«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 

Икенсе киҫәк. Урта быуаттар.
Бишенсе бүлек. Көньяҡ Урал IV - VIII быуаттарҙа

III - IV быуаттарҙа Көньяҡ Урал далаларындағы тарихи шарттар

Әлеге ваҡытта яҡынса II - IV быуаттарға ҡараған бер нисә тиҫтә ҡурған билдәле. Территориаль яҡтан улар Көньяҡ Уралға ҡарай (Урал аръяғын да индереп). Улар ҙурҙарҙан түгел, диаметрҙары 10 - 15 метрҙан артыҡ түгел, бейеклеге - 0,5 м. Ер өйөмдәре башлыса тупраҡтан, ҡәберҙәре тәрән, әммә формалары буйынса күп төрлөләр. Улар араһында төбөнән 30 - 50 см бейеклектә ҡәберҙең аҫҡы яғын ҡыҫҡа таҡталар менән ябыу өсөн баҫҡыслылары (киртләслеләре), оҙон стенаһы буйында квадрат йәиһә ябай оҙонса ҡыуышлылары бар.
Үлгәндәрҙе табуттарға, ағас олононан соҡоп эшләнгән улаҡтарға һалып ерләгәндәр. Мәйетте ҡайһы тарафҡа ҡаратып һалыу ҡомартҡыларҙа төрлөсә. Ерләү йолаларының төрлөсә булыуы дала зонаһы халыҡтарының ныҡ ҡатнаш булыуына дәлил. Түбәндәге деталь иғтибарға лайыҡ: йыш ҡына ҡәбер өҫтәрендә усаҡ эҙҙәре осрай.
Ҡурғандар материалы III - IV быуаттарҙағы киң дала күскенселәре мәҙәниәте өсөн типик һәм ошо дәүергә хас предметтарҙан тора: тәпәшәк балсыҡ һауыт-һаба, шул иҫәптән оҙон тура муйынлы кувшиндар, оҙон ҡылыстар, ат йүгәне әйберҙәре (ауыҙлыҡтар, тоташтырыусы ҡулсалар) һәм бил ҡайыштары (таралғылар, ҡаптырмалар, ҡайыш биҙәүестәре), биҙәүестәр (һырғалар, балдаҡтар, муйынсаҡ мәрйендәре, фибулалар һ.б.) һәм башҡа күп нәмәләр. Ҡайһы берҙә бәләкәй ҡыңғырауҙар, ҡойолоп яһалған көмөш ҡытай көҙгөләре осрай. Тикшеренеүселәр II - IV быуаттарҙағы Көньяҡ Урал ҡурғандары урындағы дах-сак-массагет ҡәбиләләренең вариҫтары тарафынан ҡалдырылған, тигән уртаҡ фекер менән килешә, уларҙың мәҙәниәте тирә-йүндең этносәйәси мөхите йоғонтоһонда етди үҙгәрештәргә дусар була.

Иртә бахмут (мазунин) мәҙәниәте ҡәбиләләре

Был территорияла ултыраҡ тормошта йәшәгән халыҡтар менән күскенселәрҙең бергә йәшәүе һәм уларҙың мәҙәни яҡтан бер-береһенә ҡарата йоғонтоһо һөҙөмтәһендә б.э. II - III быуаттары сиктәрендә Көнбайыш Урал янында бахмут йәки мазунин исемле яңы эре археологик мәҙәниәт формалаша. Ул бер нисә тиҫтә ҡаласыҡ һәм ҡәберлектәр менән кәүҙәләнә, биләгән территориялары яғынан Ағиҙел һәм Урта Каманың урта һәм түбәнге ағымдары бассейндарын (Удмурт Республикаһының һәм Пермь крайының көньяғы) эсенә ала.
Тәүләп бахмут мәҙәниәтен 1928 йылда А.В. Шмидт асыҡлай, һәм уның территорияһы үрҙә күрһәтелгән сиктәрҙә билдәләнә. Ул б.э. VIII - IX быуаттарына тиклем өҙлөкһөҙ йәшәй һәм иртә урта быуаттар эпохаһында Көнбайыш Урал янындағы этногенетик процестарға йоғонто яһаусы мөһим факторға әйләнә. Бәғзе бер тикшеренеүселәр Урта Кама төркөмө ҡомартҡыларын тәүләп өйрәнә башлағанда уларҙы үҙаллы мазунин мәҙәниәте сифатында ҡарай башлағайны, әммә ике төркөм ҡомартҡылары материалдарының дөйөм яҡынлығы бер кемдә лә шик тыуҙырманы, шуға күрә иртә бахмут этабы ҡомартҡыларын (III - IV бб.) берҙәм бахмут мәҙәниәтенең мазунин этабы, тип атау маҡсатҡа ярашлыраҡ.
Иртә бахмут мәҙәниәте мазунин этабында тотороҡло билдәләр комплексы менән айырылып тора. Уға үлгәндәрҙе һай ҡәберҙәр төбөнә эсе соҡоп алынған ағас улаҡтарға йә иһә ҡабыҡҡа һалып ерләү, киң муйынлы, түңәрәк төплө, соҡоп яһалған орнаментлы тәпәшәк балсыҡ һауыт-һаба хас, шулай уҡ һорау билдәһе формаһында, ҡулса кеүек бөгөп тоташтырылған ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәре осрай, улар парлап, йә өсәрләп баш кейеме ситенә тағылып, сикә эргәһендә йөрөтөлгән. Бронза йәиһә тимер сыбыҡтан эшләнгән тараҡтар, беләҙектәр, күбәләк формаһындағы массив бронза фибулалар, ҡойоп яһалған айыу һындары, шулай уҡ ҡолаҡлы тимер балталар һәм башҡа предметтар күп. Ошо мәҙәниәттең икенсе үҙенсәлеге: ирҙәрҙең ҡәберҙәрендә ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәре наборы, ҡағиҙә булараҡ, туҙ һауыттарға йәиһә һөлдә янына өймәләп һалынған була, шул уҡ ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡында улар тәғәйенләнешенә ярашлы урынлаштырыла. Биҙәүестәрҙең ошо рәүешле ир-ат ҡәберҙәренә урынлаштырылыуы ғалимдарға уларҙың билдәле бер ниәт менән һалынып, ҡатын-ҡыҙҙарҙың вафат булған ирҙәренә бүләктәре (ҡорбан комплекстары) булыуы хаҡында һығымта яһарға ерлек бирә. Мазунинсыларҙың ер эшкәртеү менән шөғөлләнеүенә ҡәберҙәрҙә йыш табыла торған тимер ураҡтар дәлил.
Иртә бахмут мәҙәниәтенең көньяҡ сиге Ағиҙел йылғаһының урта ағымы буйлап үтә, бында элегерәк ултыраҡ тормош алып барыусы урындағы халыҡтарҙан ҡалған ҡараабыҙ мәҙәниәтенең Охлебинин һәм Шипов кеүек ҙур ҡәберлектәре урынлашҡан. Б.э. II - IV быуаттарына ҡараған ҡәберлектәр улар араһында иң һуңғы хронологик төркөмдө хасил итә: ерләү йолаһы буйынса улар элеккеләренән бер ни менән дә айырылмай, әммә уларҙың йәше ҡәберлек инвентарында ошо ваҡытҡа хас предметтар табылыуы менән билдәләнә (мәҫәлән, телле һәм ҡалҡансыҡлы таралғы-ҡаптырмалар).

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №41, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.10.23 | Ҡаралған: 160

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru