«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

МӨҒЖИЗӘЛӘР ИЛЕ
+  - 

Спектакль бер көндә тыумай. Иң тәүҙә пьеса кәрәк, артабан ролдәр бүленә, репетициялар башлана, декорация, костюмдар һәм башҡаһы. Тәү ҡарамаҡҡа ваҡ тойолған һәр деталь мөһим. Әле Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры ошондай хәстәр менән йәшәй. Билдәле режиссер Илсур Юлай улы ҠАҘАҠБАЕВ Анна Батуринаның "Фронтовичка" пьесаһы буйынса спектакль әҙерләй. Эш барышы тураһында һорашып, уға мөрәжәғәт иттек:

- Сибай ҡалаһында был тәүге эшем түгел, үҙ театрымдан (Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры) ситтә ҡуйған тәүге спектаклем дә ошо драма театрында булды. Һөнәрем буйынса мин актер һәм режиссер, Мәскәүҙә М. С. Щепкин исемендәге "Юғары театр училищеһы (институт)"ын һәм ГИТИС-ты тамамланым. Һәр бер театр үҙенсәлекле, баш ҡаланан килдең дә үҙенән-үҙе сәхнәлә матур ғына спектакль барлыҡҡа килде, тип уйларға ярамай. Төрлөсә була. Был ваҡытына, ниндәйҙер эске торошҡа, йә булмаһа, күктәге "кәнсә"ләр ихтыярына ла бәйлелер. Әммә бөтә ерҙә лә ваҡиғаларҙы яҡшы яҡҡа үҙгәртеү мөмкинлеге бар - был бик мөһим.
Бында килерҙән алда Сибай театрына бер нисә материалымды тәҡдим иттем, театр тарафынан да тәҡдимдәр булды һәм әлеге пьесаға туҡталдыҡ. Заманса яҙылған был әҫәр һуғыштан һуңғы ваҡиғалар тураһында, әммә ул баштан аҙағынаса һуғыш һәм һуғыштың кешеләргә булған йоғонтоһон күрһәтә. Һуғыш ваҡиғалары кешеләр хәтеренән сыҡмай, улар ғүмерҙәренең һуңғы көндәренә тиклем шул осорҙағы хистәрҙе кисерәләр. Был спектакль Небылица фамилиялы фронтовичканың миҫалында бик күп кешеләрҙең яҙмыштарын сағылдыра. Бөгөн ошондай әҫәрҙе сығарыу кәрәк, сөнки ул тәү сиратта тормошто яратырға, киләсәккә өмөт менән ҡарарға өйрәтә, ул татыу, тыныс тормош яҡлы.
Спектакль, ғәҙәттә, тамашасылар залға инеп ултырғас, улар менән бергә тыуа, актерҙар сәхнәлә үҙҙәрен икенсе төрлө тоя башлай, сөнки тамашасы үҙенең энергетикаһы, көсө менән килә. Ана шул ике көстөң алмашыныуы, уҡмашыуы спектаклде тыуҙыра ла инде. Шуға ла тамашасыларҙың театрға йышыраҡ йөрөүҙәрен теләйем. Үҙ тәжрибәмдән сығып әйтәм, тере спектаклдәргә ҡарағанда, телевизорҙан күрһәтелгән бик күп тапшырыуҙар, сериалдар түбән, насар сифатлы. Элекке кинолар, тапшырыуҙар сағыштырмаса күпкә отошлораҡ ине. Хәҙер театр үҙе лә күпкә алға китте. Тик театрҙа ғына шундай мөғжизә бар: бында һинең алдыңда тамаша тыуа һәм ул башҡаса шул килеш бер ҡасан да ҡабатланмаясаҡ. 20, 21 октябрҙә премьераға көтәбеҙ!

Радик ӨМӨТҠУЖИН.
"Киске Өфө" гәзите, №40, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.10.23 | Ҡаралған: 428

Киске Өфө
 
Ҡатындарҙы мөхәббәтле күрһәтәсәк нәмә матурлыҡ түгел, гүзәл холоҡтор. Күп ҡатындарҙың матурлығы камил булмаһа ла, һәр кем алдында һөйкөмлө күренә һәм хөрмәтләп телгә алына. Шуның өсөн гүзәл холоҡло һәм миһырбанлы булығыҙ. Асыулы йөҙлө булмағыҙ. Асыулы йөҙ менән бер кемгә лә күренмәгеҙ. Асыуланған ваҡытта һөйләшмәгеҙ, бигерәк тә башҡаларға яуап биреүҙән һаҡланығыҙ. Сөнки асыуланғанда яуап биреү асыуҙы көсәйтә.

Ризаитдин нәсихәттәренән.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru