәһәк, кем эшләргә тейеш һуң?" тигән саҡырыу аша әүҙем йәмәғәт эштәренә йәлеп итеүҙе маҡсат иткән.
Шулай уҡ Йылайыр районының Яманһаҙ, Йомағужа, Ҡаҙырша ауылдарындағы осрашыуҙарҙа ла ағинәйҙәрҙең тыуған ауылдарға ҡот, ут ҡундырырға тырышып йәшәй икәненә шаһит булдыҡ. Уларға ҡушылып, осрашыуға килгән балаларға ла: "Ошо ерҙә, тыуған яҡтарҙа ерегергә тырышығыҙ! Һеҙ ҙә ерекмәһәгеҙ, нигеҙе ҡорор бит ауылдарығыҙҙың", - тигән оран ташланыҡ. Йылайыр ерендә был оран айырыуса урынлы икәненә инандыҡ. Сөнки юл ыңғайында атамаһы яҙылған бағана һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарға ҡуйылған обелиск ҡына һерәйеп ултырған Килһенбай-Һыҙғы кеүек перспективаһыҙҙар исемлегенә эләгеп, нигеҙе ҡороған ауылдарҙы ла осраттыҡ. Ҡәнзәфәр тигән бик боронғо ауылда ла 5 кенә йорт тороп ҡалғаны, заманында гөрләп йәшәгән Матрай, Һабыр кеүек ҙур ауылдарҙың да һүнә барыуы тураһында әсенеп һөйләнеләр. Ә бит тыуған төйәкте һаҡлау, үҫтереү унда йәшәгән халыҡтың ихтыярында, вайымлығында, фиҙаҡәрлегендә икәнен раҫлаусы өлгөләр ҙә бар был районда. Мәҫәлән, Сәләх ауылында йәшәүселәрҙең дәррәү күтәрелеп ауылды һаҡларға тигән әүҙемлеге тураһында бар республикаға билдәле булды бынан ике йыл элекке "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашыуҙары мәлендә. Уларҙың еңеүе, ысынлап та, иң ғәҙел баһа булып ҡабул ителде. Шулай уҡ Йомағужа, Ҡаҙырша ауылдарындағы ағинәйҙәр һәм аҡһаҡалдарҙың тап ошо маҡсатта бер төптән, бергә-бергә эшләүе һоҡландырҙы...
Бындай әүҙемлек республика райондарында эшләп килгән "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаларының күпселегенә хас. Ағинәйҙәр ауылдарҙы йәмләр һәм йәнләр саралар, эштәр уйлап табып ҡына тора. Уларҙың әүҙемлеге, фиҙаҡәрлеге, вайымлығы аптырата һәм һоҡландыра. Тап улар кемдеңдер күрһәтмәһе, бойороғо менән түгел, ә күңел ҡушыуы, милли рух дәрте менән ауыл, район, республика, ғөмүмән, халҡыбыҙ мәнфәғәтендә эштәр атҡара бит. Йәмәғәт эшен улар йәшәү рәүешенә, көндәлек ихтыяжына әйләндерҙе хәҙер. Был ғына түгел. Улар йәшәйешебеҙҙең күмәкләп аралашыу тигән мөһим ҡанунын аяҡҡа баҫтыра. Ә күмәк эш халыҡты берләштерә, битарафлыҡтан аралай икәнен беләһегеҙ.
Әйткәндәй, үткән аҙнала Архангел районы ағинәйҙәре Тәүәкәс ауылына йыйылып, махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән егеттәребеҙгә бағышлап, уларҙың ғәзиз әсәйҙәре - Динә Килмөхәмәтова, Әлфинә Абдуллина, Тутыя Абхаликова, Мәрүә Зөлҡәрнәева, Гүзәлиә Бадранова, Миңлемәрйәм Ғиззәтуллина, Мөнирә Ишмөхәмәтова, Ғәҙилә Вәлиевалар ҡатнашлығында матур сара үткәрҙе (был райондың Абҙан ауылынан 23 егет, Тәүәкәс ауылынан 10-лап егет ҡатнаша икән МХО-ла). Шундай батыр улдар үҫтергән әсәйҙәргә рәхмәт әйтелде, сабырлыҡтар, изгелектәр теләнде, райондың имам-мөхтәсибе Фәнзил хәҙрәт Хисаметдинов тарафынан аяттар уҡылды. Махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа сроклы ялға ҡайтҡан Флүр Мағазов менән осрашыу ҙа был сараны йәнләндереп ебәрҙе. Йыйылған кешеләр үҙҙәренең изге теләктәре, борсоған һорауҙары менән уртаҡлашып, ҡорбан ашы табынында әңгәмә ҡорҙо.
Һүҙҙе Архангел районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, һөнәре буйынса башҡорт теле уҡытыусыһы Зилә Фәйзуллинаның ошо һүҙҙәре менән тамамлағы килә: "Белеүебеҙсә, беҙҙең районда ла, башҡа райондарҙа ла ағинәйҙәрҙең күпселеге дөрөҫ юл күрһәтеүсе, дәртләндереп, илһам биреп, күңел яланыңа шифалы орлоҡтар сәсеүсе, юлда сарсаған мосафирға һыу биреүсе элекке уҡытыусылар. Улар хәҙер ағинәйҙәр! Улар янында насар булып булмай, хатта алама фекер йөрөтөүе лә оят! Ағинәй булырға йөрәк ҡушыуы буйынса ҡарар иткәнһең икән, бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтар, ҡаршылыҡтар ҡурҡытмай. Киреһенсә, улар сыныҡтыра, алдыңа ҡуйған һәр маҡсатты еңеп сығырға күнектерә. Мәҫәлән, миңә нисә тапҡыр һайларға кәрәк булһа ла, ошо һөнәрҙе һәм ағинәйлекте һайлар инем. Сөнки уҡытыусы ла, ағинәй ҙә - улар йәмәғәт эшмәкәре лә, йырсы ла, бейеүсе лә, баҡсасы ла, һәр ваҡыт бала күңелле, һәр ваҡыт йәш, энергиялы, алдынғы ҡарашлы..."
Гөлфиә ЯНБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №38, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА