Бик ҡыҙыҡ заманда йәшәйбеҙ. Хәҙер юҡ ҡына нәмәне лә ҙур яңылыҡ итеп һөйләргә, хатта ошо рәүешле аҡса эшләргә була. Мәҫәлән, үтә модалы юрғандар бар икән. Эсенә ҡарабойҙай орлоғо ҡабығы, быяла шарҙар, полипропилен гранулалар, тоҙ, кремний диоксиды һалып ауырайтылған юрғандарҙың хаҡы уртаса 10-12 мең, 25 меңгә еткәндәре лә бар. Был ауыр юрғандар йоҡоно яҡшырта икән. Ошо урында өләсәйҙәрегеҙҙең үҙ ҡулдары менән эшләгән һырылған юрғандары иҫегеҙгә төшмәнеме?
Урындыҡ өҫтөнә ҡаҙ мамығынан яһалған күпмәһен түшәп, һарыҡ йөнөнән һырылған ауыр ғына юрғанын ябынып ятып китә торғайны улар. Юҡлыҡ та юрған һырырға мәжбүр иткәндер, әммә улар ҙа белгәндер ауыр юрғандың тән һәм йән өсөн файҙаһын. Үҙе белмәһә, өләсәһе мотлаҡ белгән, был турала әйткән дә, әммә уны тыңлаусы булмағандыр. Ысынында, йоҡо кеше өсөн бик кәрәкле. Тап йоҡлаған саҡта баш мейеһе көнө буйы йыйған, күргән, уҡыған мәғлүмәтте эшкәртә, көс-ҡеүәт йыя, ошо рәүешле нервы һәм иммун системаһын нығыта, матдәләр алышыныуын көйләй.
Ауыр юрғандар 2-нән алып 15 килограмға тиклем була икән. Етештереүселәр әйтеүенсә, уны кәүҙә ауырлығына ҡарап һайлайҙар. Мәҫәлән, ауырлығың 60 килограмм икән, юрған 6 килограмдан артмаҫҡа тейеш. "Мединцентр" клиника-диагностикалау үҙәге неврологы Светлана Кузнецова билдәләүенсә, юрған ауырыраҡ булған һайын, йоҡо яҡшыраҡ була. Хәүеф тойғоһо, стресс кисереп йәшәүселәргә лә файҙалы бындай юрған, ул мускулдарға ял итергә бирә, яҡшыраҡ йоҡлата. Тәнде ауыр әйбер баҫып торғандан серотонин менән мелатонин да яҡшыраҡ бүленә, улар иһә яҡшы кәйеф өсөн яуаплы.
Ә һеҙ үҙегеҙ юрған эшләйһегеҙме, ниндәй юрған ябынаһығыҙ, ошо һорау менән бер нисә уҡыусыбыҙға мөрәжәғәт иттек.
Миңнур БАЙҒАРИНА, Учалы районы Науруз ауылы ағинәйе: Был мәғлүмәттәрҙе халыҡ борондан белгәндер, тип уйлайым. Халыҡ шөғөлөн, кәсептәрен тергеҙеү бына шуның өсөн дә бик әһәмиәтле бөгөн. Был йәһәттән "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының эшмәкәрлеге баһалап бөткөһөҙ. Аҙна һайын ҡайҙалыр саралар үтә, онотҡанды иҫкә төшөрәбеҙ, бер-беребеҙҙе өйрәтәбеҙ. Былтыр Учалы районы ағинәйҙәре лә "Һарыҡ йөнө - файҙалы тәбиғи сеймал, йылы кейем" тигән фестиваль уҙғарғайны. Беҙҙең ағинәйҙәр ҙә (ауылыбыҙҙың боронғо исеменән алып, ойошмабыҙҙы беҙ "Науырҙа йәшмәләре" тип атағанбыҙ) унда әүҙем ҡатнашты. Беҙ һарыҡ йөнөнән юрған күбеп күрһәттек.
Тәүҙә 20 литрлыҡ ҡаҙандағы һыуға 5 литр көл һалып, ҡайнатып алдыҡ та, тондорорға ҡуйҙыҡ. Барыһы ла беләлер, көҙгө йөн кейеҙгә, быймаға яҡшы. Юрғанға яҙғы йөндө алабыҙ. Ойоҡ бәйләү өсөн дә яҙғы йөн яҡшыраҡ. Уны таҙартып, теткәс, һелтеле һыуҙа йыуабыҙ, элеп киптерәбеҙ. Һелте йөндө таҙарта, йомшаҡ итә. Элек юрған өсөн йөндө һелтеле һыуҙа бер нисә сәғәт ҡайнатҡандар, шулай итһәң, ул туҡыма аша сығып тормай.
Башта юрғандың тышын тегеп алаһың. Ул ҡәҙимге юрған тышы һымаҡ була инде. Шуны тиҫкәре яғына әйләндереп, йөндө тигеҙләп һалып сығаһың да, осонан бөкләп, тәгәрәтеп кенә килтереп сығарһаң, йөн уның эсендә тороп ҡала. Борон гел шулай эшләгәндәр, был турала ағинәйебеҙ Рәүзимә Кәримова Фәниә әбей Шәйхисламованан һорашып белеште. Хәҙер инде юрғанды энәне ваҡ ҡына итеп "атлатып", күбейбеҙ.
Еңел, йылы юрған килеп сыға. Өләсәйҙе беҙ әзәй тибеҙ, әзәйемдең һатып алынған мамыҡтан юрған эшләгәнен иҫләйем, һарыҡ йөнө аҙ булғандыр, тип уйлайым. Уны ойоҡ бәйләүгә, быйма баҫыуға ла ныҡ тотондолар бит. Ул юрғанды ҡорама менән тышлап ҡуя ине. Ҡорама юрғанды бала йүткергәндә ябындырғандар, шифаһы барҙыр. Былай һарыҡ йөнө экологик яҡтан бик таҙа. Сайырлы йөндө кер һабыны менән ышҡып, шешкә бәйләһәң, шеште лә һура тип ишеткәнем бар.
Мәғәзирә ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА, Йылайыр районы Юлдыбай ауылы ағинәйе: Ҡартәсәйем ныҡ йөн менән булышты. Был ғәҙәт унан миңә лә күскән: иләйем дә, бәйләйем дә, юрған да эшләйем. Ҡәртәсәйемдең нисек юрған эшләгәнен дә иҫләйем. Һарыҡты ҡырҡҡандан һуң йөнөн йыуып, ҡайнаталар. Һырҡытып, киптереп алғас, тетәһең. Йөн тетеү өсөн иң бороңғо ҡулайлама - ул ян. Ағасты бөгөп, тарма менән тарттырып ҡуялар. Уҡ ата торған ян һымаҡ инде, тик был бер ҡул менән тотоп эшләү өсөн ҡулайлы, бәләкәй генә. Уның ағас ырғағы була. Икеһен ике ҡулға тотаһың да, янды йөн өҫтөнә һалып, ырғағы менән тартаһың да тартаһың. Тарма тигәнен комбайндың ҡайышынан ала инеләр. Хәҙер иген сәсмәгәс, йәштәр уны күҙ алдына ла килтерә алмай инде.
Оло юрғанға 2 йә 3 һарыҡ йөнө китә. Быймаларға бот менән иҫәпләгәндәр, юрғанға һарыҡ менән, 1 һарыҡтың йөнө сама менән 1 кг була. Тимәк, оло юрғандар 2 йә 3 кг тарта. Ябаға тип аталған яҙғы йөндән эшләйҙәр уны.
Әҙер юрған "һырылған юрған" тип атала. Ҡартәсәйем ситенән башлап энә менән һыҙыр ҙа, шуларҙың өҫтөнән генә тегә лә сыға ине. Ошоларҙы беҙ бала саҡта бергә эшләштек. Берәй ергә барһа, ҡартәсәйем юрған эшләмәй ҡайтмаҫ ине. Тауар ҙа булманы, күберәк ҡорамыш менән эшләне. Хәҙерге магазин юрғандары тетелеп бөтә лә ҡуя, сөнки унан-бынан тоттороп ҡына тегәләр. Ә ҡартәсәйем ныҡ итеп күбей ине. 1986 йылда мәрхүмә булды, миндә һаман да юрғандары һаҡлана. Өс ҡыҙыма ла юрған эшләне. Үҙебеҙҙә бер ваҡыт "Дом быта" булды, шунда юрған да һырынылар. Мин дә ошо юрғандарҙы унда яңынан тышлатып, һырытып алдым.
Һарыҡ йөнөнән эшләнгән юрған ябынһаң, йоҡоң тыныс була, ни тиклем ауырыраҡ, шул тиклем яҡшыраҡ йоҡлайһың. Хәҙер бөтөн нәмә синтетика, электрлана, был һаулыҡ өсөн ныҡ зарарлы. Борғолана башлаһаң, шытырлап тора, йоҡоң бөтөнләй осоп китә. Йәйге эҫелә лә һарыҡ йөнөнән эшләнгән юрғанымды ябынып ятам, ул эҫелә һалҡын, һалҡында - йылы. Кер йыуғыс машинам ҙур, 7 килограмлыҡ, ошо юрғандарҙы шунда һалып йыуам. Бөтәрләнмәй ҙә, йыйырылмай ҙа, һәйбәт итеп тегелгәс, бер нәмә лә булмай. Ә һеҙ магазин юрғанын һалып йыуып ҡарағыҙ, эсендәге бар мамығы бер ситенә йыйылып ятасаҡ. Тығыҙыраҡ итеп һырыған һайын юрған сифатлы була - бының сере ошонда ғына. Һарыҡ көтөүселәр генә кәмей бара. Шуға ла, әйҙәгеҙ, һарыҡ тотоғоҙ, йөндән юрғандар эшләгеҙ, шул саҡта сәләмәт булырһығыҙ!
Ләйсән НАФИҠОВА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №40, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА