Ошо көндәрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында республика филармониялары фестивале булып уҙҙы. Учалы, Сибай, Нефтекама, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларының талантлы артистары ошо фестиваль сиктәрендә һуңғы осорҙа йыр-бейеү сәнғәтендә өлгәшкән ҡаҙаныштарын Өфө тамашасалары иғтибарына тәҡдим итте.
4 октябрҙә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе тарафынан филармония сәхнәһенә "Урал легендалары" исемле мюзикл сығарылды. Әйтергә кәрәк, Башҡортостандың театр сәнғәтендә мюзикл жанры - үтә һирәк күренеш, сөнки музыка, вокал, хореография, драматик сюжет, декорация һәм махсус эффекттар тупланмаһынан уникаль спектакль хасил ителә. Мюзикл төрлө өлкәләрҙә ижад иткән талантлы сәнғәт әһелдәренең коллектив ҡаҙанышы булараҡ билдәле һәм, әлбиттә, ролдәрҙе башҡарған артистарҙан драматик һәм вокаль оҫталыҡ талап итә.
"Урал легендалары" мюзиклының исеме үк ошо тамашаның эпик характерын билдәләй. Сценарий авторы - билдәле тележурналист, драматург Сәрүәр Сурина. Мюзикл геройҙары сал Урал мифологияһын һынландыра: Иҙел батыр (БР-ҙың атҡаҙанған артисы Ғафуан Фазуллин), уның ҡыҙы Ағиҙел (Гүзәлиә Татлыбаева), йәш батыр Турахан (Илдар Әбдрәшитов), яуыз дейеү Ашаҡ (Фәнил Толонғужин), Шаманка (БР-ҙың атҡаҙанған артисы Гөлназ Иҙрисова), йыраусы Сәсән (БР-ҙың атҡаҙанған артисы Ришат Хәмитов) һ.б. Спектаклдә күмәк сәхнә эпизодтары күп, йырсылар һәм бейеүселәрҙең дөйөм һаны 60-тан артыҡ.
Мюзиклдың төп идеяһы - яуызлыҡ һәм изгелек араһында барған мәңгелек көрәш. Гүзәл Уралдың нурлы ерен юҡ итергә ниәт ҡорған ер аҫты донъяһының ҡара көстәренә ҡаршы тороусы Урал улдары һәм ҡыҙҙарының изге ғәмәлдәре төп сюжет линияһын билдәләй. Әҙәм балаларының һәм тәбиғәттең берлегенә дан йырлана, Торатау, Йөрәктау, Ҡуштау һәм Шәкетау тауҙар ғына түгел, уларҙа мәңгелек тәбиғәттең йәне йәшәй, улар үҙҙәре лә Урал батыр һымаҡ баһадир заттар итеп һүрәтләнә. Ҡара көстәр, дейеүҙәр ҙә тик ятмай - Шәкетау һәләк ителә.
Музыкаль сәхнә әҫәренең тамашасы күңеленә хуш килгән урындары байтаҡ булды. Иң елкендергәне - хореографик композициялар, уларҙы Стәрлетамаҡтың Бейеү театры артистары башҡарҙы. Әйтергә кәрәк, ер аҫты батшалығының ҡара көстәрен һынландырған бейеүселәр һис һынатманы - улар шундай һығылмалы, өйөрөлөп йөрөп бейейҙәр, күҙ ҙә эйәрмәҫ теремек һәм етеҙҙәр - быларҙың әллә һөйәктәре юҡ инде, тип һоҡланырға ғына ҡала.
Йәнә бер ҡаҙаныш - сәхнәлә 3D-проекциялары бик уңышлы ҡулланылды - Урал тауҙарының гүзәл тәбиғәте, ер аҫты донъяһы күренештәре, күк ҡоштары, йыһан күренештәре мюзикл геройҙары образдарын тулыландырып, тамашаға йәм өҫтәне.
Мюзиклдың композиторы - БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал Иҙелбаев. Уның музыкаһынан ҡара көстәрҙең яуызлыҡ бөркөлөп торған тауыштарын ишеткәндәй булаһың, шул уҡ ваҡытта төп ыңғай геройҙарҙың музыкаль образдарында батырлыҡ үә ватансылыҡ аһәңен тояһың. Әлбиттә, музыкаль композицияларҙа ҡара, хәүефле мотивтарға кәрәгенән артыҡ урын бирелгән һымаҡ та тойолоп китә (бәлки, шулай кәрәктер ҙә - Ерҙә яманлыҡ ахырынаса еңелмәгән шул), бәлки, башҡорт халҡының традицион, тарихи моңона ауаздаш мотивтар мюзиклды тағы ла күркәмерәк, халыҡсаныраҡ итеп ебәрер ине, тигән фекер ҙә тыуып ҡуя...
Нисек кенә булмаһын, тамашасыларға башҡорт сәхнәһе өсөн ғәҙәти булмаған музыкаль спектакль уғата оҡшап төштө. Уникаль сәхнә әҫәре ҡуйыусы-режиссер, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Лира Фәйзуллинаға, ҡуйыусы-балетмейстр, БР-ҙың атҡаҙанған артисы, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рәмизә Мөхәмәтшинаға, рәссамы Лилиә Сөләймәноваға, костюмдар буйынса рәссам, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наталья Степановаға тамашасыларҙың дәррәү ҡул сабыуҙары менән тамамланды.
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №40, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА